Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Рәсәй оборона министрлығы “Авангард” ракета комплексын һынап ҡараны. Ракетаны һауаны осорғанды рәсәй президенты Владимир путин да күҙәтте.
Израиль хәрби-һауа көстәре Дамаск биләмәһен утҡа тотҡан. Сүриәнән өс хәрби яраланған. Сүриәнеңһауа һөжүменән һаҡланыу көстәре Ливан биләмәһенән осоролған ракеталарҙың күбеһен юҡ иткән.
Вмдео күҙәтеү камералары Домодедово аэропортында каршеринг водителен талауҙы төшөрөп алған. Билдәһеү кешеләр водителде туҡмап 10 миллион һум аҡсаһын алып киткән. Һуңынан автомобиль турникеттарға барып бәрелгән.
Бөйөк Британияла йәшәүсе бер ир балаһының уйынсығын һауаға осорған. Уға камера ҡуйырға ла онотмаған. Уйынсыҡ 33 саҡырым бейеклеккә күтәрелгән һәм ергә төшкән.

Өфөлә йәшәүсе табип дәүләт наградаһы алды
Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградаһы – «Һыуҙа батыусыларҙы ҡотҡарған өсөн» миҙалы менән Өфөнөң 18-се һанлы поликлиникаһында эшләүсе йәш табип Азамат Ғиззәтуллин бүләкләнде. Үткән йәй тап ул бәләкәй малайҙы үлемдән ҡотҡара. Төрлө төҫтәге шарҙар һәм бүләкте Азамат Ғиззәтуллин үҙенең бәләкәй дуҫына...

“Ҡанатлан” форумы
Сығарылыш уҡыусыларын үҙ аллы тормошҡа әҙерләү һәм потенциалдарын асырға ярҙам итеү. Өфөлә 3-сө тапҡыр үткән “Ҡанатлан” форумының төп маҡсаты ошоларҙан ғибәрәт. Күләмле сарала уҡыусы балаларҙың психик һаулығын хәстәрләү, хәүефһеҙ интернет, туҡланыу, уңайлы мөхит булдырыу мәсьәләләре лә көн...

Башҡортостан айыҡ тормош яҡлы
Быны “Айыҡ ауыл” конкурсы асыҡ дәлилләне. Быйыл бәйгелә 2 меңдән ашыу ауыл һәм бөтә райондар ҙа ҡатнашҡан. 320 сауҙа ойошмаһы үҙ теләге менән алкоголь һатыуҙан баш тартҡан. 2011 йылда ирекмәндәр башланғысы менән ҡуҙғалып киткән айыҡлыҡ хәрәкәте 2019-ҙан яңы һулыш алды. Хәҙер конкурсты ойоштороу...

Ташҡынға әҙер бул!
Апрель айының йылы көндәргә йомарт һауа торошо ташҡынға бәйле фараздарҙы үҙгәртеүе ихтимал. Синоптиктар быйыл һыу запасы норманан артмай тиһәләр ҙә кинәт ирегән ҡар һыуҙары байтаҡ ҡатмарлыҡтар тыуҙыра. Үткән аҙна башында уҡ Ишембай, Ғафури райондарында ауыл урамдарын, ихаталарҙы һыу баҫҡайны. Был...

Йыртҡыс менән бер фатирҙа
Өфөлә йәшәүсе Алида Насырова үҙ фатирында Кира ҡушаматлы бүре тәрбиәләй. Хайуан ҡулға өйрәтелгән, кешеләргә ташланмай, ти хужа. Алида Насырова Кира ҡушаматлы бүрене былтыр тәрбиәгә алған. Шул көндән алып ул ғаилә ағзаһына әйләнгән. Кираға ни бары ун ай, шуға ла ул кешеләр менән уйнарға ярата, үҙен...

Беренсе: Гагарин һәм Куба
Өфө ҡалаһы тарихы музейында «Беренсе: Гагарин һәм Куба» тип исемләнгән күргәҙмә асылды. Ул кешенең тәүге тапҡыр йыһанға осоуына – 60 йыл тулыуға арналған. Күргәҙмәлә Юрий Гагариндың Куба революцияһы лидерҙары Эрнесто Че Геваро, Фидель Кастро һәм Куба халҡы менән осрашыу мәлендәге...

Айык ауыл – 2020
,,Торатау,, конгресс-холында ,,Айык ауыл – 2020,, конкурсын йомғаҡлау тантанаһы уҙҙы. Еңеүселәр менән республика башлығы Радий Хәбиров осрашты. «Айыҡ ауыл» конкурсы республикала 2011 йылдан алып үткәрелә. Конкурстың маҡсаты — ауыл кешеләрен айыҡ һәм сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу, үҫеп килеүсе...

Сәнәғәт форумы
Волга буйы төбәгенең ике тиҫтә йыл элек барлыҡҡа килгән күләмле проекты – Сәнәғәт форумы асылды. Өфөләге ВДНХ-ЭКСПО бинаһының эске һәм тышҡы майҙандарында илдең 12 төбәгенән килгән 130-ҙан ашыу компания күргәҙмәһе эшләй. Металл ҡоролманы йыйып-көйләү менән бары йыл ярым шөғөлләнгән Ғаян Яҡупов эшен...

Өфөлә “Апрель” республика вокал сәнғәте конкурсы үтте
Унда 6-ынан алып 16 йәшкә тиклемге балалар ҡатнашты. Солистар, дуэт менән йырлаусылар республиканың төрлө район-ҡалаларынан килде. Конкурсты Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығы һәм Республика халыҡ ижады үҙәге ойошторҙо. Еңеүсе дипломын алып сыҡҡан һәр бала бына шулай ҡыуанысы менән...

“Башҡортостан 24” каналында тематик көндәр башланды
Тәүгеләр исемлегендә - Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры. Ижади коллектив көн дауамында “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһының барлыҡ тапшырыуҙарында ҡатнашып, үҙенең эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. Был иртәлә телеүҙәк алдындағы майҙан театр сәхнәһенә әүерелде. “...