Тарихи ҡомартҡыларға һаҡсыл ҡараш

Тарихи ҡомартҡыларға һаҡсыл ҡарашы менән танылған Анатолий Чечуха яңы һөнәре менән һоҡландыра. Билдәле тарихсының үткән быуаттың илленсе йылдарынан йыйылған шыршы уйынсыҡтары коллекцияһы бар. Үткәндәргә ҡайтып хәтирәләр яңыртыр өсөн ваҡыт машинаһы кәрәкмәй. Күңелгә бала саҡтан ҡәҙерле әйберҙәр ҙә етә. Уларҙа хәтер, уларҙа ғүмер күренештәре, уларҙа тыуған төйәк тарихы.Был биҙәүестәрҙе Анатолий Львович хәҙер шыршыға элмәй, ҡәҙерләп йомшаҡ ҡаптарҙа ғына тота. Уларҙың һаны мөһим түгел, ҡиммәте, ти коллекционер. Ҡайһы бер төрҙәрҙе һатып алыр мөмкинлек тә юҡ. Шуға ла коллекционерҙың яҡындары, таныштары ҡайһы тарафҡа барһа шунан бүләккә боронғо шыршы тәтәйҙәре алып ҡайтырға тырыша.Уйынсыҡтарҙы йыйып һаҡлағас уларҙы тәрән өйрәнеү  талабы ла тыуа. Берәүҙәренең тарихы асыҡ, мәҫәлән быяланан өрөп яһалған төрлө төҫтәге кукуруздар билдәле совет сәйәсмәне дәүеренә бәйле. Балерина һындары сәнғәткә хөрмәт йөҙөнән яһалған. Йәнлектәр, гөлләмәләр, сәғәттәр. Һәр бер өлгө илебеҙҙең бай тарихының ниндәйҙер бер мәлен сағылдыра. Хатта уйынсыҡ эшләгән оҫталарҙың кәйефен танырға мөмкин, ти коллекционер.Был уйынсыҡтар тәү ҡарашҡа икеһе бер төрлө кеүек. Әммә коллекционер айырманы яҡшы күрә. Быныһын үҙ эшенә мөкиббән оҫта башҡарған, ә быныһын теләр-теләмәҫ кенә буяғандар. Мауығыусан кешенең күңеле һөйөнөстәргә гел асыҡ. Тормош йәмен ул ябай әйберҙәрҙән таба белә. Шыршы тәтәйҙәреме ул, Яңы йыл открыткалары йәиһә тыуған ҡала күренештәре төшкән фотоһүрәтме — коллекция өлгөһөнөң бары кеше ғүмеренең иң матур мәлдәрен мәңгеләштереү һәм  өмөттәргә урын ҡалдырыуы мөһим.

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Алтынай Вәлитовтың  концерты үтәсәк  | ГТРК «Башкортостан»

Алтынай Вәлитовтың концерты үтәсәк

Өфө уттары клубының Колизео Тинькофф холында Алтынай Вәлитовтың  концерты үтәсәк. 25-тән ашыу йыр ижад итеүсе егет әле сығышҡа әҙерләнә. Йырҙан тыш, концертҡа килгән тамашасыларҙы төрлө бүләктәр, башҡа артистарҙың сығышы көтәсәк.  Йыр яҙҙырыу студияһы минең өсөн икенсе өйгә әйләнде, ти...

9 часов 58 минут назад
Смотреть видео 16 апрелдә Башҡортостанда  Милли кейем көнө билдәләнә | ГТРК «Башкортостан»

16 апрелдә Башҡортостанда Милли кейем көнө билдәләнә

 Республика халыҡ ижады үҙәге ошо уңайҙан бихисап саралар ойоштора. Социаль селтәрҙә әле бер юлы ике акция бара. Тәүгеһе – «Дуҫлыҡ бейеүе». Унда республиканың бейеү коллективтары ҡатнаша ала. Төрлө милли кейемдәрҙә 2-3 минутлыҡ бейеү күрһәтергә кәрәк. 16 апрелдә Милли кейем көнөнә бағышланған...

9 часов 59 минут назад
Смотреть видео Башҡортостан 24 каналында Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе көнө уҙҙы | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан 24 каналында Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе көнө уҙҙы

Ошо уңайҙан берләшмә артистары Өфөгә килде һәм тапшырыуҙарҙа, матбуғат конференцияһында ҡатнашты. Көн дауамында каналда Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрының, филармонияның спектаклдәре һәм  концерттары барҙы. Бына улар – республиканың иң үҙенсәлекле ижади коллективы артистары. 6 автобусты...

9 часов 59 минут назад
Смотреть видео Шуҡ малай шәбәйә башланы | ГТРК «Башкортостан»

Шуҡ малай шәбәйә башланы

12 ҡаттан ҡолап төшөп тере ҡалған бала һауығыуға табан бара, тип хәбәр итә табиптар. 5 йәшлек шуҡ малай менән булған хәл бөтә илде тетрәндерҙе. Малай әле  реабилитация курстары үтә. Ысынлап та, тиҙҙән был ҡыйыу малай велосипедына ла ултырыр, йүгереп тә китер. Әммә бер-ике ай көтөргө кәрәк...

10 часов 19 секунд назад
Смотреть видео Һыу баҫа | ГТРК «Башкортостан»

Һыу баҫа

Ауылдарҙы һыу баҫыуҙан йылғаларҙағы боҙ тығындарын шартлатып ҡотолоу сараһы күрелә. Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса әле 31 йорт, 272 йорт-ҡура, 11 юл участкаһы ташҡындан зыян күргән. 14 апрелгә һыу баҫыуҙың 29 осрағы теркәлһә, шуның 19-ы күҙәтеүгә...

10 часов 1 минута назад
Смотреть видео Мотлаҡ изоляция режимы ғәмәлдән сығарыла | ГТРК «Башкортостан»

Мотлаҡ изоляция режимы ғәмәлдән сығарыла

Башҡортостанда  65 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирҙәре булғандар өсөн мотлаҡ изоляция режимы ғәмәлдән сығарыла.  Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефенә бәйле «Юғары әҙерлек» тәртибе тураһында указға үҙгәрештәр индерҙе. Үҙгәрештәр бөгөндән үҙ көсөнә...

10 часов 2 минуты назад
Смотреть видео Яҙғы-баҫыу эштәре башланды | ГТРК «Башкортостан»

Яҙғы-баҫыу эштәре башланды

Башҡортостандың көнбайышында бер нисә хужалыҡ баҫыу эштәрен башланы. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Шаран районы фермеры Рәмил Иҙиәтуллин ужым бойҙайын туҡландырыу эшен башҡара. Туймазы районында «Өйәҙе» крәҫтиән-фермер хужалығы ужым культураларын туҡландырыуға тотондо. Ғәҙәттәгесә...

10 часов 2 минуты назад
Смотреть видео Сираттағы рейд | ГТРК «Башкортостан»

Сираттағы рейд

Водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгән, страховкаһы юҡ, штрафтары түләнмәгән. Өфөлә Дәүләт автоинспекцияһы рейд барышында ҡағиҙә боҙоусыларҙы теркәне. Бер көн эсендә генә нисә юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәмәүселәр тотола?  Ни өсөн айырыуса иғтибар таксиҙарға йүнәлтелгән? Был водитель...

13 апреля 2021
Смотреть видео Космонавт менән тура бәйләнеш | ГТРК «Башкортостан»

Космонавт менән тура бәйләнеш

Рус драма театрында баш ҡаланың Октябрь районы хакимиәте мәктәп уҡыусылары өсөн космонавт, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, Рәсәйҙең космонавтика Федерацияһы президенты Владимир Коваленок менән осрашыу үткәрҙе. Осрашыу тура бәйләнеш аша барҙы. Авиация генерал-полковнигы үҫмерҙәргә йыһан карабында...

13 апреля 2021
Смотреть видео Башҡорт балы йыһанда | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт балы йыһанда

 Хәҙер инде 16 йыл самаһы  космонавтарға өҫтәлмә ризыҡ булараҡ башҡорт балы ла бирелә. Махсус тюбиктарға йүкә һәм сәскәнән йыйылған  бал һалына. Республиканан халыҡ-ара йыһан станцияһына йылына 100 кг тирәһе бал оҙатыла. 2004-се йыл ошондай консервалы банкаларҙа Башҡорт балын...

13 апреля 2021
Яндекс.Метрика