“Урал Батыр” башҡорт рок – фестивале

Билдәле музыкант, “Дәрүиш-Хан” төркөмө солисы, Дим Ҡоләхмәтовтың иҫтәлегенә арналған сара башҡорт рогын яратыусыларҙы бер майҙанға йыйҙы. Ике сәғәттән ашыу барған концерт тураһында хәбәрсебеҙ Иҙел Алсынов репортажында.

90-сы йылдарҙа популяр “Дәрүиш-хан” төркөмө йырҙарын белмәгән кеше булмағандар ул. Йылдар үтһә лә, был йырҙарҙы әле лә күптәр яратып башҡара.

Туғыҙ башҡорт рок төркөмдәрен берләштергән фестиваль икенсегә уҙғарыла. Ойоштороусылар әйтеүенсә, был сараға ҡыҙыҡһыныу башҡорт музыканттары араһында йылдан-йыл арта бара.  

Фестивалдә ҡатнашыусылар “Дәриүш-хан” төркөмө репертуарынан һәм үҙҙәре ижад иткән йырҙарын башҡарҙы. Тамашасылар һәр сығыш яһаусыны алҡышлап ҡаршы ҡалды.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, “Урал-Батыр” башҡорт рок фестивале һәләтле йырсыларҙы асыҡлау һәм уларҙы ҙур сәхнәгә сығарыу, үҙҙәре ижад иткән йырҙарын тамашасыларға еткереү, йәштәрҙә һәм үҫмерҙәрҙә башҡорт теленә ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатынан уҙғарыла.

Подпишитесь на нас в Пульс