К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

Байрам алдынан пиротехника һатылған кибеттәрҙе ентекләп тикшерәләр

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре, полиция, башҡа ведомство вәкилдәре йәмәғәт ойошмалары менән берлектә махсус рейд ойоштора. Сараның маҡсаты — ҡурҡыныс шартлатҡыстар менән сауҙа итеүселәрҙе асыҡлау. Йыл һайын мәғлүмәт саралары, белгестәр фейерверк, шартлатҡыстар хәүефле, уларҙан балалар зыян күреүе ихтимал, тип иҫкәртеүгә ҡарамаҫтан, аяныслы ваҡиғалар теркәлеп тора. Шартлатҡыс менән сауҙа итеүсе магазиндарҙа лицензия, сертификат һәм башҡа кәрәкле документтар булырға тейеш. Уларҙы тикшереүселәр генә түгел, ябай граждандар ҙа талап итә ала. Фейерверк һатып алғанда уның ҡабына иғтибар итеү мөһим, ул асылмаған һәм таушалмаған булырға тейеш.  Ҡанунға ярашлы, шартлатҡыс менән сауҙа итеүселәр 16 йәшкә тиклемге балаларға петарданы һатырға тейеш түгел.

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика