К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

«Аксаков шыршыһы-2019”

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында хәйриә тамашаһы үтте. Сараға мәктәп-интернаттарҙан, реабилитация үҙәктәрҙән, күп балалы ғаиләләрҙән һәм  хәрби хәрәкәттәр ветерандары балалары саҡырылғайны. Абруйлы ҡунаҡтар араһында — билдәле балалар табибы Леонид Рошаль, республика етәксеһенең тормош иптәше Каринэ Хәбирова. Радий Хәбиров үҙе лә ошо байрамды ойошторорға ярҙам иткән мецентарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Үҙенсәлекле балалар өсөн ысын мәғәнәһендә мөғжизәле яңы йыл тамашаһы әҙерләнгән. Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, әкиәттәр һәм йәнһүрәттәр персонаждары янында улар үҙҙәрен әкиәттәгеләй хис итте. “Аксаков шыршыһы”ндағы музыкаль тамаша ла һәр ҡайһыһының күңеленә хуш килде. Байрамды ойошторорға ярҙам иткән изге йөрәкле, мәрхәмәтле кешеләргә-меценаттарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерергә һәм ғөмүмән республикала хәйриә акцияларын йышыраҡ үткәреү, ауырыу һәм ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам итеү тураһында фекер алышырға Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров та килгәйне. Тамашала абруйлы ҡунаҡтар ҙа ҡатнашты — билдәле балалар табибы Леонид Рошаль, республика етәксеһенең тормош иптәше Каринэ Хәбирова, Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдазаҡов. Әйтергә кәрәк, “Аксаков шыршыһы”ның исеме осраҡлы һайланмаған. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры ҡасандыр Аксаков халыҡ йорто тип аталған һәм ошондай акциялар ғәҙәти күренеш булған. Был социаль проект – меценатлыҡ йолаларын тергеҙҙе тиергә мөмкин. Сараға йәмғеһе 300-ҙән ашыу малай һәм ҡыҙ — мәктәп-интернаттарҙан, реабилитацион үҙәктәрҙән, күп балалы ғаиләләрҙән һәм  хәрби хәрәкәттәр ветерандары балалары саҡырылғайны.Театрҙа мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн уңайлы шарттар булдырылғайны. Уларға өсөнсө быуын волонтеҙары һәм Өфө юридик институтының  курсанттары ярҙамға килде. Ысынлап та, иң яҡшы дауа – ул яҡшы кәйеф, бәхетле йылмайыуҙар. Хәҙер һәр үҙенсәлекле бала был “Аксаков шыршыһын” йыл һайын көтөп аласағына шик юҡ.

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика