К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

Йәшәү өсөн көрәш

Салауат ҡалаһында йәшәүсе 18 йәшлек ҡыҙ бер йыл буйына йәшәү өсөн мөһим препаратты ала алмай. 2017 йылда ҡыҙҙың әсәһе шулай ҙа суд аша ғәҙелеккә ирешә. Тик кәрәкле “Траклир” препарат урынына уның аналогын бирәләр. 200 мең һум тирәһе торған дарыуҙан хәҙер буш һауыт ҡына ҡалған. Ҡыҙҙы дауалаған Бакулев исемендәге йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһы үҙәге табиптары дарыуҙы алыштырырға ярамай, ти. Тик  урындағы поликлиника Траклир урынына уның аналогын бирә.Екатерина тыумыштан йөрәк сиренән яфалана. Һуңынан үпкәнең юғары гипертензия сире барлыҡҡа килә. Өс йәшендә уға беренсе операция яһайҙар. 2012 йылда икенсеһен. Артабан Мәскәү табиптары өсөнсө операцияға әҙерләнергә ҡуша. Уның өсөн ике йыл буйына Траклир препаратын эсергә ҡуша. 2017 йылда ғаилә ташламалы хаҡҡа дарыу менән тәьмин итеүҙән мәхрүм ителә. Һуңынан Рузановтар ғаиләһе судҡа мөрәжәғәт итә. Екатеринаның әсәһе һүҙҙәренсә, балалар поликлиникаһынан ҡаланың 1-се поликлиникаһына күсеү менән табиптар менән проблемалар башлана. Беренсенән, кардиолог булмау сәбәпле йөрәк сире менән ауырыған ҡыҙҙы фельдшерға яҙалар. Икенсенән иһә “Траклирҙы”  арзаныраҡ дарыуға алмаштыралар. Тик суд ҡарары буйынса препаратты алыштырыу тыйыла. Шулай ҙа 1-се поликлиника табиптары килеп тыуған проблеманы тиҙ арала хәл итәсәген белдерҙе. Кәрәкле дарыуҙар менән тәьмин итеү тамамланғас, йәш ҡыҙ үҙен насар тоя башлай. Әле Любовь Рузанова ауырыған ҡыҙҙы һәм уның игеҙәген яңғыҙы тәрбиәләй. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министрлығында был мәсьәлә тиҙ арала хәл ителәсәк, тип вәғәҙәләнеләр.

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика