Алтын бишек - 158924360 | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан мәктәптәренә – спорт көрәше

Бөгөн Өфөлә ғилми-ғәмәли конференцияла ошо тәҡдим буйынса фекер алышыу башланды. Унда республика етәксеһе Радий Хәбиров, Рәсәй спорт көрәше Федерацияһы президенты Михаил Мамиашвили ҡатнашты.

Мәктәптәргә көрәште индереү, ҡайһы бер күнекмәләрҙе малайҙарға ғына түгел, хатта ҡыҙҙарға ла өйрәтеү баланың үҫешенә ярҙам итәсәк. Башҡортостан менән Рәсәйҙең спорт көрәше Федерацияһы араһында төҙөлгән килешеү тәү сиратта ата-әсәләрҙе һәм уҡытыусыларҙы ҡыҙыҡһындырырға тейеш, тип белдерҙе Радий Фәрит улы.

Хәбәрҙәр

Смотреть видео Өфөнөң Дим районында шәхси йорт янып китте | ГТРК «Башкортостан»

Өфөнөң Дим районында шәхси йорт янып китте

Бәхеткә күрә, унда бер кем дә булмай. Торлаҡ хужаһы эштән ҡайтып килгәндә тау башында ултырған өйөнән төтөн сығыуын күреп ҡала. Ул тиҙ арала килеп етә һәм эскә инеп һүндерергә керешә. Әммә, мөлкәтен ҡотҡарам тип, саҡ үҙе һәләк булмай ҡала. Зыян күргән хужаның ҡулдары яна. Уға шунда уҡ медицина...

14 августа 2019
Смотреть видео Өфөлә машиналар урлауҙа һәм наркотик һаҡлауҙа ғәйепләнеүселәр ҡулға алынған | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә машиналар урлауҙа һәм наркотик һаҡлауҙа ғәйепләнеүселәр ҡулға алынған

 Тәртип һаҡлаусылар уларҙы енәйәт өҫтөндә тотҡан.Полиция хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, енәйәтселәр бер көн эсендә ике тәртип боҙоуҙа ғәйепләнә. Улар тәүҙә машина ҡыуып алып китә, тәртип һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре ҡулға алғанда өҫтәүенә наркотик һаҡлауҙары асыҡлана. Енәйәтселәр үҙҙәре лә...

14 августа 2019
Смотреть видео Эшҡыуарҙы үлтерергә маташҡан  ике енәйәтсегә ҡарата суд ултырышы үтте | ГТРК «Башкортостан»

Эшҡыуарҙы үлтерергә маташҡан ике енәйәтсегә ҡарата суд ултырышы үтте

2017-се йылдың октябрендә Минһажев урамында урынлашҡан туҡталҡаларҙың береһендә 40 йәшлек Павел Кабановҡа һөжүм итәләр. Ҡорал менән атыусыларҙы шунда уҡ асыҡлап ҡулға алдылар. Улар енәйәт кодексының бер-нисә статьяһы буйынса ғәйепләнә. Әлегә икеһе лә изоляторҙа суд ҡарарын көтә. Кеше үлтерергә...

14 августа 2019
Смотреть видео Башҡортостан юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеү кампанияһы тамамлана | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеү кампанияһы тамамлана

 Быйыл республика университеттарына 20 меңдән ашыу абитуриент уҡырға инә. Миләүшә Динисламова 4 йыл Өфө дәүләт педагогия университетында уҡытыусы һөнәрен үҙләштергәндән һуң, артабан уҡыуын икенсе йүнәлештә дауам итергә теләп, магистратураға документтарын Башҡорт дәүләт университетының...

14 августа 2019
Смотреть видео Башҡортостан мәктәптәре яңы уҡыу йылына әҙер | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан мәктәптәре яңы уҡыу йылына әҙер

Белем биреү учреждениеларының әҙерлеген баһалау июлдә башланып, август уртаһында тамамланырға тейеш. Профилле комиссиялар составында мәғариф өлкәһе һәм хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәте вәкилдәре. Төп иғтибар мәктәптәрҙең капиталь ремонтына һәм материаль-техник базаһын яҡшыртыуға йүнәлтелә. Был аҙнала – 16...

14 августа 2019
Смотреть видео Ҡыйғыла мәктәп һәм балалар баҡсаһы төҙөлә | ГТРК «Башкортостан»

Ҡыйғыла мәктәп һәм балалар баҡсаһы төҙөлә

Башҡортостанда “Республиканың 100 йыллығына – 100 объект” программаһы сикәтерендә социаль объектар төҙөү дауам итә. Ҡыйғы районында 80 урынлыҡ мәктәп һәм 40 урынлыҡ яңы балалар баҡсаһы төҙөлә. Ҡыйғы районының Ләүйылға ауылындағы яңы белем усағы 70%-ҡа әҙер тиерлек. Әле объектта эске биҙәлеш эштәрен...

14 августа 2019
Смотреть видео Башҡортостанда 45 балалар баҡсаһы төҙөләсәк | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда 45 балалар баҡсаһы төҙөләсәк

 “Демография” милли проекты сиктәрендә 2020-се йылға аҙағына тиклем Башҡортостанда 45 балалар баҡсаһы төҙөләсәк. Ошо турала Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау буйынса министры вазифаһын башҡарыусы Юрий Мельников хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, яңы учреждениеларҙа 7 мең урын булдырыласаҡ....

14 августа 2019
Смотреть видео Республика етәксеһе Белем көнөнә етди әҙерләнергә саҡырҙы | ГТРК «Башкортостан»

Республика етәксеһе Белем көнөнә етди әҙерләнергә саҡырҙы

Ураҡты тиҙләтергә, яңы уҡыу йылына лайыҡлы башланғыс һалырға һәм тыуым кимәлен кәметмәҫкә. Республика хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә көнүҙәк бурыстар билдәләнде. Башҡортостанда үткән ярты йылда инвестициялар күләме 13,6 процентҡа артҡан. Был ҡаҙанышты төбәктә алып барылған дөрөҫ сәйәсәт...

14 августа 2019
Смотреть видео Тракторҙы кем отор? | ГТРК «Башкортостан»

Тракторҙы кем отор?

Башҡортостан 24 телеканалында “Алтын бишек” акцияһы иғлан ителә. Телевизор ҡараусы менән берҙәм эш итеү, уны борсоған хәлде ил иғтибарына  сығарыу, һәр беребеҙҙең күңеленә яҡын - тыуған төйәктең киләсәген хәстәрләү - маҡсатыбыҙ. Иң матур, иң уңған, иң көслөләр ярышына әйҙәп, кешеләрҙе...

13 августа 2019
Смотреть видео Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит

Башҡортостанда “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” хәйриә акцияһы бара. Уның барышында күп балалы, аҙ-тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән, йәки инвалид, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға уҡыу кәрәк-яраҡтары йыйыла.Акция 31 августҡа тиклем дауам итә. Әйберҙәр социаль приюттарҙа, балалар...

13 августа 2019
Смотреть видео Маркировкалы дарыу | ГТРК «Башкортостан»

Маркировкалы дарыу

2020 йылдан алып дарыуханаларҙа һатылған препараттарҙың маркировкаһы булыуы мотлаҡ. Бындай алым ялған дарыуҙарҙы сифатлыһынан айырырға ярҙам итә. Өҫтәүенә, киләһе йылдан алып телефонына сканер урынлаштырған һәр бер һатып алыусы теләгән дарыуҙы үҙаллы тикшерә ала. Махсус код уның ҡайҙа һәм ҡасан...

13 августа 2019
Смотреть видео Башҡортостан башлығын һайлауҙа ирекмәндәр ярҙам итәсәк | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан башлығын һайлауҙа ирекмәндәр ярҙам итәсәк

Башҡаланың Орджоникидзе районында һайлау комиссиялары ағзалары менән бер рәттән ирекмәндәр өсөн дә махсус уҡыуҙар ойошторолдо.Ирекмәндәрҙең бурысы – физик мөмкинлеге сикле кешеләргә ярҙам итеүҙән ғибәрәт. Тауыш биреү барышында уларға йыш ҡына баҫҡыстан күтәрелергә булышыу, бюллетендәге яҙыуҙы уҡып...

13 августа 2019
Смотреть видео Юлдар торошо нисек? | ГТРК «Башкортостан»

Юлдар торошо нисек?

Башҡортостандың Контроль-иҫәп палатаһы республика халҡының автомобиль юлдары хаҡында фекере менән ҡыҙыҡһына.  Һорауҙарға яуап биреү аноним, ул Башҡортостандың Юл фонды аудиты сиктәрендә уҙғарыла. Һөҙөмтәләр дөйөмләштерелеп файҙаланыла. Һәр кем 18 августҡа тиклем Башҡортостан Республикаһы...

13 августа 2019
Смотреть видео Ғорбан ғәйете-байрам көнө | ГТРК «Башкортостан»

Ғорбан ғәйете-байрам көнө

Башҡортостан Хөкүмәтенең ҡарарына ярашлы, 2019 йылдың 11 авгусы Ҡорбан байрамын байрам итеү менән бәйле байрам көнө тип иғлан ителә.Быйыл Ҡорбан байрамы йәкшәмбегә тура килә, шуға ла өҫтәмә ял көнө дүшәмбегә күсерелә. Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында Башҡортостанда Ҡорбан байрымын билдәләү менән...

9 августа 2019
Смотреть видео Башҡортостандың туристик сувенирҙары | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостандың туристик сувенирҙары

Өфөлә беренсе тапҡыр “Башҡортостандың туристик сувенирҙары» конкурсы үтте. Унда республиканың 82 кәсепсеһе ҡатнашты.  Был бәләкәй генә тирмә балсыҡтан әүәләнгән, башҡорт орнаменттары менән биҙәлгән, тирмә тышында кәрәк-яраҡтар урынлаштырылған, хатта уның эсе лә йыһазланған. Ауырғазы районы...

9 августа 2019
Смотреть видео Туризм иҡтисадтың мөһим өлкәһе | ГТРК «Башкортостан»

Туризм иҡтисадтың мөһим өлкәһе

Республика етәксеһе Радий Хәбиров туризмды иҡтисадтың мөһим өлкәһе тип атаны һәм ошо өлкә менән даими шөғөлләнәсәген белдерҙе. Башҡортостанда Туризмды үҫтереү концепцияһы сиктәрендә үҙенсәлекле туристик объекттар булдырыу, эшлекле туризм буйынса эште яйға һалыу, инфраструктура булдырыу, комплекслы...

9 августа 2019
Смотреть видео Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит

Башҡортостанда “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” хәйриә акцияһы бара. Уның барышында күп балалы, аҙ-тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән, йәки инвалид, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға уҡыу кәрәк-яраҡтары йыйыла.  Акция 31 августҡа тиклем дауам итә. Әйберҙәр социаль приюттарҙа, балалар...

9 августа 2019
Смотреть видео Ауылға эшкә ҡайт | ГТРК «Башкортостан»

Ауылға эшкә ҡайт

Республика етәксеһе Радий Хәбиров медицина хеҙмәткәрҙәренә социаль ярҙам сертификаттарын тапшырҙы. Тантаналы сара сәләмәтлек сәғәте сиктәрендә үтте. 500 меңдән 1 миллион һумға тиклемге сертификаттар дәүләт программаларында ҡатнашҡан, ауыл ерендә эшләйәсәк медицина хеҙмәткәрҙәренә тапшырылды....

9 августа 2019
Смотреть видео Уңайһыҙ мөхит | ГТРК «Башкортостан»

Уңайһыҙ мөхит

Сер түгел, мөмкинлектәре сикләнгән байтаҡ замандаштарыбыҙ өйҙән сыҡмай ултырырға мәжбүр, сөнки улар өсөн уңайлы шарттар юҡ. Баҫҡыстан йөрөй алмаған инвалидтарға үҙ  йорттарында пандустар урынлаштырыу өсөн әллә күпме ойошмалар ишеген шаҡырға тура килә. Коляскала ярҙамһыҙ баҫҡыстан күтәрерлек...

9 августа 2019
Смотреть видео Юлдар нисек? | ГТРК «Башкортостан»

Юлдар нисек?

Башҡортостандың Контроль-иҫәп палатаһы республика халҡының автомобиль юлдары хаҡында фекере менән ҡыҙыҡһына. Һорауҙарға яуап биреү аноним, ул Башҡортостандың Юл фонды аудиты сиктәрендә уҙғарыла. Һөҙөмтәләр дөйөмләштерелеп файҙаланыла. Һәр кем 18 августҡа тиклем Башҡортостан Республикаһы Контроль-...

9 августа 2019
Смотреть видео Иң тыныс, мәрхәмәтле һәм яуаплы һөнәр эйәләре | ГТРК «Башкортостан»

Иң тыныс, мәрхәмәтле һәм яуаплы һөнәр эйәләре

Төҙөүселәр һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан Өфөләге Торатау Конгрес Холында тармаҡ хеҙмәткәрҙәрен ҡотлау һәм бүләкләү тантанаһы үтте.Башҡортостан төҙөлөш тармағы үҫеше буйынса илдә  алдынғылар рәтендә. Үткән йылда ғына төбәк төҙөүселәре 6 меңдән ашыу яңы бина файҙаланыуға тапшырған....

9 августа 2019
Смотреть видео Спорт-минең өсөн йәшәү мәғәнәһе | ГТРК «Башкортостан»

Спорт-минең өсөн йәшәү мәғәнәһе

11 йәшлек Вадим Савельев грэпплинг көрәше буйынса үткәрелгән ярышта ҡатнашып Рәсәй чемпионы исемен ала. Йөрәгенә операция яһатыуына ҡарамаҫтан, ул яратҡан шөғөлөнә кире әйләнеп ҡайтырға көс һәм рух таба. Әле Вадим яңы үрҙәр яуларға әҙерләнә. Спорт ярыштарында иң мөһим әйберҙәрҙең береһе-махсус...

9 августа 2019
Смотреть видео Республикала район советы ултырыштары башҡорт телендә үтә башланы | ГТРК «Башкортостан»

Республикала район советы ултырыштары башҡорт телендә үтә башланы

Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров кәңәшмәләрҙе туған телдә үткәреү тәҡдимен еткергәйне. Был, тәү сиратта, башҡорт телен үҫтереүгә һәм уны популяраштырыуға ҙур үтәргес. Ҡыйғы районы Советы ултырышы ла тәүге тапҡыр башҡорт телендә үтте. Ҡыйғы районы Советының утыҙ алтынсы ултырышы тарихи тип әйтергә...

8 августа 2019
Яндекс.Метрика