Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Францияла “һары жилеттар”ҙың ҡаршылыҡ акцияһы барышында тағы ла 240 кеше ҡулға алынған. Париж, Марсель, Страсбург һәм башҡа ҡалаларҙың урамдарына 84 мең кеше сыҡҡан. Манифестанттарға ҡаршы полиция водометтар һәм күҙҙән йәш сығара торған газ ҡулланған.
Ростов өлкәһенең Шахты ҡалаһында газ шартлаған торлаҡ йортта һигеҙенсе һәм туғыҙынсы ҡаттағы дүрт фатир йәшәүгә яраҡһыҙ. Хәбәр ителеүенсә, фажиғәлә бер кеше һәләк булған, харабалар аҫтынан 7 кеше сығарылған.
Камчаткала сивучтың үрә баҫып йөк машинаһынан балыҡ урларға маташҡанын видеоға төшөрөп алғандар. Өс метрлыҡ хайуан йыйылыусыларға ла иғтибар итмәгән.
Мәскәүҙең Внуково аэропорты янында полиция хеҙмәткәрҙәре еңел автомобилде туҡтата һәм руль артында икенсе кеше ултырғанын асыҡлай. Эвакуаторға ҡуйылғас, машинаның ысын хужаһы килә һәм уны ергә төшөрөүҙе талап итә. Инде тамам түҙемлеге бөткәс ир тимер атын ҡабыҙып эвакуатор платформаһынан үҙ яйы менән төшә. Һөҙөмтәлә автомобиль ныҡ ҡына зыян күргән.

“Мираҫ”тар - “Башҡортостан 24” каналында
Тематик көндәр сиктәрендә йыр һәм бейеү фольклор ансамбле “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһының бөтә медиаресурстары тапшырыуҙарында ҡатнашты. Коллектив менән осрашыуҙарҙы һәм яратҡан артистарының сығыштарын республика халҡы тура эфирҙа күҙәтте. “Тирмә янында” композицияһын телеүҙәк янында...

Үҙәккә үткән юл
Өфөнөң Комсомол һәм 8 март урамдарынан автомобилдәр хәрәкәте ноябрь айында тергеҙелә. Урамдарҙы төҙөкләндереү Башҡортостан етәкселеге һәм Өфө ҡала хакимиәте контролендә ҡала. Ошо йәһәттән аҙна һайын төҙөлөш ойошмалары менән эш барған урындарҙа күсмә кәңәшмәләр уҙғарыла. Юлдарҙың бер өлөшө...

Өфөлә «Георгий таҫмаһы» акцияһы башлана
Акция сиктәрендә концерттарҙа, театрлаштырылған хәрби-тарихи тамашаларҙа Георгий таҫмалары таратыласаҡ. Акцияла Рәсәй генә түгел, элекке союз илдәре һәм Европа ла ҡатнаша. 2005 йылда башланған патриотик проект бөтә ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа үтә. Ирекмәндәр йәмәғәт урындарында һәм урамдарҙа...

24 апрель Өфөлә сираттағы шәмбе өмәһе үтәсәк
Ҡала хакимиәте башлығы Сергей Греков автобус туҡталыштарына айырыуса иғтибар итергә саҡырҙы. Шәмбе өмәләренән һуң ҡала йәнә күркәмләнеп ҡалды, йәшел үләндәр ҡалҡып сыға башланы. 1 майҙа Өфөлә фонтандар ҙа эшләй башлай. Инженер эштәре тамам, 28 апрель фонтандарҙы һынап ҡараясаҡтар. Шулай итеп,...

Йыллыҡ хат
Милләт сәләмәтлеге, һаулыҡ һаҡлау тармағында фән үҫеше тәүге урынға баҫа. Рәсәй Президентының Федераль йыйылышҡа йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә алдағы йылдарға өҫтөнлөклө йүнәлештәр менән хәл итәһе мәсьәләләр һәм адреслы ярҙам саралары билдәләнде. Мәҫәлән, быйыл йәй мәктәптә уҡыған һәр бала өсөн ғаилә...

Өфөлә ҡул һуғышы буйынса республика чемпионаты үтте
Чечняла конституцион тәртип урынлаштырғанда һәләк булған махсус тәғәйенләнештәге отряд хеҙмәткәрҙәре иҫтәлегенә арналған ярышта төбәктең төрлө район-ҡалаларынан 150-нән ашыу спортсы ҡатнашты. Наил Әхтәров ҡул һуғышы менән бер йыл ғына шөғөлләнә. Әммә ул төрлө ярыштарҙы юғары һөҙөмтәләр күрһәтеп...

20-се ҡала башҡорт гимназияһы үҙенең 50 йыллығын билдәләне
Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһы үҙенең 50 йыллығын билдәләне. Фойела байрамға йыйылыусыларҙы танылған һынлы сәнғәт оҫталарының эштәре ҡаршылай. Рәсемдәрҙә милли рух, мәктәп партаһынан күңелгә һалынған ер-һыуға һөйөү, халҡына ихтирам. Азамат Ғарипов, Азат Ҡужин, Йәлил...

Водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгәндәр руль артына ултыра алмаясаҡ
Водитель таныҡлығынан мәхрүм ителеп тә, руль артында йөрөүселәрҙе хәҙер табыуы күпкә еңеләйҙе. Яңы системала уларҙың бөтә мәғлүмәттәре бирелгән, ҡайһы йүнәлештә китеп барыуы күрһәтелгән. Был система нисек эшләй? Административ ҡануниәтте башҡарыу буйынса инспектор Айҙар Бәҙретдинов...

130 миллион һумлы үтескә
Өфөнөң Киров районы судында һалым инспекцияһының элекке бүлек етәксеһенә ҡарата суд эше дауам итә. Ул таныш эшҡыуарынан йәнәһе лә ҙур күләмдә үтескә аҡса ала. Ошо турала яҡтар килешеү ҙә төҙөй. Һуңынан Үләмәйев бихисап фатир, офис бүлмәләре һәм автомобилдәр һатып алып, яҡындары исеменә теркәй...

Киләһе шәмбе өмәләре 24 апрель үтәсәк
Өфө ҡалахакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә 17 апрель өмәһенә йомғаҡ яһап, автобус туҡталыштарына ла иғтибар итергә кәрәк, тине Сергей Греков. Ә 23 апрель ҡала халҡы иртәнге сәғәт 11-ҙә Дуҫлыҡ монументы янында Өфөнөң бөтә йылға флотын күрә аласаҡ. Шәмбе өмәләренән һуң ҡала йәнә...