К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

Ҡулға өйрәтелгән ҡабандар

Борай районында урынлашҡан һунарсылыҡ хужалығы ҡулға өйрәтелгән айыу, ҡабандар менән дан тота. Борай районында урынлашҡан һунарсылыҡ хужалығы егере – Фәдис Ғәйфиевтың һәр иртәһе Федя ҡушаматлы ҡулға өйрәтелгән айыуҙы ашатыуҙан башлана.

Фәдис Ғәйфиев хужалыҡҡа ике йыл элек осраҡлы рәүештә килеп инә. Өй ҡыйығын ябып йөрөүсе оҫта, бер ваҡытта ла бер үҙем урман араһында, йыртҡыс ҡырағай хайуандар араһында йәшәрмен,тип уйламай инем, ти.Ҡасандыр ҡала еренә береккән кеше, хәҙер инде үҙен урман-тауһыҙ, саф һауаһыҙ һәм ҡырағай хайуандарһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмай. Януарҙар араһында йөрөп, уларҙы тәрбиәләп, үҙенә күрә бер ләззәт ала егерь.Боландарҙы өс йыл элек Свердловск өлкәһенән алып киләләр….

Әле иһә хужалыҡта 9 баш мал иҫәпләнә. Уларға аҙнаһына өс тапҡыр ҡатнаш аҙыҡ бирелә, ә бесәндән иһә малҡайҙар бөтөнләй айырылмай.40 гектарлыҡ ерҙә сит өлкәнән килтерелгән боландарҙан башҡа, ҡабандар ҙа үрсетелә. Уларҙы туҡландырыу өсөн аҙнаһына 5-6 тоҡ ҡатнаш аҙыҡ талап ителә.Әле бында алты тиҫтәнән ашыу ҡабан иҫәпләнә. Былтыр – 50, быйыл көҙөн –утыҙлаған ҡыр сусҡаһын иреккә сығарғандар. Тиҙҙән хужалыҡта шулай уҡ боландарҙың да артыуы көтөлә.

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика