Ваҡытһыҙ өҙөлгән ғүмер

Белорет районы Тирлән ауылында йәшәүсе Еникеевтар ғаиләһе ҡыҙының үлемендә урындағы дауахана табиптарын ғәйепләй. Әгәр ҙә табиптар анализдары насар булыуын күреп тә, дауаханан сығармаһалар, бәлки пациентты ҡотҡарып булыр ине, тип иҫәпләй улар. Был мәсьәләне тәфтиш комитеты тикшереүгә алған. Таһир Еникеевҡа хәҙер ҡыҙының һәр ваҡыт тик алсаҡ күңелле булыуын һәм донъяға нисек шатланып йәшәүен иҫләп һөйләргә генә ҡала. Теүәл бер йыл ул дөрөҫлөктө асыҡлай алмай. Былтыр март айында ҡыҙы Лилиә ҡаты ауырып китә. Таһир Еникеев һүҙҙәренсә, ҡыҙының анализдары насар булыуға ҡарамаҫтан, урындағы район табиптары уны дауаханан сығарған. Ҡатындың хәле көндән көн насарайғас, атаһы уны урындағы Тирлән дауаханаһына алып барған. Тик бында ла пациентҡа бер ниндәй ҙә ярҙам күрһәтмәнеләр, тип зарлана ул. Таһир Еникеевты район табиптарының пациенттарға ҡарата һүлпән мөнәсәбәттә булыуы аптырашта ҡалдыра. Әгәр ҙә табиптар тиҙ арала дауалай башлаһалар, бәлки уны ҡотҡарып та булыр ине, тип һанай ата-әсәһе.  Ҡатындың ата-әсәһе уны Өфө дауаханаһына һалырға ла тәҡдим иткән. Ләкин табиптар уны юлда йөрөтөүе ҡурҡыныс, тип таба. Ауыр хәлдә йөрөгән пациент Белорет  үҙәк район клиник дауаханаһында ятҡан. Әммә табиптар уның ғүмерен ваҡытында ҡотҡарып өлгөрә алмай. Тыуған көнөнә тиклем ни бары бер ай ваҡыт ҡалғас, ҡатын хирург бүлегендә үлә. Ә урындағы табиптар иһә пациент дауаханан үҙ теләге менән сығыу өсөн ғариза яҙҙы, тип раҫлай. Әммә ҡултамға ҡуйылған ҡағыҙҙы улар ҡыҙҙың ата-әсәһенә хоҡуҡ һаҡлау органдары был мәьсәлә буйынса эш башлағас ҡына күрһәтәсәк. Тәфтиш комитетына ла был мәсьәлә яҡшы таныш. Хәҙер Лилиә Хисәметдинованың берҙән бер ун биш йәшлек улы тороп ҡалған. Суд ултырышында ваҡытында дауалау башлаһалар, ҡатынды ҡотҡарып булыр инеме тигән һорауға хәҙер яуап алыу Таһир Еникеевтың берҙән –бер теләге. Табиптарҙан ул матди һәм әхлаҡи зыян өсөн аҡса һорай.

Подпишитесь на нас в ВКонтакте


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Алтынай Вәлитовтың  концерты үтәсәк  | ГТРК «Башкортостан»

Алтынай Вәлитовтың концерты үтәсәк

Өфө уттары клубының Колизео Тинькофф холында Алтынай Вәлитовтың  концерты үтәсәк. 25-тән ашыу йыр ижад итеүсе егет әле сығышҡа әҙерләнә. Йырҙан тыш, концертҡа килгән тамашасыларҙы төрлө бүләктәр, башҡа артистарҙың сығышы көтәсәк.  Йыр яҙҙырыу студияһы минең өсөн икенсе өйгә әйләнде, ти...

15 апреля 2021
Смотреть видео 16 апрелдә Башҡортостанда  Милли кейем көнө билдәләнә | ГТРК «Башкортостан»

16 апрелдә Башҡортостанда Милли кейем көнө билдәләнә

 Республика халыҡ ижады үҙәге ошо уңайҙан бихисап саралар ойоштора. Социаль селтәрҙә әле бер юлы ике акция бара. Тәүгеһе – «Дуҫлыҡ бейеүе». Унда республиканың бейеү коллективтары ҡатнаша ала. Төрлө милли кейемдәрҙә 2-3 минутлыҡ бейеү күрһәтергә кәрәк. 16 апрелдә Милли кейем көнөнә бағышланған...

15 апреля 2021
Смотреть видео Башҡортостан 24 каналында Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе көнө уҙҙы | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан 24 каналында Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе көнө уҙҙы

Ошо уңайҙан берләшмә артистары Өфөгә килде һәм тапшырыуҙарҙа, матбуғат конференцияһында ҡатнашты. Көн дауамында каналда Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрының, филармонияның спектаклдәре һәм  концерттары барҙы. Бына улар – республиканың иң үҙенсәлекле ижади коллективы артистары. 6 автобусты...

15 апреля 2021
Смотреть видео Шуҡ малай шәбәйә башланы | ГТРК «Башкортостан»

Шуҡ малай шәбәйә башланы

12 ҡаттан ҡолап төшөп тере ҡалған бала һауығыуға табан бара, тип хәбәр итә табиптар. 5 йәшлек шуҡ малай менән булған хәл бөтә илде тетрәндерҙе. Малай әле  реабилитация курстары үтә. Ысынлап та, тиҙҙән был ҡыйыу малай велосипедына ла ултырыр, йүгереп тә китер. Әммә бер-ике ай көтөргө кәрәк...

15 апреля 2021
Смотреть видео Һыу баҫа | ГТРК «Башкортостан»

Һыу баҫа

Ауылдарҙы һыу баҫыуҙан йылғаларҙағы боҙ тығындарын шартлатып ҡотолоу сараһы күрелә. Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса әле 31 йорт, 272 йорт-ҡура, 11 юл участкаһы ташҡындан зыян күргән. 14 апрелгә һыу баҫыуҙың 29 осрағы теркәлһә, шуның 19-ы күҙәтеүгә...

15 апреля 2021
Смотреть видео Мотлаҡ изоляция режимы ғәмәлдән сығарыла | ГТРК «Башкортостан»

Мотлаҡ изоляция режимы ғәмәлдән сығарыла

Башҡортостанда  65 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирҙәре булғандар өсөн мотлаҡ изоляция режимы ғәмәлдән сығарыла.  Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефенә бәйле «Юғары әҙерлек» тәртибе тураһында указға үҙгәрештәр индерҙе. Үҙгәрештәр бөгөндән үҙ көсөнә...

15 апреля 2021
Смотреть видео Яҙғы-баҫыу эштәре башланды | ГТРК «Башкортостан»

Яҙғы-баҫыу эштәре башланды

Башҡортостандың көнбайышында бер нисә хужалыҡ баҫыу эштәрен башланы. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Шаран районы фермеры Рәмил Иҙиәтуллин ужым бойҙайын туҡландырыу эшен башҡара. Туймазы районында «Өйәҙе» крәҫтиән-фермер хужалығы ужым культураларын туҡландырыуға тотондо. Ғәҙәттәгесә...

15 апреля 2021
Смотреть видео Сираттағы рейд | ГТРК «Башкортостан»

Сираттағы рейд

Водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгән, страховкаһы юҡ, штрафтары түләнмәгән. Өфөлә Дәүләт автоинспекцияһы рейд барышында ҡағиҙә боҙоусыларҙы теркәне. Бер көн эсендә генә нисә юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәмәүселәр тотола?  Ни өсөн айырыуса иғтибар таксиҙарға йүнәлтелгән? Был водитель...

13 апреля 2021
Смотреть видео Космонавт менән тура бәйләнеш | ГТРК «Башкортостан»

Космонавт менән тура бәйләнеш

Рус драма театрында баш ҡаланың Октябрь районы хакимиәте мәктәп уҡыусылары өсөн космонавт, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, Рәсәйҙең космонавтика Федерацияһы президенты Владимир Коваленок менән осрашыу үткәрҙе. Осрашыу тура бәйләнеш аша барҙы. Авиация генерал-полковнигы үҫмерҙәргә йыһан карабында...

13 апреля 2021
Смотреть видео Башҡорт балы йыһанда | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт балы йыһанда

 Хәҙер инде 16 йыл самаһы  космонавтарға өҫтәлмә ризыҡ булараҡ башҡорт балы ла бирелә. Махсус тюбиктарға йүкә һәм сәскәнән йыйылған  бал һалына. Республиканан халыҡ-ара йыһан станцияһына йылына 100 кг тирәһе бал оҙатыла. 2004-се йыл ошондай консервалы банкаларҙа Башҡорт балын...

13 апреля 2021
Яндекс.Метрика