К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

Шорыкйол – марыйҙарса яңы йыл

Көн оҙонайып, төндәр ҡыҫҡарыу менән мәжүси Яңы йылды ҡаршылау башлана. Мишкә районы Сосновка ауылында ла был байрамды үҙенсәлекле итеп үткәрәләр.

Марина һәм Владимир Ҡотлобаевтар һәр йылдағыса шороҡйыл байрамы менән ҡотлап килеүсе ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршы ала. Йортҡа инеүселәрҙең йөҙҙәре ҡаплаулы, кейемдәре тиҫкәре яғы менән кейелгән булырға тейеш, ти сәвләйҙәр. Мәжүси Яңы йылды ҡаршылауға беҙ һәр ваҡыт әҙер булырға тейеш, ти хужалар. Сөнки ҡунаҡтарҙың көтөлмәгән ваҡытта килеп инеүе бар. Өҫтәлдең һый-хөрмәттән, милли аҙыҡтан һығылып тороуы мотлаҡ.

Был байрамда шулай уҡ төрлө ғөрөф-ғәҙәттәр, йолалар ҙа һаҡлана. Шорыкйол – насар энергиянан, насар уйҙарҙан арыныу, уларҙы Иҫке йылда ҡалдырып китеү, ә яңы йылдан киреһенсә мөғжизә көтөү, һәйбәткә ышаныу, ти марый халҡы.

Был байрамдың тағы ла бер матур йолаһы бар….. йәш, кейәүгә сыҡмаған ҡыҙҙар, ҡойма аша быйма ырғыта, быйманың башы ҡайһы яҡҡа ҡарай, тимәк кейәү егете лә шул яҡтан, тигән юрау йәшәй.

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика