Өфөлә боҙ ҡаласыҡтарын емереү башланды

Бөгөн иртән Конгресс холл бинаһы янындағы майҙанда трактор ярҙамында боҙ һындары емерелде. Кран ярҙамында шыршынан биҙәүестәр һәм гирляндалар алынды. Тиҙҙән урман ҡупшыҡайы ла ситкә сығарыласаҡ.

Өфө ҡала хакимиәте башлығы ҡала майҙандарында боҙ ҡаласыҡтарын 1 февралгә тиклем һүтергә ҡушҡайны.

Читайте нас в Яндекс.Новостях