Электрон чип. Әлегә хайуандарҙа

Урам буйында ташландыҡ хайуандарға кем ярҙам итер? Ғинуар айында дүрт аяҡлыларҙы яҡлау буйынса закон үҙ көсөнә инде. Бынан тыш, хайуандарға электрон чип ҡуйыу ҙа был мәсьәләне хәл итеүгә этәргес булып тора, тип белгестәр. Влада Жаркая өсөн эт — иң тоғро һәм яҡын дуҫ. Бәләкәй сағынан был йорт хайуанын үҙ иткән ҡатын урам буйында ҡалған берәҙәк эттәр эргәһенән тыныс ҡына үтә алмай. Ул  алтмыш хайуанға ярҙам иткән. Влада эттәрҙе көнөнә ике-өс тапҡыр туҡлыҡлы ашатырға тырыша. Әммә был хайуандарҙы аҫрау өсөн сығым күп талап ителә, ти ул. Ул урам буйында яңғыҙы тороп ҡалған һәм крематорийҙа яндырылырға тейеш булған эттәрҙе йыйған. Мәйет яндырыу бинаһына ла хайуандарҙы бер нисә ҡағиҙәгә таянып тапшыралар.  Былтыр берәҙәк эттәрҙең балалар алдында күпләп атылыуы республика халҡын аптырашта ҡалдырғайны. Хәҙер иһә ҡарауһыҙ хайуан тотоу менән шөғөлләнеүсе ойошма хеҙмәткәрҙәренә эт һәм бесәйҙе тотҡанда мотлаҡ видеоға төшөрөргә һәм уның ҡайҙа тапшырылғаны тураһында тулы мәғлүмәт бирелергә тейеш. Яндырылыуҙан алда ла хайуан мотлаҡ ветеринарҙа тикшереү үтәсәк. Бындай мәсьәләләр Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтайы ултырышында ҡаралды. Закон буйынса ниндәй ҙә булһа һылтау менән хайуандарҙы үлтереү тыйыла. Өҫтәүенә, фатирҙа, шәхси йортта һәм баҡса участкаһында ҡырағай йәнлектәр аҫрау, сауҙа үҙәктәрендә зоопарктар һәм кафе-барҙа хайуандар тотоу тыйыла. Бынан тыш, урам буйында Өфөлә 500 хайуан һыя алырлыҡ приют булдырылыу ҙа ҡаралған. Йорт хайуандарының урамда ҡалмауында электрон чип ҡуйыу ҙа ярҙам итә. Дүрт аяҡлы дуҫтарының юғалыуынан ҡурҡҡан хужаларҙың күбеһе хәҙер ветеринар клиникаһына юллана. Чип ҡуйыу өсөн махсус диета кәрәкмәй. Иң мөһиме хайуан һау булырға тейеш. Әйткәндәй, укол эшләгәндә лә хайуан бер нимә лә һиҙмәй.Бынан тыш, чип ярҙамында йорт хайуанының сәләмәтлеген, нисә прививка яһатыуын да белеп була. Урам буйында юғалған йорт хайуанының хужаһын клиникала хәҙер тиҙ генә табып була. Бының өсөн ошондай махсус ҡоролма кәрәк. Был ҡоролманы хайуандың укол эшләнгән урынына ҡуйып, уның һанын белеп була.Күрһәтелгән һандар йорт хайуанының паспортында теркәлә. Электрон чип юғалған хайуанды табыуҙан тыш, йоғошло сирҙәрҙе лә күҙәтеүҙә тоторға ярҙам итә. Белгестәр иһә чип ҡуйыу ысулын хайуандар буйынса күтәрелгән мәсьәләнең бер сиселеше тип раҫлай.

Подпишитесь на нас в ВКонтакте


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Тел уҡытыусылары фекер алыша | ГТРК «Башкортостан»

Тел уҡытыусылары фекер алыша

Ғафури районы үҙәге Красноусол ҡасабаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумы дауам итә. Хәбәр итеүебеҙсә, ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт теле йылына арнала. Сарала ҡатнашыусылар алдында сығыш яһап, республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат...

24 сентября 2020
Смотреть видео Йәш профессионалдар Өфөгә йыйыла | ГТРК «Башкортостан»

Йәш профессионалдар Өфөгә йыйыла

 “Йәш професионалдар” милли чемпионатының финалы 2021 йылда Башҡортостанда үтәсәк. Ярыштар әләмен Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбировҡа Кемерово өлкәһе губернаторы Сергей Цивилев тапшырҙы. Республика етәксеһе билдәләүенсә, финал ярыштарын үткәреү өсөн Башҡортостан өр яңы объекттар төҙөйәсәк. “...

23 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда эске туризм ныҡлы үҫеш ала | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда эске туризм ныҡлы үҫеш ала

Хәҙер оло быуын вәкилдәре өсөн республика буйлап бушлай сәйәхәт итеү мөмкинлеге бар. Өфөлә үҙенсәлекле  социаль проект үҙ эшен башланы.  Төп маҡсат  - эске туризмды үҫтереү һәм  оло быуын вәкилдәрен республиканың  тәбиғәте, мәҙәниәте һәм тарихы менән ентекле ...

23 сентября 2020
Смотреть видео Өфөлә «Бурыслы» иҫкәртеү операцияһы башланды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә «Бурыслы» иҫкәртеү операцияһы башланды

Уның төп маҡсаты — штраф түләмәүселәрҙе асыҡлап, яуаплылыҡҡа тарттырыу. Дәүләт автоинспекцияһынанан хәбәр итеүҙәренсә, штрафты ҡарар законлы көсөнә ингәндән һуң 60 көн эсендә түләргә кәрәк.  Һуңлағандар уны икеләтә күләмдә түләргә тейеш. Шулай уҡ ҡануниәт бындай водителдәрҙе 15 тәүлеккә...

23 сентября 2020
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

  Дәүләт Думаһы депутаты Евгений Фёдоров балалар баҡсаһына урын юҡлыҡтан, сабыйҙарын шәхси балалар баҡсаһына йөрөткән өсөн  түләүҙәрҙе  компенсацияларға, тигән  тәҡдим менән сығыш яһаны.  Мөрәжәғәтендә ул, Конституция граждандарға мәктәпкәсә тиклемге белем биреүҙең...

23 сентября 2020
Смотреть видео Бер юлы ике операция | ГТРК «Башкортостан»

Бер юлы ике операция

Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы хирургтары пациентҡа бер юлы ике операция эшләгән. Ҡушма операция республикала алтынсы тапҡыр башҡарыла. Бөйөрөндәге яман шеште алып ташлатҡан һәм йөрәгенә операция эшләткән пациенттарҙың хәле нисек? Табиптар операциянан һуң пациенттарҙың хәлен һәр...

23 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинация башланды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинация башланды

Беренсе ун прививка  Республика инфекцион клиникаһының медицина хеҙмәткәрҙәренә яһалды.  Гам-Ковид-Вак уның менән эш иткән һәр кемдән һаҡлыҡ һәм тиҙлекте талап итә. Башҡаланың 52-се поликиликаһы провизоры талымлы вакцинаны махсус машинала “Башфармация”  һыуытҡысынан һанаулы ваҡыт...

23 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостан 24 каналында Милли йәштәр театры көнө | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан 24 каналында Милли йәштәр театры көнө

Башҡортостан -24 каналы аша тамашасы театрҙың актерҙары, премьералар тураһында иң ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән таныша алды. Иртәнге 7-лә улар «Доброе утро, Республика!»  тапшырыуы алып барыусылары менән театр буйлап экскурсияға юлланды. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры республикала...

18 сентября 2020
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Донъяла коронавирус менән ауырыусылар һаны 30 миллион кешенән ашҡан. Европа илдәре араһында иң ҡатмарлы хәл Испанияла күҙәтелә. Шуға властар Мадрид ҡалаһында өлөшләтә карантин иғлан иткән. Америка Ҡушма штаттарына ябырылған Салли ҡойоно электр сымдарын  боҙған. Һөҙөмтәлә ярты миллионға яҡын...

18 сентября 2020
Смотреть видео Йылытыу миҙгеле асыҡ | ГТРК «Башкортостан»

Йылытыу миҙгеле асыҡ

Быйыл был ҡарар һауа торошона ғына бәйләнмәгән. Көҙҙөң тәүге һыуығы менән кисекмәҫтән йылы биреү дауахана өсөн ғәҙәттән тыш хәл түгел. Эшселәр бында йәй буйы йылытыу селтәрен төҙөкләндереү менән шөғөлләнгән. Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһының йылытыу ҡоролмаларының эшен ресурс...

18 сентября 2020
Яндекс.Метрика