Башҡортостанда “Ҡаргиҙәр” операцияһы дауам итә

Айлыҡ сиктәрендә юлһыҙ ерҙән йөрөгән мототранспортты файҙалағанда тәртип боҙоуҙары, транспорттың техник торошон тикшереү буйынса иҫкәртеү саралары үткәрелә. Ҡаргиҙәрҙәрҙе ҡуртымға биргән ойошмалар менән профилактик эштәр ойошторола. Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың торошон тикшереү 15-се февралгә тиклем дауам итә. Элекке Шишмә юлында бер сәғәт эсендә ике ҡарғиҙәр тикшерелде. Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү инспекторы әйтеүенсә, әгәр ҙә ҡағиҙәне боҙоу осрағы асыҡланһа, ҡаргиҙәр хужаһына ҡарата урында уҡ административ протокол төҙөлә.  Ҡыҙғанысҡа, ҡаргиҙәрҙәрҙе ҡуртымға биреүсе ойошмалар кешенән водитель таныҡлығын да һорамай, уның тәжрибәһе менән дә ҡыҙыҡһынмай. Ә ни бары ике яҡлы килешеү генә төҙөй. Тимәк транспорт менән идара иткән саҡта берәй хәл була ҡалһа, ҡуртымға алыусы үҙе яуаплы буласаҡ. Ҡаргиҙәр менән идара итер өсөн һәр водителдә транспорттың техник паспорты һәм махсус А1 категорияһындағы водитель таныҡлығы булырға тейеш. Тап шул осраҡта ғына руль артына ултырырға рөхсәт ителә. Рейд барышында Глумилино ауылы янындағы яландарҙың береһендә инспекторҙар иғтибарына эләккән ҡаргиҙәр ҡасыу яғын ҡараны. Бер аҙҙан транспорты һүнеү сәбәпле туҡтаны. Асыҡланыуынса, водитель транспорт менән кәрәкле документтарһыҙ идара иткән. Урында уҡ уға ҡарата административ протокол төҙөлдө. Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса республика дәүләт инспекцияһында барлығы 4 меңдән ашыу ҡаргиҙәр теркәлгән. Белгестәр билдәләүенсә, ярты ай эсендә Өфө районында ғына ҡағиҙә боҙоуҙың ике тиҫтәгә яҡын боҙоу осрағы теркәлгән.

Подпишитесь на нас в Facebook


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Өфөлә йәшәүсе табип дәүләт наградаһы алды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә йәшәүсе табип дәүләт наградаһы алды

Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградаһы – «Һыуҙа батыусыларҙы ҡотҡарған өсөн» миҙалы менән Өфөнөң 18-се һанлы поликлиникаһында эшләүсе йәш табип Азамат Ғиззәтуллин бүләкләнде. Үткән йәй тап ул бәләкәй малайҙы үлемдән ҡотҡара. Төрлө төҫтәге шарҙар һәм бүләкте Азамат Ғиззәтуллин үҙенең бәләкәй дуҫына...

8 часов 32 минуты назад
Смотреть видео “Ҡанатлан” форумы | ГТРК «Башкортостан»

“Ҡанатлан” форумы

Сығарылыш уҡыусыларын үҙ аллы тормошҡа әҙерләү һәм потенциалдарын асырға ярҙам итеү. Өфөлә 3-сө тапҡыр үткән “Ҡанатлан” форумының төп маҡсаты ошоларҙан ғибәрәт. Күләмле сарала уҡыусы балаларҙың психик һаулығын хәстәрләү, хәүефһеҙ интернет, туҡланыу, уңайлы мөхит булдырыу мәсьәләләре лә көн...

8 часов 33 минуты назад
Смотреть видео Башҡортостан айыҡ тормош яҡлы | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан айыҡ тормош яҡлы

Быны “Айыҡ ауыл” конкурсы асыҡ дәлилләне. Быйыл бәйгелә 2 меңдән ашыу ауыл һәм бөтә райондар ҙа ҡатнашҡан. 320 сауҙа ойошмаһы үҙ теләге менән алкоголь һатыуҙан баш тартҡан. 2011 йылда ирекмәндәр башланғысы менән ҡуҙғалып киткән айыҡлыҡ хәрәкәте 2019-ҙан яңы һулыш алды. Хәҙер конкурсты ойоштороу...

8 часов 34 минуты назад
Смотреть видео Ташҡынға әҙер бул! | ГТРК «Башкортостан»

Ташҡынға әҙер бул!

Апрель айының йылы көндәргә йомарт һауа торошо ташҡынға бәйле фараздарҙы үҙгәртеүе ихтимал. Синоптиктар быйыл һыу запасы норманан артмай тиһәләр ҙә кинәт ирегән ҡар һыуҙары байтаҡ ҡатмарлыҡтар тыуҙыра. Үткән аҙна башында уҡ Ишембай, Ғафури райондарында ауыл урамдарын, ихаталарҙы һыу баҫҡайны. Был...

8 часов 36 минут назад
Смотреть видео Йыртҡыс менән бер фатирҙа | ГТРК «Башкортостан»

Йыртҡыс менән бер фатирҙа

Өфөлә йәшәүсе Алида Насырова үҙ фатирында Кира ҡушаматлы бүре тәрбиәләй. Хайуан ҡулға өйрәтелгән, кешеләргә ташланмай, ти хужа. Алида Насырова Кира ҡушаматлы бүрене былтыр тәрбиәгә алған. Шул көндән алып ул ғаилә ағзаһына әйләнгән. Кираға ни бары ун ай, шуға ла ул кешеләр менән уйнарға ярата, үҙен...

9 апреля 2021
Смотреть видео Беренсе: Гагарин һәм Куба | ГТРК «Башкортостан»

Беренсе: Гагарин һәм Куба

Өфө ҡалаһы тарихы музейында  «Беренсе: Гагарин һәм Куба» тип исемләнгән күргәҙмә асылды. Ул кешенең тәүге тапҡыр йыһанға осоуына – 60 йыл тулыуға арналған. Күргәҙмәлә Юрий Гагариндың Куба революцияһы лидерҙары Эрнесто Че Геваро, Фидель Кастро һәм Куба халҡы менән осрашыу мәлендәге...

9 апреля 2021
Смотреть видео Айык ауыл – 2020 | ГТРК «Башкортостан»

Айык ауыл – 2020

,,Торатау,, конгресс-холында ,,Айык ауыл – 2020,, конкурсын йомғаҡлау тантанаһы уҙҙы. Еңеүселәр менән республика башлығы Радий Хәбиров осрашты. «Айыҡ ауыл» конкурсы республикала 2011 йылдан алып үткәрелә. Конкурстың маҡсаты — ауыл кешеләрен айыҡ һәм сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу, үҫеп килеүсе...

9 апреля 2021
Смотреть видео Сәнәғәт форумы | ГТРК «Башкортостан»

Сәнәғәт форумы

Волга буйы төбәгенең ике тиҫтә йыл элек барлыҡҡа килгән күләмле проекты – Сәнәғәт форумы асылды. Өфөләге ВДНХ-ЭКСПО бинаһының эске һәм тышҡы майҙандарында илдең 12 төбәгенән килгән 130-ҙан ашыу компания күргәҙмәһе эшләй. Металл ҡоролманы йыйып-көйләү менән бары йыл ярым шөғөлләнгән Ғаян Яҡупов эшен...

9 апреля 2021
Смотреть видео Өфөлә “Апрель” республика вокал сәнғәте конкурсы үтте | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә “Апрель” республика вокал сәнғәте конкурсы үтте

Унда 6-ынан алып 16 йәшкә тиклемге балалар ҡатнашты. Солистар, дуэт менән йырлаусылар республиканың төрлө район-ҡалаларынан килде. Конкурсты Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығы һәм Республика халыҡ ижады үҙәге ойошторҙо. Еңеүсе дипломын алып сыҡҡан һәр бала бына шулай  ҡыуанысы менән...

8 апреля 2021
Смотреть видео  “Башҡортостан 24” каналында тематик көндәр башланды | ГТРК «Башкортостан»

“Башҡортостан 24” каналында тематик көндәр башланды

Тәүгеләр исемлегендә - Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры. Ижади коллектив көн дауамында “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһының барлыҡ тапшырыуҙарында ҡатнашып, үҙенең эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. Был иртәлә телеүҙәк алдындағы майҙан театр сәхнәһенә әүерелде. “...

8 апреля 2021
Яндекс.Метрика