Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Америка Ҡушма Штаттарының Флорида штатында аттар енәйәтсене тоторға ярҙам иткән. Вертолеттан төшөрөлгән видеояҙманан күренеүенсә, өс ат үҙенең биләмәһендә сит кешене күреп ҡалалар ҙа, баҫтырырға тотоналар. Енәйәтсе йылҡы малынан ҡасап тип, полиция хеҙмәткәрҙәренең ҡулына ғына килеп эләккән. Уны таныҡлыҡһыҙ автомобиль йөрөтөүҙә һәм ҡаршылыҡ күрһәтеүҙә ғәйепләйҙәр.

Рәсәйҙең федераль именлек хеҙмәте  илдең 32 төбәгендә ҡорал эшләүсе йәшерен оҫтаханалар барлығын асыҡлаған. Уларҙы тентеү ваҡытында 18 автомат, 126 пистолет һәм ревовер, “Шмель” реактив огнеметы, гранаталар тартып алынған. 86 кеше ҡулға алынған.

Рәсәйҙең Тәфтиш комитеты  Сорғот-Мәскәү рейсы менән осоусы самолетты ҡыуып алып китеүҙә ғәйепләнгән 41 йәшлек Павел Шаповаловтан һорау алды. 22 ғинуар самолет һауаға күтәрелгәс ул пилоттар кабинаһына инеп Әфғанстанға осорға талап итә. Ир ғәйебен таныған. Тиҙҙән ул психиатр тикшереүен үтергә тейеш.

Рәсәйҙә эшләнгән яңы Аурус лимузинына һынауҙар үткәргәндәр. Краш-тесттың видеояҙмаһын Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы күрһәткән. 2019 йылда ошондай 120 машина сығарыу планлаштырыла. Әйткәнәй, был лимузин Рәсәй президенты Владимир Путиндың төп эш автомобиле.

Владимир Путин виртуаль киңлектә. Ил президенты Мәскәү дәүләт университетына эш сәфәре менән барған саҡта студенттарҙың проект эштәре менән танышҡан. Йәштәр антропология музейының экспонаттарын цифралы форматҡа күсергәндәр. Хәҙер улар менән виртуаль донъяны күрергә форсат биргән күҙлек кейеп танышырға мөмкин.

Смотрите нас в YouTube


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Алтынай Вәлитовтың  концерты үтәсәк  | ГТРК «Башкортостан»

Алтынай Вәлитовтың концерты үтәсәк

Өфө уттары клубының Колизео Тинькофф холында Алтынай Вәлитовтың  концерты үтәсәк. 25-тән ашыу йыр ижад итеүсе егет әле сығышҡа әҙерләнә. Йырҙан тыш, концертҡа килгән тамашасыларҙы төрлө бүләктәр, башҡа артистарҙың сығышы көтәсәк.  Йыр яҙҙырыу студияһы минең өсөн икенсе өйгә әйләнде, ти...

15 апреля 2021
Смотреть видео 16 апрелдә Башҡортостанда  Милли кейем көнө билдәләнә | ГТРК «Башкортостан»

16 апрелдә Башҡортостанда Милли кейем көнө билдәләнә

 Республика халыҡ ижады үҙәге ошо уңайҙан бихисап саралар ойоштора. Социаль селтәрҙә әле бер юлы ике акция бара. Тәүгеһе – «Дуҫлыҡ бейеүе». Унда республиканың бейеү коллективтары ҡатнаша ала. Төрлө милли кейемдәрҙә 2-3 минутлыҡ бейеү күрһәтергә кәрәк. 16 апрелдә Милли кейем көнөнә бағышланған...

15 апреля 2021
Смотреть видео Башҡортостан 24 каналында Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе көнө уҙҙы | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан 24 каналында Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе көнө уҙҙы

Ошо уңайҙан берләшмә артистары Өфөгә килде һәм тапшырыуҙарҙа, матбуғат конференцияһында ҡатнашты. Көн дауамында каналда Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрының, филармонияның спектаклдәре һәм  концерттары барҙы. Бына улар – республиканың иң үҙенсәлекле ижади коллективы артистары. 6 автобусты...

15 апреля 2021
Смотреть видео Шуҡ малай шәбәйә башланы | ГТРК «Башкортостан»

Шуҡ малай шәбәйә башланы

12 ҡаттан ҡолап төшөп тере ҡалған бала һауығыуға табан бара, тип хәбәр итә табиптар. 5 йәшлек шуҡ малай менән булған хәл бөтә илде тетрәндерҙе. Малай әле  реабилитация курстары үтә. Ысынлап та, тиҙҙән был ҡыйыу малай велосипедына ла ултырыр, йүгереп тә китер. Әммә бер-ике ай көтөргө кәрәк...

15 апреля 2021
Смотреть видео Һыу баҫа | ГТРК «Башкортостан»

Һыу баҫа

Ауылдарҙы һыу баҫыуҙан йылғаларҙағы боҙ тығындарын шартлатып ҡотолоу сараһы күрелә. Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса әле 31 йорт, 272 йорт-ҡура, 11 юл участкаһы ташҡындан зыян күргән. 14 апрелгә һыу баҫыуҙың 29 осрағы теркәлһә, шуның 19-ы күҙәтеүгә...

15 апреля 2021
Смотреть видео Мотлаҡ изоляция режимы ғәмәлдән сығарыла | ГТРК «Башкортостан»

Мотлаҡ изоляция режимы ғәмәлдән сығарыла

Башҡортостанда  65 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирҙәре булғандар өсөн мотлаҡ изоляция режимы ғәмәлдән сығарыла.  Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефенә бәйле «Юғары әҙерлек» тәртибе тураһында указға үҙгәрештәр индерҙе. Үҙгәрештәр бөгөндән үҙ көсөнә...

15 апреля 2021
Смотреть видео Яҙғы-баҫыу эштәре башланды | ГТРК «Башкортостан»

Яҙғы-баҫыу эштәре башланды

Башҡортостандың көнбайышында бер нисә хужалыҡ баҫыу эштәрен башланы. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Шаран районы фермеры Рәмил Иҙиәтуллин ужым бойҙайын туҡландырыу эшен башҡара. Туймазы районында «Өйәҙе» крәҫтиән-фермер хужалығы ужым культураларын туҡландырыуға тотондо. Ғәҙәттәгесә...

15 апреля 2021
Смотреть видео Сираттағы рейд | ГТРК «Башкортостан»

Сираттағы рейд

Водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгән, страховкаһы юҡ, штрафтары түләнмәгән. Өфөлә Дәүләт автоинспекцияһы рейд барышында ҡағиҙә боҙоусыларҙы теркәне. Бер көн эсендә генә нисә юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәмәүселәр тотола?  Ни өсөн айырыуса иғтибар таксиҙарға йүнәлтелгән? Был водитель...

13 апреля 2021
Смотреть видео Космонавт менән тура бәйләнеш | ГТРК «Башкортостан»

Космонавт менән тура бәйләнеш

Рус драма театрында баш ҡаланың Октябрь районы хакимиәте мәктәп уҡыусылары өсөн космонавт, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, Рәсәйҙең космонавтика Федерацияһы президенты Владимир Коваленок менән осрашыу үткәрҙе. Осрашыу тура бәйләнеш аша барҙы. Авиация генерал-полковнигы үҫмерҙәргә йыһан карабында...

13 апреля 2021
Смотреть видео Башҡорт балы йыһанда | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт балы йыһанда

 Хәҙер инде 16 йыл самаһы  космонавтарға өҫтәлмә ризыҡ булараҡ башҡорт балы ла бирелә. Махсус тюбиктарға йүкә һәм сәскәнән йыйылған  бал һалына. Республиканан халыҡ-ара йыһан станцияһына йылына 100 кг тирәһе бал оҙатыла. 2004-се йыл ошондай консервалы банкаларҙа Башҡорт балын...

13 апреля 2021
Яндекс.Метрика