Оҫтаһына күрә ҡоралы

 Баҡалы районы Баҡалы ауылында йәшәүсе Марат Хәкимов үҙ ҡулдары менән трактор йыйған. Тимер ат ярҙамында ул яҙғыһын баҡса эштәрендә көс түкһә, ҡышҡыһын иһә урамды ҡарҙан таҙарта. Хәҙер Марат Хәкимов көнкүрештә иң кәрәкле техника — тракторын һәр кемгә күрһәтеп, уның серҙәре менән бүлешә ала. Бәләкәй сағынан тимер-томор, машина яратып үҫкән хужа үҙ көсө менән трактор эшләгән. Тимер атты аҙағына тиклем булдырыу үҙе бер мажаралы хәл ине, тип иҫләй хужа. Бының өсөн ул ҡалған машиналарын ҡуллана, кәрәкле механика ҡоролмаларын һатып ала. Тракторҙы ла ул төрлө миҙгелгә яраштырып ҡуллана. Яҙғыһын тап ошо трактор ярҙамында Марат Хәкимов ер эшкәртеп, картуф сәсһә, ә көҙгөһөн иһә йәнә тимер ат ярҙамында йыйып ала. Бындай ысул күпкә отошло. Көс тә күп түгелмәй, эш тә тиҙерәк бөтә.Марат Хәкимов һигеҙ йыл дауамында көнкүреш эштәрен тик ошо трактор ярҙамында башҡара. Быйылғы ҡышты ла, мәҫәлән, тимер атһыҙ үткәреп булмай, ти ул.Үҙ ҡулдары менән эшләгән техника ярҙамында оҫта ярты сәғәт эсендә урамды ҡарҙан таҙарта. Күренеүенсә, ихата эсе тап-таҙа.Хужаның үҙенсәлекле шөғөлө менән ауыл халҡы ла ҡыҙыҡһына. Алдағы йылдарҙа ла ул яратҡан тимер атын йәнә йәмләндерергә һәм яңы техника уйлап сығарыу теләге менән янып йәшәй.

Читайте нас в Яндекс.Новостях

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Урмансылар үҙенең ишектәрен аса | ГТРК «Башкортостан»

Урмансылар үҙенең ишектәрен аса

Өфө лимонарийындағы 500-ҙән ашыу экзотик емештәрҙең тарихы, урман хужалығының төп үҙенсәлектәрен өйрәнеү маҡсаты менән студенттар һәм уҡыусылар өсөн экскурсия ойошторолдо. Был акция халыҡта тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡараш уятыуы менән дә отошло. Юлиә Вәлиуллина Өфө лимонарийында беренсе тапҡыр сәйәхәт...

6 марта 2018
Һайлауҙар көнөндә, 18 мартта, Өфөлә Йәмәғәт матбуғат үҙәге эшләйәсәк | ГТРК «Башкортостан»

Һайлауҙар көнөндә, 18 мартта, Өфөлә Йәмәғәт матбуғат үҙәге эшләйәсәк

Унда журналистар өсөн ил президенты вазифаһына кандидаттарҙың һайлау алды штабтары вәкилдәре, сәйәсмәндәр, белгестәр һәм власть вәкилдәре менән брифингтар ойошторола. Өҫтәүенә, был юлы матбуғат үҙәгенә йәмәғәт күҙәтеүселәренән дә мәғлүмәт килеп торасаҡ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, беҙҙең төбәктә 10 меңдән...

6 марта 2018
Өҫтөнлөклө фәнни тикшеренеү йүнәлештәре | ГТРК «Башкортостан»

Өҫтөнлөклө фәнни тикшеренеү йүнәлештәре

Фәндәр академияһында Башҡортостандың  технологик инициативаһы проектының бойомға ашырылыуына байҡау яһалды. Үткән йылда ғәмәлгә ингән проект буйынса юл картаһы төҙөлгәйне.  Бөгөн үткән ултырышта өҫтөнлөклө фәнни тикшеренеү йүнәлештәре аталды. Медицинала – атеросклероз, ир-егеттәрҙең...

6 марта 2018
Йәштәр өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу | ГТРК «Башкортостан»

Йәштәр өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу

Бөгөн Благовещен ҡалаһында иҡтисади үҫеш министрлығының киңәйтелгән коллегия ултырышы үтә. Унда республика башлығы ҡатнаша. Рөстәм Хәмитов моноҡалала республиканың 100 йыллығына 100 объект программаһы сиктәрендә төҙөлгән 320 урынлыҡ мәктәп менән танышты, яңыраҡ асылған “Башҡортостан кванториумы”нда...

6 марта 2018
Смотреть видео Меңгә яҡын кешене берләштергән рухлы сара | ГТРК «Башкортостан»

Меңгә яҡын кешене берләштергән рухлы сара

“Өфө уттары” күңел асыу комплексында башҡортса сираттағы дискотека үтте. Төрлө конкурстарҙа еңеүселәргә унда ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды. Зарифа Янбаева Межгорье ҡалаһынан килгән. Милли кейем кейгәндәр араһында конкурс буласағын ишеткәс, камзул, түшелдеректәр, хатта ситектәрҙе лә бер ай элек...

5 марта 2018
Иртәгә Баймаҡ районы Темәс ауылында “Берҙәмлектә көс” форумы үткәрелә | ГТРК «Башкортостан»

Иртәгә Баймаҡ районы Темәс ауылында “Берҙәмлектә көс” форумы үткәрелә

Башҡортостан ойошторолоуҙың 99 йыллығына арналған сарала башҡорт йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, тарих уҡытыусылары, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, башҡорт ҡоролтайы ағзалаы ҡатнашасаҡ.

5 марта 2018
Смотреть видео Илеш районында ҙур социаль-мәҙәни үҙәк асылды | ГТРК «Башкортостан»

Илеш районында ҙур социаль-мәҙәни үҙәк асылды

Уның нигеҙендә фельдшер-акушерлыҡ пункты, китапхана һәм ауыл клубы эш башланы. Муниципалитеттың медицина учреждениеһында  "һаҡсыл поликлиника" принцибын уңышлы ҡулланалар. Яңы социаль объекттар менән төбәк башлығы Рөстәм Хәмитов танышты.  Асыҡ регистратура аша яҙылыу сиратты һәм...

5 марта 2018
Смотреть видео Синоптиктар фаразы | ГТРК «Башкортостан»

Синоптиктар фаразы

Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы йылытыу ҡорамалдары менән ҡулланғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә үтә лә талапсан булырға саҡыра. Буран, боҙлауыҡ, көслө ел. Һауа торошо йәнә көйһөҙләнә. Шуға ҡарамаҫтан айырым райондарҙа 4 градусҡаса йылытыуы ла ихтимал. Ҡарҙың күпләп яуыуы арҡаһында ауыр техникаға етди...

5 марта 2018
Смотреть видео Өфөлә Цюрупа урамында микрозаймдар офисы янып китте | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә Цюрупа урамында микрозаймдар офисы янып китте

Һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр тураһында мәғлүмәт юҡ. Янғын һүндереүселәр утты тиҙ арала һүндергән, тип хәбәр ителә.

5 марта 2018
Смотреть видео “Өфө уттары”нда үтәсәк Башҡортса йондоҙло дискотекаға әҙерлек тамамланды тиерлек | ГТРК «Башкортостан»

“Өфө уттары”нда үтәсәк Башҡортса йондоҙло дискотекаға әҙерлек тамамланды тиерлек

Икенсе тапҡыр ойошторолған башҡорт дискотекаһы тиҙ арала үҙенең аудиторияһын тапты. Был төндә һеҙҙҙе утлы шоу, профессиональ фотогроф һәм видеогрофтар, башҡорт эстрадаһының иң сағыу йондоҙҙары көтә. Дискотеға килеүсе һәр кемде сюрприз көтә. Бынан тыш, таңға тиклем йыр-бейеү, оҫталыҡ дәрестәре,...

2 марта 2018
Яндекс.Метрика