Өфөлә этник ауыл асылды

Милли йолалар, халыҡ көнкүреше, республиканың тарихы, бөгөнгөһө һәм киләсәге. Халыҡ-ара саммиттар көндәрендә ошо турала бар мәғлүмәтте бер урында туплаған этник ауыл ҡапҡаһы бөгөндән теләгән һәр кем өсөн асыҡ.  Виктория исемле волонтер ҡыҙ халыҡ-ара саммиттар көндәрендәге кеүек үк һәр кемде шифалы сәй менән һыйлай. Бында ихлас ҡунаҡсыллыҡ хөкөм һөрә. Ете тирмәнең һәр ҡайһыһында алсаҡ ҡыҙҙар һәм егеттәр ҡунаҡты ҡаршы алып бар ҡыҙыҡһындырған һорауына яуап бирә. Сәйәхәтте беренсе тирмәнән башлайбыҙ. Икенсе тирмә кейеҙ баҫыу, ағас семәрләү, ҡымыҙ бешеү, бал ҡыуыу кеүек халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәре менән таныштыра. Өсөнсөһө Башҡортостандың тәбиғи байлыҡтарын тасуирлай. Бында нефть менән алтынды тотоп ҡарарға, ә мозаика оҫталары башҡарған һоҡланғыс картиналар аша ер өҫтөндә түгелеп ятҡан затлы таштар ханлығына барып сығырға мөмкин.  Дүртенсе тирмәлә бал менән ҡымыҙҙы тәмләп ҡарарға, бишенсеһендә республикала йәшәгән төрлө милләт халыҡтарының татыу йәшәүен һүрәтләүсе дуҫлыҡ ағасына таҫма бәйләргә тәҡдим ителә. 21-се быуаттың шау-шыулы урамдарынан тын сәхрәгә, йылҡы өйөрҙәре йөрөгән йәйләүгә. Был тирмә – ваҡыт машинаһы. Теләгән кейемдә теләгән быуатҡа сәйәхәт ҡылырға мөмкин. Етенсе тирмә иһә ҡунаҡтарҙы Өфөнөң хыялдағы киләсәген төҫмөрлөргә саҡыра. Ватан паркы проектын уйлап табыусы Илдар Нуретдинов ете тирмә ауылында беҙ республика тураһында заманса белешмә тупларға тырыштыҡ, ти. Өфө амфитеатры биләмәһендәге Ватан паркы башҡала халҡын һәм ҡунаҡтарҙы сентябрь айына тиклем һөйөндөрәсәк. Киләсәктә ул Өфөнөң йөҙөк ҡашына әйләнер, тигән өмөт бар. 

 

Подпишитесь на нас в Google Новости


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Майҙа Башҡортостан халҡын өҫтәмә өс ял көнө көтә | ГТРК «Башкортостан»

Майҙа Башҡортостан халҡын өҫтәмә өс ял көнө көтә

Майҙа Башҡортостан халҡын, шәмбе һәм йәкшәмбенән тыш, өҫтәмә өс ял көнө көтә. 1 май – Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы, 9 май – Еңеү көнө һәм 13 май – Ураҙа байрамы. Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында 1, 2, 3, 8, 9, 10 һәм 13 май ял көндәре булып иҫәпләнә. 30 апрелдә һәм 12 майҙа эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара...

20 апреля 2021
Смотреть видео Башҡорт дәүләт медицина университетында ҙур яңылыҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт дәүләт медицина университетында ҙур яңылыҡ

Студенттар яңы коллективҡа тупланған. Сумаҙандарҙа медицина ҡорамалдары, дарыуҙар, тип уйларһығыҙ.  Юҡ,  унда флейталар. Бер нисә минут һәм улар репетицияға әҙер.Башҡорт дәүләт медицина университеты үҙ оркестры булған  республикалағы тәүге юғары уҡыу йорто. Репетицияға студенттар бер...

20 апреля 2021
Смотреть видео Үткән йыл Рәсәйҙә ҡан плазмаһын тапшырыу 15 процентҡа артҡан | ГТРК «Башкортостан»

Үткән йыл Рәсәйҙә ҡан плазмаһын тапшырыу 15 процентҡа артҡан

Пандемия донорлыҡ тармағы өсөн бөтә донъяла ҡаты һынауҙар алып килде. Күп дәүләттәрҙә ҡан компоненттарына ҡытлыҡ барлыҡҡа килде тиелде Өфөлә үткән 13-сө Бөтә Рәсәй ҡан хеҙмәте форумында. Федераль медик-биологик агентлыҡ етәксеһе Вероника Скворцова фекеренсә, был дәүләт органдарының йәмәғәт...

20 апреля 2021
Смотреть видео Төбәктә май һәм июндә, йәй аҙағында урман янғындары сығыу ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Төбәктә май һәм июндә, йәй аҙағында урман янғындары сығыу ихтимал

Урман янғындарына ҡаршы көрәштә хәҙер көрәк-биҙрә, һыу-ҡом ғына түгел, ә коптер ҙа кәрәк. Юғарыла осоусы был ҡоролма урмандың ҡайһы өлөшөндә ут сығыуын, уның таралыу майҙанын теүәл күрһәтә ала.  “Экология” милли проектына иҫәп тота Башҡортостан урмансылары. Федераль программа сиктәрендә...

20 апреля 2021
Смотреть видео Был аҙнала Башҡортостанда ташҡындың иң юғары нөктәһе көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Был аҙнала Башҡортостанда ташҡындың иң юғары нөктәһе көтөлә

Ҡотҡарыусылар халыҡты әҙер булырға саҡыра. Республиканың Ғәҙҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, һауа торошо ташҡынға ҙур йоғонто яһай. Синоптиктар алдағы көндәрҙә төбәктә көндәрҙең һалҡынайыуын фаразлай. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса Дуҫлыҡ монументында Ағиҙел йылғаһы бер...

20 апреля 2021
Смотреть видео КОВИД ун туғыҙҙан вакцинациялауҙы республика башлығы шәхси күҙәтеүгә ала | ГТРК «Башкортостан»

КОВИД ун туғыҙҙан вакцинациялауҙы республика башлығы шәхси күҙәтеүгә ала

Был хаҡта Радий Хәбиров Республика хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе.  Өфө, Салауат, Учалы кеүек ҙур ҡалаларҙа коронавирус инфекцияһын иҫкәртеүсе прививка яһатыу әүҙем яйға һалынған. Радий Хәбиров башҡаларҙы уларҙың тәжрибәһен ҡулланырға саҡыра. Оператив хеҙмәттәр аҙна ваҡиғалары...

20 апреля 2021
Смотреть видео Алтынай Вәлитовтың  концерты үтәсәк  | ГТРК «Башкортостан»

Алтынай Вәлитовтың концерты үтәсәк

Өфө уттары клубының Колизео Тинькофф холында Алтынай Вәлитовтың  концерты үтәсәк. 25-тән ашыу йыр ижад итеүсе егет әле сығышҡа әҙерләнә. Йырҙан тыш, концертҡа килгән тамашасыларҙы төрлө бүләктәр, башҡа артистарҙың сығышы көтәсәк.  Йыр яҙҙырыу студияһы минең өсөн икенсе өйгә әйләнде, ти...

15 апреля 2021
Смотреть видео 16 апрелдә Башҡортостанда  Милли кейем көнө билдәләнә | ГТРК «Башкортостан»

16 апрелдә Башҡортостанда Милли кейем көнө билдәләнә

 Республика халыҡ ижады үҙәге ошо уңайҙан бихисап саралар ойоштора. Социаль селтәрҙә әле бер юлы ике акция бара. Тәүгеһе – «Дуҫлыҡ бейеүе». Унда республиканың бейеү коллективтары ҡатнаша ала. Төрлө милли кейемдәрҙә 2-3 минутлыҡ бейеү күрһәтергә кәрәк. 16 апрелдә Милли кейем көнөнә бағышланған...

15 апреля 2021
Смотреть видео Башҡортостан 24 каналында Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе көнө уҙҙы | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан 24 каналында Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе көнө уҙҙы

Ошо уңайҙан берләшмә артистары Өфөгә килде һәм тапшырыуҙарҙа, матбуғат конференцияһында ҡатнашты. Көн дауамында каналда Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрының, филармонияның спектаклдәре һәм  концерттары барҙы. Бына улар – республиканың иң үҙенсәлекле ижади коллективы артистары. 6 автобусты...

15 апреля 2021
Смотреть видео Шуҡ малай шәбәйә башланы | ГТРК «Башкортостан»

Шуҡ малай шәбәйә башланы

12 ҡаттан ҡолап төшөп тере ҡалған бала һауығыуға табан бара, тип хәбәр итә табиптар. 5 йәшлек шуҡ малай менән булған хәл бөтә илде тетрәндерҙе. Малай әле  реабилитация курстары үтә. Ысынлап та, тиҙҙән был ҡыйыу малай велосипедына ла ултырыр, йүгереп тә китер. Әммә бер-ике ай көтөргө кәрәк...

15 апреля 2021
Яндекс.Метрика