Ҡырым шифаханаларының береһендә Сибай ҡалаһынан 500 бала сәләмәтлеген нығытасаҡ

Бөгөн Башҡортостан башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбировтың Ҡырым республикаһы башлығы Сергей Аксенов етәкселегендәге делегация менән осрашыуында ошо турала иғлан ителде. Бынан тыш, унда Евпаториялағы Юбилейный шифаханаһын төҙөкләндереү проекты тәҡдим ителде.

2017-се йылда һауыҡтырыу учреждениеһы Башҡортостанға тапшырылғайны. Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров һәм Ҡырым республикаһы башлығы Сергей Аксеновтың рәсми осрашыуы Сибай ҡалаһындағы экология мәсьәләһенән башланды. Радий Фәрит улы Урал аръяғы баш ҡалаһындағы хәл менән таныштырҙы. Сергей Аксенов Ҡырым ярҙам итергә әҙер тип белдерҙе һәм Сибай ҡалаһынан балаларҙы сәләмәтлектәрен нығытырға саҡырҙы. Уның әйтеүенсә, белгестәр һәм инфраструктура кескәйҙәрҙе ҡабул итергә әҙер. Радий Хәбиров билдәләүенсә, Ҡырым республикаһы Башҡортостан менән күптән хеҙмәттәшлек итә һәм ауыр саҡта ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер.

Сергей Аксенов был эшлекле мөнәсәбәттәр артабан да дауам итеренә өмөт белдерҙе. Уның әйтеүенсә, Белогорск районы бөтә йүнәлеш буйынса ярҙам ала. Рәсми осрашыу һуңында Башҡортостан башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров Ҡырым министрҙар советы рәйесенә республиканың Халыҡтар дуҫлығы орденын тапшырҙы. Башҡортостанға Ҡырымдың эшлекле делегацияһы ла килде. Улар республиканың мөмкинлектәре менән таныша. Бөгөн үткән осрашыуҙа Башҡортостан шифаханалары тураһында бәйән ителде. Бынан тыш, республика ҡарамағына тапшырылған Евпаториялағы Юбилейный шифаханаһын төҙөкләндереү проекты тәҡдим ителде.

Һауыҡтырыу учреждениеһына дүрт этапта капиталь ремонт яһаласаҡ һәм ул 2023-сө йылға Башҡортостандан балаларҙы ҡабул итә башлаясаҡ. Башҡортостан һәм Ҡырым 2014-се йылдан алып хеҙмәттәшлек итә. 2017-се йылда яҡтар документты тормошҡа ашырыу буйынса саралар планын раҫланы, бынан тыш меморандум ҡабул итте. 2016-сы йылда Башҡортостан һәм ярымутрау араһында тауар әйләнеше 2 миллиард 700 миллион һум булған. 2017-се йылда республика диңгеҙ буйына бензин менән ҡуша дизель яғыулығын күпләп оҙата башлаған. Ә Ҡырымдан беҙгә косметика һәм һөт продукцияһы килтерелә.

Башҡортостан һәм Ҡырым республикалары бөтә өлкәлә лә тиерлек хеҙмәттәшлек итә. Беҙҙең республика Белогорск районын шефлыҡҡа ла алды. Унда йыл һайын гуманитар ярҙам оҙатыла, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәни учреждениелар төҙөкләндерелә, 2015-се йылда, мәҫәлән, 37 обьект ремонтланды. Бынан тыш, Белогорскиҙа Башҡортостан Үҙәк машина-технология станцияһы филиалы асылды. Республиканан тиҫтәләгән комбайн алып барылды. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай һәм Ҡырым депутаттары ла даими осрашып тора. Улар закон проекттары буйынса фекер алыша, тәҡдимдәр индерә, норматив акттар һәм уларҙың проекттарын, шулай уҡ методик ҡулланмалар һәм башҡа материалдар менән алмаша.

Бер-нисә йыл элек Белогорскиҙа беренсе тапҡыр һабантуй үтте. Башҡорттарҙың йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре һәм уйындары Белогорск халҡында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Зуево ҡасабаһында Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары һәм партизандар иҫтәлегенә һәйкәл асылды, ул Башҡортостан иғәнәләренә төҙөкләндерелгән икенсе обелиск булды. Ҡырым вәкилдәре иһә Башҡортостанда үткән мәҙәни сараларға даими саҡырылып тора.

Смотрите нас в YouTube


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео “Мираҫ”тар - “Башҡортостан 24” каналында | ГТРК «Башкортостан»

“Мираҫ”тар - “Башҡортостан 24” каналында

Тематик көндәр сиктәрендә йыр һәм бейеү фольклор ансамбле “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһының бөтә медиаресурстары тапшырыуҙарында ҡатнашты. Коллектив менән осрашыуҙарҙы һәм яратҡан артистарының сығыштарын республика халҡы тура эфирҙа күҙәтте. “Тирмә янында” композицияһын телеүҙәк янында...

22 апреля 2021
Смотреть видео Үҙәккә үткән юл | ГТРК «Башкортостан»

Үҙәккә үткән юл

Өфөнөң Комсомол һәм 8 март урамдарынан автомобилдәр хәрәкәте ноябрь айында тергеҙелә. Урамдарҙы төҙөкләндереү  Башҡортостан етәкселеге һәм Өфө ҡала хакимиәте контролендә ҡала. Ошо йәһәттән аҙна һайын төҙөлөш ойошмалары менән эш барған урындарҙа күсмә кәңәшмәләр уҙғарыла. Юлдарҙың бер өлөшө...

22 апреля 2021
Смотреть видео Өфөлә «Георгий таҫмаһы» акцияһы башлана | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә «Георгий таҫмаһы» акцияһы башлана

Акция сиктәрендә концерттарҙа, театрлаштырылған хәрби-тарихи тамашаларҙа Георгий таҫмалары таратыласаҡ. Акцияла Рәсәй генә түгел, элекке союз илдәре һәм Европа  ла ҡатнаша. 2005 йылда башланған патриотик проект бөтә ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа үтә. Ирекмәндәр йәмәғәт урындарында һәм урамдарҙа...

22 апреля 2021
Смотреть видео 24 апрель Өфөлә сираттағы шәмбе өмәһе үтәсәк | ГТРК «Башкортостан»

24 апрель Өфөлә сираттағы шәмбе өмәһе үтәсәк

Ҡала хакимиәте башлығы Сергей Греков автобус туҡталыштарына айырыуса иғтибар итергә саҡырҙы. Шәмбе өмәләренән һуң ҡала йәнә күркәмләнеп ҡалды, йәшел үләндәр ҡалҡып сыға башланы. 1 майҙа Өфөлә фонтандар ҙа эшләй башлай. Инженер эштәре тамам, 28 апрель фонтандарҙы һынап ҡараясаҡтар. Шулай итеп,...

22 апреля 2021
Смотреть видео Йыллыҡ хат | ГТРК «Башкортостан»

Йыллыҡ хат

Милләт сәләмәтлеге, һаулыҡ һаҡлау тармағында фән үҫеше тәүге урынға баҫа. Рәсәй Президентының Федераль йыйылышҡа йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә алдағы йылдарға өҫтөнлөклө йүнәлештәр менән хәл итәһе мәсьәләләр һәм адреслы ярҙам саралары билдәләнде. Мәҫәлән, быйыл йәй мәктәптә уҡыған һәр бала өсөн ғаилә...

22 апреля 2021
Смотреть видео Өфөлә ҡул һуғышы буйынса республика чемпионаты үтте | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә ҡул һуғышы буйынса республика чемпионаты үтте

Чечняла конституцион тәртип урынлаштырғанда һәләк булған махсус тәғәйенләнештәге отряд хеҙмәткәрҙәре иҫтәлегенә арналған ярышта төбәктең төрлө район-ҡалаларынан 150-нән ашыу спортсы ҡатнашты. Наил Әхтәров ҡул һуғышы менән бер йыл ғына шөғөлләнә. Әммә ул төрлө ярыштарҙы юғары һөҙөмтәләр күрһәтеп...

21 апреля 2021
Смотреть видео 20-се ҡала башҡорт гимназияһы үҙенең 50 йыллығын билдәләне | ГТРК «Башкортостан»

20-се ҡала башҡорт гимназияһы үҙенең 50 йыллығын билдәләне

Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһы үҙенең 50 йыллығын билдәләне. Фойела байрамға йыйылыусыларҙы танылған һынлы сәнғәт оҫталарының эштәре ҡаршылай. Рәсемдәрҙә милли рух, мәктәп партаһынан күңелгә һалынған ер-һыуға һөйөү, халҡына ихтирам. Азамат Ғарипов, Азат Ҡужин, Йәлил...

21 апреля 2021
Смотреть видео Водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгәндәр руль артына ултыра алмаясаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгәндәр руль артына ултыра алмаясаҡ

Водитель таныҡлығынан мәхрүм ителеп тә, руль артында йөрөүселәрҙе хәҙер табыуы күпкә еңеләйҙе. Яңы системала уларҙың бөтә мәғлүмәттәре бирелгән, ҡайһы йүнәлештә китеп барыуы күрһәтелгән. Был система нисек эшләй?   Административ ҡануниәтте башҡарыу буйынса инспектор Айҙар Бәҙретдинов...

21 апреля 2021
Смотреть видео 130 миллион һумлы үтескә | ГТРК «Башкортостан»

130 миллион һумлы үтескә

Өфөнөң Киров районы судында һалым инспекцияһының элекке бүлек етәксеһенә ҡарата суд эше дауам итә.  Ул таныш эшҡыуарынан йәнәһе лә ҙур күләмдә үтескә аҡса ала. Ошо турала яҡтар килешеү ҙә төҙөй. Һуңынан Үләмәйев бихисап фатир, офис бүлмәләре һәм автомобилдәр һатып алып, яҡындары исеменә теркәй...

21 апреля 2021
Смотреть видео Киләһе шәмбе өмәләре 24 апрель үтәсәк | ГТРК «Башкортостан»

Киләһе шәмбе өмәләре 24 апрель үтәсәк

Өфө ҡалахакимиәтендә үткән  оператив кәңәшмәлә 17 апрель өмәһенә йомғаҡ яһап, автобус туҡталыштарына ла иғтибар итергә кәрәк, тине Сергей Греков. Ә 23 апрель ҡала халҡы иртәнге сәғәт 11-ҙә Дуҫлыҡ монументы янында Өфөнөң бөтә йылға флотын күрә аласаҡ.  Шәмбе өмәләренән һуң ҡала йәнә...

21 апреля 2021
Яндекс.Метрика