К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

  • Ырымбур өлкәһендә цинк ҡоролма эшләүсе заводта сыҡҡан янғын һүндерелде. 6 мең ярым квадрат метрҙы ялмап алған ут менән көрәшкә  50 ҡотҡарыусы һәм 15 берәмек техника йәлеп ителде. Ғәҙәттән тыш хәл урынында әле экологтар эшләй. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр юҡ.
  • Аргентинанан бер туған ике малай үҙенсәлекле велосипед уйлап тапҡан. Унда тәгәрмәстәрҙе аяҡ ярҙамында ғына түгел, ҡул менән дә хәрәкәткә килтерергә мөмкин. Малайҙарҙың береһе-инвалид. Шуға ла был велосипед ике кеше өсөн тәғәйенләнгән. Балаларҙың хыялын урындағы тимерсе тормошҡа ашырған.
  • Санкт-Петербургта ут фестивале тамамланды. Быйыл Раштыуа уның төп темаһына әйләнде. Ҡалалағы биналар төрлө төҫтәргә мансылды. Фестиваль ваҡытында тамашасылар фейерверктар атыуҙы, Мәскәү, Эстониянан килгән пиротехниктар командаларының утлы тамашаларын ҡараны.
  • Туңдырманы тотоп ашау өсөн ҡулланылған таяҡсанан Ҡытайҙа йәшәүсе ир велосипед йыйған. Хатта уның сылбыры ла ағастан эшләнгән. Оҫтаның был тәүге эше түгел. Быға тиклем ул таяҡсанан биналар, караптар йыйған. Ә хәҙер инде ҡала урамдары буйлап ағас велосипедта елдерә.
Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика