ГТРК «Башкортостан» стала самой цитируемой телерадиокомпанией республики по итогам 2018 года - 735099445 | ГТРК «Башкортостан»
Прямой эфир:
Смотреть Башкортостан 24 Смотреть Россия 24 Слушать и смотреть Радио Маяк Слушать и смотреть Радио России Башкортостан Слушать Радио Вести FM Слушать и смотреть Радио Ватан

Башҡортостан халҡы Мортаза Рәхимовҡа изге теләктәрен еткерә

Мортаза Рәхимов Башҡортостан үҫеше өсөн ғәйәт ҙур эштәр башҡарған шәхес. Ул етәкселек иткән осорҙа беҙҙең республика илдә бар йүнәлештәр буйынса ла алдынғы урындарға сыҡты. Төбәктә йәшәгән бар милләт вәкилдәре өсөн дә милли-мәҙәни ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү өсөн тигеҙ шарттар тыуҙырылды. Башҡортостан халҡы бөгөн ил ағаһына рәхмәт һүҙҙәрен еткерә.   Ғәҙәттә, кешенең эшенә баһаны ваҡыт үҙе бирә, тиҙәр. Сирек быуатмы, йөҙ йылмы, тотош дәүерме. Ә уның хеҙмәте, ысын мәғәнәһендә, тотош дәүергә тиң.

Башҡортостан өсөн иң ауыр осорҙарҙың береһе.1990-сы йылдар. Республика ғына түгел, тотош илде ялмап алған үҙгәрештәр мәле. Тап ошо ваҡытта миллионлаған кеше яҙмышын үҙ тормошонан өҫтөн ҡуйған Мортаза Рәхимов Башҡортостан тигән тотош мәмләкәткә тиң төбәк өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә ала. Башҡортостандың Рәсәй федерализмына нигеҙ һалыусы субьект икәнен иҫтә алып, бөгөн тағы ла бер ваҡиғаны оноторға ярамай. Тап Башҡортостан етәксеһе Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов Республиканың үҙаллылығы тураһындағы Дәүләт Декларацияһына ул ҡуйыуға өлгәшә. Бер-нисә йылдан һуң вәкәләттәрҙе бүлешеү һәм идара итеү даирәһен айырыу тураһындағы документ, һуңынан иһә Башҡортостан Конституцияһы. Был – Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовтың эш биографияһындағы иң сағыу биттәрҙең береһе генә.  Башҡортостан халҡы бөгөн ил ағаһына рәхмәт һүҙҙәрен еткерә. Ул миллионлаған кешенең  йөрәк түренән сыҡҡан ихлас тәбрикләү. Ихтирам һәм хөрмәт. Был һүҙҙәрҙе тотош Республика, дүрт миллион халҡы булған Башҡортостан еткерә.

Башҡортостан тарихында беренсе тапҡыр Президент һайлауҙары һәм уның беренсе һөҙөмтәһе лә республика граждандарының Мортаза Рәхимовҡа ышанысы тураһында һөйләй. Тауыш биреү хоҡуғына эйә булған граждандарҙың 63 проценты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовты ошо вазифаны үтәүсе берҙән-бер ватандашы итеп күрә. Күгәрсен районындағы Тәүәкән ауылында донъяға килгән ябай малай, һуңынан завод етәксеһе, артабан инде — Башҡортостан лидеры. Тимәк, ауыл тормошон төптән белеп, сәнәғәт һәм иҡтисад төшөнсәһен яҡшы аңлаған хужа. Ысын мәғәнәһендә – хужа. 

Теүәл егерме йыл тотош бер субьект, Рәсәйҙең донор төбәге булған республиканы етәкләп килеү еңелдәрҙән түгел, тик ысын хужа ғына үҙ иңенә яуаплы йөктө һала ала. Башҡортостан етәксеһе Мортаза Рәхимов республика менән идара иткән осорҙа Башҡортостанда меңдән ашыу мәктәп, йөҙҙәрсә дауахана асыла. Тотош ауылдар, тотош райондар торғонлоҡ, үҙгәртеп ҡороуҙарҙан һуң яңы һулыш ала.  Халыҡҡа милли мәнфәғәттәрен ҡәнәғәтләндереү өсөн бар шарттар ҙа тыуҙырыла, республика мәктәптәрендә балалар 15 телдә белем ала.  Республика донъяның йөҙҙәрсә дәүләте менән миллиардтарса долларға баһаланған алыш-биреште яйға һала.

Оҙаҡ йылдар инвестиция тип һөйләгән һүҙҙәр тап Мортаза Рәхимов етәкселек иткән осорҙа уҡ бойомға ашырыла башлай.  Башҡорт халҡының ғына түгел, ә Башҡортостандың лайыҡлы улы. Республика, Өфөнө донъя кимәлендә таныуға алып килгән ШОС һәм БРИКС саммиттары нигеҙе лә Мортаза Рәхимов етәкселек иткән осорҙа һалынды. Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуҙың 450 йыллығына арнап төҙөлгән объекттар исемлегенә ингән “Торатау” конгресс холы ла Мортаза Ғөбәйҙулла улы башланғысы.  

Мортаза Ғөбәйҙулла улы төбәк, Рәсәй генә түгел, ә донъя кимәлендә танылған сәйәсмән. Абруй һәм аҡыл, ихтирам һәм алдан күрә белеүсәнлек. Үҙеңде түбәнһеткәндәр дәрәжәһенә төшмәү. Иң мөһиме илеңде яратыу.  Үҙенең 85 йәшен билдәләгән Мортаза Рәхимов идара иткән осорҙа Башҡортостан халҡы, уның күп төрлө милләте үҙ асылына кире ҡайтты.  Халыҡ ил ағаһын онотмай. Онотторорға тырыштырып, ситкә типһәләр ҙә, яратҡан шәхесенә һәр ваҡыт оло ихтирам күрһәтте. Егерме йыл дауамында республиканы күтәреп, ауыл хужалығы, сәнәғәт, социаль тармаҡ һәм башҡа бихисап эштәр башҡарып, Башҡортостанды Рәсәй кимәлендәге иң алдынғы төбәк дәрәжәһенә тиклем үҫтергән Мортаза Рәхимов һуңынан “Урал” хәйриә фонды аша бихисап программаларҙы тормошҡа ашырҙы.

Кемдер етәксе булып, йылға аша баҫма ла һалдыра алмаһа, Мортаза Рәхимов төҙөткән күперҙәр һаман да ныҡлы, һаман да ышаныслы. Тап, халыҡ ышанысы һәм халыҡ хөрмәте кеүек. Бөгөн уға Башҡортостандың миллионлаған ватандашы рәхмәт һүҙен әйтә. Ваҡыттың  кешегә баһаһын үҙе бар саҡта биреүе әһәмиәтле.

Тағы ла шуныһы, 85  йәшен билдәләгән ил ағаһы, Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовтың изге эше алтын ялатылған “Әр Рәхим” мәсете манаралары кеүек, Башҡортостандың алдағы тормошоноң  уңышлы буласағы миҫалы. “Мортаза Рәхимов” мәктәбен үткән республиканың бөгөнгө етәкселеге Башҡортостандың данын йәнә Рәсәй кимәленә сығарыуға әҙер.

 

Хәбәрҙәр

Республикала коммуналь түләүҙәр өсөн компенсацтя алыу тәртибе ябайлаштырылды

Хәҙер федераль льготниктарға бар кәрәкле документтарҙы йыйыу мотлаҡ түгел. Ташламаға хоҡуҡ биргән таныҡлыҡты күрһәтеү, йә иһә инвалидлыҡ тураһындағы белешмә лә  етә. Сания Латыпова күптән түгел теркәлеү урынын алмаштырған. Икенсе районға күсеүе хаҡында әйтергә халыҡты социаль  яҡлау...

31 августа 2015

Республикала бензинға тағы ла хаҡтар артты

Лукойл автозаправкаларында яғыулыҡ 30 тингә ҡыйбатланды. Хәҙер 95-се маркалы бензиндың бер литры 37 һум 5 тин тора. Дизель яғыулығына хаҡтар үҙгәрмәне. Лукойл март айынан бензинға хаҡтарҙы 8-се тапҡыр күтәрә. 

31 августа 2015
Смотреть видео

Ишембайҙа юлда кем дөрөҫ икәнен бысаҡ ярҙамында асыҡлағандар

Республика юлдарында иҫерек водителдәргә ҡаршы көрәш дауам итә. Махсус операциялар үтеп тороуға ҡарамаҫтан, руль артына эскән килеш ултырыусылар кәмемәй.Ишембайҙа юлда кем дөрөҫ икәнен бысаҡ ярҙамында асыҡлағандар.  Ленд Круизер тығында  торған машиналар араһына инеп Приораға юлды ҡаплай...

31 августа 2015
Смотреть видео

Буласаҡ инженерҙар бәләкәйҙән тәрбиәләнә

Техник һөнәрҙәргә һөйөүҙе юғары уҡыу йорттарының балалар техник майҙансыҡтарында тәрбиәләйәсәктәр. Тәүгеһе бер нисә йыл дауамында Башҡорт дәүләр педагогия университеты нигеҙендә эшләп килә. Ошо технопарк миҫалында башҡа юғары уҡыу йорттарында ла майҙансыҡтар булдырыласаҡ. Роботтар һәм космос менән...

28 августа 2015
Смотреть видео

Республикала быйыл 1 миллион 300 мең тонна “татлы тамыр” ҡаҙып алынасаҡ

Башҡортостандағы айырым кооперативтарҙа шәкәр сөгөлдөрө гектарынан 40 тонна уңыш бирә. Республикала быйыл кәм тигәндә лә миллион өс йөҙ мең тонна “татлы тамыр” ҡаҙып алынасаҡ. Был күләм республика халҡын шәкәр менән тулыһынса тәьмин итергә етә. Ошо турала Благоварҙағы семинарҙа әйтелде. Ә төбәктең...

28 августа 2015

Рөстәм Хәмитов Рәсәй Дәүләт Думаһындағы Башҡортостан депутаттары менән осрашты

Рөстәм Хәмитов Рәсәй Дәүләт Думаһындағы Башҡортостан депутаттары менән  осрашты. Фекер алышыуҙа Республика башлығы төбәк йәшәйешенә байҡау яһап, беҙҙе лә илдәге иҡтисади ҡатмарлыҡтар урап үтмәүен билдәләне. Әммә, дөйөм күрһәткестәр насар түгел, тип билдәләй Рөстәм Хәмитов. Мәҫәлән,торлаҡ төҙөү...

28 августа 2015

Өфөлә бөгөн төндә фажиғәле аварияла ике кеше һәләк булды

Өфөлә бөгөн төндә фажиғәле авария теркәлде. Иҫерек водитель арҡаһында ике кешенең ғүмере өҙөлгән. Юл транспорт ваҡиғаһы Сельская Богородская урамында була. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, унынсы модель ВАЗ машинаһы ыңғай йүнәлештә хәрәкәт итеүсе ПАЗ автобусына...

28 августа 2015
Смотреть видео

Водителдәрҙе әҙерләү талаптары үтәләме?

Водителдәрҙе әҙерләү талаптары үтәләме. Уҙған йыл ҡабул ителгән Рәсәй хөкүмәте ҡарарына ярашлы, уҡытыу һәм имтихан тапшырыу ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр индерелгәйне. Мәҫәлән, быға тиклем буласаҡ водителдәр үҙҙәре юл ҡағиҙәләрен, автомобилдә йөрөргә өйрәнеп, имтихан тапшыра ала ине. Ә хәҙер уларға тик...

27 августа 2015
Смотреть видео

Йәнә Урмандағы фажиғә тураһында...

Иглин районы Урман ауылындағы фажиғә тураһында хәбәр иткәйнек инде. Билдәһеҙ газ менән ағыуланған Александр Тепловты бөгөн ерләйҙәр. Аталы-уллы Имаевтар Өфөнөң 21-се дауаханаһында ҡала. Табиптар уларҙың хәлен уртаса ауыр, тип баһалай. Урман ауыл фельдшер пункты табибы Лариса Мәмлиева йәш егетте...

27 августа 2015
Смотреть видео

Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов МАКС салоны эше менән танышты

Республика башлығы Рөстәм Хәмитов Жуковский ҡалаһында үткән МАКС Халыҡ-ара авиация-космос салоны эше, унда экспозицияларын ҡуйған Башҡортостан предприятиелары стендтары  менән танышты. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, авиация двигатедәре һәм вертолеттар эшләү тармағының әһәмиәте ҙур. Әле...

27 августа 2015

Өфөнөң Зәки Вәлиди урамы 4 көнгә ябыла

Өфөнөң Зәки Вәлиди урамы 4 көнгә ябыла. Был Салауат Юлаев майҙанында үтәсәк “Һөт иле” фестивале менән бәйле. Иртәгәнән Аксаков урамы киҫелешенән алып Ғафури урамына тиклемге өлөшөндә транспорт хәрәкәте туҡтатыла. Был ваҡытҡа йәмәғәт транспорттарының да маршруты үҙгәртелә. Ҡала хакимиәте ваҡытлыса...

27 августа 2015
Смотреть видео

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Кисә Америка Ҡушма штаттарында тура эфир ваҡытында ике кешене атып үлтергәндәр. ,,Дабл ю, ди би джей ете,, телеканалы журналисы 24 йәшлек Элисон Паркер һәм оператор 27 йәшлек Адам Уард Монета ҡалаһының сауҙа үҙәгенән тура эфирға сыҡҡанда уларға ҡарата ут асҡандар. Енәйәтсе ҡасырға тырышып аварияға...

27 августа 2015
Смотреть видео

Өфөгә Донецк халыҡ республикаһынан ,,Оле Лукое,, театры килде.

Өфөгә Донецк халыҡ республикаһынан Оле Лукое театры килде. Кисә театр милли йәштәр театрында тәүге тамашаһын ҡуйҙы. Театр актерҙары тамашалар ҡуйыуҙан килгән аҡсаны Донецк ҡалаһының ауыр хәлдә ҡалған балаларына тапшырасаҡ. Оле Лукое театры актерҙары – күптән түгел генә шартлауҙар яңғыраған...

26 августа 2015
Смотреть видео

Ҡырмыҫҡалы районында биш мең алмағастан торған яңы баҡса ултыртыласаҡ

Башҡортостанда емеш-еләк баҡсалары күбәйә. Хәҙер Ҡырмыҫҡалы районында биш мең алмағастан торған яңы  питомник ултыртыласаҡ. Баҡсасылар республика ерлегенә яраҡлаштырылған алмағастар үҫтерергә ниәтләй. Боҙаяҙ алмаларын хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибәтуллин да тәмләп ҡараны. Рәсәйҙең сит илдәрҙән...

26 августа 2015
Смотреть видео

Баш ҡалала 9 фатирлы йортто бер кем дә хеҙмәтләндермәй

Баш ҡаланың Дим районында урынлашҡан йорттарҙың береһендә һыу, газ һәм сүп-сар ташлар өсөн һауыттар юҡ. 9 фатирлы торлаҡты ярты йыл самаһы бер кем дә хеҙмәтләндермәй. Йорт хужалары әйтеүенсә, аҡса түләүгә ҡарамаҫтан, идарасы компания тирә-яҡты тәртиптә тоторға теләмәй. Ойошма, иһә киреһенсә,...

26 августа 2015
Смотреть видео

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Европала ҡасаҡтар мәсьәләһе киҫкенләшә. Килеп тыуған хәлдән сығыу өсөн Европа илдәренә берләшергә кәрәк, тип белдергән европа дипломатияһының башлығы Федерика Могерини. Еврокомиссия мәғлүмәттәре буйынса, июль айы эсендә Грецияға ғына 50 меңдән ашыу кеше килгән.  Македония нелегалдарҙың иң ҙур...

26 августа 2015
Смотреть видео

Башҡортостанға Халыҡ-ара бал етештереүсе ойошмалар ассоциацияһы рәйесе Жиль Ратиа килде

Бөгөн Өфөлә Республикала ҡортсолоҡ киләсәге һәм проблемалары өйрәнелә. Ошо мәсъәләгә арналған конференция Аҡбуҙат ипподромында үтә. Бында шулай уҡ республикала күркәм йолаға әйләнгән тәүге бал йәрминкәһе лә ойошторолдо. Унда ҡортсолоҡ мәсъәләләренә арналған Халыҡ-ара конференция һәм тәүге бал...

26 августа 2015

Омскийҙа хәрби казарма емерелеү һөҙөмтәһендә зыян күреүсе һалдаттар ярҙам күрһәтеләсәк

Омскийҙа хәрби казарма емерелеү һөҙөмтәһендә зыян күреүсе Башҡортостан һалдаттарының хәле яҡшыра бара.  Владимир Петров һәм Рөстәм Нәбиев әлеге ваҡытта Мәскәүҙә академик Бурденко исемендәге хәрби клиник госпиталдә дауалана. Хәрбиҙәр хәлен кисә Рөстәм Хәмитов белеште. Төбәк башлығы дауалау...

26 августа 2015
Смотреть видео

Иглин районында 3 кеше метан менән ағыуланған

Иглин районы Урман ауылында канализация ҡоҙоҡтарын таҙартҡанда 3 эшсе метан менән ағыуланған. Уларҙың береһе дауаханала һәләк була. Ауыл кешеләре әйтеүенсә, был Урманда тәүге осраҡ түгел. 20 йыл элек бында ошо сәбәптән 2 кеше һәләк булған. 

26 августа 2015
Смотреть видео

Хеҙмәт хаҡын кем түләр?

Кемгә бурыслымын, ғәфү итәм.Башҡаланың Октябрь районы биләмәләренең береһендә йыл ярым эшләп ябылған Заречье ойошмаһы етәкселеге хеҙмәткәрҙәрен шулай, тип ярлыҡай. Ә торлаҡ файҙаланыу участкаһында икешәр тиҫтә йыл эшләгән йыйыштырыусы, буяусы, ихата һепереүсе һәм башҡа һөнәр эйәләре өс ай хеҙмәт...

25 августа 2015
Смотреть видео

Өфө амфитеатрында – Башҡорт туйы

Өфө амфитеатрында  милли йолаларыбыҙ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ менән байытылған тамаша – Башҡорт туйы күрһәтелде.  Сараны ойоштороуҙа  республикабыҙҙың башҡорт мәҙәнәтен өйрәнеүсе белгестәр, танылған актерҙар ҡатнашты. Кәләш алыу етди эш, шуға ла бөгөнгө тамашаның төп геройҙарының...

25 августа 2015

Синоптиктар Башҡортостанда көндәрҙең йылынасағын фаразлай

Аҙна аҙағында республиканың көнъяҡ өлөшөндә һауа температураһы егерме биш  градусҡа тиклем күтәреләсәк. Шаршамбынан алып төбәктә көндөҙ уртаса температура 17 -22 градус була. Ә бөгөн һәм иртәгә төндә урыны менән өс градусҡа тиклем һыуыта.

25 августа 2015
Смотреть видео

Республика йәмәғәтселеге бөгөн Рәсимә Ураҡсинаны һуңғы юлға оҙатты

Бөгөн Башҡортостан яҙыусылар  берлегендә  күренекле шағирә, балалар яҙыусыһы, педагог  Рәсимә Ураҡсинаны һуңғы юлға оҙаттылар. Рәсимә Минибулатовна 1950-се йылдың 19-сы октябрендә Дәүләкән районы Яңы-Яппар ауылында тыуған. БДУ-ын тамамлағандан һуң оҙаҡ йылдар Сибай педагогия...

25 августа 2015
Смотреть видео

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Коньяҡ менән Төньяҡ Корея ваҡытлыса килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Һуңғы бер нисә көндә яҡтар хәрби бәрелеш сигенә еткәйне. Быға тиклем Көньяҡ Корея һалдаттары мина шартлау сәбәпле, йәрәхәттәр алғайны. Пхеньян был хәлгә үҙенең ҡатнашлығын кире ҡаға, һөҙөмтәлә Сеул  11 йыллыҡ тәнәфестән һуң сик буйында...

25 августа 2015
Смотреть видео

Мәләүез районындағы фажиғә сәбәптәре

Аяҡтарын өҙҙөргән туғыҙ йәшлек бала бөгөнгә дауаханала Мәләүез районында туғыҙ йәшлек малайҙың комбайн аҫтында ҡалыу сәбәптәрен асыҡлайҙар. Кукуруз баҫыуындағы фажиғәлә  баланың аяҡтары өҙөлдө.  Ҡазаға тарыған сабыйҙы  сапҡыстан алыу өсөн генә лә сәғәт ярым ваҡыт кәрәк була....

25 августа 2015
Смотреть видео

М5 трассаһының Башҡортостандан алыҫ түгел арауығында ҡот осҡос авария теркәлде

Усть Катав ҡалаһы тирәһендә ДАФ йөк автомобиленең тауҙан төшөп барғанда тормоздары сафтан сыға һәм ул бер йүнәлештә китеп барған икенсе йөк машинаһына һәм тағы ла еңел КИА, Хонда, ВАЗ Мицубиси һәм Форд автомобилдәренә бәрелә. Бәрелеш һөҙөмтәһендә еңел автомобилдәрҙең барыһы ла янып бөтә. ВАЗ...

25 августа 2015
Смотреть видео

Өфөлә инкассаторҙарға һөжүм иткәндәр

Үткән шәмбе Өфөлә һөжүмгә дусар булған инкассаторҙарҙың береһе дауаханала аңына килмәй вафат булған. Икенсеһе ауыр хәлдә Мәскәүгә оҙатылған. Әлеге ваҡытта енәйәтте асыҡлау буйынса тикшереү эштәре бара. Был урындағы фажиғәне бөгөн ҡоромға буялған аҙыҡ арбалары менән банкоматтар ғына хәтерләтә. Улар...

24 августа 2015
Смотреть видео

Урал аръяғы үҫеше ни өсөн тотҡарлана?

Сибайҙа Урал аръяғы райондарының иҡтисади үҫеше өйрәнелде. Ошо мәсъәләгә арналған кәңәшмәне Респулика башлығы Рөстәм Хәмитов үткәрҙе һәм төбәк үҫешен күҙаллаған маҡсатлы программа тейешле кимәлдә үтәлмәүен белдерҙе. Ошоно күҙ уңында тотоп Урал аръяғы райондарының үҫеш программаһы тағы ла 5 йылға...

24 августа 2015

Йәмәғәт эшмәкәре Рәсимә Ураҡсина арабыҙҙан китте

Республика йәмәғәслеге ҙур юғалтыу кисерҙе. Ҡатыу ауырыуҙан һуң, 65-се йәшендә  билдәле шағирә һәм педагог Рәсимә Ураҡсина арабыҙҙан китте. Рәсимә Минибулат ҡыҙы 1950-се йылда Дәүләкән районының Яңы Яппар ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң, Сибай педагогия...

24 августа 2015
Смотреть видео

Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Башҡортостан бүлеге ағзалары оло юлға әҙерләнәМөмкинлектәре сикләнгәндәрҙең сикләнмәгән мөмкинлектәре

Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Башҡортостан бүлеге ағзалары оло юлға әҙерләнә. Мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн тауға үрләү, әлбиттә, бик ауыр. Әммә инвалидтар бирешергә уйламай. Республикала беренсе тапҡыр ойошторолған “Тарих” хәрби-патриотик форумының  төп ойоштороусылары тап улар - Өфө...

24 августа 2015
Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика