К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

Сибай ҡалаһынан бер төркөм балалар Ишембайҙағы шифаханала сәләмәтлектәрен нығыта

 Пульмонология, йәғни тын юлдары ауырыуҙарын дауалау үҙәгендә улар 2 аҙна ял итәсәк. Дөрөҫ тын алыу күнекмәләре дауалау физкультураһының мотлаҡ өлөшө. Сибайҙан ял итергә килеүсе балалар Пульмонология үҙәгенең көн тәртибенә әле яраҡлаша ғына. Физик күнекмәләр, ингаляция, бассейн менән бер рәттән тоҙ шахтаһын да көтөп ала ял итеүселәр. Әле табиптар һәр баланың сәләмәтлеген ентекләп тикшерә, унан өҫтәмә дауалау курстары билдәләнәсәк. Сибайҙан килгән балаларҙың һәр береһенә мотлаҡ рәүештә гипоксотерапия тәғәйенләнә. Процедура тын алыу системаһын яҡшырта. Һауа тултырылған махсус шар эсендә ни бары 12 процент кислород…Процедураларҙан буш ваҡытты файҙалы ойоштороу серен тәрбиәселәр яҡшы белә. Шахмат, шашка, балаларҙың белем, зирәклеген үҫтереүгә айырым иғтибарбында. Мәктәп йәшендәгеләр өсөн уҡыу программаһы тулыһынса бирелә. Шифахана етәкселеге Сибайҙан балаларҙы үҙҙәр саҡырған. Уларҙы барып алыу хәстәрен дә үҙ өҫтөнә алғандар.Ишембайға һаулығын нығытырға килгән 50 бала Сибайҙан бушлай юллама алыусыоларҙың тәүге төркөмө генә. Башлыса унда карьерға яҡын йәшәгәндәр эләккән. Ә Ҡара диңгеҙгә сәләмәтлеген яҡшыртырға барырға теләүселәрҙең тәүге төркөмө, 250 бала февраль аҙағында юлға сыға. Ҡырымдан тыш Башҡортостан шифаханалары ла Сибайҙарҙы көтөп ҡала. Асҡын районындағы “Танып” һәм Баймаҡтағы “Талҡаҫ” уларҙы ҡабул итергә әҙер.

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика