Өфөлә йәшәүсе боронғо сулпы-биҙәүестәр һәм һаҡал эшләү менән мауыға

Өфөлә йәшәүсе Илдар Ғатауллин боронғо сулпы-биҙәүестәр һәм һаҡал эшләү менән мауыға. Еңел булмаған шөғөл үҙенсәлектәрен беҙҙең ижади төркөм дә күреп ҡайтты.

Егерменсе быуаттан алып һаҡланып килгән был сихри тәңкәләр яңы эшләнәсәк һаҡалды биҙәйәсәк. Башҡорт милли хазинаһының бөтә нескәлеген белеүсе оҫта Илдар Ғатауллин теүәл ун йыл шәхсән эшенә тоғро ҡала.

Һаҡалды эшләү өсөн күп көс һәм түҙемлелек кәрәк. Уның тәңкә-биҙәүестәрен ҡуйғанда ла бик иғтибарлы булыу зарур. Һәр оҫта һаҡалды элекке йолаларға таянып эшләргә тейеш.

Һаҡалға төрлө биҙәүестәрҙе һалып сыҡҡас, уны һаҡ ҡына итеп тегеп сығырға кәрәк. Епте лә уның төҫөнә ҡарап һайларға кәрәк. Әйткәндәй, ошондай матур һаҡал эшләү өсөн яҡынса бер ай ваҡыт талап ителә.

Элек-электән һаҡал-түшелдеректәр ҡатын-ҡыҙҙы ауырыу-сихәттән һаҡлаһа, ә бына уның сыңлап торған тәңкәләре насар көстәргә, күҙ тейеүҙән сикләй. Мәрйен һәм таштарҙың төҫө лә мөһим. Мәҫәлән, ҡыҙыл төҫ эшкә һәләтлекте арттыра, ҡан баҫымын яйға һала. Аҡ таштар күҙҙе һаҡлай, осҡорлоҡто яҡшырта, ә йәшел төҫтәр иһә күңел тыныслығын һаҡлай. Хәҙерге ваҡытта ла башҡорт милли кейемдәре үҙ ҡиммәтен юғалтмауы ҙур баһаға лайыҡ, ти оҫта.

Илдар Ғатауллин заман техникаларына таянып, принтер ярҙамында боронғо сулпыларҙың өс-д моделен дә эшләй. Улында башҡорт милли кейемдәренә ҡыҙыҡһыныу уятыусы Зөлфиә Ғатауллина уға бар яҡлап та ярҙам итә. Ул күлдәктәрҙең төҫөнә ҡарап, һаҡал, ҡашмауҙарҙы дөрөҫ һайлап бирә.

Ғатауллиндар ғаиләһе төрлө ҡала, райондарҙа үткәрелгән күргәҙмәләрҙә лә мотлаҡ ҡатнашып тора. Бөтә күңелде һалып башҡарған эш үҙ һөҙөмтәһен бирә, ти улар.

Подпишитесь на нас в Facebook


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Алтынай Вәлитовтың  концерты үтәсәк  | ГТРК «Башкортостан»

Алтынай Вәлитовтың концерты үтәсәк

Өфө уттары клубының Колизео Тинькофф холында Алтынай Вәлитовтың  концерты үтәсәк. 25-тән ашыу йыр ижад итеүсе егет әле сығышҡа әҙерләнә. Йырҙан тыш, концертҡа килгән тамашасыларҙы төрлө бүләктәр, башҡа артистарҙың сығышы көтәсәк.  Йыр яҙҙырыу студияһы минең өсөн икенсе өйгә әйләнде, ти...

9 часов 37 минут назад
Смотреть видео 16 апрелдә Башҡортостанда  Милли кейем көнө билдәләнә | ГТРК «Башкортостан»

16 апрелдә Башҡортостанда Милли кейем көнө билдәләнә

 Республика халыҡ ижады үҙәге ошо уңайҙан бихисап саралар ойоштора. Социаль селтәрҙә әле бер юлы ике акция бара. Тәүгеһе – «Дуҫлыҡ бейеүе». Унда республиканың бейеү коллективтары ҡатнаша ала. Төрлө милли кейемдәрҙә 2-3 минутлыҡ бейеү күрһәтергә кәрәк. 16 апрелдә Милли кейем көнөнә бағышланған...

9 часов 37 минут назад
Смотреть видео Башҡортостан 24 каналында Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе көнө уҙҙы | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан 24 каналында Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе көнө уҙҙы

Ошо уңайҙан берләшмә артистары Өфөгә килде һәм тапшырыуҙарҙа, матбуғат конференцияһында ҡатнашты. Көн дауамында каналда Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрының, филармонияның спектаклдәре һәм  концерттары барҙы. Бына улар – республиканың иң үҙенсәлекле ижади коллективы артистары. 6 автобусты...

9 часов 38 минут назад
Смотреть видео Шуҡ малай шәбәйә башланы | ГТРК «Башкортостан»

Шуҡ малай шәбәйә башланы

12 ҡаттан ҡолап төшөп тере ҡалған бала һауығыуға табан бара, тип хәбәр итә табиптар. 5 йәшлек шуҡ малай менән булған хәл бөтә илде тетрәндерҙе. Малай әле  реабилитация курстары үтә. Ысынлап та, тиҙҙән был ҡыйыу малай велосипедына ла ултырыр, йүгереп тә китер. Әммә бер-ике ай көтөргө кәрәк...

9 часов 39 минут назад
Смотреть видео Һыу баҫа | ГТРК «Башкортостан»

Һыу баҫа

Ауылдарҙы һыу баҫыуҙан йылғаларҙағы боҙ тығындарын шартлатып ҡотолоу сараһы күрелә. Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса әле 31 йорт, 272 йорт-ҡура, 11 юл участкаһы ташҡындан зыян күргән. 14 апрелгә һыу баҫыуҙың 29 осрағы теркәлһә, шуның 19-ы күҙәтеүгә...

9 часов 40 минут назад
Смотреть видео Мотлаҡ изоляция режимы ғәмәлдән сығарыла | ГТРК «Башкортостан»

Мотлаҡ изоляция режимы ғәмәлдән сығарыла

Башҡортостанда  65 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирҙәре булғандар өсөн мотлаҡ изоляция режимы ғәмәлдән сығарыла.  Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефенә бәйле «Юғары әҙерлек» тәртибе тураһында указға үҙгәрештәр индерҙе. Үҙгәрештәр бөгөндән үҙ көсөнә...

9 часов 40 минут назад
Смотреть видео Яҙғы-баҫыу эштәре башланды | ГТРК «Башкортостан»

Яҙғы-баҫыу эштәре башланды

Башҡортостандың көнбайышында бер нисә хужалыҡ баҫыу эштәрен башланы. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Шаран районы фермеры Рәмил Иҙиәтуллин ужым бойҙайын туҡландырыу эшен башҡара. Туймазы районында «Өйәҙе» крәҫтиән-фермер хужалығы ужым культураларын туҡландырыуға тотондо. Ғәҙәттәгесә...

9 часов 41 минута назад
Смотреть видео Сираттағы рейд | ГТРК «Башкортостан»

Сираттағы рейд

Водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгән, страховкаһы юҡ, штрафтары түләнмәгән. Өфөлә Дәүләт автоинспекцияһы рейд барышында ҡағиҙә боҙоусыларҙы теркәне. Бер көн эсендә генә нисә юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәмәүселәр тотола?  Ни өсөн айырыуса иғтибар таксиҙарға йүнәлтелгән? Был водитель...

13 апреля 2021
Смотреть видео Космонавт менән тура бәйләнеш | ГТРК «Башкортостан»

Космонавт менән тура бәйләнеш

Рус драма театрында баш ҡаланың Октябрь районы хакимиәте мәктәп уҡыусылары өсөн космонавт, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, Рәсәйҙең космонавтика Федерацияһы президенты Владимир Коваленок менән осрашыу үткәрҙе. Осрашыу тура бәйләнеш аша барҙы. Авиация генерал-полковнигы үҫмерҙәргә йыһан карабында...

13 апреля 2021
Смотреть видео Башҡорт балы йыһанда | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт балы йыһанда

 Хәҙер инде 16 йыл самаһы  космонавтарға өҫтәлмә ризыҡ булараҡ башҡорт балы ла бирелә. Махсус тюбиктарға йүкә һәм сәскәнән йыйылған  бал һалына. Республиканан халыҡ-ара йыһан станцияһына йылына 100 кг тирәһе бал оҙатыла. 2004-се йыл ошондай консервалы банкаларҙа Башҡорт балын...

13 апреля 2021
Яндекс.Метрика