Башҡортостан умартасылары тиҙҙән бал һыға башлай

Йүкә һәм башҡа үҫемлектәрҙең сәскә атҡан мәлендә йыш ямғырҙар яуып, ҡорттарға бал йыйыуға  ҡамасаулаһа ла, умарталарға етерлек һеркә тупланған. Бал – алтынға бәрәбәр ризыҡ. Батманға  төшкәнгә  тиклем ул оҙайлы һәм ҡатмарлы юл үтә. Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгенең Архангел районындағы умарталыҡтарында юғары сифатлы бал йыйыуға һәләтле  башҡорт бал ҡорттарын тәрбиәләйҙәр.Үҙәктең ғилми хеҙмәткәрҙәре тоҡомсолоҡ өлкәһендә бай тәжрибә туплаған. Бының өсөн улар 2005-се йылдан алып “Никот” француз технологияһын ҡуллана. Технологияға ярашлы туҡланыу шарттарын көйләп кәрәкле ҡорт алыу мөмкинлеген өйрәнгән улар. Йәш ҡорттар тик инә ҡорт һөтөндә  генә үҫтерелһә,  киләсәктә инә ҡорттарға, һитә һәм бал ҡатыштырып әҙерләнгән аҙыҡ менән туҡландырылһа, эшсе ҡортҡа әйләнә. Башҡорт тоҡомло бал ҡорттары һалҡын ҡыштарҙы еңел үткәреүе  һәм етештереү кимәленең юғарылығы менән бөтә донъяла дан тота. Умартасылар бал һығыуға 20-се июлдән һуң ғына тотонасаҡ. Әлегә  улар бер кәрәҙҙән сыҡҡан бал күләмен һәм сифатын тикшерә.  Күрһәткестәр һөйөнөрлөк, шулай ҙа умартасыларҙы башҡорт ҡорттарының  башҡа тоҡом ҡорттары менән аталанып үҙенсәлектәрен юғалтыу ихтималлығы борсой. 

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Алтынай Вәлитовтың  концерты үтәсәк  | ГТРК «Башкортостан»

Алтынай Вәлитовтың концерты үтәсәк

Өфө уттары клубының Колизео Тинькофф холында Алтынай Вәлитовтың  концерты үтәсәк. 25-тән ашыу йыр ижад итеүсе егет әле сығышҡа әҙерләнә. Йырҙан тыш, концертҡа килгән тамашасыларҙы төрлө бүләктәр, башҡа артистарҙың сығышы көтәсәк.  Йыр яҙҙырыу студияһы минең өсөн икенсе өйгә әйләнде, ти...

10 часов 10 минут назад
Смотреть видео 16 апрелдә Башҡортостанда  Милли кейем көнө билдәләнә | ГТРК «Башкортостан»

16 апрелдә Башҡортостанда Милли кейем көнө билдәләнә

 Республика халыҡ ижады үҙәге ошо уңайҙан бихисап саралар ойоштора. Социаль селтәрҙә әле бер юлы ике акция бара. Тәүгеһе – «Дуҫлыҡ бейеүе». Унда республиканың бейеү коллективтары ҡатнаша ала. Төрлө милли кейемдәрҙә 2-3 минутлыҡ бейеү күрһәтергә кәрәк. 16 апрелдә Милли кейем көнөнә бағышланған...

10 часов 11 минут назад
Смотреть видео Башҡортостан 24 каналында Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе көнө уҙҙы | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан 24 каналында Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе көнө уҙҙы

Ошо уңайҙан берләшмә артистары Өфөгә килде һәм тапшырыуҙарҙа, матбуғат конференцияһында ҡатнашты. Көн дауамында каналда Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрының, филармонияның спектаклдәре һәм  концерттары барҙы. Бына улар – республиканың иң үҙенсәлекле ижади коллективы артистары. 6 автобусты...

10 часов 12 минут назад
Смотреть видео Шуҡ малай шәбәйә башланы | ГТРК «Башкортостан»

Шуҡ малай шәбәйә башланы

12 ҡаттан ҡолап төшөп тере ҡалған бала һауығыуға табан бара, тип хәбәр итә табиптар. 5 йәшлек шуҡ малай менән булған хәл бөтә илде тетрәндерҙе. Малай әле  реабилитация курстары үтә. Ысынлап та, тиҙҙән был ҡыйыу малай велосипедына ла ултырыр, йүгереп тә китер. Әммә бер-ике ай көтөргө кәрәк...

10 часов 12 минут назад
Смотреть видео Һыу баҫа | ГТРК «Башкортостан»

Һыу баҫа

Ауылдарҙы һыу баҫыуҙан йылғаларҙағы боҙ тығындарын шартлатып ҡотолоу сараһы күрелә. Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса әле 31 йорт, 272 йорт-ҡура, 11 юл участкаһы ташҡындан зыян күргән. 14 апрелгә һыу баҫыуҙың 29 осрағы теркәлһә, шуның 19-ы күҙәтеүгә...

10 часов 14 минут назад
Смотреть видео Мотлаҡ изоляция режимы ғәмәлдән сығарыла | ГТРК «Башкортостан»

Мотлаҡ изоляция режимы ғәмәлдән сығарыла

Башҡортостанда  65 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирҙәре булғандар өсөн мотлаҡ изоляция режимы ғәмәлдән сығарыла.  Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефенә бәйле «Юғары әҙерлек» тәртибе тураһында указға үҙгәрештәр индерҙе. Үҙгәрештәр бөгөндән үҙ көсөнә...

10 часов 14 минут назад
Смотреть видео Яҙғы-баҫыу эштәре башланды | ГТРК «Башкортостан»

Яҙғы-баҫыу эштәре башланды

Башҡортостандың көнбайышында бер нисә хужалыҡ баҫыу эштәрен башланы. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Шаран районы фермеры Рәмил Иҙиәтуллин ужым бойҙайын туҡландырыу эшен башҡара. Туймазы районында «Өйәҙе» крәҫтиән-фермер хужалығы ужым культураларын туҡландырыуға тотондо. Ғәҙәттәгесә...

10 часов 15 минут назад
Смотреть видео Сираттағы рейд | ГТРК «Башкортостан»

Сираттағы рейд

Водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгән, страховкаһы юҡ, штрафтары түләнмәгән. Өфөлә Дәүләт автоинспекцияһы рейд барышында ҡағиҙә боҙоусыларҙы теркәне. Бер көн эсендә генә нисә юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәмәүселәр тотола?  Ни өсөн айырыуса иғтибар таксиҙарға йүнәлтелгән? Был водитель...

13 апреля 2021
Смотреть видео Космонавт менән тура бәйләнеш | ГТРК «Башкортостан»

Космонавт менән тура бәйләнеш

Рус драма театрында баш ҡаланың Октябрь районы хакимиәте мәктәп уҡыусылары өсөн космонавт, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, Рәсәйҙең космонавтика Федерацияһы президенты Владимир Коваленок менән осрашыу үткәрҙе. Осрашыу тура бәйләнеш аша барҙы. Авиация генерал-полковнигы үҫмерҙәргә йыһан карабында...

13 апреля 2021
Смотреть видео Башҡорт балы йыһанда | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт балы йыһанда

 Хәҙер инде 16 йыл самаһы  космонавтарға өҫтәлмә ризыҡ булараҡ башҡорт балы ла бирелә. Махсус тюбиктарға йүкә һәм сәскәнән йыйылған  бал һалына. Республиканан халыҡ-ара йыһан станцияһына йылына 100 кг тирәһе бал оҙатыла. 2004-се йыл ошондай консервалы банкаларҙа Башҡорт балын...

13 апреля 2021
Яндекс.Метрика