Оҫтаһына күрә ҡоралы

 Баҡалы районы Баҡалы ауылында йәшәүсе Марат Хәкимов үҙ ҡулдары менән трактор йыйған. Тимер ат ярҙамында ул яҙғыһын баҡса эштәрендә көс түкһә, ҡышҡыһын иһә урамды ҡарҙан таҙарта. Хәҙер Марат Хәкимов көнкүрештә иң кәрәкле техника — тракторын һәр кемгә күрһәтеп, уның серҙәре менән бүлешә ала. Бәләкәй сағынан тимер-томор, машина яратып үҫкән хужа үҙ көсө менән трактор эшләгән. Тимер атты аҙағына тиклем булдырыу үҙе бер мажаралы хәл ине, тип иҫләй хужа. Бының өсөн ул ҡалған машиналарын ҡуллана, кәрәкле механика ҡоролмаларын һатып ала. Тракторҙы ла ул төрлө миҙгелгә яраштырып ҡуллана. Яҙғыһын тап ошо трактор ярҙамында Марат Хәкимов ер эшкәртеп, картуф сәсһә, ә көҙгөһөн иһә йәнә тимер ат ярҙамында йыйып ала. Бындай ысул күпкә отошло. Көс тә күп түгелмәй, эш тә тиҙерәк бөтә.Марат Хәкимов һигеҙ йыл дауамында көнкүреш эштәрен тик ошо трактор ярҙамында башҡара. Быйылғы ҡышты ла, мәҫәлән, тимер атһыҙ үткәреп булмай, ти ул.Үҙ ҡулдары менән эшләгән техника ярҙамында оҫта ярты сәғәт эсендә урамды ҡарҙан таҙарта. Күренеүенсә, ихата эсе тап-таҙа.Хужаның үҙенсәлекле шөғөлө менән ауыл халҡы ла ҡыҙыҡһына. Алдағы йылдарҙа ла ул яратҡан тимер атын йәнә йәмләндерергә һәм яңы техника уйлап сығарыу теләге менән янып йәшәй.

Подпишитесь на нас в Google Новости


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Республикала битлек режимы | ГТРК «Башкортостан»

Республикала битлек режимы

4 майҙан Башҡортостанда битлек режимы индерелде. Был турала 30 апрелдә Башҡортостан хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика башлығы Радий Хәбиров хәбәр иткәйне. Хәҙер йәмәғәт урындарында битлек һәм бирсәткәлә йөрөү мотлаҡ. Халыҡ  битлектәрҙе дарыуханаларҙан һатып алыу мөмкинселегенә эйә...

7 мая 2020
Смотреть видео Үҙизоляция - ижад өсөн яҡшы! | ГТРК «Башкортостан»

Үҙизоляция - ижад өсөн яҡшы!

Коронавирус менән килеп тыуған хәл Үлемһеҙ полк акцияһын ғына түгел, ә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған башҡа проекттарҙы кисектереп торорға мәжбүр итә. Улар араһында үҙенсәлекле фотокүргәҙмә, бихисап концерттар һәм спектаклдәрҙең премьераһы бар. Әммә, үҙҡурсаланыу ижад менән шөғөлләнергә ҙур...

7 мая 2020
Смотреть видео Вахтасылар йорттарына ҡайтарыла | ГТРК «Башкортостан»

Вахтасылар йорттарына ҡайтарыла

Якутиялағы Чаяндин ятҡылығынан тағы ла 200 вахтасы ҡайтарылды. Өфө аэропортынан пассажирҙар үҙизоляцияға обсерваторға оҙатылды. Самолеттарҙы медицина, Роспотребнадзор хеҙмәткәрҙәре ҡаршы алды. Рейстарҙы хеҙмәтләндергәндә Өфө аэропортында барлыҡ хәүефһеҙлек талаптары ла теүәл үтәлгән....

7 мая 2020
Смотреть видео Парадҡа әҙерлек | ГТРК «Башкортостан»

Парадҡа әҙерлек

Өфөлә Еңеү көнө уңайынан хәрбиҙәр парадының репетицияһы үтте. Быйыл ул онлайн рәүештә барасаҡ. Бынан тыш, 9 май көнө Миңлеғәли Шайморатовтың юғары Дәүләт наградаһы “Алтын йондоҙ” миҙалы республиканың Милли музейына тапшыраласаҡ. Был тарихи ваҡиғаны халыҡ телевизор һәм интернет киңлектәренән күҙәтә...

7 мая 2020
Смотреть видео Тәбиғәттә ял итеү тыйыла  | ГТРК «Башкортостан»

Тәбиғәттә ял итеү тыйыла

Өфө халҡының күбеһе май байрамдарында үҙизоляция режимын боҙоп ҡала урмандары, йылға ярҙарына ял итергә сыҡҡан. Тыйылған урындарҙа усаҡ яғыусылар ҙа юҡ түгел. Халыҡ ҡағиҙә боҙоуын нисек аңлата? Теманы беҙҙең хәбәрсебеҙ дауам итә. Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге хеҙмәткәрҙәре халыҡтың тыйылған урындарҙа...

6 мая 2020
Смотреть видео “Уйна, гармун” | ГТРК «Башкортостан»

“Уйна, гармун”

Рәсәй Башҡортостан, Башҡортостан 24 телеканалдары “Уйна, гармун” акцияһын иғлан итте. Республиканың бөтә райондарынан, шулай уҡ Татарстан республикаһынан, Пермь, Ырымбур, Еатеринбургтан, Себер тарафтарынан баянсы, гармунсыларҙың видеояҙмалары килде.  ГТРК.тв сайтында тауыш биреү башланды....

6 мая 2020
Смотреть видео Торлаҡ йорттарҙа алкоголь һатылмаясаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Торлаҡ йорттарҙа алкоголь һатылмаясаҡ

Рәсәйҙә торлаҡ йорттарҙа алкоголь һатыуҙы тыйыу тураһындағы закон ғәмәлгә инде.  5-се майҙан торлаҡ йорттарҙың беренсе ҡаттарында урынлашҡан бәләкәй кафе һәм барҙарҙа алкоголь һатылмаясаҡ. Владимир Путин ҡул ҡуйған документҡа ярашлы, спиртлы эсемлектәрҙе 20 кв метрҙан да кәм булған...

6 мая 2020
Смотреть видео Балалар йәйге лагерҙары 13 июлдән эшләй башлай | ГТРК «Башкортостан»

Балалар йәйге лагерҙары 13 июлдән эшләй башлай

Башҡортостанда балаларҙың йәйге лагерҙары 13 июлдән эшләй башлай. Ҡала ситендәге лагерҙарҙа 21 көнлөк ике смена йә иһә 14 көнлөк өс смена ойошторола.  Коронавирус таралыуына юл ҡуймау өсөн сикләү саралары индерелеүенә бәйле, балалар ялы өсөн яуаплы ойошмаларҙың эшмәкәрлеге һәм уларҙа йәйге...

6 мая 2020
Смотреть видео Уҡыусыларға планшеттар | ГТРК «Башкортостан»

Уҡыусыларға планшеттар

Аҙ тәъмин ителгән ғаиләләрҙән 11-се класс уҡыусылары дистанцион уҡыу өсөн техника менән тәъмин ителә. Берҙәм Рәсәй партияһының төбәк йәмәғәт бүлексәһендә Башҡортостан уҡыусыларына 500 планшет тапшырылды. Уҡыу өсөн планшеттар “Өйҙә уҡырға ярҙам ит” федераль программаһына ярашлы һатып алынған. Был...

6 мая 2020
Смотреть видео Сығарылыш кластарының имтихан мәле етә  | ГТРК «Башкортостан»

Сығарылыш кластарының имтихан мәле етә

Быйыл 9-сы һәм 11-се синыфтарҙа дәрестәр  июндең бишенә тиклем барасаҡ, ә унынсыны тамалаусылар майҙың 30 тиклем шөғөлләнәсәк.  9-сы синыф уҡыусылары өсөн дәүләт һынауҙары улар алған мәктәптәрҙә буласаҡ. Был үҙгәрештәр Берҙәм Дәүләт Имтихандарын тапшырыусыларға ҡағылмай. 9-сы синыфтар...

6 мая 2020
Яндекс.Метрика