Сибай ҡалаһынан бер төркөм балалар Ишембайҙағы шифаханала сәләмәтлектәрен нығыта

 Пульмонология, йәғни тын юлдары ауырыуҙарын дауалау үҙәгендә улар 2 аҙна ял итәсәк. Дөрөҫ тын алыу күнекмәләре дауалау физкультураһының мотлаҡ өлөшө. Сибайҙан ял итергә килеүсе балалар Пульмонология үҙәгенең көн тәртибенә әле яраҡлаша ғына. Физик күнекмәләр, ингаляция, бассейн менән бер рәттән тоҙ шахтаһын да көтөп ала ял итеүселәр. Әле табиптар һәр баланың сәләмәтлеген ентекләп тикшерә, унан өҫтәмә дауалау курстары билдәләнәсәк. Сибайҙан килгән балаларҙың һәр береһенә мотлаҡ рәүештә гипоксотерапия тәғәйенләнә. Процедура тын алыу системаһын яҡшырта. Һауа тултырылған махсус шар эсендә ни бары 12 процент кислород…Процедураларҙан буш ваҡытты файҙалы ойоштороу серен тәрбиәселәр яҡшы белә. Шахмат, шашка, балаларҙың белем, зирәклеген үҫтереүгә айырым иғтибарбында. Мәктәп йәшендәгеләр өсөн уҡыу программаһы тулыһынса бирелә. Шифахана етәкселеге Сибайҙан балаларҙы үҙҙәр саҡырған. Уларҙы барып алыу хәстәрен дә үҙ өҫтөнә алғандар.Ишембайға һаулығын нығытырға килгән 50 бала Сибайҙан бушлай юллама алыусыоларҙың тәүге төркөмө генә. Башлыса унда карьерға яҡын йәшәгәндәр эләккән. Ә Ҡара диңгеҙгә сәләмәтлеген яҡшыртырға барырға теләүселәрҙең тәүге төркөмө, 250 бала февраль аҙағында юлға сыға. Ҡырымдан тыш Башҡортостан шифаханалары ла Сибайҙарҙы көтөп ҡала. Асҡын районындағы “Танып” һәм Баймаҡтағы “Талҡаҫ” уларҙы ҡабул итергә әҙер.

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Халыҡҡа  ярҙам күрһәтеүҙең бер ысулы - социаль контракттар | ГТРК «Башкортостан»

Халыҡҡа ярҙам күрһәтеүҙең бер ысулы - социаль контракттар

Социаль контракт - граждан һәм халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү органдары араһында төҙөлгән килешеү. Документ гражданға адреслы социаль ярҙам күрһәтеүҙе күҙ уңында тота. Башҡортостанда Социаль килешеү программаһы 2014 йылдан алып эшләп килә. Быйыл республика ярлылыҡ кимәлен кәметеү буйынса ...

21 июля 2020
Смотреть видео Бөрйән һәм Белорет райондары урмандарында янғын һүндереү дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

Бөрйән һәм Белорет райондары урмандарында янғын һүндереү дауам итә

Быйыл янғын хәүефе миҙгеле башланғандан алып дөйөм 4 мең гектар майҙанда 109 янғын теркәлгән. Республика етәксеһе әйтеүенсә, урманға сыҡҡанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә етди иғтибар бирергә кәрәк. Радий Хәбиров урман хужалығы министрлығына мөмкин тиклем ярҙам итергә саҡырҙы. Был хаҡта ул...

21 июля 2020
Смотреть видео Башҡортостан урмандарында дүртенсе һәм бишенсе класлы янғын хәүефе фаразлана | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан урмандарында дүртенсе һәм бишенсе класлы янғын хәүефе фаразлана

Рәсәйҙең Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүенсә, Әлшәй, Архангел, Бәләбәй, Бүздәк, Дүртөйлө, Йылайыр, Кушнаренко, Стәрлебаш, Туймазы, Саҡмағош һәм Шишмә райондары биләмәһендәге урмандарҙа айырыуса һаҡ булырға кәңәш ителә. Хәйбулла, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез,...

21 июля 2020
Смотреть видео «Ирәндек моңдары» төбәк-ара конкурсы быйыл ул 21-22 августа Сибайҙа үтәсәк | ГТРК «Башкортостан»

«Ирәндек моңдары» төбәк-ара конкурсы быйыл ул 21-22 августа Сибайҙа үтәсәк

 Ойоштороусылар пандемияға бәйле уны онлайн уҙғарырға ҡарар иткән.  7-16 йәшлек балалар араһында конкурс 10 августа бер турҙа онлайн үткәрелә. Һәүәҫкәр һәм профессиональ башҡарыусылар араһында ике турҙа ойошторола. Беренсе тур 10-11 августа онлайн режимда, икенсеһе- 21 авгусҡа билдәләнгән...

17 июля 2020
Смотреть видео Ишембайҙа Башҡорт ихаталары программаһы үҙ эшен дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

Ишембайҙа Башҡорт ихаталары программаһы үҙ эшен дауам итә

Әлеге ваҡытта 6 ихата биләмәһен төҙөкләндереү эштәре бара. Ремонт эштәренең дөйөм суммаһы 2020 йылға 59 млн һум. Ихаталарҙың үҙенсәлегенән, йәшәүселәрҙең талаптарынан сығып, йәмәғәт-административ комиссия ниндәй эштәр башҡарыу маҡсатлыраҡ булыуы тураһында ҡарар сығара.  Берәүҙәргә балалар...

17 июля 2020
Смотреть видео Өфөнөң Кузнецов затоны биҫтәһе йәнә иғтибар үҙәгендә | ГТРК «Башкортостан»

Өфөнөң Кузнецов затоны биҫтәһе йәнә иғтибар үҙәгендә

Был юлы  төҙөлөп бөткән йорттоң хужалары үҙ фатирҙарының асҡыстарын ала алмай интегә. Илһөйәр Хафизова ғаиләһе менән Кузнецов затоны биҫтәһендә өс бүлмәле фатир һатып алған, Әммә шатланырға сәбәп  юҡ әле, ти ҡыҙ. Хафаланыу урынлы. Төҙөүсе йортто йылдың беренсе кварталында тапшырырға...

17 июля 2020
Смотреть видео Туристарҙан ҡалған сүп-сар ҙа күбәйә | ГТРК «Башкортостан»

Туристарҙан ҡалған сүп-сар ҙа күбәйә

Республикала көндәрҙең  саманан тыш эҫе булыуы сәбәпле, күптәр йылға буйҙарына ашыға. Тик бына Асылыкүл менән Ҡандракүл ярындағы туристар айырым һаҡланған биләмәләргә ҡурҡыныс менән янай. Биләмәләр сүп-сар аҫтында ҡала. Ә сәйәхәтселәрҙән йыйылған аҡсаның иһә тейешенсә ҡулланылмауы ихтимал....

17 июля 2020
Смотреть видео Хәрәкәт ваҡытлыса сикләнде | ГТРК «Башкортостан»

Хәрәкәт ваҡытлыса сикләнде

Эҫелек сәбәпле, Башҡортостанда федераль әһәмиәттәге автомобиль юлдарында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнде.  Сикләү махсус рөхсәт буйынса ауыр йөк ташыған йөк транспортына ҡағыла.  Хәрәкәтте сикләү көндөҙгө һауа температураһының +32, +38 градус булыуына бәйле «Урал буйы» юл идаралығы актына...

17 июля 2020
Смотреть видео Һатыуҙа кондиционерҙар юҡ | ГТРК «Башкортостан»

Һатыуҙа кондиционерҙар юҡ

Эҫе көндәрҙә халыҡ, башлыса, фатирҙарында, баҡсаларҙа. Йәйге селлә вентиляторҙар, бассейндар һәм кондиционерҙарҙың  һатылып бөтөүенә сәбәпсе. Улар әле  һатыуҙа бөтөнләй юҡ. Ә кондиционер ҡуйыусы белгестәрҙең хеҙмәтенә  мохтаждарҙан ҙур сираттар йыйылған.

17 июля 2020
Смотреть видео Йылы етмәһә лә – бәлә, артыҡ булһа ла бәлә | ГТРК «Башкортостан»

Йылы етмәһә лә – бәлә, артыҡ булһа ла бәлә

Республикалағы эҫе һауа торошонан кешеләр генә түгел, үҫемлектәр ҙә зыян күрә. Йәшелсә-емештәрҙе ҡоролоҡтан һыу һибеп ҡотҡарһа баҡсасылар, ә бына ҡыҙыу ҡояш нурҙарынан ҡотолоу сараһы юҡ, ти улар. Ҡарағат емештәренең өлгөрөп кенә түгел, ә бешеп-ҡайнап, ағастан ҡойолоп бөтөүҙәрен тәүгегә күҙәтәм, ти...

17 июля 2020
Яндекс.Метрика