Коминтерн: уларҙың исеме лә, яҙмышы ла билдәле түгел

1919 йылда коммунистар партияларын берләштереүсе халыҡ-ара ойошма ойошторола. Коминтерндың  эшмәкәрлеге 1943 йылға тиклем дауам итә. 1941-43 йылдарҙа Коминтерндың башҡарма комитеты Өфөгә эвакуациалана. Быйыл ойошманың барлыҡҡа килеүенә 100 йыл.  Рәсәй каналы журналисы, тарихсы Сергей Брилев һәм Мәскәү, Санкт-Петербург, Бөйөк Британия, Франция ғалимдары башҡалала коминтерн ойошмаһы эшләгән, разведчиктарҙың уҡыған һәм йәшәгән урындары менән танышты.

Кушнаренко ауылының ҡалҡыу урынындағы был йорт барыһына ла билдәле. Ул 19-сы быуаттар башында Топорнин ғаиләһе өсөн төҙөлгән. Һуңынан унда сауҙагәр йәшәгән, тирә яҡҡа билдәле виноград сортын сығарыу үҙәге лә урынлашҡан, революциянан һуң балалар йорто, ә 1941 йылда был йортта коминтерн разведчиктары уҡый һәм эргәләге йортта йәшәй. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда был йорт сер итеп һаҡлана, бында бер кемде лә индермәгәндәр, ауыл халҡы ла йәшәгән кешеләрҙе белмәгән.

Бөтә мәғлүмәт бөртөкләп йыйыла. Тележурналист, тарихсы Сергей Брилев Мәскәү, Санкт-Петербург, Бөйөк Британия һәм Франция ғалимдары менән коминтерн разведчиктарының уҡыған һәм йәшәгән бинаһын ҡарап сыҡты. Рәсәй тележурналисы һәм сит ил ғалимдары Кушнаренко ауылында коминтерн ойошмаһы менән бәйле бар мәғлүмәт менән танышты. Кушнаренко ауылындағы бөтә тарихи факттар Топорнин йорто менән башлана. Сөнки тап дворяндарҙың был ергә күсеп килеүе райондың барлыҡҡа килеүенә бәйле. Разведчиктарҙың был йортта уҡыуы һәм йәшәүе лә күҙ уңында тотола, әммә музей хеҙмәткәрҙәренә мәғлүмәттәрҙе туплауы еңелдән булмай. Коминтерн тарихы барыһы өсөн дә  йәшерен мәғлүмәт. Шулай ҙа ҡайһы берҙәренең фотоһүрәттәре урын алған. Музейҙа Гийом Буржуа үҙенең яҡташының фотоһын күреп, Кушнаренкола әҙерлек үткән  Франсин Фромон Францияла билдәле шәхес икәнен әйтеп китте. Билдәле разведчик Маркус Вольф та  Кушнаренколағы коминтерн мәктәбендә уҡыған. 

Нисәмә йылдар үткәндән һуң отставкалағы генерал-полковник Башҡортостанға килеп ҡайта һәм музейҙа уның хаҡта мәғлүмәттәр һаҡлана. Кушнаренко ауыл хужалығы колледжы музейында бер ни тиклем тарихи мәғлүмәттәр табылды.Был китаптар коминтерн китапханаһында һаҡланып ҡалған ҡомартҡы. Был хаҡта ошо мисәт тә билдәләй – коминтерн китапханаһы. Бында кемдәр китаптарҙы алып уҡығанын күрергә мөмкин. Берман, Светлов, Чегеваров. Был әлбиттә –үҙ исемдәре түгел – псевдонимдар.Һәр исемдең коды була, улар тауҙар, йылғалар, эсемлектәр менән бәйле. Мәҫәлән, Эверест, Ром. Әлегә тиклем күп разведчиктарҙың ысын исемен билдәләй алмайҙар, ҡайһы берҙәре хәбәрһеҙ юғалған, тип иҫәпләнә. 

Торатау Конгресс холында үткән түңәрәк өҫтәлдә Коминтерн тормошон өйрәнгән ғалимдар беҙҙең Башҡортостан белгестәре менән осрашыуҙа ҡайһы берҙәренең тормош юлдары хаҡында бәйән итте. Людмила Окунева Бразилиянан Өфөгә күсеп килгән Лаура Брандаун тормошо хаҡында бәйән итте. Ғүмере буйы ул азатлыҡ өсөн көрәшкән һәм ҡыҙҙарын да ошо идея менән тәрбиәләп үҫтергән. Ҡайһы бер мәғлүмәттәрҙе  Башҡортостан ғалимдары ла еткерә. Улар Испаниянан килгән һәм Кушнаренкола уҡыған разведчиктарҙы асыҡлаған. Өфө тарихсылары Глумилинолағы радиовышканың  немецтар төшөргән аэрофотоһын күрһәтте.

Конференцияла ҡатнашыусылар Өфө почтамтына юлланды. Тап ошонда 1941 йылда 5-се ҡатта Коминтерн радиоһы урынлаштырылған һәм антифашист радиостанцияһы бөтә Европаға 18 телдә тапшырыу алып барған.  “Мәскәү һөйләй” — Эфир башында тап ошо һүҙҙәр яңғырай, сөнки коминтерн радиоһының ҡайҙа урынлашҡанын бер кем дә белергә тейеш түгел. Билдәле булыуынса,тапшырыу программаларын һәр илдең генераль секретарҙаре әҙерләгән. Сит ил ғалимдары һәр береһе диктор ролен башҡарып ҡараны һәм үҙ телендә сығыш яһаны.

Ғалимдар почта музейын ҡарап сыҡты, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы тарихи артефакттар тупланған, әммә тап коминтерн ойошмаһына бәйле мәғлүмәттәр аҙ. Был тағы ла ойошманың ни хәтле йәшерен икәнен дәлилләй. Билдәле мәғлүмәттәр – ул коминтерн ойошмаһының бәләкәй генә бер өлөшөн яҡтырта, әммә тарихты әле өйрәнәһе лә өйрәнәһе ҡала. Тап ошондай осрашыуҙар  ғалимдарҙың фекерҙәрен бер ҡалыпҡа туплай. Совет һәм Бөйөк Британия разведкаларын һәм Кушнаренко разведчиктар мәктәбе тарихын өйрәнеүсе Сергей Брилевты музей, китапхана, архивтарында тарихи факттар һаҡланыуы ҡыуандырҙы һәм ул үҙенең теләктәрен башҡорт телендә еткерҙе

. Кушнаренко ауылында тарихҡа бай объект һаҡлана. Әлбиттә, киләсәктә ул төҙөкләндерелер. Ғалимдар ошо тарих менән бөтә ил халҡы ла таныша алырлыҡ йорт булһа ине, тип теләк белдерҙе.

Подпишитесь на нас в Google Новости


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙың быйылғы үҙенсәлектәре | ГТРК «Башкортостан»

Хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙың быйылғы үҙенсәлектәре

Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар тәүге тапҡыр республиканың йыйылыу пунктынан хеҙмәт итеү урынына  оҙатылды. Йыйылыу пунктына килгән егеттәр коронавирусҡа экспресс-тест тапшырҙы. Уларға шәхси гигиена әйберҙәре һәм битлектәр һалынған махсус контейнерҙар таратылды.Киҫкен респиратор вирус инфекцияһы...

22 октября 2020
Смотреть видео Cәләмәтлек поездары  үҙ эшен дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

Cәләмәтлек поездары үҙ эшен дауам итә

Республика ауылдарында үҙ йортоңдан алыҫ   китмәй, сәләмәтлекте тикшертергә мөмкин. Бвшҡортостанда Сәләмәт республика  - сәләмәт төбәк акцияһы сиктәрендә күсмә сәләмәтлек поездары  үҙ эшен дауам итә. Уларҙың төп бурысы  - төбәктең иң  бәләкәй һәм алыҫ ауылдарында...

22 октября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда КОВИД-19 менән ауырыусылар ун меңгә яҡынлаша | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда КОВИД-19 менән ауырыусылар ун меңгә яҡынлаша

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, үткән тәүлектә тағы ла 69 кешенең коронавирус йоҡтороуы тураһында билдәле булды. Әле меңдән ашыу кеше ауырый. Уларҙың 155-е дауаханала, 848-е амбулатор дауалана. 8 мең 895 пациент һауыҡҡан. 48 кеше вафат булған. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау...

22 октября 2020
Смотреть видео Өфөлә быйыл  күп ҡатлы 300 йорттоң 900 подъезы төҙөкләндерелде | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә быйыл күп ҡатлы 300 йорттоң 900 подъезы төҙөкләндерелде

Бының өсөн ҡаҙнанан 360 миллион һум бүленде. Пандемия арҡаһында, бер йылға тәғәйенләнгән эштәрҙең 63 проценты  башҡарылды.Михаил Краснов Өфөнөң Орджоникидзе урамында урынлашҡан 16-сы йортта ярты быуаттан ашыу йәшәй. Йорт подъезы күптән тулыһынса ремонт күргәне юҡ ине, ти ул. Урамдан килеп...

22 октября 2020
Смотреть видео Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары | ГТРК «Башкортостан»

Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары

Өфөлә Валерий Лесунов урамында юл-ремонтлау эштәре тамамланып килә.  Был эш «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты сиктәрендә башҡарыла. Өҫтәүенә, “Еңеү урамдары” проектына ярашлы исемдәре Бөйөк Ватан һуғышы менән бәйле урамдар төҙөкләндерелде. Валерий Лесунов урамында юл-...

22 октября 2020
Смотреть видео Ҡышҡы тәгәрмәскә күсергә ваҡыт | ГТРК «Башкортостан»

Ҡышҡы тәгәрмәскә күсергә ваҡыт

Көндәр һалҡынайыуға бәйле, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы тәгәрмәстәрҙе ҡышҡыға алмаштырырға кәңәш итә. Аварияларҙы булдырмау өсөн был эште оҙаҡҡа һуҙмау яҡшыраҡ, ти улар. Синоптиктар фаразлауынса алдағы көндәрҙә һауа температураһы түбән төшә. Иртәнге сәғәттәрҙә юлдарҙа, бигерәк тә...

22 октября 2020
Смотреть видео Мөхтәр Әхтәмов арабыҙҙан китте  | ГТРК «Башкортостан»

Мөхтәр Әхтәмов арабыҙҙан китте

Өфөлә 92-се йәшендә Башҡорт дәүләт университеты профессоры, телсе-ғалим Мөхтәр Әхтәмов арабыҙҙан китте. Мөхтәр Әхтәмов филология фәндәре докторы, профессор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының юғары һөнәри белем биреүҙең...

21 октября 2020
Смотреть видео Республика йәмәғәтселеге халыҡ шағиры Мостай Кәримде иҫкә ала | ГТРК «Башкортостан»

Республика йәмәғәтселеге халыҡ шағиры Мостай Кәримде иҫкә ала

Мостай Кәрим Башҡорт АССР-ы ойошторолған йылда донъяға килгән. Ил ағаһының тормош һәм ижад юлы Башҡортостанға һәм унда йәшәгән һәр милләт вәкиленә мөхәббәт менән һуғарылған. Әллә нисәмә быуын уның тәрән мәғәнәле, тормошсан шиғырҙарын ҡабатлап үҫһә, меңәрләгән тамашасы Мостафа Сафа улының...

21 октября 2020
Смотреть видео Киҙеү миҙгеле менән короновирус | ГТРК «Башкортостан»

Киҙеү миҙгеле менән короновирус

Пандемияның ҡатмарлы осоро. Ашығыс медицина ярҙамы белгестәре тәүлек әйләнәһенә һаҡта. Бер бригадаға ғына 30-ға яҡын саҡырыу тура килә. Ашығыс медицина ярҙамы подстанцияһында фельдшерҙың эш көнө медикаменттарҙы тикшереү менән башлана. Артабан тәүлек әйләнәһенә бер пациенттың өйөнән икенсеһенә...

21 октября 2020
Смотреть видео Мәкерле сиргә ҡаршы көрәште көсәйтергә  | ГТРК «Башкортостан»

Мәкерле сиргә ҡаршы көрәште көсәйтергә

Башҡортостанда  коронавирус менән ауырыусылар тағы ла артты. Шуға ла республика етәксеһе Радий Хәбиров мәкерле сиргә ҡаршы көрәште көсәйтергә саҡырҙы. Һуңғы тәүлектә тағы ла 69 кешенең КОВИД-19 менән ауырығаны асыҡланды. Килеп тыуған хәлде иҫәпкә алып Башҡорт дәүләт медицина универиситеты...

21 октября 2020
Яндекс.Метрика