Бер юлы өс бәхет

Белорет районы Сәрмән ауылында йәшәүсе Тимербаевтар ғаиләһен ишәйтеп көтмәгәндә ике ул һәм бер ҡыҙ донъяға килгән. Әммә ете кешенән торған ғаиләне хәҙер торлаҡ мәсьәләһе борсой. Элекке йорттарының бәләкәй булыу сәбәпле, йәш әсә хәҙер сабыйҙары менән ҡалала ҡуртымға алынған бер бүлмәле фатирҙа йәшәргә мәжбүр. Эмир, Рэмир һәм Эзабел… Тимербаевтар ғаиләһе сабыйҙарына исемдәрҙең дә йыш осрамағанын һайлаған.  Бер юлы өс игеҙәк бала тыуыу-улар өсөн мөғжизә лә, көтөлмәгәнлек тә. Асыҡланыуынса, УЗИ үткәндә йәш әсәне тиҙҙән һеҙҙең игеҙәктәр тыуасаҡ, тип шатландыралар.  Балалар билдәләнгән ваҡыттан алда тыуалар. Ике ай самаһы табиптар күҙәтеүендә булғандан һуң сабыйҙар яйлап ауырлыҡ йыя башлаған. Сабыйҙарҙың иҫән-һау донъяға килеүенә Тимербаевтар шатланып бөтә алмай. Улар үҙҙәрен иң бәхетле ата-әсә тип иҫәпләй. Әммә ғаиләнең  дауаханан сыҡҡас, барып төпләнер урыны юҡ. Тәүҙә йәш ғаилә Белорет районы Сәрмән ауылында 16 квадрат метрлыҡ йорт һатып алған. Ғаилә ишәйеү айҡанлы, улар шул уҡ урамда яңы йорт төҙөй башлаған. Тик сабыйҙарҙың алда тыуыуы сәбәпле, өй әлегә әҙер түгел.Өйҙө тулыһынса эшләп бөтөү өсөн яҡынса йәнә ике ай ваҡыт талап ителә. Бында яңы тыуған сабыйҙар өсөн бүлмә һайланған. Әммә хәҙер 64 квадрат метрлы йорт та Тимербаевтарға тар.  Тимербаевтарҙың ике бәхете-Юльян һәм Вилиан исемле улдары ла бар. Бер юлы өс бәпәйгә ағай булыуҙары менән улар ҡыуанып бөтә алмай. Тик торлаҡ мәсьәләһе хәл ителмәгәнгә күрә, улар бәпестәрҙе йыш күрә алмай. Үҙҙәре лә әле ата-әсәһенән айырылып, туғандарында йәшәй. Йорт хужаһы торлаҡ төҙөкләндереү һәм ике улын ҡарау менән шөғөлләнһә, ә йәш әсә хәҙер ауылда яңы тыуған сабыйҙар өсөн кәрәкле шарттар тыуҙырылмау сәбәпле, ҡалала ҡуртымға алынған бер бүлмәле фатирҙа йәшәргә мәжбүр. Хәҙер Тимербаевтар йәшәү урыны өсөн генә айына ун меңгә яҡын аҡса түләргә тейеш. Ғаиләнең тарҡалыуы ла ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙыра, тип зарлана улар. Йәш ғаиләгә яҡындары төрлө яҡтан ярҙам күрһәтергә тырыша, әлбиттә. Торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү маҡсаты менән улар Белорет район хакимиәтенә мөрәжәғәт иткән. Бынан тыш, мәктәптә белем алған Юльян һәм Вилианға бушлай ашау ҙа ҡаралған. Өс игеҙәк төбәктә йыш осрай торған хәл түгел. Шуға ла Тимербаевтар ғаиләһенә хәҙер торлаҡ мәсьәләһенең тиҙ арала хәл ителеүенә өмөтләнеп көтөргә ҡала.

Подпишитесь на наш Telegram-канал


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Алтынай Вәлитовтың  концерты үтәсәк  | ГТРК «Башкортостан»

Алтынай Вәлитовтың концерты үтәсәк

Өфө уттары клубының Колизео Тинькофф холында Алтынай Вәлитовтың  концерты үтәсәк. 25-тән ашыу йыр ижад итеүсе егет әле сығышҡа әҙерләнә. Йырҙан тыш, концертҡа килгән тамашасыларҙы төрлө бүләктәр, башҡа артистарҙың сығышы көтәсәк.  Йыр яҙҙырыу студияһы минең өсөн икенсе өйгә әйләнде, ти...

15 апреля 2021
Смотреть видео 16 апрелдә Башҡортостанда  Милли кейем көнө билдәләнә | ГТРК «Башкортостан»

16 апрелдә Башҡортостанда Милли кейем көнө билдәләнә

 Республика халыҡ ижады үҙәге ошо уңайҙан бихисап саралар ойоштора. Социаль селтәрҙә әле бер юлы ике акция бара. Тәүгеһе – «Дуҫлыҡ бейеүе». Унда республиканың бейеү коллективтары ҡатнаша ала. Төрлө милли кейемдәрҙә 2-3 минутлыҡ бейеү күрһәтергә кәрәк. 16 апрелдә Милли кейем көнөнә бағышланған...

15 апреля 2021
Смотреть видео Башҡортостан 24 каналында Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе көнө уҙҙы | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан 24 каналында Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе көнө уҙҙы

Ошо уңайҙан берләшмә артистары Өфөгә килде һәм тапшырыуҙарҙа, матбуғат конференцияһында ҡатнашты. Көн дауамында каналда Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрының, филармонияның спектаклдәре һәм  концерттары барҙы. Бына улар – республиканың иң үҙенсәлекле ижади коллективы артистары. 6 автобусты...

15 апреля 2021
Смотреть видео Шуҡ малай шәбәйә башланы | ГТРК «Башкортостан»

Шуҡ малай шәбәйә башланы

12 ҡаттан ҡолап төшөп тере ҡалған бала һауығыуға табан бара, тип хәбәр итә табиптар. 5 йәшлек шуҡ малай менән булған хәл бөтә илде тетрәндерҙе. Малай әле  реабилитация курстары үтә. Ысынлап та, тиҙҙән был ҡыйыу малай велосипедына ла ултырыр, йүгереп тә китер. Әммә бер-ике ай көтөргө кәрәк...

15 апреля 2021
Смотреть видео Һыу баҫа | ГТРК «Башкортостан»

Һыу баҫа

Ауылдарҙы һыу баҫыуҙан йылғаларҙағы боҙ тығындарын шартлатып ҡотолоу сараһы күрелә. Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса әле 31 йорт, 272 йорт-ҡура, 11 юл участкаһы ташҡындан зыян күргән. 14 апрелгә һыу баҫыуҙың 29 осрағы теркәлһә, шуның 19-ы күҙәтеүгә...

15 апреля 2021
Смотреть видео Мотлаҡ изоляция режимы ғәмәлдән сығарыла | ГТРК «Башкортостан»

Мотлаҡ изоляция режимы ғәмәлдән сығарыла

Башҡортостанда  65 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирҙәре булғандар өсөн мотлаҡ изоляция режимы ғәмәлдән сығарыла.  Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефенә бәйле «Юғары әҙерлек» тәртибе тураһында указға үҙгәрештәр индерҙе. Үҙгәрештәр бөгөндән үҙ көсөнә...

15 апреля 2021
Смотреть видео Яҙғы-баҫыу эштәре башланды | ГТРК «Башкортостан»

Яҙғы-баҫыу эштәре башланды

Башҡортостандың көнбайышында бер нисә хужалыҡ баҫыу эштәрен башланы. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Шаран районы фермеры Рәмил Иҙиәтуллин ужым бойҙайын туҡландырыу эшен башҡара. Туймазы районында «Өйәҙе» крәҫтиән-фермер хужалығы ужым культураларын туҡландырыуға тотондо. Ғәҙәттәгесә...

15 апреля 2021
Смотреть видео Сираттағы рейд | ГТРК «Башкортостан»

Сираттағы рейд

Водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгән, страховкаһы юҡ, штрафтары түләнмәгән. Өфөлә Дәүләт автоинспекцияһы рейд барышында ҡағиҙә боҙоусыларҙы теркәне. Бер көн эсендә генә нисә юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәмәүселәр тотола?  Ни өсөн айырыуса иғтибар таксиҙарға йүнәлтелгән? Был водитель...

13 апреля 2021
Смотреть видео Космонавт менән тура бәйләнеш | ГТРК «Башкортостан»

Космонавт менән тура бәйләнеш

Рус драма театрында баш ҡаланың Октябрь районы хакимиәте мәктәп уҡыусылары өсөн космонавт, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, Рәсәйҙең космонавтика Федерацияһы президенты Владимир Коваленок менән осрашыу үткәрҙе. Осрашыу тура бәйләнеш аша барҙы. Авиация генерал-полковнигы үҫмерҙәргә йыһан карабында...

13 апреля 2021
Смотреть видео Башҡорт балы йыһанда | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт балы йыһанда

 Хәҙер инде 16 йыл самаһы  космонавтарға өҫтәлмә ризыҡ булараҡ башҡорт балы ла бирелә. Махсус тюбиктарға йүкә һәм сәскәнән йыйылған  бал һалына. Республиканан халыҡ-ара йыһан станцияһына йылына 100 кг тирәһе бал оҙатыла. 2004-се йыл ошондай консервалы банкаларҙа Башҡорт балын...

13 апреля 2021
Яндекс.Метрика