«Торатау геопаркы» сиктәрен билдәләү буйынса тәүге экспедиция тамамланды

Ғалимдар, экологтар һәм туризм өлкәһендәге белгестәр 3 көн дауамында ҡаргиҙәрҙәрҙә шихандар һәм уларға яҡын урынлашҡан билдәле урындар менән танышты.

230 миллион йыл элек башҡа шихандар кеүек үк, Тропик диңгеҙҙә һуңғы палеозой риф массаларынан барлыҡҡа килгән Торатауҙың тарихи, археологик, геологик ҡиммәте баһалап бөткөһөҙ. Ҡуйынында әүлиәләр ҡәберен һаҡлаған тау ерле халыҡ өсөн рухи ҡиммәте менән дә бай. Торатау геопаркы сиктәрен билдәләү маҡсатын ҡуйған тәүге экспедиция маршруты 150 километрға һуҙылды. Бындағы һәр шишмә, ҡалҡыулыҡ, ҡая тарих һаҡлай, геологик, биологик йәһәттән өйрәнер мөмкинлектәр аса. Борон кешеләр төйәк иткән “Төш өң”. Өйрәнелеп бөтмәгән мәмерйәлә әлегә тиклем боронғо мал-тыуар һөйәктәре һаҡланған. Ҡышын унда эләгеү мөмкин түгел, ә башҡа ваҡытта туристар ирекле инеп йөрөй.

Урал тау һырты атамаһын алған был  биләмәләрҙә өйрәнелмәгән мәмерйәләр күп, Һайран ауылынан 1-2 саҡрымда ғына шуларҙың береһенә юлыҡтыҡ.Мәмерйә барлығын урындағы халыҡ та белмәй икән. Хужаларса ҡараш булғанда күп туристарҙы йәлеп итергә мөмкин.1939-40 йылдарҙа Яков Протазановтың Салауат Юлаев фильмында, милли батырҙы ҡулға алған эпизод Ҡәлим осҡан ҡаяһындағы мәмерйәлә төшөрөлә, был урын туристар араһында киң билдәле. Әммә уның әлеге хәле урындағы халыҡты борсолорға мәжбүр итә.Тәбиғәт ҡомартҡыһының ғалимдар өсөн ҡиммәте лә баһалап бөткөһөҙ.

Торатау геопаркын булдырыу туризм өсөн яңы мөмкинлектәр аса. Әммә бизнес урында эшләп китһен өсөн бихисап мәсьәләләрҙе хәл итеү зарур. Әлбиттә, урындағы тарихты ла иҫтән сығарырға ярамай. Торатау борондан башҡорт халҡының йыйын урыны булған, бында ил яҙмышын хәл итер ҡарарҙар ҡабул ителгән. Наполеонға ҡаршы яуға башҡорт ғәскәрҙәрен ошонан оҙатҡандар. Башҡорт милли азатлыҡ хәрәкәте етәксеһе Зәки Вәлиди музейын ғына ҡарар өсөн туристар хатта төркиәнән килә.Торатауҙы яҡлау, уны һаҡлап ҡалыу өсөн көрәшкән урындағы активистар ҙа республика етәксеһе Радий Хәбировтың Торатау геопаркын булдырыу ҡарарын хуплап ҡаршылай.

Буласаҡ геопарк биләмәһен өйрәнеү, терклек, үҫемлектәрҙе тикшереү эштәре 2 йыл дауамында барасаҡ. Ошо ваҡыт эсендә Торатауҙың туристик йөҙө лә нығыныр тигән ышаныс бар. Бының менән бергә изге тауға йәмәғәтселектең дә, бизнестың да ҡарашы изге ниәтттән генә булыр.

Подпишитесь на нас в Google Новости


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Майҙа Башҡортостан халҡын өҫтәмә өс ял көнө көтә | ГТРК «Башкортостан»

Майҙа Башҡортостан халҡын өҫтәмә өс ял көнө көтә

Майҙа Башҡортостан халҡын, шәмбе һәм йәкшәмбенән тыш, өҫтәмә өс ял көнө көтә. 1 май – Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы, 9 май – Еңеү көнө һәм 13 май – Ураҙа байрамы. Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында 1, 2, 3, 8, 9, 10 һәм 13 май ял көндәре булып иҫәпләнә. 30 апрелдә һәм 12 майҙа эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара...

6 часов 23 минуты назад
Смотреть видео Башҡорт дәүләт медицина университетында ҙур яңылыҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт дәүләт медицина университетында ҙур яңылыҡ

Студенттар яңы коллективҡа тупланған. Сумаҙандарҙа медицина ҡорамалдары, дарыуҙар, тип уйларһығыҙ.  Юҡ,  унда флейталар. Бер нисә минут һәм улар репетицияға әҙер.Башҡорт дәүләт медицина университеты үҙ оркестры булған  республикалағы тәүге юғары уҡыу йорто. Репетицияға студенттар бер...

6 часов 23 минуты назад
Смотреть видео Үткән йыл Рәсәйҙә ҡан плазмаһын тапшырыу 15 процентҡа артҡан | ГТРК «Башкортостан»

Үткән йыл Рәсәйҙә ҡан плазмаһын тапшырыу 15 процентҡа артҡан

Пандемия донорлыҡ тармағы өсөн бөтә донъяла ҡаты һынауҙар алып килде. Күп дәүләттәрҙә ҡан компоненттарына ҡытлыҡ барлыҡҡа килде тиелде Өфөлә үткән 13-сө Бөтә Рәсәй ҡан хеҙмәте форумында. Федераль медик-биологик агентлыҡ етәксеһе Вероника Скворцова фекеренсә, был дәүләт органдарының йәмәғәт...

6 часов 24 минуты назад
Смотреть видео Төбәктә май һәм июндә, йәй аҙағында урман янғындары сығыу ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Төбәктә май һәм июндә, йәй аҙағында урман янғындары сығыу ихтимал

Урман янғындарына ҡаршы көрәштә хәҙер көрәк-биҙрә, һыу-ҡом ғына түгел, ә коптер ҙа кәрәк. Юғарыла осоусы был ҡоролма урмандың ҡайһы өлөшөндә ут сығыуын, уның таралыу майҙанын теүәл күрһәтә ала.  “Экология” милли проектына иҫәп тота Башҡортостан урмансылары. Федераль программа сиктәрендә...

6 часов 24 минуты назад
Смотреть видео Был аҙнала Башҡортостанда ташҡындың иң юғары нөктәһе көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Был аҙнала Башҡортостанда ташҡындың иң юғары нөктәһе көтөлә

Ҡотҡарыусылар халыҡты әҙер булырға саҡыра. Республиканың Ғәҙҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, һауа торошо ташҡынға ҙур йоғонто яһай. Синоптиктар алдағы көндәрҙә төбәктә көндәрҙең һалҡынайыуын фаразлай. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса Дуҫлыҡ монументында Ағиҙел йылғаһы бер...

6 часов 26 минут назад
Смотреть видео КОВИД ун туғыҙҙан вакцинациялауҙы республика башлығы шәхси күҙәтеүгә ала | ГТРК «Башкортостан»

КОВИД ун туғыҙҙан вакцинациялауҙы республика башлығы шәхси күҙәтеүгә ала

Был хаҡта Радий Хәбиров Республика хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе.  Өфө, Салауат, Учалы кеүек ҙур ҡалаларҙа коронавирус инфекцияһын иҫкәртеүсе прививка яһатыу әүҙем яйға һалынған. Радий Хәбиров башҡаларҙы уларҙың тәжрибәһен ҡулланырға саҡыра. Оператив хеҙмәттәр аҙна ваҡиғалары...

6 часов 27 минут назад
Смотреть видео Алтынай Вәлитовтың  концерты үтәсәк  | ГТРК «Башкортостан»

Алтынай Вәлитовтың концерты үтәсәк

Өфө уттары клубының Колизео Тинькофф холында Алтынай Вәлитовтың  концерты үтәсәк. 25-тән ашыу йыр ижад итеүсе егет әле сығышҡа әҙерләнә. Йырҙан тыш, концертҡа килгән тамашасыларҙы төрлө бүләктәр, башҡа артистарҙың сығышы көтәсәк.  Йыр яҙҙырыу студияһы минең өсөн икенсе өйгә әйләнде, ти...

15 апреля 2021
Смотреть видео 16 апрелдә Башҡортостанда  Милли кейем көнө билдәләнә | ГТРК «Башкортостан»

16 апрелдә Башҡортостанда Милли кейем көнө билдәләнә

 Республика халыҡ ижады үҙәге ошо уңайҙан бихисап саралар ойоштора. Социаль селтәрҙә әле бер юлы ике акция бара. Тәүгеһе – «Дуҫлыҡ бейеүе». Унда республиканың бейеү коллективтары ҡатнаша ала. Төрлө милли кейемдәрҙә 2-3 минутлыҡ бейеү күрһәтергә кәрәк. 16 апрелдә Милли кейем көнөнә бағышланған...

15 апреля 2021
Смотреть видео Башҡортостан 24 каналында Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе көнө уҙҙы | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан 24 каналында Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе көнө уҙҙы

Ошо уңайҙан берләшмә артистары Өфөгә килде һәм тапшырыуҙарҙа, матбуғат конференцияһында ҡатнашты. Көн дауамында каналда Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрының, филармонияның спектаклдәре һәм  концерттары барҙы. Бына улар – республиканың иң үҙенсәлекле ижади коллективы артистары. 6 автобусты...

15 апреля 2021
Смотреть видео Шуҡ малай шәбәйә башланы | ГТРК «Башкортостан»

Шуҡ малай шәбәйә башланы

12 ҡаттан ҡолап төшөп тере ҡалған бала һауығыуға табан бара, тип хәбәр итә табиптар. 5 йәшлек шуҡ малай менән булған хәл бөтә илде тетрәндерҙе. Малай әле  реабилитация курстары үтә. Ысынлап та, тиҙҙән был ҡыйыу малай велосипедына ла ултырыр, йүгереп тә китер. Әммә бер-ике ай көтөргө кәрәк...

15 апреля 2021
Яндекс.Метрика