Башҡортостан халҡы Мортаза Рәхимовҡа изге теләктәрен еткерә

Мортаза Рәхимов Башҡортостан үҫеше өсөн ғәйәт ҙур эштәр башҡарған шәхес. Ул етәкселек иткән осорҙа беҙҙең республика илдә бар йүнәлештәр буйынса ла алдынғы урындарға сыҡты. Төбәктә йәшәгән бар милләт вәкилдәре өсөн дә милли-мәҙәни ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү өсөн тигеҙ шарттар тыуҙырылды. Башҡортостан халҡы бөгөн ил ағаһына рәхмәт һүҙҙәрен еткерә.   Ғәҙәттә, кешенең эшенә баһаны ваҡыт үҙе бирә, тиҙәр. Сирек быуатмы, йөҙ йылмы, тотош дәүерме. Ә уның хеҙмәте, ысын мәғәнәһендә, тотош дәүергә тиң.

Башҡортостан өсөн иң ауыр осорҙарҙың береһе.1990-сы йылдар. Республика ғына түгел, тотош илде ялмап алған үҙгәрештәр мәле. Тап ошо ваҡытта миллионлаған кеше яҙмышын үҙ тормошонан өҫтөн ҡуйған Мортаза Рәхимов Башҡортостан тигән тотош мәмләкәткә тиң төбәк өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә ала. Башҡортостандың Рәсәй федерализмына нигеҙ һалыусы субьект икәнен иҫтә алып, бөгөн тағы ла бер ваҡиғаны оноторға ярамай. Тап Башҡортостан етәксеһе Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов Республиканың үҙаллылығы тураһындағы Дәүләт Декларацияһына ул ҡуйыуға өлгәшә. Бер-нисә йылдан һуң вәкәләттәрҙе бүлешеү һәм идара итеү даирәһен айырыу тураһындағы документ, һуңынан иһә Башҡортостан Конституцияһы. Был – Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовтың эш биографияһындағы иң сағыу биттәрҙең береһе генә.  Башҡортостан халҡы бөгөн ил ағаһына рәхмәт һүҙҙәрен еткерә. Ул миллионлаған кешенең  йөрәк түренән сыҡҡан ихлас тәбрикләү. Ихтирам һәм хөрмәт. Был һүҙҙәрҙе тотош Республика, дүрт миллион халҡы булған Башҡортостан еткерә.

Башҡортостан тарихында беренсе тапҡыр Президент һайлауҙары һәм уның беренсе һөҙөмтәһе лә республика граждандарының Мортаза Рәхимовҡа ышанысы тураһында һөйләй. Тауыш биреү хоҡуғына эйә булған граждандарҙың 63 проценты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовты ошо вазифаны үтәүсе берҙән-бер ватандашы итеп күрә. Күгәрсен районындағы Тәүәкән ауылында донъяға килгән ябай малай, һуңынан завод етәксеһе, артабан инде — Башҡортостан лидеры. Тимәк, ауыл тормошон төптән белеп, сәнәғәт һәм иҡтисад төшөнсәһен яҡшы аңлаған хужа. Ысын мәғәнәһендә – хужа. 

Теүәл егерме йыл тотош бер субьект, Рәсәйҙең донор төбәге булған республиканы етәкләп килеү еңелдәрҙән түгел, тик ысын хужа ғына үҙ иңенә яуаплы йөктө һала ала. Башҡортостан етәксеһе Мортаза Рәхимов республика менән идара иткән осорҙа Башҡортостанда меңдән ашыу мәктәп, йөҙҙәрсә дауахана асыла. Тотош ауылдар, тотош райондар торғонлоҡ, үҙгәртеп ҡороуҙарҙан һуң яңы һулыш ала.  Халыҡҡа милли мәнфәғәттәрен ҡәнәғәтләндереү өсөн бар шарттар ҙа тыуҙырыла, республика мәктәптәрендә балалар 15 телдә белем ала.  Республика донъяның йөҙҙәрсә дәүләте менән миллиардтарса долларға баһаланған алыш-биреште яйға һала.

Оҙаҡ йылдар инвестиция тип һөйләгән һүҙҙәр тап Мортаза Рәхимов етәкселек иткән осорҙа уҡ бойомға ашырыла башлай.  Башҡорт халҡының ғына түгел, ә Башҡортостандың лайыҡлы улы. Республика, Өфөнө донъя кимәлендә таныуға алып килгән ШОС һәм БРИКС саммиттары нигеҙе лә Мортаза Рәхимов етәкселек иткән осорҙа һалынды. Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуҙың 450 йыллығына арнап төҙөлгән объекттар исемлегенә ингән “Торатау” конгресс холы ла Мортаза Ғөбәйҙулла улы башланғысы.  

Мортаза Ғөбәйҙулла улы төбәк, Рәсәй генә түгел, ә донъя кимәлендә танылған сәйәсмән. Абруй һәм аҡыл, ихтирам һәм алдан күрә белеүсәнлек. Үҙеңде түбәнһеткәндәр дәрәжәһенә төшмәү. Иң мөһиме илеңде яратыу.  Үҙенең 85 йәшен билдәләгән Мортаза Рәхимов идара иткән осорҙа Башҡортостан халҡы, уның күп төрлө милләте үҙ асылына кире ҡайтты.  Халыҡ ил ағаһын онотмай. Онотторорға тырыштырып, ситкә типһәләр ҙә, яратҡан шәхесенә һәр ваҡыт оло ихтирам күрһәтте. Егерме йыл дауамында республиканы күтәреп, ауыл хужалығы, сәнәғәт, социаль тармаҡ һәм башҡа бихисап эштәр башҡарып, Башҡортостанды Рәсәй кимәлендәге иң алдынғы төбәк дәрәжәһенә тиклем үҫтергән Мортаза Рәхимов һуңынан “Урал” хәйриә фонды аша бихисап программаларҙы тормошҡа ашырҙы.

Кемдер етәксе булып, йылға аша баҫма ла һалдыра алмаһа, Мортаза Рәхимов төҙөткән күперҙәр һаман да ныҡлы, һаман да ышаныслы. Тап, халыҡ ышанысы һәм халыҡ хөрмәте кеүек. Бөгөн уға Башҡортостандың миллионлаған ватандашы рәхмәт һүҙен әйтә. Ваҡыттың  кешегә баһаһын үҙе бар саҡта биреүе әһәмиәтле.

Тағы ла шуныһы, 85  йәшен билдәләгән ил ағаһы, Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовтың изге эше алтын ялатылған “Әр Рәхим” мәсете манаралары кеүек, Башҡортостандың алдағы тормошоноң  уңышлы буласағы миҫалы. “Мортаза Рәхимов” мәктәбен үткән республиканың бөгөнгө етәкселеге Башҡортостандың данын йәнә Рәсәй кимәленә сығарыуға әҙер.

 

Хәбәрҙәр

Смотреть видео

Республикала Әсәлек капиталы программаһы буйынса 200 млн һумдан ашыу аҡса түләнгән

Һүҙ көндәлек ихтыяждарын ҡапларға ярҙам итеүсе сертификатты ҡулға алыу хаҡында. 20 мең һум – ул үҙ сиратында Рәсәй ғаиләләренә социаль ярҙам күрһәтеү сараһы. Өфө ҡыҙы Айгөл Мөсәлимова – хужабикә. Ике бала тәрбиәләй. Өлкәне Рәминәгә һигеҙ йәш.  Әсәһе күптән ҡыҙына балалар лагерына юллама алырға...

8 июля 2015
Смотреть видео

Өфө студенттары ШОС һәм БРИКС илдәре ҡунаҡтарына йыр бағышлап яҙҙы

Мәртәбәле сараға ҡарата бындай үҙенсәлекле хөрмәт күрһәтеү идеяһы ике ай элек Башҡортостан социаль технологиялар институтының ижади оҫтаханаһында тыуған. Студенттар – йәштәр араһында иң әүҙем кешеләр. Йәмғиәттәге социаль технологияларҙы  өйрәнеүселәр – үҙҙәрен айырыуса аралашыусан, киң күләмле...

8 июля 2015

Саммиттарҙы үткәреүгә Өфө тулыһынса әҙер

Әле төп саралар үтәсәк Конгрес Холл бинаһында һуңғы әҙерлек эштәре бара. Төҙөкләндерелгәндән һуң хәҙер бинаның эсен танырлыҡ түгел. Тап ошонда хәл иткес ҡарарҙар- БРИКС илдәренең 2020-се йылға тиклем иҡтисади партнерлыҡ стратегияһы, инвестиция хеҙмәттәшлегенең юл картаһы ҡабул ителәсәк. 

8 июля 2015

ШОС саммиты йомғаҡтары буйынса Өфө декларацияһына ҡул ҡуйыласаҡ

Иртәгә республиканың башҡалаһында ШОС һәм БРИКС саммиттары башлана. Уларҙың эшендә Рәсәй президенты Владимир Путин ҡатнашасаҡ.ШОС һәм БРИКС ойошмаларының Өфөләге саммиты көндәрендә Рәсәй Президенты Владимир Путин барлығы ун бер осрашыу үткәрәсәк. Был турала дәүләт башлығы ярҙамсыһы Юрий Ушаковҡа...

7 июля 2015
Смотреть видео

Иртәгә республикабыҙҙың башҡалаһы донъяның сәйәси, иҡтисади, мәҙәни үҙәгенә әйләнәсәк

Әле саммиттарға килгән ҡунаҡтар Башҡортостан менән яҡындан таныша.  Ҡытайҙан килгән ҡунаҡтар Өфөнән 100 саҡырым алыҫлыҡта урынлашҡан умарталыҡта данлыҡлы  башҡорт балын етештереү үҙенсәлектәре менән  таныша. Йыл һайын тонналап Көнсығыш иленә ебәрелгән татлы ризыҡтың шифалы серен...

7 июля 2015

Башҡортостан Республикаһы төбәккә Ҡытай туристары иғтибарын йәлеп итергә ниәтләй

Ҡытай Халыҡ Республикаһы туроператорҙары август айында Өфө ҡалаһы, Әбйәлил, Бөрйән, Күгәрсен, Салауат, Учалы райондары буйлап бер аҙналыҡ танышыу сәйәхәтенә саҡырылған. Республиканың туризм һәм эшҡыуарлыҡ буйынса Дәүләт комитеты был реклама турын Башҡортостанды туризм өсөн хуп күрелгән төбәк...

7 июля 2015

ШОС һәм БРИКС саммиттарына Башҡортостанға сит илдәрҙән 10 меңдән ашыу ҡунаҡ киләсәк

Сараны ойоштороусылар уларҙың һәр береһенә яңыртылған ҡаланы ғына түгел, Рәсәйҙәге барлыҡ халыҡтарҙың үҙенсәлекле мәҙәниәтен күрһәтергә лә ниәтләй. Яңы скверҙар һәм парктар,  яңынан төҙөлгән халыҡ-ара аэропорт һәм юл үткәүелдәре. Бындай үҙгәрештәргә, айырыуса, башҡалала йәшәүселәр шатлана....

7 июля 2015
Смотреть видео

Республика башлығы бөгөн ШОС ойошмаһы генераль секретары Дмитрий Мезенцев менән эшлекле осрашыу үткәрҙе

Унда Өфөнөң халыҡ-ара форумдарға әҙерлеге тикшерелде.  Бынан тыш, Башҡортостан менән Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының артабанғы хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре лә ҡаралды.

7 июля 2015
Смотреть видео

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Яңы Мәскәүҙәге төҙөлөш баҙарында янғын мең квадрат метрҙы ялмап алған. Ғәҙәттән тыш хәл урынында өс вертолет эшләй. Йәрәхәтләнеүселәр тураһында хәбәр ителмәй. Халыҡ-ара валюта фонды етәксеһе Кристин Лагард әйтеүенсә, Грецияға яңы кредиттар бирелмәйәсәк. Был турала фонд вәкиле Рейтер агентлығына...

7 июля 2015
Смотреть видео

Кушнаренко районында көслө дауыл менән ҡойма ямғыр эҙемтәләре бөтөрөлә

Бындай емергес елдең был яҡтарҙа 20 йыллап булғаны юҡ ине, ти халыҡ. Көнбайыштан килгән ике ҡойон йорт ҡыйыҡтарын, һарай баштарын, ҡоймаларҙы алып осорған. Бәлә-ҡазаға тарыған ауыл халҡы әле зыян күләмен асыҡлай. Ике ғаилә бөтөнләй торор урынһыҙ ҡалған, 39 йортта йорт-ҡура ҡаза күргән, урта...

6 июля 2015
Смотреть видео

Ҡырмыҫҡалы районында ,,Сыңла салғы,, республика фольклор байрамы үтте

Унда Мәскәү һәм Ҡырғыҙстан вәкилдәре ҡатнашты. Бишауыл-Уңғар ауылынан Рәүеф Күсемов үҫмер сағынан ҡул менән бесән саба. Ул оло йәштә булһа ла салғыны ташларға уйламай.Конкурсҡа республика район-ҡалаларынан бихисап кеше саҡырылды. Улар бесән сабыуҙа ғына түгел, салғы үткерләүҙә лә состарҙы асыҡланы....

6 июля 2015
Смотреть видео

Африканан Давид Боджай «Тыуған яҡ» йырына клип төшөргән

Йырҙы ул башҡорт милли костюмында башҡарған. Социаль селтәрҙә Давид был тыуған яҡ минең яратҡан йырым тип яҙған. Боджайҙың ижадын һәр кем баһалай ала. 

6 июля 2015
Смотреть видео

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Грецияла йәшәүселәрҙең 32 проценты кредиторҙар тәҡдименә юҡ тип тауыш  биргән. Уларҙы  яҡлаусылар 39 процент самаһы. Бөгөн мәғлүмәт агентлыҡтары хәбәр итеүенсә, Европа илдәре етәкселәре Греция менән артабанғы бәйләнештәр буйынса һөйләшеүҙәр башлай. Бөгөн Германия канцлеры Ангела Меркель...

6 июля 2015
Смотреть видео

Башҡортостандың 8 йәмәғәт ойошмаһы федераль гранттарға дәғүә итә

Иҫтәлеккә ҡалған хаттар, фотоһүрәттәр, шәхси әйберҙәр – былар барыһы ла «ҡыҙыу нөктә»ләрҙә һәм әрмелә төрлө сәбәптәр арҡаһында һәләк булған егеттәргә арналған. Был экспонаттар Һалдат даны һәм әсә хәтере музейында һаҡлана.  Ҡасандыр йәмәғәт башланғысында барлыҡҡа килгән ойошма хәҙер комитет...

6 июля 2015
Смотреть видео

Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарында быйыл бюджет урындарына 11 меңгә яҡын студент ҡабул ителәсәк

Бынан тыш республикалағы вуздарҙа сит илдәрҙән килеп  белем алыусылар ҙа арта. Ошо турала бөгөн “Башинформ” агентлығында уҙған матбуғат конференцияһында әйтелде. 

6 июля 2015
Смотреть видео

,,Крәҫтиән-фермер хужалыҡтары нигеҙендә малсылыҡ фермаларын үҫтереү маҡсатлы программаһы сиктәрендә Башҡортостан фермерҙарына гранттар тапшырыла

Улар араһында Ҡырмыҫҡалы районы Атйетәр ауылынан Илфат Ураҙбахтин да бар. Илфат Ураҙбахтин фермерлыҡ менән 2004 йылдан шөғөлләнә. Башлап киткәнендә 26 гектар ғына ере була. Һуңынан баҫыуҙарын арттыра барып 375 гектарға еткерә. Хәҙер унда барыһы ла үҫә тиерлек. Сәсеүлектәрҙең күп өлөшөн иген...

3 июля 2015
Смотреть видео

Башҡортостанда һанлы телевидение сигналдарын тапшырыусы тәүге ҡоролма эш башланы

Станция Белорет районында урынлашҡан. Уның ярҙамында республикала йәшәүселәр телеканалдар эфирҙарын юғары сифатта ҡарай аласаҡ. Күрһәтелгән  хеҙмәттәр түләүһеҙ. 75 метр бейеклектәге ҡоролма беренсе мультиплексҡа ингән ун канал тапшырыуҙарын трансляциялау мөмкинлеген бирә.  2009-сы йылда...

3 июля 2015
Смотреть видео

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәй үҙәк банкы бөгөндән Мәскәүҙәге Старый Кремль һәм Клиентсикй банктарының лицензияһын тартып алды. Улар  енәйәтсел юл менән алынған килемдәрҙе легалләштереү һәм террорҙы финанслау тураһындағы ҡануниәт талаптарын үәтәмәгән. Ҡытайҙа ер тетрәгән. Рихтер шкалаһы буйынса уның көсө 6 баллға...

3 июля 2015
Смотреть видео

Башҡортостанға Германияның Оберхаузен ҡалаһынан бер төркөм үҫмерҙәр килде

 «MULTI» Халыҡ ара программаһы  сиктәрендә 13 ҡыҙ һәм егет республика ғаиләләрендә йәшәп, тәжрибә уртаҡлаша, Башҡортостан менән танышасаҡ. Шуларҙың береһе Өфө районы Шамонино ауылында йәшәүсе Нуриевтар ғаиләһе ҡунағы. . Иҙел Нуриев Оберхаузендан килгән ҡунағы Бьяне Вагнер менән ...

3 июля 2015

Башҡортостан менән ШОС дәүләттәре араһында тауар әйләнеше ике тапҡырға артырға тейеш

Был турала Республика башлығы Рөстәм Хәмитов Раша Тодэй телеканалына интервью барышында белдерҙе. Әле Башҡортостандың сит дәүләттәр менән тауар әйләнеше 15 миллиард долларға етә, Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы илдәре менән сауҙа әйләнеше ни бары 1 миллиард. Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, алдағы 3-4 йыл...

3 июля 2015

Өфөлә Рәсәй Президенты Владимир Путин һәм Иран башлығы Хәсән Роухани осрашыуы үтәсәк

Ошо хаҡта дәүләт етәксеһенең матбуғат сәркәтибе Дмитрий Песков хәбәр итте. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, Роуханиҙың Башҡортостанға килеүе ысынлап та көтөлә. Һәм әле ике яҡлы осрашыуҙарҙы әҙерләү бара. БРИКС һәм ШОС саммиттары Өфөлә киләһе аҙнала үтәсәк. ШОС ойошмаһы ағзалары булып Рәсәй, Ғаҙағстан,...

3 июля 2015
Смотреть видео

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Донецк халыҡ республикаһы үҙ биләмәһендә махсус үҙидара режимы индерҙе. Республика башлығы Александр Захарченко белдереүенсә, Донецк Минск килешеүҙәрен үтәү өсөн ошондай аҙымға барырға мәжбүр, сөнки Киев яғынан килешеү даими боҙола. Греция хөкүмәтенең бер аҙнаға банктарҙы ябыу тураһындағы ҡарары...

2 июля 2015
Смотреть видео

Республикала иҫерек водителдәргә ҡаршы махсус операция дауам итә

Хәҙер эскән килеш руль артына ултырыусыларҙы иректән мәхрүм итеү көтә. Ғәҙәттә, ике автомобиль бәрелешһә, тығындар барлыҡҡа килә. Ә бер нисә машина төкөшһә, хәрәкәт туҡтай, тиерлек. Яңы ҡанунға ярашлы,  юл-транспорт ваҡиғаһында зыян күреүселәр йә һәләк булыусылар булмаһа, башҡаларға...

2 июля 2015
Смотреть видео

Өфөгә ШОС һәм БРИКС саммиттарын яҡтыртыу өсөн сит ил журналистары килә башланы

Ҡытайҙың төп мәғлүмәт агентлығы Синьхуа хәбәрселәре 3 көн дауамында Республика тураһында материалдар йыя. Башҡортостан мәҙәниәте, йолалары, предприятиелар эшмәкәрлеге һәм саммиттарға әҙерлек барышы менән ҡытайҙар бөгөндән үк таныша ала. Сит ил журналистары менән хәбәрсебеҙ Ғәзиз Лоҡманов та осрашты...

2 июля 2015
Смотреть видео

“Башҡортостан” Дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы мәғлүмәт даирәһен киңәйтә

Рәсәй-Культура каналында төбәк тапшырыуҙары яңынан сыға башланы. Ижади төркөмдөң  һөйөнөсөн уртаҡлашыу йәһәтенән телеүҙәккә мәртәбәле ҡунаҡтар йыйылды.Күтәренке кәйеф һәм киләсәккә ҡыйыу өмөттәр. Рәсәй-Культура каналында йәнә Башҡортостан мәҙәниәте өсөн дә ваҡыт бүленеүе – ысынлап та һөйөнөслө...

2 июля 2015
Смотреть видео

Йылайыр районында саранча буйынса ғәҙәттән тыш хәл индерелде

Өфөлә ямғыр яуһа, көньяҡ райондарҙа эҫе көндәр һаҡлана. Ошо сәбәпле республиканың тағы ла бер төбәге-был юлы Йылайыр районында саранча буйынса ғәҙәттән тыш хәл индерелде. Әле Әбйәлил, Баймаҡ, Ейәнсура райондарында был ҡоротҡостарға ҡаршы эҙмә-эҙлекле көрәш алып барыла. Бөжәктәр бөгөнгә утыҙ һигеҙ...

2 июля 2015
Смотреть видео

Мәскәүҙә Әҙәбиәт йылына арналған ,,Рәсәй китаптары,, тип аталған халыҡ-ара китап фестивале үтте

Унда Башҡорт энциклопедияһы ғилми-нәшриәт комплексы баҫтырған ,,Башҡортостан халыҡтары,, энциклопедияһы дипломант булды.  «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы 20 йылдан ашыу энциклопедиялар өҫтөндә эшләй. Иң төп баҫма - 7 томлыҡ «Башҡорт энциклопедияһы» тора. Уға 17 мең мәҡәлә...

1 июля 2015
Смотреть видео

Һаҡ булығыҙ айыуҙар: кушнаренко районының Баҡай ауылына тайыш табандар һөжүм иткән

Урындағы халыҡ урман-ҡырҙарға барырға ҡурҡа. Ауылға айыуҙарҙың яҡынлашыуын Баҡайлылар тәүгегә күҙәтә. Бындай ғәҙәти булмаған хәл урындағы халыҡты хафаға һала. Ауыл ситендә яңғыҙы йәшәгән Ғәзимә Моратова өсөн йыртҡыс хайуандың яҡынға килеүе бигерәк тә хәүефле. Тайыштабан ауылдан бер-нисә генә саҡрым...

1 июля 2015
Смотреть видео

Башҡорт Дәүләт опера һәм балет театры янында үҙенсәлекле Ете ҡыҙ фонтанын асыу тантанаһы үтте

Гүйә фонтандан урғылған һыуға шатланғандай, ете ҡыҙҙың шатлыҡ йәштәре күктән ямғыр булып һибелде. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры янындағы башҡорт халҡының фонтанын асыу тантанаһы үтте. Башҡала халҡы түҙемһеҙләнеп көткән ваҡиға – “Ете ҡыҙ” фонтанынан  ниһайәт һыу урғылды.  Олоһо ла...

1 июля 2015
Смотреть видео

“Башҡортостан” Дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы мәғлүмәт даирәһен киңәйтә

Бөгөн Рәсәй-Культура каналында төбәк тапшырыуҙары яңынан сыға башланы. Театр премьералары, гастролдәр, күргәҙмәләр, концерттар, тамашалар, әҙәбиәт өлкәһендәге яңылыҡтар һәм төрлө фестивалдәрҙән  репортаждар-каналдың төп йүнәлешен билдәләйәсәк.Сағыу алып барыусыларҙан, тәжрибәле мөхәррирҙәр,...

1 июля 2015
Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика