Башҡорт батырҙары – компьютерҙа

Стәрлетамаҡ Башҡорт дәүләт университеты филиалынының белгестәре башҡорт халыҡ эпостары геройҙары аша компьютер уйыны өҫтөндә эшләй. “Зәрҡум” тип аталған уйын фәһемле лә, ҡыҙыҡта булырға вәғәҙәләй.  “Урал батыр” эпосындағы кире герой Зәрҡум һәм башҡорт батыры. Тап улар Стәрлетамаҡ Башҡорт дәүләт университеты филиалы IT-белгестәре уйлап сығарған компьютер уйынының төп геройҙары. Тиҙҙән теләгән һәр кем эпос геройҙары аша уйында ҡатнаша ала. Башҡорт халыҡ эпостары геройҙары аша компьютер уйынын уйлап сығарыу эше өҫтөндә белгестәр бер ай элек шөғөлләнә башлаған.

Әле өс персонаж тулыһынса әҙер, тип әйтергә мөмкин. Уйында ҡатнашыусы үҙен урта быуат дәүерендә хис итһен өсөн, белгестәр һәр бер йолаға таянып эшләй. Иң мөһим биҙәлештәренең береһе -геройҙарҙың өҫ кейеме. Батыр — ул уйында ҡатнашыусы кеше, ә Зәрҡум иһә уның дошманы. Батыр уйын барышында төрлө ҡыйынлыҡтарҙы үтеп, юлында осраған яуыз көстәр менән көрәшеп финалға үтһә, еңеүсе тип билдәләнә. Өҫтәүенә, төп геройҙарҙан тыш, уйында яһалма персонаждар ҙа үҙ урынын аласаҡ. Персонаждарҙы булдырыу һәм уның хәрәкәттәрен эшләү еңел эш түгел, тип һанай белгестәр.  

Уйында ниндәй ҙә булһа геройҙы күҙ алдына килтереү өсөн рәссам уны тәүҙә аҡ ҡағыҙға төшөрә. Мәҫәлән, был ҡағыҙҙа төп герой –Зәрҡум һыны. Рәссам уның төҫ һынын һәм кейем-һалымын китап, интернет сығанаҡтарына таянып эшләй. Уйын башҡорт, рус һәм инглиз телендә буласаҡ. Бер яҡтан, ҡатнашыусы элекке донъя менән танышһа, икенсенән телдәрҙе лә өйрәнәсәк. Компьютер уйынының эше әле күп. Уны тулыһынса булдырыу өсөн яҡынса ун миллион һум аҡса кәрәк буласаҡ. Әйткәндәй, уйында ҡатнашҡан батырҙың исеме юҡ. Күп бәхәсләшеүҙән һуң, әле белгестәр исем һайлау буйынса балалар араһында конкурс үткәрәсәк, йә иһә уйында ҡатнашыусы үҙ теләге менән исем бирәсәк, тигән һығымтаға килгән. Яҡынса, бер йылдан һуң, уйын тулыһынса әҙер буласаҡ, тип вәғәҙәләй белгестәр.

Подпишитесь на нас в Instagram


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Тел уҡытыусылары фекер алыша | ГТРК «Башкортостан»

Тел уҡытыусылары фекер алыша

Ғафури районы үҙәге Красноусол ҡасабаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумы дауам итә. Хәбәр итеүебеҙсә, ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт теле йылына арнала. Сарала ҡатнашыусылар алдында сығыш яһап, республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат...

24 сентября 2020
Смотреть видео Йәш профессионалдар Өфөгә йыйыла | ГТРК «Башкортостан»

Йәш профессионалдар Өфөгә йыйыла

 “Йәш професионалдар” милли чемпионатының финалы 2021 йылда Башҡортостанда үтәсәк. Ярыштар әләмен Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбировҡа Кемерово өлкәһе губернаторы Сергей Цивилев тапшырҙы. Республика етәксеһе билдәләүенсә, финал ярыштарын үткәреү өсөн Башҡортостан өр яңы объекттар төҙөйәсәк. “...

23 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда эске туризм ныҡлы үҫеш ала | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда эске туризм ныҡлы үҫеш ала

Хәҙер оло быуын вәкилдәре өсөн республика буйлап бушлай сәйәхәт итеү мөмкинлеге бар. Өфөлә үҙенсәлекле  социаль проект үҙ эшен башланы.  Төп маҡсат  - эске туризмды үҫтереү һәм  оло быуын вәкилдәрен республиканың  тәбиғәте, мәҙәниәте һәм тарихы менән ентекле ...

23 сентября 2020
Смотреть видео Өфөлә «Бурыслы» иҫкәртеү операцияһы башланды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә «Бурыслы» иҫкәртеү операцияһы башланды

Уның төп маҡсаты — штраф түләмәүселәрҙе асыҡлап, яуаплылыҡҡа тарттырыу. Дәүләт автоинспекцияһынанан хәбәр итеүҙәренсә, штрафты ҡарар законлы көсөнә ингәндән һуң 60 көн эсендә түләргә кәрәк.  Һуңлағандар уны икеләтә күләмдә түләргә тейеш. Шулай уҡ ҡануниәт бындай водителдәрҙе 15 тәүлеккә...

23 сентября 2020
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

  Дәүләт Думаһы депутаты Евгений Фёдоров балалар баҡсаһына урын юҡлыҡтан, сабыйҙарын шәхси балалар баҡсаһына йөрөткән өсөн  түләүҙәрҙе  компенсацияларға, тигән  тәҡдим менән сығыш яһаны.  Мөрәжәғәтендә ул, Конституция граждандарға мәктәпкәсә тиклемге белем биреүҙең...

23 сентября 2020
Смотреть видео Бер юлы ике операция | ГТРК «Башкортостан»

Бер юлы ике операция

Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы хирургтары пациентҡа бер юлы ике операция эшләгән. Ҡушма операция республикала алтынсы тапҡыр башҡарыла. Бөйөрөндәге яман шеште алып ташлатҡан һәм йөрәгенә операция эшләткән пациенттарҙың хәле нисек? Табиптар операциянан һуң пациенттарҙың хәлен һәр...

23 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинация башланды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинация башланды

Беренсе ун прививка  Республика инфекцион клиникаһының медицина хеҙмәткәрҙәренә яһалды.  Гам-Ковид-Вак уның менән эш иткән һәр кемдән һаҡлыҡ һәм тиҙлекте талап итә. Башҡаланың 52-се поликиликаһы провизоры талымлы вакцинаны махсус машинала “Башфармация”  һыуытҡысынан һанаулы ваҡыт...

23 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостан 24 каналында Милли йәштәр театры көнө | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан 24 каналында Милли йәштәр театры көнө

Башҡортостан -24 каналы аша тамашасы театрҙың актерҙары, премьералар тураһында иң ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән таныша алды. Иртәнге 7-лә улар «Доброе утро, Республика!»  тапшырыуы алып барыусылары менән театр буйлап экскурсияға юлланды. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры республикала...

18 сентября 2020
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Донъяла коронавирус менән ауырыусылар һаны 30 миллион кешенән ашҡан. Европа илдәре араһында иң ҡатмарлы хәл Испанияла күҙәтелә. Шуға властар Мадрид ҡалаһында өлөшләтә карантин иғлан иткән. Америка Ҡушма штаттарына ябырылған Салли ҡойоно электр сымдарын  боҙған. Һөҙөмтәлә ярты миллионға яҡын...

18 сентября 2020
Смотреть видео Йылытыу миҙгеле асыҡ | ГТРК «Башкортостан»

Йылытыу миҙгеле асыҡ

Быйыл был ҡарар һауа торошона ғына бәйләнмәгән. Көҙҙөң тәүге һыуығы менән кисекмәҫтән йылы биреү дауахана өсөн ғәҙәттән тыш хәл түгел. Эшселәр бында йәй буйы йылытыу селтәрен төҙөкләндереү менән шөғөлләнгән. Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһының йылытыу ҡоролмаларының эшен ресурс...

18 сентября 2020
Яндекс.Метрика