К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

Яңы йылдың яңы кешеләре

Тормош бала табыу йортонда башлана. 2019 йылдың тәүге тәүлегендә 53 бала донъяға килгән. Улар араһында игеҙәктәр ҙә бар.

Ступиндар ғаиләһендә яңы йыл һөйөнөслө ваҡиға менән башланды. Йылдың тәүге көнөндә  уларҙың бәләкәй сабыйҙары донъяға ауыз һалды.  Игеҙәк малайҙарҙы өлкән ағалары Андрей һәм апалары Арина түҙемһеҙлек менән көтә. Кескәйҙәрҙең кейемдәрен әҙерләү, колясканы ҡороу – улар өсөн күңелле мәшәҡәт. Быйыл тап Ступиндарҙың игеҙәктәре Дим районының ҡала клиник дауаханаһындағы балалар табыу йортоноң иң беренсе тыуған сабыйҙары. Бер ваҡытта тыуһалар ҙа, улар айырыла, икеһенең дә холҡо төрлө, үҙенсәлекле, ти игеҙәктәрҙең әсәһе.  

Әминә менән Вадим Зәйнетдиновтар ҙа кескәйҙәрен яңы йылда тыуыр тип көткән. Әммә ҡыҙҙары 31 декабрҙә, яңы йылға биш сәғәт ҡалғас, донъяға килә. Зөһрә Хәкимйәнова иһә ғәҙәти булмаған алым менән бала таба. Уға кесар киҫелеше тәғәйенләнгән һәм ул операция ваҡытында үҙе әүҙем ҡатнаша, табип ярҙамында ҡарынынан үҙаллы балаһын сығара һәм күкрәгенә һала.

Бала табыу йорто хеҙмәткәрҙәре өсөн йыл уңышлы башланды. Иң мөһиме балалар һау-сәләмәт тыуҙы, ти улар. Ни тиһәң дә, сабыйҙар иң беренсе сәғәттәрен бала табыу йортонда үткәрә һәм уларға ғүмер биреүсе әсәләр дауахана менән ҡәнәғәт ҡалһын өсөн бында уңайлы шарттар булдырыла.

Бала табыу бүлектәре өсөн байрам тигән төшөнсә юҡ, бында эш тәүлек буйына һәм йыл әйләнәһенә дауам итә. Республикала яңы йылдың беренсе көнөндә 53 сабый донъяға килгән, ике ғаиләлә иһә игеҙәк балалар тыуған.

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика