Башҡортостан халҡы Мортаза Рәхимовҡа изге теләктәрен еткерә

Мортаза Рәхимов Башҡортостан үҫеше өсөн ғәйәт ҙур эштәр башҡарған шәхес. Ул етәкселек иткән осорҙа беҙҙең республика илдә бар йүнәлештәр буйынса ла алдынғы урындарға сыҡты. Төбәктә йәшәгән бар милләт вәкилдәре өсөн дә милли-мәҙәни ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү өсөн тигеҙ шарттар тыуҙырылды. Башҡортостан халҡы бөгөн ил ағаһына рәхмәт һүҙҙәрен еткерә.   Ғәҙәттә, кешенең эшенә баһаны ваҡыт үҙе бирә, тиҙәр. Сирек быуатмы, йөҙ йылмы, тотош дәүерме. Ә уның хеҙмәте, ысын мәғәнәһендә, тотош дәүергә тиң.

Башҡортостан өсөн иң ауыр осорҙарҙың береһе.1990-сы йылдар. Республика ғына түгел, тотош илде ялмап алған үҙгәрештәр мәле. Тап ошо ваҡытта миллионлаған кеше яҙмышын үҙ тормошонан өҫтөн ҡуйған Мортаза Рәхимов Башҡортостан тигән тотош мәмләкәткә тиң төбәк өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә ала. Башҡортостандың Рәсәй федерализмына нигеҙ һалыусы субьект икәнен иҫтә алып, бөгөн тағы ла бер ваҡиғаны оноторға ярамай. Тап Башҡортостан етәксеһе Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов Республиканың үҙаллылығы тураһындағы Дәүләт Декларацияһына ул ҡуйыуға өлгәшә. Бер-нисә йылдан һуң вәкәләттәрҙе бүлешеү һәм идара итеү даирәһен айырыу тураһындағы документ, һуңынан иһә Башҡортостан Конституцияһы. Был – Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовтың эш биографияһындағы иң сағыу биттәрҙең береһе генә.  Башҡортостан халҡы бөгөн ил ағаһына рәхмәт һүҙҙәрен еткерә. Ул миллионлаған кешенең  йөрәк түренән сыҡҡан ихлас тәбрикләү. Ихтирам һәм хөрмәт. Был һүҙҙәрҙе тотош Республика, дүрт миллион халҡы булған Башҡортостан еткерә.

Башҡортостан тарихында беренсе тапҡыр Президент һайлауҙары һәм уның беренсе һөҙөмтәһе лә республика граждандарының Мортаза Рәхимовҡа ышанысы тураһында һөйләй. Тауыш биреү хоҡуғына эйә булған граждандарҙың 63 проценты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовты ошо вазифаны үтәүсе берҙән-бер ватандашы итеп күрә. Күгәрсен районындағы Тәүәкән ауылында донъяға килгән ябай малай, һуңынан завод етәксеһе, артабан инде — Башҡортостан лидеры. Тимәк, ауыл тормошон төптән белеп, сәнәғәт һәм иҡтисад төшөнсәһен яҡшы аңлаған хужа. Ысын мәғәнәһендә – хужа. 

Теүәл егерме йыл тотош бер субьект, Рәсәйҙең донор төбәге булған республиканы етәкләп килеү еңелдәрҙән түгел, тик ысын хужа ғына үҙ иңенә яуаплы йөктө һала ала. Башҡортостан етәксеһе Мортаза Рәхимов республика менән идара иткән осорҙа Башҡортостанда меңдән ашыу мәктәп, йөҙҙәрсә дауахана асыла. Тотош ауылдар, тотош райондар торғонлоҡ, үҙгәртеп ҡороуҙарҙан һуң яңы һулыш ала.  Халыҡҡа милли мәнфәғәттәрен ҡәнәғәтләндереү өсөн бар шарттар ҙа тыуҙырыла, республика мәктәптәрендә балалар 15 телдә белем ала.  Республика донъяның йөҙҙәрсә дәүләте менән миллиардтарса долларға баһаланған алыш-биреште яйға һала.

Оҙаҡ йылдар инвестиция тип һөйләгән һүҙҙәр тап Мортаза Рәхимов етәкселек иткән осорҙа уҡ бойомға ашырыла башлай.  Башҡорт халҡының ғына түгел, ә Башҡортостандың лайыҡлы улы. Республика, Өфөнө донъя кимәлендә таныуға алып килгән ШОС һәм БРИКС саммиттары нигеҙе лә Мортаза Рәхимов етәкселек иткән осорҙа һалынды. Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуҙың 450 йыллығына арнап төҙөлгән объекттар исемлегенә ингән “Торатау” конгресс холы ла Мортаза Ғөбәйҙулла улы башланғысы.  

Мортаза Ғөбәйҙулла улы төбәк, Рәсәй генә түгел, ә донъя кимәлендә танылған сәйәсмән. Абруй һәм аҡыл, ихтирам һәм алдан күрә белеүсәнлек. Үҙеңде түбәнһеткәндәр дәрәжәһенә төшмәү. Иң мөһиме илеңде яратыу.  Үҙенең 85 йәшен билдәләгән Мортаза Рәхимов идара иткән осорҙа Башҡортостан халҡы, уның күп төрлө милләте үҙ асылына кире ҡайтты.  Халыҡ ил ағаһын онотмай. Онотторорға тырыштырып, ситкә типһәләр ҙә, яратҡан шәхесенә һәр ваҡыт оло ихтирам күрһәтте. Егерме йыл дауамында республиканы күтәреп, ауыл хужалығы, сәнәғәт, социаль тармаҡ һәм башҡа бихисап эштәр башҡарып, Башҡортостанды Рәсәй кимәлендәге иң алдынғы төбәк дәрәжәһенә тиклем үҫтергән Мортаза Рәхимов һуңынан “Урал” хәйриә фонды аша бихисап программаларҙы тормошҡа ашырҙы.

Кемдер етәксе булып, йылға аша баҫма ла һалдыра алмаһа, Мортаза Рәхимов төҙөткән күперҙәр һаман да ныҡлы, һаман да ышаныслы. Тап, халыҡ ышанысы һәм халыҡ хөрмәте кеүек. Бөгөн уға Башҡортостандың миллионлаған ватандашы рәхмәт һүҙен әйтә. Ваҡыттың  кешегә баһаһын үҙе бар саҡта биреүе әһәмиәтле.

Тағы ла шуныһы, 85  йәшен билдәләгән ил ағаһы, Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовтың изге эше алтын ялатылған “Әр Рәхим” мәсете манаралары кеүек, Башҡортостандың алдағы тормошоноң  уңышлы буласағы миҫалы. “Мортаза Рәхимов” мәктәбен үткән республиканың бөгөнгө етәкселеге Башҡортостандың данын йәнә Рәсәй кимәленә сығарыуға әҙер.

 

Хәбәрҙәр

Смотреть видео Оҫтаһына күрә ҡоралы | ГТРК «Башкортостан»

Оҫтаһына күрә ҡоралы

 Баҡалы районы Баҡалы ауылында йәшәүсе Марат Хәкимов үҙ ҡулдары менән трактор йыйған. Тимер ат ярҙамында ул яҙғыһын баҡса эштәрендә көс түкһә, ҡышҡыһын иһә урамды ҡарҙан таҙарта. Хәҙер Марат Хәкимов көнкүрештә иң кәрәкле техника - тракторын һәр кемгә күрһәтеп, уның серҙәре менән бүлешә ала....

25 декабря 2018
Смотреть видео 114 бала Кремль шыршыһына юлланды гузель Ишкинина | ГТРК «Башкортостан»

114 бала Кремль шыршыһына юлланды гузель Ишкинина

Бөгөн Өфө-Мәскәү рейсы менән Кремль шыршыһына республиканан 114 бала оҙон юлға сыҡты. Ҙур сараға иң алдынғы, яҡшы билдәләргә өлгәшеүсе, төрлө олимпиадаларҙа ҡатнашып, алдынғы урындарҙы яулаусы уҡыусыларҙы саҡыралар. Аэропортҡа улар Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре һәм фельдшерҙар оҙатыуында...

25 декабря 2018
Смотреть видео Реклама һәм иғландарҙы ҡағиҙәләргә ярашлы яҙыу | ГТРК «Башкортостан»

Реклама һәм иғландарҙы ҡағиҙәләргә ярашлы яҙыу

Был Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт көйләгән йүнәлештәрҙең береһе. Һәр  өс ай һайын эксперттар советы ҡағиҙә боҙоу осраҡтарын һәм халыҡтан килгән ялыуҙарҙы тикшерә.Бөгөн сираттағы ултырышта бер нисә иғлан тикшерелде. Улар ялған мәғлүмәт биреү, иғланда оятһыҙ һүрәттәр һәм һүҙҙәр ҡулланыуға...

25 декабря 2018
Смотреть видео Нәфисә Кинйәбаева парламент эшмәкәрлеген яҡтыртҡан иң яҡшы журналист | ГТРК «Башкортостан»

Нәфисә Кинйәбаева парламент эшмәкәрлеген яҡтыртҡан иң яҡшы журналист

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев төбәк парламенты эшмәкәрлеген яҡтыртҡан журналистарҙы бүләкләне.  Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәте ойошторған конкурста быйыл 200-ҙән ашыу хеҙмәт тәҡдим ителде. Шуларҙың 30-ҙан ашыуы дипломдарға лайыҡ булды. Бүләкләнеүселәр араһында...

25 декабря 2018
Смотреть видео Өфөлә Советтар Союздары геройҙары Таһир Кусимов һәм Петр Рогалевҡа барельефтар асылды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә Советтар Союздары геройҙары Таһир Кусимов һәм Петр Рогалевҡа барельефтар асылды

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан хәрби комиссариатының 100 йыллығына арнап Советтар Союздары геройҙары Таһир Кусимов һәм Петр Рогалевҡа барельефтар асылды. Шулай уҡ, бында Башҡортостан хәрби комиссариаты эшенә, уның ил кимәлендә күрһәткестәрен яҡшыртыуға, үҫмерҙәр һәм балаларға хәрби-патриотик тәрбиә...

25 декабря 2018
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Индонезияла цунми сәбәпле кәм тигәндә 334 кеше һәләк булған. 3 мең кеше йәрәхәтләнгән, 60-ы хәбәрһеҙ юғалған. Бик күп биналар емерелгән, кешеләр әле һаман имен урындарға эвакуациялана. Белгестәр фекеренсә, тейешле хеҙмәттәр цунами тураһында алдан хәбәр итһә, һәләк булыусылар ҙа аҙ булыр ине. “...

25 декабря 2018
Смотреть видео Республикала медицина мәсьәләһе киҫкен булып ҡала | ГТРК «Башкортостан»

Республикала медицина мәсьәләһе киҫкен булып ҡала

Сөнки күп осраҡта халыҡ ошо өлкәләге проблемаларға зарлана, тинеләр “сәләмәтлек сәғәте”ндә. Ике аҙна эсендә генә 200-гә яҡын кеше ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Проблемаларға килгәндә, был тәү сиратта дарыуҙар менән тейешле кимәлдә тәьмин ителмәү, тар йүнәлештәге белгестәрҙең етмәүе, табиптарҙың...

25 декабря 2018
Смотреть видео Ауыл табибы | ГТРК «Башкортостан»

Ауыл табибы

,,Ауыл табибы,, программаһы Рәсәйҙә 2012-се йылдан башлап ғәмәлгә ашырыла. Мәғлүм булыуынса, ошо арауыҡта 1 мең 300 белгес ауылға эшкә ҡайтҡан. Йәштәр ҡайтһын өсөн ниндәй шарттар тыуҙырылырға тейеш? Дыуан районы ҡыҙы Дарья Сычина быйыл ғына медицина университетын тамамалаған. Ярты йыл элек ул...

25 декабря 2018
Смотреть видео Мәсәғүт ауылында ҡотороу сире буйынса карантин иғлан ителде | ГТРК «Башкортостан»

Мәсәғүт ауылында ҡотороу сире буйынса карантин иғлан ителде

Башҡортостандың Дыуан районы Мәсәғүт ауылында ҡотороу сире буйынса карантин иғлан ителде, тип хәбәр итә, башинформ агентлығы. Ауылда бер ҡатынға ҡырағай төлкө һөжүм иткән. Шул уҡ көндө йәнлек башҡа кешеләрҙе лә тешләгән. Төлкө атып үлтерелгән. Ветеринарҙар үткәргән тикшереү уның ҡотороу сирле...

25 декабря 2018
Смотреть видео Туймазы районы Ҡандра ауылында тағы ла бер фажиғә | ГТРК «Башкортостан»

Туймазы районы Ҡандра ауылында тағы ла бер фажиғә

Бөгөн торлаҡ йортта сыҡҡан янғында  ике сабый һәләк булды. Уларҙың береһенә ике, икенсеһенә дүрт йәш.  Янғын сәбәптәре әлегә билдәле түгел.  Ғаилә бар яҡтан да ыңғай баһалана.  Хужабикә төтөн сыҡҡанын күргәс, ҡыҙҙарҙы уятып тормай, ярҙам саҡырырға югергән. Ҡыҙғаныс, ул кире...

25 декабря 2018
Смотреть видео Республикала киләһе көндәрҙә лә һалҡын һауа торошо һаҡланасаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Республикала киләһе көндәрҙә лә һалҡын һауа торошо һаҡланасаҡ

Был хаҡта бөгөн синоптиктар белдерҙе. Урыны менән көндәрҙең 25 градусҡаса һыуытыуы ихтимал. Көндөҙ 10-15 градус һыуыҡ, айырым райондарҙа 20 градуслыҡ һалҡындар.

24 декабря 2018
Смотреть видео Еңел аҡса бәхет килтермәй | ГТРК «Башкортостан»

Еңел аҡса бәхет килтермәй

Өфө ҡалаһында йәшәүсе Евгений Полихач интернет аша аҡса эшләйем тип мутлашыусыларға 2 миллион ярым һум аҡсаһын биргән. Хәҙер ул ғаиләһе менән кредит һаҙлығына батып йәшәргә мәжбүр. Ә интернеттағы мутлашыусылар яңы ҡорбан эҙләй. Ике бала атаһы еңел аҡса эшләйем тип, хәҙер кредит түләргә мәжбүр....

24 декабря 2018
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Индонезияла цунами сәбәпле һәләк булыусылар 220 кешенән артып китте. Йәрәхәтләнеүселәр 843 кеше. Уларҙың араһында Рәсәй граждандары юҡ. 28 кеше хәбәрһеҙ юғалған. Йөҙләгән торлаҡ йорт, отелдәр емерелгән. Суматра менән Ява утрауҙары араһында өс метрлыҡ тулҡындар, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Анаҡ-...

24 декабря 2018
Смотреть видео Һүҙҙән эшкә күсергә ваҡыт | ГТРК «Башкортостан»

Һүҙҙән эшкә күсергә ваҡыт

Бөгөн республика йортонда үткән оператив кәңәшмәлә Республика етәксеһенең карьерҙарҙы законһыҙ эшкәртеүҙе туҡтатыу буйынса күрһәтмәһенең үтәлеше ҡаралды. Радий Хәбиров тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрының хисабын ҡаты тәнҡитләп февраль уртаһында был мәсьәлә буйынса тағы ла бер...

24 декабря 2018
Смотреть видео Республика үҙ ватандаштарын ярҙамһыҙ ҡалдырмаясаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Республика үҙ ватандаштарын ярҙамһыҙ ҡалдырмаясаҡ

Пермь ҡалаһындағы Соликамск ҡалаһында “Уралкалий” акционерҙар йәмғиәте шахтаһында һәләк булған тағы ла бер эшсе табылды. Ғәҙәттән тыш хәл 22 декабрь  363 метр тәрәнлектә теркәлгәйне. Республика етәксеһе Радий Хәбиров Соликамск шахтаһында ғүмерҙәре өҙөлгән Башҡортостан граждандарының...

24 декабря 2018
Смотреть видео Яңы йылға яңы автомобилдәр менән | ГТРК «Башкортостан»

Яңы йылға яңы автомобилдәр менән

Торатау Конгрес-холлы алдында тантаналы рәүештә “УАЗ” һәм “ГАЗ” нигеҙендә эшләнгән, заманса йыһазландырылған яңы 23 тиҙ ярҙам машинаһы Башҡортостандың төрлө тарафтарына юлланды. Республиканың тиҙ ярҙам машиналары паркын яңыртыу өсөн федераль бюджеттан аҡса бүленгән.

21 декабря 2018
Смотреть видео Фейерверк яңы йыл байрамының төп уйынсығына әйләнә бара | ГТРК «Башкортостан»

Фейерверк яңы йыл байрамының төп уйынсығына әйләнә бара

Бәләкәстәр өсөн дә, ололар өсөн дә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгестәре иһә күңелһеҙ статистикаға күҙ һалырға, пиротехника алыр алдынан йөҙ тапҡыр уйланырға саҡыра. Илдар йыл һайын пиротехника һатып ала. Өлкәндәр өсөн ул Яңы йылдың төп уйынсығы, ти егет. Һатыусылар ҙа байрам алдынан...

21 декабря 2018
Смотреть видео Өфөлә Рәсәйҙең ҡотҡарыусылар көнөнә арналған тантаналы сара үтте | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә Рәсәйҙең ҡотҡарыусылар көнөнә арналған тантаналы сара үтте

Унда Республика Хөкүмәте премьер-министр урынбаҫары Артур Әхмәтханов ҡатнашты. Сара сиктәрендә ҡотҡарыусыларҙы, хеҙмәттә юғары күрһәткестәргә ирешкән хеҙмәткәрҙәрҙе, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү ҙә ҙур өлөш индереүселәрҙе тәбрикләнеләр. Шулай уҡ яңы 3 янғын һүндереү машинаһы асҡыстары...

21 декабря 2018
Смотреть видео Бөгөн Өфөлә тәүге яңы йыл тамашаһы үтә | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Өфөлә тәүге яңы йыл тамашаһы үтә

«Башҡортостан» дәүләт концерт залында бөгөн Республиканың төп шыршы байрамы үтә. Унда 780 бала ҡатнаша. Хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибатуллин беҙҙең студия менән тура бәйләнешкә сыға. 

21 декабря 2018
Смотреть видео Башҡортостан Урал тау-металлургия комбинаты холдингы менән инвестиция килешеүе төҙөнө | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан Урал тау-металлургия комбинаты холдингы менән инвестиция килешеүе төҙөнө

Документ Яңы Учалы баҡыр колчеданы мәғдән ятҡылыҡтарын үҙләштереү буйынса ер аҫты руднигын төҙөүҙе күҙ уңында тота. Холдингҡа ҡараған Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты был эшкә башланғыс һалды. Килешеүгә ярашлы, республика проектты бойомға ашырыу буйынса һалым льготалары тәҡдим итә.

21 декабря 2018
Смотреть видео Өфөлә йәшәүсе боронғо сулпы-биҙәүестәр һәм һаҡал эшләү менән мауыға | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә йәшәүсе боронғо сулпы-биҙәүестәр һәм һаҡал эшләү менән мауыға

Өфөлә йәшәүсе Илдар Ғатауллин боронғо сулпы-биҙәүестәр һәм һаҡал эшләү менән мауыға. Еңел булмаған шөғөл үҙенсәлектәрен беҙҙең ижади төркөм дә күреп ҡайтты. Егерменсе быуаттан алып һаҡланып килгән был сихри тәңкәләр яңы эшләнәсәк һаҡалды биҙәйәсәк. Башҡорт милли хазинаһының бөтә нескәлеген...

20 декабря 2018
Смотреть видео  “Урал Батыр” башҡорт рок – фестивале | ГТРК «Башкортостан»

“Урал Батыр” башҡорт рок – фестивале

Билдәле музыкант, “Дәрүиш-Хан” төркөмө солисы, Дим Ҡоләхмәтовтың иҫтәлегенә арналған сара башҡорт рогын яратыусыларҙы бер майҙанға йыйҙы. Ике сәғәттән ашыу барған концерт тураһында хәбәрсебеҙ Иҙел Алсынов репортажында. 90-сы йылдарҙа популяр “Дәрүиш-хан” төркөмө йырҙарын белмәгән кеше...

20 декабря 2018
Смотреть видео Яңы йылға 20 бүләк | ГТРК «Башкортостан»

Яңы йылға 20 бүләк

“Маяҡ” радиоһында “Уфимский берег” тапшырыуын тыңлағыҙ һәм олатай, өләсәйҙәрегеҙгә бүләктәр эшләгеҙ. Бының өсөн беҙҙең телекомпанияның рәсми сәхифәһенә инергә һәм ни өсөн һеҙҙең олатай-өләсәйегеҙ беҙҙең бүләкте алырға тейеш тигән яҙма ҡалдырыу ҙа етә. 20 кеше цифрлы телевидение ҡарау өсөн...

20 декабря 2018
Смотреть видео Башҡортостанда «Ҡаргиҙәр» операцияһы уҙғарыла | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда «Ҡаргиҙәр» операцияһы уҙғарыла

Операция барышында юлһыҙ ерҙән йөрөгән мототранспортты файҙаланғанда тәртип боҙоуҙарҙы иҫкәртеү саралары ойошторола. Сараға Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса республика дәүләт инспекцияһы, Экология министрлығы һәм Башҡортостан буйынса Эске эштәр...

20 декабря 2018
Смотреть видео Яңы йыл шыршыһы ҡатнашыусыларҙы ҡабул итергә әҙер | ГТРК «Башкортостан»

Яңы йыл шыршыһы ҡатнашыусыларҙы ҡабул итергә әҙер

«Башҡортостан» дәүләт концерт залы Яңы йыл шыршыһында ҡатнашыусыларҙы ҡабул итергә әҙер. Республиканың төп шыршыһына «Киреһенсә Яңы йыл» тигән тамаша әҙерләгәндәр, тип хәбәр итә «Башинформ» агентлығы. Байрамға 780 бала саҡырылған. Балаларҙы шат клоундар, шыршы тирәләй флешмоб, яңы йыл...

20 декабря 2018
Смотреть видео Рәсәй президенты бөгөн хәбәрселәр өсөн матбуғат конференцияһын үткәрҙе | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй президенты бөгөн хәбәрселәр өсөн матбуғат конференцияһын үткәрҙе

Владимир Путиндың матбуғат секретары Дмитрий Песков әйтеүенсә, матбуғат осрашыуы ҡәҙимге форматта үтәсәк. Был сараның төп маҡсаты- федераль төбәк һәм сит ил журналистарының дәүләт башлығы менән туранан-тура әңгәмәләшеүен ойоштороу.

20 декабря 2018
Смотреть видео Өфөлә Рәсәй-Ҡытай йәштәренең икенсе ҡышҡы уйындары тамамланды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә Рәсәй-Ҡытай йәштәренең икенсе ҡышҡы уйындары тамамланды

Миҙалдар иҫәбе буйынса Рәсәй йыйылма командаһы еңеүсе. Ике ил командаларында ике йөҙгә яҡын атлет өс көндә 25 төрлө миҙал яуланы. Шорт-тректа Ҡытай спортсыларына тиңдәр булмаһа, саңғыла уҙышыу, фигуралы шыуыу буйынса Рәсәй вәкилдәре беренселекте алды. Саңғы ярыштарында көстәр тигеҙерәк. Хоккей...

19 декабря 2018
Смотреть видео Ғаилә ҡәҙерен белеүселәр | ГТРК «Башкортостан»

Ғаилә ҡәҙерен белеүселәр

Башҡортостан Республикаһы законына ярашлы гражданлыҡ хәле акттарын теркәү идаралыҡтарында 50,60,70 һәм 75 йыл бергә йәшәгән ғаиләләр тәбрикләнә. Алтын, гәүһәр, хозур туйҙарын  билдәләүселәр мөхәббәттең мәңге йәшәүен тағы ла дәлилләй. Киров районы ЗАГСында декабрҙә алтын һәм гәүһәр туйҙарын...

19 декабря 2018
Смотреть видео Инвестор килде | ГТРК «Башкортостан»

Инвестор килде

Ейәнсура районы Яңы Себенле ауылында мегакомплекстың буш тороуы, ауыл халҡының эшһеҙ интегеүе тураһында беҙҙең телеканал репортаж күрһәткәс, ниһәйәт, бында инвестор килде һәм комплексҡа таналар индерелде. Был ваҡиғаның тарихы 2015-се йылдан башлана. Хужалыҡ бөлгөнлөккә төшкәс, техниканы һәм малды...

19 декабря 2018
Смотреть видео Ауыл табибы | ГТРК «Башкортостан»

Ауыл табибы

Республика етәксеһе парламентҡа мөрәжәғәтнәмәһендә медицина өлкәһенә айырым туҡталып йәштәрҙе ауылға ҡайтарыу өсөн шарттар тыуҙырыу кәрәклеген билдәләне. Дыуан районы ҡыҙы Дарья Сычина Архангел районы үҙәк дауаханаһында хеҙмәт юлын башлаған. Бик йылы ҡаршы алдылар, килгәс тә ике ҡатлы торлаҡ...

19 декабря 2018
Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика