Эй, ултыра балыҡсы

Ҡышҡыһын балыҡ тотоусылар таң менән боҙ өҫтөнә ашыға. Сәмләнеп улар именлек тураһында бөтөләй онота.  Боҙҙа күңелһеҙ хәлдәрҙе булдырмаҫ өсөн ҡотҡарыусылар сираттағы рейдҡа сыҡты.Айрат Әхмәтов ҡышҡы балыҡ тотоу нескәлектәрен бик яҡшы белә. Уларҙың иң мөһиме-һинең нисә балыҡ тотҡаныңды күршең күрергә тейеш түгел.Юрий Давыдовҡа тап балыҡ тотҡанда илһам килә. Боҙ өҫтөндә әллә күпме шиғыр яҙған ул. Әлбиттә, балыҡ ҡармаҡлау тураһында.

Боҙ өҫтөндә тик ирҙәр. Тик балыҡ тотам тип кенә йорт эштәренән ҡасып булмай, ти улар. Ҡатындары сәғәт һайын шылтыратып хәлдәрен белешеп кенә тора. Ҡотҡарыусылар ҙа балыҡсыларҙың  иң яҡын дуҫына әйләнгән. Хәлдәрен даими белешеп, боҙҙоң ҡалынлығын тикшереп кенә тора. Боҙҙа бәлә-ҡазаларҙы иҫкәртеү өсөн  ҡотҡарыусыларға заманса техника ла ярҙамға килә. Уның ярҙамында бер-нисә квадрат километрҙы күҙәтеүгә алырға мөмкин.

Балыҡсылар менән күҙгә-күҙ осрашып һөйләшеүҙәр үҙ һөҙөмтәһен бирә, ти ҡотҡарыусылар. Шуға ла һуңғы йылдарҙа бер генә күңелһеҙ ваҡиға ла теркәлмәгән.Сәйер, ҡышын балыҡ тотоу йәйгегә ҡарағанда күпкә мауыҡтырғысыраҡ, ти балыҡсылар. Шуға ла улар был шөғөлдө дауалап булмаҫлыҡ  ауырыуға тиңләйҙәр.

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео “Мираҫ”тар - “Башҡортостан 24” каналында | ГТРК «Башкортостан»

“Мираҫ”тар - “Башҡортостан 24” каналында

Тематик көндәр сиктәрендә йыр һәм бейеү фольклор ансамбле “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһының бөтә медиаресурстары тапшырыуҙарында ҡатнашты. Коллектив менән осрашыуҙарҙы һәм яратҡан артистарының сығыштарын республика халҡы тура эфирҙа күҙәтте. “Тирмә янында” композицияһын телеүҙәк янында...

22 апреля 2021
Смотреть видео Үҙәккә үткән юл | ГТРК «Башкортостан»

Үҙәккә үткән юл

Өфөнөң Комсомол һәм 8 март урамдарынан автомобилдәр хәрәкәте ноябрь айында тергеҙелә. Урамдарҙы төҙөкләндереү  Башҡортостан етәкселеге һәм Өфө ҡала хакимиәте контролендә ҡала. Ошо йәһәттән аҙна һайын төҙөлөш ойошмалары менән эш барған урындарҙа күсмә кәңәшмәләр уҙғарыла. Юлдарҙың бер өлөшө...

22 апреля 2021
Смотреть видео Өфөлә «Георгий таҫмаһы» акцияһы башлана | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә «Георгий таҫмаһы» акцияһы башлана

Акция сиктәрендә концерттарҙа, театрлаштырылған хәрби-тарихи тамашаларҙа Георгий таҫмалары таратыласаҡ. Акцияла Рәсәй генә түгел, элекке союз илдәре һәм Европа  ла ҡатнаша. 2005 йылда башланған патриотик проект бөтә ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа үтә. Ирекмәндәр йәмәғәт урындарында һәм урамдарҙа...

22 апреля 2021
Смотреть видео 24 апрель Өфөлә сираттағы шәмбе өмәһе үтәсәк | ГТРК «Башкортостан»

24 апрель Өфөлә сираттағы шәмбе өмәһе үтәсәк

Ҡала хакимиәте башлығы Сергей Греков автобус туҡталыштарына айырыуса иғтибар итергә саҡырҙы. Шәмбе өмәләренән һуң ҡала йәнә күркәмләнеп ҡалды, йәшел үләндәр ҡалҡып сыға башланы. 1 майҙа Өфөлә фонтандар ҙа эшләй башлай. Инженер эштәре тамам, 28 апрель фонтандарҙы һынап ҡараясаҡтар. Шулай итеп,...

22 апреля 2021
Смотреть видео Йыллыҡ хат | ГТРК «Башкортостан»

Йыллыҡ хат

Милләт сәләмәтлеге, һаулыҡ һаҡлау тармағында фән үҫеше тәүге урынға баҫа. Рәсәй Президентының Федераль йыйылышҡа йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә алдағы йылдарға өҫтөнлөклө йүнәлештәр менән хәл итәһе мәсьәләләр һәм адреслы ярҙам саралары билдәләнде. Мәҫәлән, быйыл йәй мәктәптә уҡыған һәр бала өсөн ғаилә...

22 апреля 2021
Смотреть видео Өфөлә ҡул һуғышы буйынса республика чемпионаты үтте | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә ҡул һуғышы буйынса республика чемпионаты үтте

Чечняла конституцион тәртип урынлаштырғанда һәләк булған махсус тәғәйенләнештәге отряд хеҙмәткәрҙәре иҫтәлегенә арналған ярышта төбәктең төрлө район-ҡалаларынан 150-нән ашыу спортсы ҡатнашты. Наил Әхтәров ҡул һуғышы менән бер йыл ғына шөғөлләнә. Әммә ул төрлө ярыштарҙы юғары һөҙөмтәләр күрһәтеп...

21 апреля 2021
Смотреть видео 20-се ҡала башҡорт гимназияһы үҙенең 50 йыллығын билдәләне | ГТРК «Башкортостан»

20-се ҡала башҡорт гимназияһы үҙенең 50 йыллығын билдәләне

Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһы үҙенең 50 йыллығын билдәләне. Фойела байрамға йыйылыусыларҙы танылған һынлы сәнғәт оҫталарының эштәре ҡаршылай. Рәсемдәрҙә милли рух, мәктәп партаһынан күңелгә һалынған ер-һыуға һөйөү, халҡына ихтирам. Азамат Ғарипов, Азат Ҡужин, Йәлил...

21 апреля 2021
Смотреть видео Водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгәндәр руль артына ултыра алмаясаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгәндәр руль артына ултыра алмаясаҡ

Водитель таныҡлығынан мәхрүм ителеп тә, руль артында йөрөүселәрҙе хәҙер табыуы күпкә еңеләйҙе. Яңы системала уларҙың бөтә мәғлүмәттәре бирелгән, ҡайһы йүнәлештә китеп барыуы күрһәтелгән. Был система нисек эшләй?   Административ ҡануниәтте башҡарыу буйынса инспектор Айҙар Бәҙретдинов...

21 апреля 2021
Смотреть видео 130 миллион һумлы үтескә | ГТРК «Башкортостан»

130 миллион һумлы үтескә

Өфөнөң Киров районы судында һалым инспекцияһының элекке бүлек етәксеһенә ҡарата суд эше дауам итә.  Ул таныш эшҡыуарынан йәнәһе лә ҙур күләмдә үтескә аҡса ала. Ошо турала яҡтар килешеү ҙә төҙөй. Һуңынан Үләмәйев бихисап фатир, офис бүлмәләре һәм автомобилдәр һатып алып, яҡындары исеменә теркәй...

21 апреля 2021
Смотреть видео Киләһе шәмбе өмәләре 24 апрель үтәсәк | ГТРК «Башкортостан»

Киләһе шәмбе өмәләре 24 апрель үтәсәк

Өфө ҡалахакимиәтендә үткән  оператив кәңәшмәлә 17 апрель өмәһенә йомғаҡ яһап, автобус туҡталыштарына ла иғтибар итергә кәрәк, тине Сергей Греков. Ә 23 апрель ҡала халҡы иртәнге сәғәт 11-ҙә Дуҫлыҡ монументы янында Өфөнөң бөтә йылға флотын күрә аласаҡ.  Шәмбе өмәләренән һуң ҡала йәнә...

21 апреля 2021
Яндекс.Метрика