Прямой эфир:
Смотреть Башкортостан 24 Смотреть Россия 24 Слушать и смотреть Радио Маяк Слушать и смотреть Радио России Башкортостан Слушать Радио Вести FM Слушать и смотреть Радио Ватан

Ҡулға өйрәтелгән ҡабандар

Борай районында урынлашҡан һунарсылыҡ хужалығы ҡулға өйрәтелгән айыу, ҡабандар менән дан тота. Борай районында урынлашҡан һунарсылыҡ хужалығы егере – Фәдис Ғәйфиевтың һәр иртәһе Федя ҡушаматлы ҡулға өйрәтелгән айыуҙы ашатыуҙан башлана.

Фәдис Ғәйфиев хужалыҡҡа ике йыл элек осраҡлы рәүештә килеп инә. Өй ҡыйығын ябып йөрөүсе оҫта, бер ваҡытта ла бер үҙем урман араһында, йыртҡыс ҡырағай хайуандар араһында йәшәрмен,тип уйламай инем, ти.Ҡасандыр ҡала еренә береккән кеше, хәҙер инде үҙен урман-тауһыҙ, саф һауаһыҙ һәм ҡырағай хайуандарһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмай. Януарҙар араһында йөрөп, уларҙы тәрбиәләп, үҙенә күрә бер ләззәт ала егерь.Боландарҙы өс йыл элек Свердловск өлкәһенән алып киләләр….

Әле иһә хужалыҡта 9 баш мал иҫәпләнә. Уларға аҙнаһына өс тапҡыр ҡатнаш аҙыҡ бирелә, ә бесәндән иһә малҡайҙар бөтөнләй айырылмай.40 гектарлыҡ ерҙә сит өлкәнән килтерелгән боландарҙан башҡа, ҡабандар ҙа үрсетелә. Уларҙы туҡландырыу өсөн аҙнаһына 5-6 тоҡ ҡатнаш аҙыҡ талап ителә.Әле бында алты тиҫтәнән ашыу ҡабан иҫәпләнә. Былтыр – 50, быйыл көҙөн –утыҙлаған ҡыр сусҡаһын иреккә сығарғандар. Тиҙҙән хужалыҡта шулай уҡ боландарҙың да артыуы көтөлә.

Хәбәрҙәр

Смотреть видео Өфө аэропортына Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Мостай Кәрим исеме бирелә | ГТРК «Башкортостан»

Өфө аэропортына Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Мостай Кәрим исеме бирелә

Рәсәй-1 телеканалы эфирында кисә еңеүселәр исемлеге иғлан ителде. Мостай Кәрим өсөн 90 мең кеше тауыш биргән. Икенсе урында ике тапҡыр Советтар Союзы геройы Муса Гәрәев. Уның өсөн 70 мең кеше тауыш биргән. Салауат Юлаев-өсөнсө урында, 30 мең тауыш. Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, Рәсәй буйынса...

5 декабря 2018
Смотреть видео Бөгөн бөтә донъяла ирекмәндәр көнө билдәләнә | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн бөтә донъяла ирекмәндәр көнө билдәләнә

Үҙ ирке менән мохтаждарға ярҙам иткән мәрхәмәтле кешеләргә бөгөн ошо уңайҙан рәхмәт һүҙҙәре яңғырай. Беҙҙең киләһе видеояҙма геройҙары өсөн һөнәри байрам ғаилә тантанаһына башланғыс һала. Ксения Ивашкова ирекмән эҙәрмәндәр отрядының Башҡортостан бүлеге мәғлүмәтсеһе. Тәүлек әйләнәһенә яңыртылып...

5 декабря 2018
Смотреть видео Башҡортостан  мәктәптәрендә һәр бала йылы аш менән туҡланырға тейеш | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан мәктәптәрендә һәр бала йылы аш менән туҡланырға тейеш

Республика етәксеһе ошондай бурыс ҡуя. Ауыл һәм ҡала мәктәптәрендә балалар нимә ашай һәм туҡланыу хаҡы күпме? Картуф иҙмәһе, иттән эшләнгән ризыҡ, икмәк, витаминлы салат һәм һут. Мәктәп уҡыусыларының төшкө ашы туҡлылы ла, тәмле лә булырға тейеш. Ҡырмыҫҡалы районы Прибельский ауылының урта дөйөм...

5 декабря 2018
Смотреть видео Республикала бынан һуң урмандарҙы законһыҙ ҡырҡыусыларға ҡаршы етди көрәш башлана | ГТРК «Башкортостан»

Республикала бынан һуң урмандарҙы законһыҙ ҡырҡыусыларға ҡаршы етди көрәш башлана

Был турала Белоретҡа эш сәфәре ваҡытында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров белдерҙе. Тирлән ауылында йәшәүселәр Радий Фәрит улы менән һөйләшкәндә ошо мәсьәләләргә иғтибар итеүҙе үтенде.

5 декабря 2018
Смотреть видео Киләһе йылда Өфөлә тағы 126 урында видеокүҙәтеү камералары ҡуйыласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Киләһе йылда Өфөлә тағы 126 урында видеокүҙәтеү камералары ҡуйыласаҡ

Әле республиканың башҡалаһында юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы теркәүсе 136 камера эшләй. Өфөнөң төнъяҡ өлөшөндә улар бик аҙ. Тик ике урамға ғына ҡуйылған. Башҡортостанда 2 мең камера ҡуйыу ҡарала.

5 декабря 2018
Смотреть видео Өфөнөң Калинин районы суды 27 йәшлек егеткә ҡарата хөкөм ҡарарын иғлан итте | ГТРК «Башкортостан»

Өфөнөң Калинин районы суды 27 йәшлек егеткә ҡарата хөкөм ҡарарын иғлан итте

Ул эскән килеш руль артына ултыра. Беренсе май урамында сәғәтенә 190 километр тиҙлектә егет йәйәүлене тапата. Һуңынан тиҙ генә ҡасыу яғын ҡарай. Әммә бер сәғәттән ҡулға алына. 27 йәшлек егет үҙ ғәйебен тулыһынса таныған. Ул өс йылға иркенән мәхрүм ителде.

5 декабря 2018
Смотреть видео Ғафури районында мышы балаһы бүреләрҙән ҡасып йылғаға барып сумған | ГТРК «Башкортостан»

Ғафури районында мышы балаһы бүреләрҙән ҡасып йылғаға барып сумған

Балыҡсылар мышыны Еҙем йылғаһында табып ала. Видеоны төшөрөүсе һүҙҙәренсә, хайуан бүреләрҙән ҡасып, йылғаға бата. Урындағы халыҡ мышыны һыуҙан сығарып, мал һарайына алып ҡайта. Ветеринар тарбаҡ мөгөҙлө хайуандың яраларын тегә. Халыҡ хәбәрсеһе һүҙҙәренсә, оҙаҡламай мышы балаһын Кушнаренко...

4 декабря 2018
Смотреть видео Өфөлә үҙенсәлекле курс эшләй | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә үҙенсәлекле курс эшләй

Унда башҡорт телен өйрәнәләр. Аҙнаның бер кисендә эштән, уҡыуҙан тиҙерәк бушап, төрлө милләт вәкилдәре Айгөл Рәшитованың  “ArtClub” ижади оҫтаханаһына ашыға. Дәрестәр үҙенсәлекле лә, ҡыҙыҡлы ла үтә. Ручка, дәфтәр, өйгә эштәр – барыһы ла ғәҙәти дәрестәгесә. Әммә, башҡаларынан айырмалы, ...

4 декабря 2018
Смотреть видео Башҡалабыҙ  Яңы йылды ҡаршыларға әҙерләнә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡалабыҙ Яңы йылды ҡаршыларға әҙерләнә

Урамдарҙа байрам уттары ҡабынды, төп майҙандарға шыршылар ҡуйылды. 10 декабрҙән шыршы баҙарҙары асыла. Улар ҡалалағы 71 майҙансыҡта 31 декабргәсә эшләйәсәк. Шыршыға хаҡты һатыусылар үҙҙәре билдәләй. Ҡупшыҡайҙың хаҡы уның йомшаҡлығына һәм оҙонлоғона бәйле.

4 декабря 2018
Смотреть видео Өфөлә тиҙ йөрөшлө трамвай проекты тергеҙелә | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә тиҙ йөрөшлө трамвай проекты тергеҙелә

Транспорт буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов әйтеүенсә, Өфө БРИКС-тың үҫеш банкынан грант алған. Киләһе йылдан проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн инвестор эҙләү башлана. 2013 йылда Өфөлә тиҙ йөрөшлө трамвай төҙөлөшө проекты 6-7 миллиард һумға баһаланғайны. Уның тәүге өлөшө Блюхер урамы...

4 декабря 2018
Смотреть видео Ҡыш етеү менән Яңы Иглин ауылында йыш ҡына ут һүнә | ГТРК «Башкортостан»

Ҡыш етеү менән Яңы Иглин ауылында йыш ҡына ут һүнә

Халыҡ ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итһә лә, яуап юҡ. Урындағы чиновниктар ябай кешеләрҙең аһ зарына битараф. Яңы Иглин биҫтәһендә йәшәүселәр Республика етәксеһенә мөрәжәғәт иткәс, ниһәйәт, боҙ ҡуҙғалды. Радий Хәбиров оператив кәңәшмә ваҡытында Иглин районы хакимиәте башлығы менән бәйләнешкә инеп, мәсьәләне...

4 декабря 2018
Смотреть видео Башҡортостанда ҡотҡарыу хеҙмәттәренең уртаҡ номеры барлыҡҡа килде | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда ҡотҡарыу хеҙмәттәренең уртаҡ номеры барлыҡҡа килде

Башҡортостанда бөгөн 112 һандарына килгән шылтыратыуҙарҙы ҡабул итеү һәм эшкәртеү үҙәге асылды. Башҡортостан һуңғы йылдарҙағы иң ҙур мәсьәләләрҙең береһе -  112 системаһын ғәмәлгә ашырыуға өлгәште.  Граждандарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн тәғәйенләнгән ҡотҡарыу хеҙмәттәренең дөйөм,...

4 декабря 2018
Смотреть видео Туймазы районында бөгөн төнгө авария сәбәптәре асыҡлана | ГТРК «Башкортостан»

Туймазы районында бөгөн төнгө авария сәбәптәре асыҡлана

Бәләбәй-Баҡалы юлының Туймазы районы аша үткән өлөшөндә 30 йәшлек водитель идараны юғалтып юл ситенә сығып оса. Автомобиль бер-нисә тапҡыр түңкәрелә. Һөҙөмтәлә 34 йәшлек пссажир һәләк була, водитель һәм тағы ла өс пассажир урындағы дауаханаға килтерелгән.

4 декабря 2018
Смотреть видео Бөгөн инвалидтар көнө билдәләнә | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн инвалидтар көнө билдәләнә

Берләшкән милләттәр ойошмаһы Генераль Ассамблеяһы тарафынан 3 декабрь “халыҡ-ара инвалидтар” көнө тип билдәләнә. Халыҡ-ара инвалидтар көнөнөң төп маҡсаты- мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙең хоҡуҡтарын яҡлау,  тыныслығын һаҡлауға  йүнәлтелгән. Билдәле булыуынса, томал ишетмәгән ата-әсәнән...

3 декабря 2018
Смотреть видео Сәйәси батл кем файҙаһына? | ГТРК «Башкортостан»

Сәйәси батл кем файҙаһына?

Был ялдарҙа баш ҡала халҡы ҡыҙыҡлы осрашыуҙа ҡатнашты һәм ҡатнаш алыш буйынса донъя кимәлендә билдәле спортсыға ҡаршы сыҡты. Красногорск ҡала  Думаһы депутаты Джефф Монсон сәйәси баттлда сетерекле һорауҙарға яуап бирҙе. Америка Ҡушма Штаттары гражданины, тәжрибәле спортсы, әммә сәйәсәткә яңы...

3 декабря 2018
Смотреть видео Өфө дәүләт нефть техник университеты 70 йыллыҡ юбилейын билдәләй | ГТРК «Башкортостан»

Өфө дәүләт нефть техник университеты 70 йыллыҡ юбилейын билдәләй

Ошо уңайҙан Башҡортостанға был уҡыу йортон тамамлаған белгестәр бөтә Рәсәй төбәктәренән йыйылды.Университеттың тарихы 1941 йылдан башлана. Тап шул ваҡытта Черниковск ҡалаһына Мәскәүҙәге Губкин исемендәге нефть институты күсерелгән. Йәнә ете йылдан был уҡыу йортоноң Өфө филиалы асыла. Ете тиҫтә йыл...

3 декабря 2018
Смотреть видео Башҡортостанда медицина өлкәһе айырым иғтибарға алынасаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда медицина өлкәһе айырым иғтибарға алынасаҡ

Республика етәксеһе исеменә октябрь һәм ноябрҙә генә медицина тармағына ҡағылышлы булған 725 мөрәжәғәт алынған. Граждандар урындарҙағы дауаханаларҙың хәленә зарлана. Белгестәргә күренеү өсөн, айырым райондарҙа кешеләр таңғы биштән сират алырға мәжбүр.

3 декабря 2018
Смотреть видео Республика хөкүмәтендә кадрҙар алмашынды | ГТРК «Башкортостан»

Республика хөкүмәтендә кадрҙар алмашынды

Рөстәм Мәрҙәнов Хөкүмәт премьер-министры  вазифаһынан китте, мәғариф министры алмашынды. Был турала бөгөн Республика хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә хәбәр ителде. Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров министрлыҡтар һәм ведомстволар, район һәм ҡала хакимиәттәрен башлыҡтары алдында яңы...

3 декабря 2018
Смотреть видео Юлаевсыларҙың еңелеүҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Юлаевсыларҙың еңелеүҙәре

“Салауат Юлаев” үҙ көйәрмәндәре алдында Магниторск ҡалаһының “Металлург” командаһына  еңелә. Өфө клубы өсөн уйын беренсе минуттарҙан уҡ уңышһыҙ башлана. Тәүге периодта беҙҙең ҡапҡаға ҡаршы команда ике яуапһыҙ шайба ташлай. Уйындың ҡалған ике өлөшөндә берешәр шайба индерәләр. Шулай итеп, “...

30 ноября 2018
Смотреть видео 92 йәшлек көйәрмән | ГТРК «Башкортостан»

92 йәшлек көйәрмән

50 йылдан ашыу Салауат Юлаев хоккей клубының әүҙем көйәрмәне. Хәҙер инде уға 92 йәш. Әммә ул яратҡан клубына тоғро булып ҡала, уйындарҙы ҡарау өсөн Шаҡша биҫтәһенән Өфө аренаға тиклем йәйәүләп тә килгеләй.  Фәймә Сәйфүлғәлим ҡыҙы хоккей көйәрмәне. Совет заманынан алып әлеге ваҡытта уйнаған...

30 ноября 2018
Смотреть видео  Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Йәсмин, миләүшә сәскәләренең һәм әфлисун ағасының хуш еҫтәре – Франциялағы Граса ҡалаһының визит карточкаһы. Урындағы парфюмерия сәнғәте бөтә донъяла танылыу яулаған. Хәҙер улар ҡулланған хушбуйҙарҙы етештереү ысулы ЮНЕСКО-ның матди булмаған мәҙәни мираҫы исемлегенә индерелгән. Ошо рәүешле улар...

30 ноября 2018
Смотреть видео Яңы күпер | ГТРК «Башкортостан»

Яңы күпер

Өфөнөң көньяғында ағиһел йылғаһы аша өсөнсө күпер төҙөләсәк. Яңы ҡоролма Ағиҙел йылғаһы аша үткән хәҙерге ике күперҙе тоташтырасаҡ. Бынан тыш шулай уҡ дуҫлыҡ монументы һәм Зәки Вәлиди урамы менән Салауат Юлаев проспектындағы юл киҫелеше киңәйтеләсәк. Һуңғы ике йылда Өфө халҡы өсөн генә түгел, баш...

30 ноября 2018
Смотреть видео Яман шеш менән яфаланыусыларға медицина ярҙамын күрһәтеүҙе камиллаштырыу | ГТРК «Башкортостан»

Яман шеш менән яфаланыусыларға медицина ярҙамын күрһәтеүҙе камиллаштырыу

Башҡортостанда яман шеш менән яфаланыусыларға медицина ярҙамын күрһәтеүҙе камиллаштырыу мәсьәләләрен бөгөн Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтайҙа  түңәрәк өҫтәл артында тикшерҙеләр. 2018 йылдың 9 айында был сир 5584 кешенең ғүмерен өҙгән. Һуңғы биш йылда күрһәткес артһа, быйыл уның кәмеүе күҙәтелә....

30 ноября 2018
Смотреть видео Медицина өлкәһе айырым иғтибарға алынасаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Медицина өлкәһе айырым иғтибарға алынасаҡ

Башҡортостанда медицина өлкәһе айырым иғтибарға алынасаҡ. Республика етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса үтәүсе Радий Хәбиров “Сәләмәтлек сәғәте” кәңәшмәһе сиктәрендә ошо турала белдерҙе. Радий Фәрит улы әйтеүенсә, бөгөн төбәктең бар район һәм ҡалаларында ла тиерлек һаулыҡ һаҡлау тармағы өсөн көнүҙәк...

30 ноября 2018
Смотреть видео Инвестиция сәғәте | ГТРК «Башкортостан»

Инвестиция сәғәте

Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров “Инвестиция сәғәте” сиктәрендә бизнес даирәләр менән осрашты. Кәңәшмәлә ике инвестиция килешеүе төҙөлдө. Береһе төрлө ҡоролмалар өсөн электротехник корпустар етештереү заводы. Уға инвестор 651 миллион һум үҙ аҡсаһын һалырға әҙер. Унда 231 яңы...

30 ноября 2018
Смотреть видео Хеҙмәттәшлек килешеүе | ГТРК «Башкортостан»

Хеҙмәттәшлек килешеүе

Бөгөн Башҡортостан һәм Ставрополь крайы хөкүмәттәре араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында өҫтәмә килешеүгә ҡул ҡуйылды.  Документҡа Башҡортостан башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров һәм Ставрополь крайы губернаторы Владимир Владимиров ҡул ҡуйҙы...

30 ноября 2018
Смотреть видео Сираттағы конкурс | ГТРК «Башкортостан»

Сираттағы конкурс

Киң мәғлүмәт сараларында республиканың дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан  халыҡтары телдәрен үҫтереүҙе иң яҡшы яҡтыртыу конкурсына ғаризалар ҡабул итеү башланды. Унда газета-журналдар, ҡала һәм район газеталары редакциялары, шулай уҡ электрон киң мәғлүмәт саралары ҡатнаша ала. Эштәр төрлө...

29 ноября 2018
Смотреть видео  Башҡортостан тарихы биттәре | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан тарихы биттәре

Ошо исем аҫтында төбәктә фестиваль-марафон дауам итә. Республика ойошторолоуҙың 100 йыллығына арналған сара сиктәрендә һәр район үҙенең үткәне һәм бөгөнгөһө менән таныштыра. Башҡорт дәүләт филармонияһының сәхнәһендә Ишембайҙар майҙан тотто. 16 быуатта йәшәгән юрматы ырыуы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының...

29 ноября 2018
Смотреть видео Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эшмәкәрлеге яңы кимәлгә сығырға тейеш | ГТРК «Башкортостан»

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эшмәкәрлеге яңы кимәлгә сығырға тейеш

Һәр хәлдә ойошманың яңы етәксеһе Данир Ғәйнуллин шундай бурыс ҡуя. Милләтте борсоған көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү,  ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең хоҡуҡтарын яҡлауҙы көсәйтеү-төп бурыстар, тип билдәләнгән. 23 йыл дауамында Ҡоролтай еңел булмаған юл үтте, бик күп етәкселәр алмашынды. Әммә...

29 ноября 2018
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Астрахань өлкәһендәге Капустин Яр полигонында күнекмәләр ваҡытында С-400 ракета системаһы ер өҫтөнән бер-нисә метр  бейеклектә осҡан 8 сәпте юҡ иткән. С-400 “Триумф” ракетаһы 400 километр алыҫлыҡтағы һәм 30 километр бейеклектәге сәптәрҙе юҡ итә ала. Американдар президенттары Дональд Трампҡа...

29 ноября 2018
Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика