Алтын бишек - 158924360 | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан халҡы Мортаза Рәхимовҡа изге теләктәрен еткерә

Мортаза Рәхимов Башҡортостан үҫеше өсөн ғәйәт ҙур эштәр башҡарған шәхес. Ул етәкселек иткән осорҙа беҙҙең республика илдә бар йүнәлештәр буйынса ла алдынғы урындарға сыҡты. Төбәктә йәшәгән бар милләт вәкилдәре өсөн дә милли-мәҙәни ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү өсөн тигеҙ шарттар тыуҙырылды. Башҡортостан халҡы бөгөн ил ағаһына рәхмәт һүҙҙәрен еткерә.   Ғәҙәттә, кешенең эшенә баһаны ваҡыт үҙе бирә, тиҙәр. Сирек быуатмы, йөҙ йылмы, тотош дәүерме. Ә уның хеҙмәте, ысын мәғәнәһендә, тотош дәүергә тиң.

Башҡортостан өсөн иң ауыр осорҙарҙың береһе.1990-сы йылдар. Республика ғына түгел, тотош илде ялмап алған үҙгәрештәр мәле. Тап ошо ваҡытта миллионлаған кеше яҙмышын үҙ тормошонан өҫтөн ҡуйған Мортаза Рәхимов Башҡортостан тигән тотош мәмләкәткә тиң төбәк өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә ала. Башҡортостандың Рәсәй федерализмына нигеҙ һалыусы субьект икәнен иҫтә алып, бөгөн тағы ла бер ваҡиғаны оноторға ярамай. Тап Башҡортостан етәксеһе Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов Республиканың үҙаллылығы тураһындағы Дәүләт Декларацияһына ул ҡуйыуға өлгәшә. Бер-нисә йылдан һуң вәкәләттәрҙе бүлешеү һәм идара итеү даирәһен айырыу тураһындағы документ, һуңынан иһә Башҡортостан Конституцияһы. Был – Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовтың эш биографияһындағы иң сағыу биттәрҙең береһе генә.  Башҡортостан халҡы бөгөн ил ағаһына рәхмәт һүҙҙәрен еткерә. Ул миллионлаған кешенең  йөрәк түренән сыҡҡан ихлас тәбрикләү. Ихтирам һәм хөрмәт. Был һүҙҙәрҙе тотош Республика, дүрт миллион халҡы булған Башҡортостан еткерә.

Башҡортостан тарихында беренсе тапҡыр Президент һайлауҙары һәм уның беренсе һөҙөмтәһе лә республика граждандарының Мортаза Рәхимовҡа ышанысы тураһында һөйләй. Тауыш биреү хоҡуғына эйә булған граждандарҙың 63 проценты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовты ошо вазифаны үтәүсе берҙән-бер ватандашы итеп күрә. Күгәрсен районындағы Тәүәкән ауылында донъяға килгән ябай малай, һуңынан завод етәксеһе, артабан инде — Башҡортостан лидеры. Тимәк, ауыл тормошон төптән белеп, сәнәғәт һәм иҡтисад төшөнсәһен яҡшы аңлаған хужа. Ысын мәғәнәһендә – хужа. 

Теүәл егерме йыл тотош бер субьект, Рәсәйҙең донор төбәге булған республиканы етәкләп килеү еңелдәрҙән түгел, тик ысын хужа ғына үҙ иңенә яуаплы йөктө һала ала. Башҡортостан етәксеһе Мортаза Рәхимов республика менән идара иткән осорҙа Башҡортостанда меңдән ашыу мәктәп, йөҙҙәрсә дауахана асыла. Тотош ауылдар, тотош райондар торғонлоҡ, үҙгәртеп ҡороуҙарҙан һуң яңы һулыш ала.  Халыҡҡа милли мәнфәғәттәрен ҡәнәғәтләндереү өсөн бар шарттар ҙа тыуҙырыла, республика мәктәптәрендә балалар 15 телдә белем ала.  Республика донъяның йөҙҙәрсә дәүләте менән миллиардтарса долларға баһаланған алыш-биреште яйға һала.

Оҙаҡ йылдар инвестиция тип һөйләгән һүҙҙәр тап Мортаза Рәхимов етәкселек иткән осорҙа уҡ бойомға ашырыла башлай.  Башҡорт халҡының ғына түгел, ә Башҡортостандың лайыҡлы улы. Республика, Өфөнө донъя кимәлендә таныуға алып килгән ШОС һәм БРИКС саммиттары нигеҙе лә Мортаза Рәхимов етәкселек иткән осорҙа һалынды. Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуҙың 450 йыллығына арнап төҙөлгән объекттар исемлегенә ингән “Торатау” конгресс холы ла Мортаза Ғөбәйҙулла улы башланғысы.  

Мортаза Ғөбәйҙулла улы төбәк, Рәсәй генә түгел, ә донъя кимәлендә танылған сәйәсмән. Абруй һәм аҡыл, ихтирам һәм алдан күрә белеүсәнлек. Үҙеңде түбәнһеткәндәр дәрәжәһенә төшмәү. Иң мөһиме илеңде яратыу.  Үҙенең 85 йәшен билдәләгән Мортаза Рәхимов идара иткән осорҙа Башҡортостан халҡы, уның күп төрлө милләте үҙ асылына кире ҡайтты.  Халыҡ ил ағаһын онотмай. Онотторорға тырыштырып, ситкә типһәләр ҙә, яратҡан шәхесенә һәр ваҡыт оло ихтирам күрһәтте. Егерме йыл дауамында республиканы күтәреп, ауыл хужалығы, сәнәғәт, социаль тармаҡ һәм башҡа бихисап эштәр башҡарып, Башҡортостанды Рәсәй кимәлендәге иң алдынғы төбәк дәрәжәһенә тиклем үҫтергән Мортаза Рәхимов һуңынан “Урал” хәйриә фонды аша бихисап программаларҙы тормошҡа ашырҙы.

Кемдер етәксе булып, йылға аша баҫма ла һалдыра алмаһа, Мортаза Рәхимов төҙөткән күперҙәр һаман да ныҡлы, һаман да ышаныслы. Тап, халыҡ ышанысы һәм халыҡ хөрмәте кеүек. Бөгөн уға Башҡортостандың миллионлаған ватандашы рәхмәт һүҙен әйтә. Ваҡыттың  кешегә баһаһын үҙе бар саҡта биреүе әһәмиәтле.

Тағы ла шуныһы, 85  йәшен билдәләгән ил ағаһы, Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовтың изге эше алтын ялатылған “Әр Рәхим” мәсете манаралары кеүек, Башҡортостандың алдағы тормошоноң  уңышлы буласағы миҫалы. “Мортаза Рәхимов” мәктәбен үткән республиканың бөгөнгө етәкселеге Башҡортостандың данын йәнә Рәсәй кимәленә сығарыуға әҙер.

 

Хәбәрҙәр

Смотреть видео Радик Мәсәғүтовтың апелляция ялыуы 20-се августа ҡараласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Радик Мәсәғүтовтың апелляция ялыуы 20-се августа ҡараласаҡ

Башҡортостандың Юғары суды ошондай ҡарар ҡабул итте. Сөнки, бөтә яҡтар ҙа апелляция материалдары менән танышып бөтмәгән. Шуға күрә, юғары инстанция судты һуңғараҡҡа күсерҙе. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, психотерапевт Радик Мәсәғүтов 16 йәшлек ҡыҙҙы көсләүҙә ғәйепләнә. Өфөнөң Совет районы суды уны 9 йылға...

31 июля 2019
Смотреть видео Сит ил фильмдарына оҡшаш уҙыш | ГТРК «Башкортостан»

Сит ил фильмдарына оҡшаш уҙыш

Полиция хеҙмәткәрҙәре башҡалала иҫерек водитель артынан ҡыуғын ойоштора. Руль артында иҫерек ҡыҙ үҙенең әхирәттәре менән ошо рәүешле шаярған, күрәһең. Әммә водитель таныҡлығы ла булмаған автоһәүәҫкәрҙе ҡәтғи ҡарар көтә. Был хаҡта Рәсәй медиаүҙәгендә үткән матбуғат конференцияһында республиканың баш...

31 июля 2019
Смотреть видео Буласаҡ донъя чемпионы | ГТРК «Башкортостан»

Буласаҡ донъя чемпионы

Өфөлә йәшәүсе Вильдан Ғәлеасҡаров джиу-джитсу буйынса донъя чемпионатында көмөш миҙал яулап ҡайтты. Әммә, 8 йәшлек спортсы бының менән генә туҡтап ҡалырға уйламай. Ул ата-әсәһенә мотлаҡ донъя чемпионы буласаҡмын тип вәғәҙәләгән. Уңыш – ул мөғжизә түгел, уңыш – ул көн һайын тырышып эшләү, ти...

30 июля 2019
Смотреть видео Өфөлә билдәле шәхестәрҙең портреттарын һатыу арҡаһында ығы-зығы ҡуба | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә билдәле шәхестәрҙең портреттарын һатыу арҡаһында ығы-зығы ҡуба

Йәш рәссамдың был ҡылығы ҡайһы берәүҙәргә бик үк оҡшап етмәй. Рәссам, әлбиттә, атайымдың ҡарашын, эске хис-тойғоларын тулыһынса асып бирә алған, ти Руслан Баҙыҡов. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Рәшит Ғәзиз улы Баҙыҡовҡа портрет бер һүҙһеҙ оҡшай, тик уның һатыуға ҡуйылыуына билдәле...

30 июля 2019
Смотреть видео Донъя һәм Рәсәй хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Донъя һәм Рәсәй хәбәрҙәре

Гонконгта хөкүмәткә ҡаршы сығыштар дауам итә. Үткән ялдарҙа 250 меңдән ашыу кеше манифестта ҡатнашҡан. Акция рөхсәтһеҙ үткәрелгән, шуға демонстрацияға йыйылғандарҙы таратыр өсөн полиция хеҙмәткәрҙәре күҙҙән йәш сығарыусы газ ҡулланған. Әйтергә кәрәк, Гокнонгта сыуалыштар ике ай дауам итә. Халыҡ...

30 июля 2019
Смотреть видео Иҫке йорттан - яңы иҫке йортҡа | ГТРК «Башкортостан»

Иҫке йорттан - яңы иҫке йортҡа

Өфөнөң Дим районынында “Авария хәлендәге йорттарҙан граждандарҙы күсереү” программаһы буйынса тапшырылған фатирҙар йәшәү өсөн яраҡһыҙ булып сыға. Урындағы халыҡ 4 йылдан ашыу ғәҙеллек өсөн көрәшә. Дим районының Якуб Колас урамында урынлашҡан йорттарҙағы проблемалар бер-нисә йыл дауам итә. Яңы...

30 июля 2019
Смотреть видео Башҡортостанда ҡала-ара автобус маршруттары тергеҙелә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда ҡала-ара автобус маршруттары тергеҙелә

Оҙон блға сығыусы пассажирҙарҙың хәҙер уңайлы һәм заман талаптарына яуап биргән транспортта оҙон юлға сығыу мөмкинлеге буласаҡ. Республиканың төп автотранспорт предприятеһы “Башавтотранстың” техник базаһы яңыртыла. Ойошмаға өр-яңы 6 автобус бирелде. Нефтекамалағы заводта сығарылған машиналар Өфө...

30 июля 2019
Смотреть видео Радий Хәбиров ихаталарҙы төҙөкләндереү эшен йәнә тәнҡитләне | ГТРК «Башкортостан»

Радий Хәбиров ихаталарҙы төҙөкләндереү эшен йәнә тәнҡитләне

Августан һәр райондың бизнес-шерифы буласаҡ. Хакимиәт башлығының эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫарҙарын тәғәйенләү кәрәклеген Радий Хәбиров белдергәйне. Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә был эште йәһәтерәк атҡарыу бурысын ҡуйҙы республика етәксеһе. Уңайлы мөхит булдырыу мәсьәләһе оператив кәңәшмәнең...

30 июля 2019
Смотреть видео “Көмөш аҡбуҙат” кинофестиваленә әҙерлек | ГТРК «Башкортостан»

“Көмөш аҡбуҙат” кинофестиваленә әҙерлек

Август айында башҡалабыҙ йәнә халыҡ-ара кимәлдәге ҙур сараны ҡаршылай. Өфөлә 4-се тапҡыр “Көмөш аҡбуҙат”кинофестивале үтә. Быйыл форумдың даирәһе киңерәк: конкурс программаһында милли, этник әҫәрҙәрҙән тыш социаль һәм мотивацион фильмдар ҙа күрһәтеләсәк. Фестиваль сиктәрендәге уникаль фильмдарҙы...

26 июля 2019
Смотреть видео Донъя һәм хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Донъя һәм хәбәрҙәре

Африка тағуны Болгарияла. Республиканың бер-нисә ҡалаһында ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгән. Мәҫәлән, Бра́шлен тип аталған ауылда үлемесле ауырыу илдәге иң ҙур сусҡа фермаһында табылған. Инфекция таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн фремалағы 40 меңдән ашыу сусҡаны юҡ итергә тура киләсәк.  Властар...

26 июля 2019
Смотреть видео Республиканың поликлиника һәм дауаханаларына йәш белгестәр эшкә ҡайтасаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Республиканың поликлиника һәм дауаханаларына йәш белгестәр эшкә ҡайтасаҡ

Башҡорт дәүләт медицина университетының бер төркөм ординаторҙарына дипломдар тапшырылды. Тантаналы сара һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкилдәре ҡатнашлығында үтте. Быйыл барлығы 667 ординатор юғары белем алыу тураһында таныҡлыҡ алды. Буласаҡ табиптарҙың күбеһе маҡсатлы йүнәлмәләр буйынса белем алған.

26 июля 2019
Смотреть видео Табип менән сәйәхәт | ГТРК «Башкортостан»

Табип менән сәйәхәт

Ошо исем аҫтында сит илдәрҙә ун йыллап үткәрелгән сараға Рәсәй ҙә ҡушылды. Сибай ҙа был социаль акциянан ситтә ҡалманы. Аҙна һайын ҡала халҡы урындағы табиптар менән бергә саф һауала йөрөргә сыға. Йәнле аралашыу файҙалы кәңәштәр менән үрелеп бара. Теләгән һәр кем баш табибы Радик Нәҙерғоловҡа һәм...

26 июля 2019
Смотреть видео Башҡортостанда онкология сирҙәренә дусар булыусылар һаны арта | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда онкология сирҙәренә дусар булыусылар һаны арта

Былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, яман шеш менән ауырыусылар 6,7 процентҡа күберәк теркәлгән. Был турала Республика Йортонда уҙған “Сәләмәтлек сәғәтендә” әйтелде. Башҡортостан буйынса был ҡурҡыныс исемлектең беренсе урынында Стәрлебаш районы килә. Саҡмағош, Көйөргәҙе, Федоровкала ла онкология...

26 июля 2019
Смотреть видео Мәктәпһеҙ ҡалған балалар | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәпһеҙ ҡалған балалар

Прокуратура Өфөнөң Кузнецов затонында мәктәп һәм балалар баҡсаһы төҙөлөшөн суд аша талап итәсәк. Бында меңәрләгән ғаилә балалары менән йәшәй, әммә, бер генә лә мәғариф учреждениеһы юҡ. Быға тиклем беҙҙең хәбәрселәр мәсьәлә тураһында бәйән иткәйне. Хәбәрҙәрҙән һуң, хоҡуҡ һаҡсылары тикшереү башланы....

26 июля 2019
Смотреть видео Сәнәғәт сәғәте | ГТРК «Башкортостан»

Сәнәғәт сәғәте

Башҡортостандың төп сәнәғәт үҙәктәренең береһе – Октябрьскийҙа яңы проекттар бойомға ашырыла. Уларҙың барыһы ла ҡаланың  индустриаль селтәре программаһына ярашлы  үтәләсәк.  Ошо турала Республика Йортонда уҙған “Сәнәғәт сәғәте” ултырышында әйтелде. Башҡортостандың көнбайышындағы ҡала...

26 июля 2019
Смотреть видео Өфө төтөн тотҡононда | ГТРК «Башкортостан»

Өфө төтөн тотҡононда

Кисә баш ҡаланы ҡуйы томан ҡаплап алды. Белгестәр фаразлауынса, бының сәбәбе Красноярск крайындағы урман янғындары. Уттан сыҡҡан төтөн Урал һәм Волга буйына тиклем барып етеүе ихтимал. Синоптиктар баш ҡалалағы һауаны тикшерҙе һәм унда кеше һаулығы өсөн зарарлы матдәләр табылмауы тураһында хәбәр...

26 июля 2019
Смотреть видео Луиза Хәйруллина эҙенән... | ГТРК «Башкортостан»

Луиза Хәйруллина эҙенән...

Өфөлә банк кассаһын бушатҡан сираттағы кассир суд алдына баҫты. Лилиә Аҙнабаеваға ҡарата тәүге суд ултырышы үтте. Башҡала банктарының береһенең өлкән кассиры 6 млн ярым һум аҡса урлауҙа ғәйепле тип танылды. Лилиә Аҙнабаева суд залына һыу уртлағандай бер тынһыҙ инеп ултырҙы. Өлкән кассир эштә лә...

26 июля 2019
Смотреть видео Тракторҙы кем отор? | ГТРК «Башкортостан»

Тракторҙы кем отор?

Күркәм ауыл, өлгөлө ғаилә һәм алтын ҡуллы оҫта. Башҡортостан24 каналы республика ауылдарын “Алтын бишек” акцияһында ҡатнашырға саҡыра. Бәйгенең тәүге этабына старт бирелде. Хәбәрҙәр Башҡортостан программаһын алып барыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре...

25 июля 2019
Смотреть видео  Ҡымыҙ - етмеш ауырыуҙан дауа | ГТРК «Башкортостан»

Ҡымыҙ - етмеш ауырыуҙан дауа

Борон-борондан башҡорт халҡының бәрәкәтле, шифалы эсемлектәренең береһе – ҡымыҙ, айырыуса, йәй көнө тәмле була, сөнки йәйен бейәләр йәшел үлән менән туҡлана. Ә бына шифалы эсемлек ағыуға әйләнмәһен өсөн нимә эшләргә? Башҡорт тоҡомло аттары үҙҙәренең сыҙамлы булыуы менән айырыла. Дәүләкән районы Яңы...

25 июля 2019
Смотреть видео  Австрияла Башҡортостандын рәсми презентацияһы үткәреләсәк | ГТРК «Башкортостан»

Австрияла Башҡортостандын рәсми презентацияһы үткәреләсәк

Республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, Австрияла Башҡортостандың экспорт һәм инвестиция мөмкинлеге күрһәтеләсәк. Июндә Венала Австрия Республикаһында Башҡортостан Республикаһы көндәре уҙғайны. Унда Башҡортостан вәкиллеге эшләй башланы. Ул Венаның...

25 июля 2019
Смотреть видео Зоопаркта хайуандарҙың йәшәү шарттары аптырашта ҡалдыра | ГТРК «Башкортостан»

Зоопаркта хайуандарҙың йәшәү шарттары аптырашта ҡалдыра

Өфөләге күсмә зоопаркта тәрбиәләнеүсе хайуандарҙың йәшәү шарттары күп кешеләрҙе аптырашта ҡалдырҙы. Волонтерҙар ситлектәрҙең тар булыуын билдәләй. Зоопарк хужаһы иһә был проблеманы яҡшы белә. Әммә ер мәсьәләһе һаман хәл ителмәү сәбәпле, бер нимә лә эшләй алмай. Был видеояҙма интернет селтәрҙәрендә...

25 июля 2019
Смотреть видео Республикала башҡорт ҡортон үрсетеү стационары барлыҡҡа килде | ГТРК «Башкортостан»

Республикала башҡорт ҡортон үрсетеү стационары барлыҡҡа килде

Ул Ишембай районының төпкөлдә ятҡан Кәбәс ауылында урынлашҡан. Умарталыҡтың тап төпкөлдә булыуы башҡорт ҡортоноң таҙа тоҡомон һаҡлап ҡалырға һәм үрсетергә мөмкинлек бирергә тейеш. Әле биләмәлә 500-ҙән артыҡ умарта ҡуйылған. Артабан ошо нигеҙҙә башҡорт балын етештереү өсөн иң ҙур умарталыҡ булдырыу...

25 июля 2019
Смотреть видео Өфөлә бал ҡорттарының ҡырылыу сәбәптәре тикшерелә | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә бал ҡорттарының ҡырылыу сәбәптәре тикшерелә

Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығында республика ветеринарҙары һөнәри белемдәрен камиллаштыра. Көнүҙәк темаларҙың береһе –бал ҡорттарының күпләп ҡырылыуы, бал ҡорттары сирҙәре һәм улар менән көрәшеү юлдары. Ветеринарҙар алдында Рәсәй ветеринария үҙәге директоры, ветеринария фәндәре кандидаты...

25 июля 2019
Яндекс.Метрика