Оҫтаһына күрә ҡоралы

 Баҡалы районы Баҡалы ауылында йәшәүсе Марат Хәкимов үҙ ҡулдары менән трактор йыйған. Тимер ат ярҙамында ул яҙғыһын баҡса эштәрендә көс түкһә, ҡышҡыһын иһә урамды ҡарҙан таҙарта. Хәҙер Марат Хәкимов көнкүрештә иң кәрәкле техника — тракторын һәр кемгә күрһәтеп, уның серҙәре менән бүлешә ала. Бәләкәй сағынан тимер-томор, машина яратып үҫкән хужа үҙ көсө менән трактор эшләгән. Тимер атты аҙағына тиклем булдырыу үҙе бер мажаралы хәл ине, тип иҫләй хужа. Бының өсөн ул ҡалған машиналарын ҡуллана, кәрәкле механика ҡоролмаларын һатып ала. Тракторҙы ла ул төрлө миҙгелгә яраштырып ҡуллана. Яҙғыһын тап ошо трактор ярҙамында Марат Хәкимов ер эшкәртеп, картуф сәсһә, ә көҙгөһөн иһә йәнә тимер ат ярҙамында йыйып ала. Бындай ысул күпкә отошло. Көс тә күп түгелмәй, эш тә тиҙерәк бөтә.Марат Хәкимов һигеҙ йыл дауамында көнкүреш эштәрен тик ошо трактор ярҙамында башҡара. Быйылғы ҡышты ла, мәҫәлән, тимер атһыҙ үткәреп булмай, ти ул.Үҙ ҡулдары менән эшләгән техника ярҙамында оҫта ярты сәғәт эсендә урамды ҡарҙан таҙарта. Күренеүенсә, ихата эсе тап-таҙа.Хужаның үҙенсәлекле шөғөлө менән ауыл халҡы ла ҡыҙыҡһына. Алдағы йылдарҙа ла ул яратҡан тимер атын йәнә йәмләндерергә һәм яңы техника уйлап сығарыу теләге менән янып йәшәй.

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Өфөлә Холокост ҡорбандары иҫтәлегенә һәйкәл асылды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә Холокост ҡорбандары иҫтәлегенә һәйкәл асылды

Өфөлә алты миллион ҡорбан иҫтәлегенә алты символик шәм ҡабынды. Йәһүд милли-мәҙәни үҙәге биләмәһендә асылған монументаль композиция Волга буйы һәм Урал федераль округтарында Холокост ҡорбандары иҫтәлегенә ҡуйылған тәүге һәм әлегә беренсе һәйкәл.   Ошо уңайҙан ойошторолған тантана...

26 июня 2020
Смотреть видео Бөтә Рәсәй кинологтары  көнө | ГТРК «Башкортостан»

Бөтә Рәсәй кинологтары көнө

Ошо көндәрҙә Бөтә Рәсәй кинологтары  үҙҙәренең һөнәри байрамдарын билдәләне. Ошо уңайҙан хәбәрсебеҙ Альбина Зәйнетдинова дүрт аяҡлы эҙәрмәнде тәрбиәләү нескәлектәренә төшөндө.Надежда Отвесова  юғалған кешеләрҙе эт ярҙамында эҙләүсе  республикалағы берҙән-бер кинолог. Уның өсөн ял...

25 июня 2020
Смотреть видео Минең ихатам | ГТРК «Башкортостан»

Минең ихатам

Башҡортостан24 телеканалы һәм Маяҡ радиоһы “Минең яратҡан ихатам” ижади конкурсының еңеүселәрен билдәләне. Был проектта республиканың төрлө район-ҡалаларынан йөҙгә яҡын кеше ҡатнашты. Телевизион конкурста икенсе урынға Фәнис Бикташев лайыҡ булды. Ул үҙенең баҡса йортон Рәсәй һәм Башҡортостан флагы...

25 июня 2020
Смотреть видео Конституцияға төҙәтмәләр буйынса тауыш биреү башланды | ГТРК «Башкортостан»

Конституцияға төҙәтмәләр буйынса тауыш биреү башланды

Башҡортостан 1-се июлдә үтәсәк Конституцияға төҙәтмәләр буйынса тауыш биреүгә әҙер. Үҙәк, территориаль һәм участка һайлау комиссиялары кәрәкле әйберҙәр һәм йыһаздар менән тәьмин ителде, бюллетендәр алды. Уларҙа коронавирусҡа бәйле именлек саралары ла күрелә. Рәсәйҙә бөгөндән Конституцияға...

25 июня 2020
Смотреть видео Июлдә республикала “Хәстәрлек картаһы” проекты старт ала | ГТРК «Башкортостан»

Июлдә республикала “Хәстәрлек картаһы” проекты старт ала

Ул “Берҙәм Рәсәй” сәйәси фирҡәһенең төбәк идаралығы тәҡдиме менән ойошторолған ирекмән үҙәге эшмәкәрлеген дауам итә. Фирҡә сәйәси советының киңәйтелгән ултырышында төбәк идаралығы Секретары Радий Хәбиров ҡатнашты. Пандемия осоронда ирекмәндәр ярҙамға мохтаждарға 250 мең дана аҙыҡ-түлек...

25 июня 2020
Смотреть видео Мәскәүҙә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан хәрби парад үтте | ГТРК «Башкортостан»

Мәскәүҙә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан хәрби парад үтте

Башҡалабыҙҙа Еңеү парады 24 июндә, 1945 йылда еңеүселәрҙең легендар, тарихи парады уҙған көндә уҙғарылды. Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙ сығышында дәһшәтле һуғыш йылдарын, ил азатлығы өсөн башын һалған миллиондарса ҡорбандар тураһында онотмаҫҡа саҡырҙы. Һуғыш башланыу менән Өфө Совет армияһына...

25 июня 2020
Ағиҙел яры Башҡортостан йәштәрен саҡыра | ГТРК «Башкортостан»

Ағиҙел яры Башҡортостан йәштәрен саҡыра

27 июндә Рәсәй йәштәре көнө уңайынан Өфөлә Башҡортостан йәштәре фестивале ойошторола. Байрам Ағиҙел яр буйында үтә. Программа бай йөкмәткеле. Республиканың спорт һәм йәштәр сәйәсәте министры Руслан Хәбибов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ошо хаҡта белдереп “Әлегә бар серҙе асмай торам. Шуныһы...

23 июня 2020
“Берҙәм Рәсәй” “Хәстәрлек картаһы” проектын башлай | ГТРК «Башкортостан»

“Берҙәм Рәсәй” “Хәстәрлек картаһы” проектын башлай

Июлдә республикала “Хәстәрлек картаһы” проекты старт ала. Ул “Берҙәм Рәсәй” сәйәси фирҡәһенең төбәк идаралығы тәҡдиме менән ойошторолған ирекмән үҙәге эшмәкәрлеген дауам итә. Фирҡә сәйәси советының киңәйтелгән ултырышында үҙәктең эшмәкәрлегенә аралаш йомғаҡ яһалды. Пандемия осоронда ирекмәндәр...

23 июня 2020
Башҡортостанда күмәк саралар һаны арта | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда күмәк саралар һаны арта

Июндә төбәктә күмәк саралар үткәреүҙең ғәҙәттәге тәртибенә ҡайтыу көтөлә. Был хаҡта дүшәмбе оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров белдерҙе. Республика башлығы мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡоваға мәҙәниәт учреждениеларын асыу мөмкинлектәрен барларға тәҡдим итте. “24 июндә  республикала халыҡ...

23 июня 2020
Газпром исеменән рәхмәт | ГТРК «Башкортостан»

Газпром исеменән рәхмәт

Башҡортостан башлығы исеменә “Газпром” идаралығы рәйесе Алексей Миллерҙан Рәхмәт хаты килде. Дәүләт эшмәкәре Якутияның Чаяндин ятҡылығынан вахтасыларҙы сығарыуҙа төбәк етәксеһе күрһәткән ярҙамды юғары баһалай. Алексей Миллер “Төбәк ойошмалары, министрлыҡтар һәм ведомстволарҙың берҙәм ойошҡан эше...

23 июня 2020
Яндекс.Метрика