Янғын ҡорбандары

Туймазы  районында декабрь айында ғына икенсе тапҡыр торлаҡ йортта сыҡҡан янғын арҡаһында балалалар һәләк булды. Был юлы Иҫке Ҡандра ауылында йәшәгән ғаилә фажиғәгә тарыны. Билдәле булыуынса, ғаилә бер нисә йыл элек Таджикистандан күсеп ҡайтҡан. Тәүҙә ғаилә башлығы ауылда төпләнә, һуңынан ҡатынын килтерә.  Фажиғә төнөндә балаларҙың атаһы ҡайныһын оҙата киткән булған. Әсәләре ике ҡыҙы менән өйҙә ҡалған. Чиновниктарҙың битарафлығы арҡаһында Туймазы районында тағы ла ике баланың ғүмере өҙөлдө. Ҡыҙҙарҙың береһенә бары 4, икенсеһенә 2 йәш ине. Иҫке Ҡандра ауылында йәшәгән ғаилә бар яҡлап та ыңғай баһалана. Аталалары төҙөлөш эштәрендә йөрөгән, әсәләре йорт хужабикәһе булған. Янғын төнөндә ғаилә башлығы өйҙә булмаған. Билдәле булыуынса, 31 йәшлек әсәй электрсымынан янғын осҡондары сығыуына иғтибар итә һәм  күршеләренә ярҙам һорап йүгерә, кире ҡайтҡанда ялҡын өйҙө тулыһынса ялмап алған. Балаларҙы сығарып өлгөрмәйҙәр. Таңғы етенсе яртыла күрше Ҡандра ауылынан янғын һүндереүселәр тиҙ килеп етә. Әммә машинала һыу бөтә, ауылда үҙәкләштерелгән һыу үткәрелмәгән булған. Был ауылдың иң ҙур проблемаларының береһе, ти ауыл халҡы. Ағас өй менән бер юлы ихаталағы төҙөлөш тә яна башлаған. Билдәле булыуынса, һарайҙа йылытҡыс ҡуйылған. Янғындың сәбәптәре асыҡлана һәм ҡайҙан башланғаны тикшерелә. Район үҙәгенән 5 янғын һүндереүсе машинаһы эшләй.  Алдағы мәғлүмәттәр буйынса, янғын электр сымдарының төҙөк булмауы арҡаһында сыҡҡан. Янғын буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Күптән түгел күрше Ҡандра ауылында ла янғын арҡаһында 3 бала ғүмере өҙөлдө. Фажиғә алдынан ғына ғаиләләрҙә янғын хәүефһеҙлеге буйынса тикшереү үткәрелгән. Күп балалы һәм ата-әсәләре эскән ғаиләләр контролгә алынған. Ә Иҫке Ҡандра ауылында фажиғәгә тарыған ғаилә улар иҫәбенә инмәй. Ауылда һуңғы тапҡыр 2016 йылда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү буйынса йыйылыш ойошторолған. Түрәләрҙең халыҡ менән тығыҙ бәйләнештә эш итеүе күп мәсъәләләрҙе хәл итергә ярҙам итер ине.

Подпишитесь на нас в ВКонтакте


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео “Мираҫ”тар - “Башҡортостан 24” каналында | ГТРК «Башкортостан»

“Мираҫ”тар - “Башҡортостан 24” каналында

Тематик көндәр сиктәрендә йыр һәм бейеү фольклор ансамбле “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһының бөтә медиаресурстары тапшырыуҙарында ҡатнашты. Коллектив менән осрашыуҙарҙы һәм яратҡан артистарының сығыштарын республика халҡы тура эфирҙа күҙәтте. “Тирмә янында” композицияһын телеүҙәк янында...

22 апреля 2021
Смотреть видео Үҙәккә үткән юл | ГТРК «Башкортостан»

Үҙәккә үткән юл

Өфөнөң Комсомол һәм 8 март урамдарынан автомобилдәр хәрәкәте ноябрь айында тергеҙелә. Урамдарҙы төҙөкләндереү  Башҡортостан етәкселеге һәм Өфө ҡала хакимиәте контролендә ҡала. Ошо йәһәттән аҙна һайын төҙөлөш ойошмалары менән эш барған урындарҙа күсмә кәңәшмәләр уҙғарыла. Юлдарҙың бер өлөшө...

22 апреля 2021
Смотреть видео Өфөлә «Георгий таҫмаһы» акцияһы башлана | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә «Георгий таҫмаһы» акцияһы башлана

Акция сиктәрендә концерттарҙа, театрлаштырылған хәрби-тарихи тамашаларҙа Георгий таҫмалары таратыласаҡ. Акцияла Рәсәй генә түгел, элекке союз илдәре һәм Европа  ла ҡатнаша. 2005 йылда башланған патриотик проект бөтә ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа үтә. Ирекмәндәр йәмәғәт урындарында һәм урамдарҙа...

22 апреля 2021
Смотреть видео 24 апрель Өфөлә сираттағы шәмбе өмәһе үтәсәк | ГТРК «Башкортостан»

24 апрель Өфөлә сираттағы шәмбе өмәһе үтәсәк

Ҡала хакимиәте башлығы Сергей Греков автобус туҡталыштарына айырыуса иғтибар итергә саҡырҙы. Шәмбе өмәләренән һуң ҡала йәнә күркәмләнеп ҡалды, йәшел үләндәр ҡалҡып сыға башланы. 1 майҙа Өфөлә фонтандар ҙа эшләй башлай. Инженер эштәре тамам, 28 апрель фонтандарҙы һынап ҡараясаҡтар. Шулай итеп,...

22 апреля 2021
Смотреть видео Йыллыҡ хат | ГТРК «Башкортостан»

Йыллыҡ хат

Милләт сәләмәтлеге, һаулыҡ һаҡлау тармағында фән үҫеше тәүге урынға баҫа. Рәсәй Президентының Федераль йыйылышҡа йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә алдағы йылдарға өҫтөнлөклө йүнәлештәр менән хәл итәһе мәсьәләләр һәм адреслы ярҙам саралары билдәләнде. Мәҫәлән, быйыл йәй мәктәптә уҡыған һәр бала өсөн ғаилә...

22 апреля 2021
Смотреть видео Өфөлә ҡул һуғышы буйынса республика чемпионаты үтте | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә ҡул һуғышы буйынса республика чемпионаты үтте

Чечняла конституцион тәртип урынлаштырғанда һәләк булған махсус тәғәйенләнештәге отряд хеҙмәткәрҙәре иҫтәлегенә арналған ярышта төбәктең төрлө район-ҡалаларынан 150-нән ашыу спортсы ҡатнашты. Наил Әхтәров ҡул һуғышы менән бер йыл ғына шөғөлләнә. Әммә ул төрлө ярыштарҙы юғары һөҙөмтәләр күрһәтеп...

21 апреля 2021
Смотреть видео 20-се ҡала башҡорт гимназияһы үҙенең 50 йыллығын билдәләне | ГТРК «Башкортостан»

20-се ҡала башҡорт гимназияһы үҙенең 50 йыллығын билдәләне

Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһы үҙенең 50 йыллығын билдәләне. Фойела байрамға йыйылыусыларҙы танылған һынлы сәнғәт оҫталарының эштәре ҡаршылай. Рәсемдәрҙә милли рух, мәктәп партаһынан күңелгә һалынған ер-һыуға һөйөү, халҡына ихтирам. Азамат Ғарипов, Азат Ҡужин, Йәлил...

21 апреля 2021
Смотреть видео Водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгәндәр руль артына ултыра алмаясаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгәндәр руль артына ултыра алмаясаҡ

Водитель таныҡлығынан мәхрүм ителеп тә, руль артында йөрөүселәрҙе хәҙер табыуы күпкә еңеләйҙе. Яңы системала уларҙың бөтә мәғлүмәттәре бирелгән, ҡайһы йүнәлештә китеп барыуы күрһәтелгән. Был система нисек эшләй?   Административ ҡануниәтте башҡарыу буйынса инспектор Айҙар Бәҙретдинов...

21 апреля 2021
Смотреть видео 130 миллион һумлы үтескә | ГТРК «Башкортостан»

130 миллион һумлы үтескә

Өфөнөң Киров районы судында һалым инспекцияһының элекке бүлек етәксеһенә ҡарата суд эше дауам итә.  Ул таныш эшҡыуарынан йәнәһе лә ҙур күләмдә үтескә аҡса ала. Ошо турала яҡтар килешеү ҙә төҙөй. Һуңынан Үләмәйев бихисап фатир, офис бүлмәләре һәм автомобилдәр һатып алып, яҡындары исеменә теркәй...

21 апреля 2021
Смотреть видео Киләһе шәмбе өмәләре 24 апрель үтәсәк | ГТРК «Башкортостан»

Киләһе шәмбе өмәләре 24 апрель үтәсәк

Өфө ҡалахакимиәтендә үткән  оператив кәңәшмәлә 17 апрель өмәһенә йомғаҡ яһап, автобус туҡталыштарына ла иғтибар итергә кәрәк, тине Сергей Греков. Ә 23 апрель ҡала халҡы иртәнге сәғәт 11-ҙә Дуҫлыҡ монументы янында Өфөнөң бөтә йылға флотын күрә аласаҡ.  Шәмбе өмәләренән һуң ҡала йәнә...

21 апреля 2021
Яндекс.Метрика