Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Сицилияла Этна вулканы уянған. Шуға властар урындағы Катания аэропорты эшмәкәрлеген туҡтатырға мәжбүр булған. Унда 130 ер тетрәүе теркәлгән. Иң көслөһөнөң магнитудаһы 4 баллға барып етә.

Бур болан. Америкала Санта-Клаустың ярҙамсыһы Рудольф исемле боландың битлеген кейгән ҡатын енәйәт эше ҡылған. Ул бер ойошманың бинаһына инеп, унан кейем-һалым, көнкүреш кәрәк-яраҡтарын урлап алып сығып киткән. Танымаһындар өсөн костюм кейгән булһа ла, күҙәтеү камералары алдында ғына ҡараҡ битлеген сисеп кире кейә. Әле полиция енәйәтсене эҙләй.

Берлин тюлендәре һалҡындан ҡурҡмай. Раштыуа уңайынан, Германия ғына түгел бөтә донъяға билдәле морждар төркөмө Оранке күлендә һыу ингән. Әлбиттә, быйыл һауа температураһы башҡа йылдарға ҡарағанда йылыраҡ. Күлдә хатта боҙ япмаһы ла юҡ. Һыу температураһы 4,9 градус йылы.

Подпишитесь на нас в ВКонтакте


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Өфөлә йәшәүсе табип дәүләт наградаһы алды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә йәшәүсе табип дәүләт наградаһы алды

Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградаһы – «Һыуҙа батыусыларҙы ҡотҡарған өсөн» миҙалы менән Өфөнөң 18-се һанлы поликлиникаһында эшләүсе йәш табип Азамат Ғиззәтуллин бүләкләнде. Үткән йәй тап ул бәләкәй малайҙы үлемдән ҡотҡара. Төрлө төҫтәге шарҙар һәм бүләкте Азамат Ғиззәтуллин үҙенең бәләкәй дуҫына...

8 часов 58 минут назад
Смотреть видео “Ҡанатлан” форумы | ГТРК «Башкортостан»

“Ҡанатлан” форумы

Сығарылыш уҡыусыларын үҙ аллы тормошҡа әҙерләү һәм потенциалдарын асырға ярҙам итеү. Өфөлә 3-сө тапҡыр үткән “Ҡанатлан” форумының төп маҡсаты ошоларҙан ғибәрәт. Күләмле сарала уҡыусы балаларҙың психик һаулығын хәстәрләү, хәүефһеҙ интернет, туҡланыу, уңайлы мөхит булдырыу мәсьәләләре лә көн...

8 часов 59 минут назад
Смотреть видео Башҡортостан айыҡ тормош яҡлы | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан айыҡ тормош яҡлы

Быны “Айыҡ ауыл” конкурсы асыҡ дәлилләне. Быйыл бәйгелә 2 меңдән ашыу ауыл һәм бөтә райондар ҙа ҡатнашҡан. 320 сауҙа ойошмаһы үҙ теләге менән алкоголь һатыуҙан баш тартҡан. 2011 йылда ирекмәндәр башланғысы менән ҡуҙғалып киткән айыҡлыҡ хәрәкәте 2019-ҙан яңы һулыш алды. Хәҙер конкурсты ойоштороу...

9 часов 1 минута назад
Смотреть видео Ташҡынға әҙер бул! | ГТРК «Башкортостан»

Ташҡынға әҙер бул!

Апрель айының йылы көндәргә йомарт һауа торошо ташҡынға бәйле фараздарҙы үҙгәртеүе ихтимал. Синоптиктар быйыл һыу запасы норманан артмай тиһәләр ҙә кинәт ирегән ҡар һыуҙары байтаҡ ҡатмарлыҡтар тыуҙыра. Үткән аҙна башында уҡ Ишембай, Ғафури райондарында ауыл урамдарын, ихаталарҙы һыу баҫҡайны. Был...

9 часов 3 минуты назад
Смотреть видео Йыртҡыс менән бер фатирҙа | ГТРК «Башкортостан»

Йыртҡыс менән бер фатирҙа

Өфөлә йәшәүсе Алида Насырова үҙ фатирында Кира ҡушаматлы бүре тәрбиәләй. Хайуан ҡулға өйрәтелгән, кешеләргә ташланмай, ти хужа. Алида Насырова Кира ҡушаматлы бүрене былтыр тәрбиәгә алған. Шул көндән алып ул ғаилә ағзаһына әйләнгән. Кираға ни бары ун ай, шуға ла ул кешеләр менән уйнарға ярата, үҙен...

9 апреля 2021
Смотреть видео Беренсе: Гагарин һәм Куба | ГТРК «Башкортостан»

Беренсе: Гагарин һәм Куба

Өфө ҡалаһы тарихы музейында  «Беренсе: Гагарин һәм Куба» тип исемләнгән күргәҙмә асылды. Ул кешенең тәүге тапҡыр йыһанға осоуына – 60 йыл тулыуға арналған. Күргәҙмәлә Юрий Гагариндың Куба революцияһы лидерҙары Эрнесто Че Геваро, Фидель Кастро һәм Куба халҡы менән осрашыу мәлендәге...

9 апреля 2021
Смотреть видео Айык ауыл – 2020 | ГТРК «Башкортостан»

Айык ауыл – 2020

,,Торатау,, конгресс-холында ,,Айык ауыл – 2020,, конкурсын йомғаҡлау тантанаһы уҙҙы. Еңеүселәр менән республика башлығы Радий Хәбиров осрашты. «Айыҡ ауыл» конкурсы республикала 2011 йылдан алып үткәрелә. Конкурстың маҡсаты — ауыл кешеләрен айыҡ һәм сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу, үҫеп килеүсе...

9 апреля 2021
Смотреть видео Сәнәғәт форумы | ГТРК «Башкортостан»

Сәнәғәт форумы

Волга буйы төбәгенең ике тиҫтә йыл элек барлыҡҡа килгән күләмле проекты – Сәнәғәт форумы асылды. Өфөләге ВДНХ-ЭКСПО бинаһының эске һәм тышҡы майҙандарында илдең 12 төбәгенән килгән 130-ҙан ашыу компания күргәҙмәһе эшләй. Металл ҡоролманы йыйып-көйләү менән бары йыл ярым шөғөлләнгән Ғаян Яҡупов эшен...

9 апреля 2021
Смотреть видео Өфөлә “Апрель” республика вокал сәнғәте конкурсы үтте | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә “Апрель” республика вокал сәнғәте конкурсы үтте

Унда 6-ынан алып 16 йәшкә тиклемге балалар ҡатнашты. Солистар, дуэт менән йырлаусылар республиканың төрлө район-ҡалаларынан килде. Конкурсты Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығы һәм Республика халыҡ ижады үҙәге ойошторҙо. Еңеүсе дипломын алып сыҡҡан һәр бала бына шулай  ҡыуанысы менән...

8 апреля 2021
Смотреть видео  “Башҡортостан 24” каналында тематик көндәр башланды | ГТРК «Башкортостан»

“Башҡортостан 24” каналында тематик көндәр башланды

Тәүгеләр исемлегендә - Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры. Ижади коллектив көн дауамында “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһының барлыҡ тапшырыуҙарында ҡатнашып, үҙенең эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. Был иртәлә телеүҙәк алдындағы майҙан театр сәхнәһенә әүерелде. “...

8 апреля 2021
Яндекс.Метрика