К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

Раштыуа байрамы

Республиканың православ христиандары Раштыуаны билдәләне. Ул Иисус Христостың тыуған көнөнә бағышланған. Көтөп алынған был байрам иң сағыу, күңелле сараларҙың береһе.

Раштыуа – яңы тормош башланыуының билдәһе, шатлыҡ, яҡтылыҡ һәм киләсәккә өмөт нурҙары менән һуғарылған. Был көндө бөтәһе лә күңел аса, халыҡ уйындар үткәрелә.

Баш ҡалабыҙҙың Спорт һарайы алдындағы майҙансыҡта ла Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн ҙур байрам ойошторолдо. Сараға килгән халыҡ әйлән-бәйлән йырҙары, дәртле бейеүҙәрҙә һәм төрлө ярыштарҙа ҡатнашты.

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика