Яңы йыл алдынан аҙыҡ-түлектең айырым төрҙәренә хаҡтар арта

Нисек кенә булмаһын, халыҡ байрам өҫтәленән баш тартырға йыйынмай. Яңы йыл табынына һәр хужабикә иң тәмле һәм үҙенсәлекле аҙыҡ әҙерләргә тырыша. Йола буйынса, салаттарҙан һәм ҡаҙ итенән тыш, байрам өҫтәлен күҙ алдына килтереүе лё ҡыйын.

Ҡала ресторандарының береһендә шеф-повар булып эшләүсе Александр Жуковтың ҡош итен әҙерләү буйынса үсенсәлекле рецепт менән бүлеште.Ҡаҙҙы тышҡы яҡлап тоҙлап, эсенә үҙең теләгән емеште тултырып әҙерләгәндән һуң 12 сәғәткә быҡтырырға ҡуйыу мотлаҡ. Тәғәйен ваҡыт үткәндән һуң, ҡош итен махсус ҡатнашма менән һылау талап ителә.180 градуслыҡ эҫелә бешкән ҡаҙҙы, махсус ҡатнашма менән кәмендә өс тапҡыр һылап сығыу талап ителә. Бар ҡағиҙәләрҙе лә иҫтә тотоп әҙерләгәндә өс сәғәт эсендә ҡаҙ әҙер була, ти аш-һыу оҫтаһы.

Яңы йыл табыны ни тиклем бай булһа, йыл да уңышлы үтә тигән юрау бар.  Табынға ултыртыу өсөн ҡош-ҡорт итенән башҡа емеш-еләк, йәшелсә һәм башҡа төр ризыҡтар ҙа кәрәк. Был иһә үҙ сиратында ярайһы ғына сығым талап итә. Бигерәк тә байрам алдынан хаҡтарҙың күтәрелеүе кеҫәгә ныҡ һуға, ти хаҡлы ялдағылар.

Байрам алдынан хаҡтар артыуын хаҡлы ялдағылар, айырыуса, ныҡ тоя. Кибеткә барғандан һуң тотонолған аҡсаны һанау  улар өсөн мәжбүри сара. Шуға күрә акция булған ерҙәрҙе ҡарарға тырышабыҙ, ти улар.Ҡайһы бер сауҙа нөктәләрендә емеш-еләктәрҙе хатта былтырғыға ҡарағанда ла арзаныраҡҡа алырға мөмкин.

Яңы йыл алдынан, киреһенсә, төрлө акциялар уҙғарып, халыҡты йәлеп итергә, уларға байрам кәйефе бүләк итергә тырышабыҙ, ти ҡайһы бер һатыусылар. Ҡайһы бер һатыу нөктәләрендә йомортҡаның ун данаһы өсөн 60-80 һум сығарып һалырға кәрәк. Статистика мәғлүмәттәре буйынса, груша –өс,  виноград – 14, әфлисун- 18 процентҡа ҡиммәтләнгән.

Статистика мәғлүмәттәре буйынса, декабрь айының беренсеһе яртыһында йәшелсә-емешкә, йомортҡа, тауыҡ итенә, һөт аҙыҡтарының ҡайһы бер төрөнә хаҡ артҡан. Шул уҡ ваҡытта, сауҙа үҙәктәрендә үткән акциялар хаҡты тотҡарларға ярҙам, итә ти белгестәр.

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Мосолман комплексы тергеҙелә | ГТРК «Башкортостан»

Мосолман комплексы тергеҙелә

Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә урынлашҡан бинаға алтмыш йыл. Һуңғы биш йылда бында бер ниндәй ҙә төҙөлөш эштәре башҡарылмаған. Герцен урамындағы йорт тиҙҙән икенсе төҫ алыр, тип көтөлә. Мансур хәҙрәт Тимерғәлиев дини тәрбиә менән шөғөлләнеп, республикала исламды үҫтерә. Мосолман үҙәген асыу уның...

26 мая 2020
Смотреть видео Эш сәфәре | ГТРК «Башкортостан»

Эш сәфәре

Илдәге иң ҙур һәм уникаль ҡояш электр станцияларының береһе Бөрйән районында урынлашҡан. Инвестиция күләме 1 миллиард һум. Тап бында ҡояш энергияһы электр энергияһына әйләнә. Әммә станция әле 10 процентҡа ғына эшләй. Техник мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк. Селтәргә тоташтырыр өсөн “Башкирэнерго”...

26 мая 2020
Смотреть видео Ирекмәндәр страховкаланасаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Ирекмәндәр страховкаланасаҡ

Үҙ пациенттарына йәш табип-педиатр Айгөл Нуриева ошо рәүешле кейенеп йөрөй.  Ул Ковид 19 диагнозы куйылған балалар  менән эшләй.  Был эшкә  үҙ ирке менән тотонған. Балаларҙы дауалау менән бер  рәттән ирекмәндәр  эшмәкәрлеген  дә алып бара.  Шуға ла, ...

26 мая 2020
Смотреть видео Ҡымыҙ миҙгеле башланды | ГТРК «Башкортостан»

Ҡымыҙ миҙгеле башланды

Ғәҙәттә йәй уртаһында милли эсемлектең иң тәмле һәм файҙалы мәле. Әммә аграрийҙарға  быйыл яңы шарттарҙа эшләргә тура килә. Бер-бер артлы 50 бейә махсус кәртә аша үтә. Һауын иртә таңдан башлана һәм ҡәтғи график буйынса бара. Бейәләрҙе тәүлегенә дүрт тапҡыр һауалар. Ысын ҡымыҙ тик яңы һауылған...

25 мая 2020
Смотреть видео Республикала сәсеү мәле дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

Республикала сәсеү мәле дауам итә

Һауа торошоноң үҙгәреүсәнлегенә ҡарамаҫтан республикала сәсеү мәле дауам итә. Быйыл хужалыҡтар үҙенсәлекле культуралар һайлаған. Өфө районындағы фермаларҙың береһе беренсе тапҡыр ҙур майҙанға торма ултырта. Ниндәй сәбәптәр был аҙымға килтергән, был хаҡта киләһе яҙмала. Яланда трактор геүләй һәм...

25 мая 2020
Смотреть видео Башҡортостан юлдарында төҙөкләндереү эштәре әүҙем бара | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан юлдарында төҙөкләндереү эштәре әүҙем бара

Миҙгел башынан Өфөлә генә 13 мең тонна асфальт түшәлгән. Башҡортостан башлығы ҡушыуы буйынса эштәр 15 июнгә тамамланырға тейеш. Юлға түшәр алдынан асфальт ҡаты һынау үтә. Әҙер өлгөләр юл-төҙөлөшө лабораторияһында тикшерелә. Иң тәүҙә һыу һеңдереү сифаты ҡарала. Был осраҡлы түгел, асфальттың...

25 мая 2020
Смотреть видео Сирлеләрҙе дауалауҙың яңы ысулы | ГТРК «Башкортостан»

Сирлеләрҙе дауалауҙың яңы ысулы

Республика медицинаһы яңы үрҙәр яулай. Өфөлә, хәҙер ультра тауыш ярҙамында тремор сирен, йәғни, аяҡ-ҡулдар быуындары  ҡалтырауын дауалайҙар. Паркинсон ауырыуы менән яфаланыусыларҙы хәҙер операцияһыҙ ҙа аяҡҡа баҫтырып буласаҡ. Уникаль кадрҙарҙы иһә беҙең телекомпанияға табиптар үҙҙәре тәҡдим...

22 мая 2020
Смотреть видео “Балалар” проекты республика башлығы грантын аласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

“Балалар” проекты республика башлығы грантын аласаҡ

Башҡорт телендәге йәнһүрәттәр республика башлығының айырым грантына лайыҡ булды. “Балалар” интернет-проектын бойомға ашырыу менән Өфөлә йәшәүсе ижади ғаилә шөғөлләнә.  “Һаумыһығыҙ, минең исемем Өммөбикә”-, ти өкө. Геройҙарға исемдәрҙе автор тиҙ уйлап сығара, ә уларҙың тышҡы ҡиәфәте өҫтөндлә...

22 мая 2020
Смотреть видео Бизнесҡа ярҙам | ГТРК «Башкортостан»

Бизнесҡа ярҙам

Республиканың иҡтисади үҫеш министрлығы пандемия осоронда бизнесҡа ярҙам итеү өсөн документтар пакетының икенсе өлөшөн әҙерләй. Башҡортостан ҡаҙнаһы был тармаҡҡа йәнә 15  миллиард һум бүлергә тейеш. Әлегә ойошмалар һәм ширҡәттәргә мөлкәт һалымын түләмәү мөмкинлеге бар.  Уйын...

22 мая 2020
Смотреть видео Мосолмандар Ураҙа ғәйетенә әҙерләнә | ГТРК «Башкортостан»

Мосолмандар Ураҙа ғәйетенә әҙерләнә

Башҡортостанда 24 майҙа мосолмандарҙың изге Рамаҙан айы тамамланыу уңайынан Ураҙа байрамы билдәләнә. Был көндә мәсеттәрҙә һәр ваҡыт диндарҙар ҡатнашлығында йәмәғәт намаҙҙары уҡылды. 18 майҙа Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә быйыл Ураҙа байрамы онлайн режимында...

21 мая 2020
Яндекс.Метрика