К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

Ҡотҡарыусылар өсөн Яңы йыл төнө аяуһыҙ һандарҙан тора

Һигеҙ меңдән ашыу мөрәжәғәт, 16 янғын, өс үлем осрағы. Ҡотҡарыусылар өсөн Яңы йыл төнө аяуһыҙ һандарҙан тора. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе теркәү үҙәге белгестәренән  кисерештәргә бирешмәүсәнлек талап ителә. Ҡаушап ҡалған кешене сабырлыҡ менән тынысландырыу — төп шарт.

Башҡортостандың мөрәжәғәттәр ҡабул итеү һәм эшкәртеү үҙәге байрам көндәрендә көсөргәнешле график буйынса эшләй. 112 һанын йыйып шылтыратыусыларҙы улар махсус ҡотҡарыу хеҙмәттәренә юллай. 

Янғын һүндереүселәр хеҙмәте байрам көндәрендә өҫтәмә дежур төркөмдәр йәлеп итә. 22-се отряд машиналары 31 декабрь төнөндә 11, беренсе ғинуар иртәһендә 6 тапҡыр янғын һүндерергә сыҡҡан.

Яңы йыл тәүлегендә ҡотҡарыусылар ҡабул иткән мөрәғәттәрҙең 40 процентын ашығыс медицина ярҙамына мохтаждар  тапшырған.  Бәләгә тарығандар араһында төрлө йәрәхәт алыусылар күп.

103 һәм 112 һандарына шылтыратыуҙар бында, Өфө ҡала һәм районының берҙәм диспетчер хеҙмәтенә килә. 2019 йылды ҡаршылаған төндә операторҙар ике еңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул иткән, меңдән ашыу кешегә табиптар оҙатылған, 259 кеше дауаханаға һалынған. Йәрәхәтләнеүҙәрҙең күбеһе боҙ тауҙарында йығылыуға бәйле.

Ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәте был көндәрҙә шулай уҡ киңәйтелгән составта эшләй. Ҡәҙимге саҡырыуҙарҙы 13 табип бригадаһы хеҙмәтләндерһә, байрам көндәрендә линияға 17 тиҙ ярҙам төркөмө сыға. Өфөлә махсус кардиология ярҙамы автомобилдәре лә бар, башҡа төбәктәрҙә оптималләштереү сәбәпле бындай махсус төркөмдәр ҡыҫҡартылған.

Табиптар, янғын һүндереүселәр һәм ҡотҡарыусылар ысын тормошто кино менән сағыштырмаҫҡа өндәй. Иғтибарлы һәм һаҡ тотоноу белгестәргә һәммәбеҙҙе лә ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән ҡурсаларға булышлыҡ итә. 

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика