Онкология ауырыуҙарына ҡаршы көрәш көсәйтелә

Башҡортостанда тәүге тапҡыр онкология ауырыуҙарына ҡаршы көрәшеү өсөн дарыуҙарға аҡса, 2018 йылға ҡарағанда, өс тапҡырға күберәк бүленде, тип хәбәр итә Башинформ агентлығы. Был сумма 2 миллиард 500 миллион һумға етте.  2024 йылға тиклем Башҡортостанда яман шештән үлеү осраҡтары 100 мең кешегә 170 осраҡҡа тиклем кәмергә,  иртә диагностикалау 8 процентҡа артырға тейеш. Әле Өфөлә онкология диспансерының яңы корпусы төҙөлә. Ул быйыл файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. Туғыҙ ҡатлы бинала 20 мең квадрат метр майҙанда поликлиника, диагностика бүлеге, 240 карауатҡа иҫәпләнгән  дауалау корпусы урын аласаҡ. Бынан тыш, киләһе алты йылда республикала яман шеште диагностикалауҙан тыш, уны дауалау менән шөғөлләнгән 8 онкология үҙәген асыу ҡарала.Республикала яман шештең йылына 13 мең яңы осрағы асыҡлана. 80 меңдән ашыу сирле онкология диспансеры күҙәтеүе аҫтында ҡала.

Хәбәрҙәр

Смотреть видео Яңы поликлиника | ГТРК «Башкортостан»

Яңы поликлиника

Өфө районының Максимовка ауылында яңы поликлиника асылды. Модулле амбулатория нигеҙендә төҙөлгән яңы бина бөтә заман талаптарына ла яуап бирә. 7 меңдән ашыу кеше йәшәгән ауыл өсөн был ҙур бүләк. Максим Прытков 30 йылдан ашыу Масимовка ауылында йәшәй. Хәҙер инде беренсегә ҡалаға бармай ғына, тыуған...

14 февраля 2019
Смотреть видео Хужаһыҙ күпер | ГТРК «Башкортостан»

Хужаһыҙ күпер

Өфөлә йәшәүселәр ике яҡты тоташтырған күперҙең ҡарҙан таҙартылмауы өсөн борсола. Был күпер 2007- се йылда төҙөлгән. Күперҙән йәш әсәләр һәм оло кешеләр йыл һайын көрт йырып үтергә мәжбүр. Урындағы халыҡ һүҙҙәренсә, күперҙе ҡарҙан таҙартыу һәм нығытыу өсөн улар ҡала хакимиәтенә мөрәжәғәт итә, әммә...

14 февраля 2019
Смотреть видео Алдаҡсыға ниндәй яза? | ГТРК «Башкортостан»

Алдаҡсыға ниндәй яза?

Өфөнөң Киров районы суды Эдуард Ишбаев эше буйынса  тәүге ултырыш үткәрҙе. Халыҡҡа фатир менән  һәм уҡырға инергә ярҙам итәм, тип миллионлап аҡса урлаған енәйәтсе судья һәм алданыусылар алдында яуап тота. Судтың ултырыштар залы өсөн ғәҙәти түгел күренеш – көлөү тауыштары яңғырай....

14 февраля 2019
Смотреть видео Рәсәй инвестиция форумы | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй инвестиция форумы

Сочила бөгөн Рәсәй инвестиция форумы башлана. Унда Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселегендәге делегация  ҡатнаша. Инвестфорум ике көн дауам итә. Власть вәкилдәре, эшҡыуарҙар төрлө милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу юлдарын өйрәнә. Әйткәндәй, быйыл Сочила...

14 февраля 2019
Смотреть видео Мостай Кәрим – изгелек һәм тыныслыҡ йырсыһы | ГТРК «Башкортостан»

Мостай Кәрим – изгелек һәм тыныслыҡ йырсыһы

“Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы “Мостай Кәрим – изгелек һәм тыныслыҡ йырсыһы” тип аталған әҙәби-педагогик бәйге иғлан иткәйне. Бөгөн тантаналы рәүештә уның еңеүселәрен тәбрикләнеләр.   Саҡырылған ҡунаҡтар араһында әҙиптең ҡыҙы Әлфиә Кәримова ла булды.  Бәйгелә уҡыусылар, мәктәп һәм...

13 февраля 2019
Смотреть видео Сибайҙа хәл арҡаһында күптәр сәйәси капитал туплап ҡалырға тырыша | ГТРК «Башкортостан»

Сибайҙа хәл арҡаһында күптәр сәйәси капитал туплап ҡалырға тырыша

Әле бында әле тегендә ниндәйҙер белдереүҙәр яһап ҡотҡо таратыусыларға ҡаршы ҡала халҡы махсус мөрәжәғәт менән сыҡты.

13 февраля 2019
Смотреть видео Сибай карьерын һелтеле һыу менән тултырыу дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

Сибай карьерын һелтеле һыу менән тултырыу дауам итә

Эштәр 20-се мартҡа тиклем тамамланырға тейеш. Ҡалала әле беҙҙең ижади төркөм эшләй. Хәбәрсебеҙ Закир Шәрипов студия менән тура бәйләнешкә сыға.

13 февраля 2019
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Нижневартовск ҡалаһында биш ҡатлыҡ йорт янған. Янғын күптәр эштә булғанда башланған, шуға ла һәләк булыусылар юҡ. 100 квадрат метрҙа ут ҡыйыҡты тулыһынса ялмап алған. Йорттан 40-лап кеше эвакуацияланған. Лос-Анжелеста бер водитель полиция хеҙмәткәрҙәренең уяулығын тикшереп ҡараған. Үҙ...

13 февраля 2019
Смотреть видео Өфө табиптары бәхетһеҙлеккә тарыған ҡатындың өҙөлгән ҡулын ҡотҡарған | ГТРК «Башкортостан»

Өфө табиптары бәхетһеҙлеккә тарыған ҡатындың өҙөлгән ҡулын ҡотҡарған

Мөғжизә башҡаланың 21 клиник дауаханаһында була. Хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева ваҡиға мәғлүмәттәрен асыҡланы. 1984 йылда микрохирургия атамаһы менән асылған был бүлек хәҙер ҡан тамырҙары хирургияһы исеме менән билдәле. Бында табиптар йылына егерменән ашыу ҡатмарлы операция яһай. Араларында иң...

13 февраля 2019
Смотреть видео Сибай ҡалаһы бөтә республиканың иғтибар үҙәгендә ҡала | ГТРК «Башкортостан»

Сибай ҡалаһы бөтә республиканың иғтибар үҙәгендә ҡала

 Бында урындағы карьерҙан көкөрт диоксиды сығыу сәбәпле экологик хәл ҡатмарлашҡайны. Республика етәксеһе ҡалалағы хәлде шәхсән күҙәтеүгә алып ғәйәт ҙур эштәр башҡарҙы. Шуларҙың береһе-Сибай карьерын һелтеле һыу менән тултырыу ҡарары. Эштәр 20-се мартҡа тиклем тамамланырға тейеш. Ҡалала әле...

13 февраля 2019
Смотреть видео Янғын һүндерелде | ГТРК «Башкортостан»

Янғын һүндерелде

Өфөлә Индустриаль урамындағы автомобиль һатыу үҙәгендә сыҡҡан янғынды төнө буйы һүндерергә тура килде. Бөгөн  харабаларҙы таҙартыу башланды. Янғында һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр юҡ. 3 ҡатлыҡ үҙәк кисә киске бишенсе яртылар тирәһендә яна башланы. ДЭУ маркалы Матиз һәм Нексия...

13 февраля 2019
Смотреть видео Үлем менән йәшәү араһы ике саҡырым | ГТРК «Башкортостан»

Үлем менән йәшәү араһы ике саҡырым

Бөгөн иртән Стәрлетамаҡ районында Өфө-Ырымбур юлында “Лада Ларгус” водителе светофорҙың ҡыҙыл утына туҡтап торған ауыр йөк машинаһы аҫтына инеп китте. Йөк машинаһы водителе бәрелеүҙе һиҙмәй хәрәкәтен дауам итә. Лада Ларгусты ике саҡырым һөйрәтеп барғандан һуң ғына уға үтеп барыусы водителдәр...

13 февраля 2019
Смотреть видео Бергә йырлап алайыҡ | ГТРК «Башкортостан»

Бергә йырлап алайыҡ

Башҡортостан телевидениеһына 60 йыл тулыу уңайынан «Башҡортостан” дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы башҡорт телендә 60 караоке бүләк итә. Бында күптәрҙең күңеленә хуш килгән ретро,заманса хиттар,йәштәр өсөн дәртле йырҙар тәҡдим ителә. 

12 февраля 2019
Смотреть видео Бөгөн Рәми Ғариповтың тыуыуына 87 йыл | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Рәми Ғариповтың тыуыуына 87 йыл

Үҙенең ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә Рәми Ғарипов үлемһеҙ әҫәрҙәре менән халҡыбыҙҙың йөрәгендә уйылып ҡалды. Бар булмышын, йөрәк тибешен туған тел, рух, милләт яҙмышына арнаған шәхес 1932-се йылдың 12-се февралендә Салауат районы Арҡауыл ауылында донъяға килә. Ғариповҡа ғүмер юлында күп ҡайғы-хәсрәт...

12 февраля 2019
Смотреть видео Башҡортостандың баш ҡалаһы яҙғы ташҡынға әҙерләнә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостандың баш ҡалаһы яҙғы ташҡынға әҙерләнә

 Өфө хакимиәтендә ҡаланың барлыҡ райондарында халыҡтың йәшәйешен тәьмин итеү һәм яҙғы ташҡынды аварияһыҙ үткәреү буйынса саралар планы төҙөлә башланы. 11 мартҡа тиклем ташҡынға ҡаршы комиссиялар ойоштороласаҡ. Ҙур һыуға әҙерләнеү өсөн яуаплылар билдәләнгән. Башҡортостанда ташҡындың иң юғары...

12 февраля 2019
Смотреть видео Башҡортостан мәктәптәрендә уҡытыусылар етмәй | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан мәктәптәрендә уҡытыусылар етмәй

Ә йәш белгестәр мәғәриф өлкәһендә эшләргә ашыҡмай. Һөҙөмтәлә бер-нисә фәнде бер үк кеше уҡытырға мәжбүр. Гөлшат Солтангәрәева өс фәндән белем бирергә мәжбүр. Шабай ауылы урта мәктәбендә уҡытыусылар етмәү сәбәпле, ул тарих, һынлы сәнғәт һәм география фәндәрен уҡыта. Өҫтәүенә, был эште уҡытыу бүлеге...

12 февраля 2019
Смотреть видео Рәсәйҙә аналог телевидениеһын һүндереү башланды | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәйҙә аналог телевидениеһын һүндереү башланды

Беҙҙең ил цифрлы телевидение дәүеренә аяҡ баҫа. Республика етәксеһе Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса Башҡортостанда халыҡтың цифрлы телевидение приставкаларын һатып алыуға сығымдары ҡапланасаҡ һәм һанлы телесигнал булмаған урындарҙа юлдаш  антенналары ҡуйыласаҡ. Пенсияһына федераль социаль...

12 февраля 2019
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәй Оборона министрлығы Тымыҡ океан флоты артиллеристарының күнекмәһен үткәрҙе. Хәрбиҙәр “Град” реактив системаһын һынап ҡараған. 6 саҡырымдан 12 саҡырымға тиклем урынлашҡан шартлы дошман юҡ ителгән. Истамбулда харабалар аҫтынан 5 йәшлек ҡыҙ ҡотҡарылған. 6-сы февралдә булған фажиғәлә 6 кешенең...

12 февраля 2019
Смотреть видео Беҙҙең киләсәгебеҙ | ГТРК «Башкортостан»

Беҙҙең киләсәгебеҙ

Республиканың ҡан биреү станцияһы “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенең төбәк бүлексәһе һәм “Беҙҙең киләсәгебеҙ” хәйриә фонды менән берлектә “Мәрхәмәтле донор” тигән конкурс ойоштора. Бер йыл дауам итәсәк сара сигендә республика халҡы ҡан тапшыра аласаҡ. Конкурста республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса...

12 февраля 2019
Смотреть видео Хоспис, йәғни тыныслыҡ йорто | ГТРК «Башкортостан»

Хоспис, йәғни тыныслыҡ йорто

Өфөлә балалар һәм өлкәндәр өсөн хоспис төҙөү мәсьәләһе хәл ителә. Әммә уны төҙөү өсөн бер гектар ер һәм яҡынса 150 миллион һум аҡса кәрәк. Дүрт йәшлек Богдан махсус ҡоролмаһыҙ йәшәй алмай. Сабыйҙың үҙәк нервы системаһы ҡаҡшап тыуыу сәбәпле, ул инвалид. Уның әсәһе Лилиә Йомағолова улын өйөндә...

12 февраля 2019
Смотреть видео Стәрлетамаҡта бағанаға бәрелгән автобус пассажирҙарына аҡса түләнәсәк | ГТРК «Башкортостан»

Стәрлетамаҡта бағанаға бәрелгән автобус пассажирҙарына аҡса түләнәсәк

Күрелгән зыянды ҡаплау өсөн һәр пассажир ғариза яҙа ала. Түләүҙәр күләме билдәле түгел. Әммә Яуаплылыҡты страховкалау союзынан хәбәр итеүҙәренсә, ул йәрәхәт төрөнә бәйле. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 8 февралдә пассажир автобусы бағанаға бәрелгәйне.19 кеше, шул иҫәптән 3 бала йәрәхәттәр алғайны. 15 пассажир...

12 февраля 2019
Смотреть видео  Башҡортостан телевидениеһына 60 йыл уңайынан-башҡорт телендә 60 караоке | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан телевидениеһына 60 йыл уңайынан-башҡорт телендә 60 караоке

Башҡортостан телевидениеһына 60 йыл тулыу уңайынан «Башҡортостан” дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы башҡорт телендә 60 караоке бүләк итә. Бында күптәрҙең күңеленә хуш килгән ретро,заманса хиттар,йәштәр өсөн дәртле йырҙар тәҡдим ителә. 

11 февраля 2019
Смотреть видео Башҡорт теле дәреслеге-3D форматта | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт теле дәреслеге-3D форматта

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты колледжы педагогтары “Башҡорт теле дәреслеге” проекты өҫтөндә эшләй. Уҡытыу ҡулланмалары өҫтәмә ысынбарлыҡ технологияһын ҡулланылып башҡарыла. 2-се класс уҡыусылары өсөн тәғәйен уҡыу әсбәптары 5 бәләкәй генә китаптан торасаҡ....

11 февраля 2019
Смотреть видео Ырымбурҙа башҡорт мәҙәниәте көндәре | ГТРК «Башкортостан»

Ырымбурҙа башҡорт мәҙәниәте көндәре

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ситтә йәшәгән башҡорттар менән бәйләнештәрҙе нығытыуға ҙур иғтибар бирәсәк. Был турала Ырымбур өлкәһе башҡорттары ҡоролтайында  донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Данир Ғәйнуллин белдерҙе. Ырымбурҙа ҡом бураны уйнай, тип йырлаһалар ҙа әле ҡала халҡында кәйеф...

11 февраля 2019
Смотреть видео Өфөлә эт хужалары саң ҡаға | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә эт хужалары саң ҡаға

Быйылдан ҡалала эттәрҙе махсус билдәләнгән урындарҙа ғына саф һауала йөрөтөргә мөмкин. Йәмәғәт урындарында рөхсәт ителмәй. Тәртипте боҙған өсөн административ, хатта, енәйәт эше асыуҙары мөмкин. Йорт хайуандарын тотоусылар бының менән риза түгел. Бумер ҡушаматлы эт күп ҡатлы йорт ихатаһында...

11 февраля 2019
Смотреть видео Өфөлә елек доноры булыр өсөн ҡан тапшырыу акцияһы үтте | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә елек доноры булыр өсөн ҡан тапшырыу акцияһы үтте

Илнур Юлаев 10 йыл элек ҡан сиренә тарығас, уға тап елек доноры талап ителә. Һөйөнөскә, 9 йәшлек ҡустыһының ҡанайым күҙәнәктәре тап килә, Һөйәк ҡыуышлығы матдәһен күсереп ултыртыу Илнурҙы ауыр сирҙән ҡотҡара. Операция эҙемтәһен табиптар ыңғай баһалай, ти  егет. Республика ҡан биреү...

11 февраля 2019
Смотреть видео Бөгөн Өфөнөң Нуғай ауылында яңы медицина пункты файҙаланыуға тапшырылды | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Өфөнөң Нуғай ауылында яңы медицина пункты файҙаланыуға тапшырылды

Бишенсе балалар поликлиникаһының филиалы өс ауыл халҡын, атап әйткәндә, 1 мең 726 баланы хеҙмәтләндерәсәк.  Иртә менән ата-әсәләр ҙур ҡыуаныс һәм теләк менән балаларын медицина тикшеренеүе үткәрергә алып килә. Улар өсөн Нуғай ауылында өр-яңы медицина пункты ишектәрен асты. Иркен...

11 февраля 2019
Смотреть видео Башҡортостанда грипп менән ауырыусылар артҡан | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда грипп менән ауырыусылар артҡан

Башҡортостанда грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыусылар артҡан. Табиптарға мөрәжәғәт итеүселәрҙең күбеһе – балалар.  Ошо сәбәпле 16 февралгә тиклем айырым мәктәптәрҙә карантин иғлан ителде. Мәғариф министрлығы хәлде етди күҙәтеүгә алды. Әгәр ҙә класта уҡыусыларҙың 20...

11 февраля 2019
Смотреть видео Өфөнөң “Урал” халыҡ ижады галереяһында  ике күргәҙмә асылды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөнөң “Урал” халыҡ ижады галереяһында ике күргәҙмә асылды

 Рәссамдар  төрлө йүнәлештәге эштәрен тәҡдим итте һәм һынлы сәнғәт һөйөүселәрҙән ыңғай баһа алды. Өфөлә тыуып-үҫеп әлеге ваҡытта Төркиәлә йәшәүсе яҡташыбыҙ Гөлнара Һаҡмар керамик әйберҙәрен, ә Учалы егете, Заһир Исмәғилев исемендәге  Өфө сәнғәт институты студенты Айгиз Нурғәлин...

8 февраля 2019
Смотреть видео Шаяндар һәм тапҡырҙар клубы | ГТРК «Башкортостан»

Шаяндар һәм тапҡырҙар клубы

Өфөлә балалар баҡсаларының тәрбиәселәре үҙ-ара көс һынашты.  “КВН-2019” фестивале фестивале Театр йылына һәм Башҡортостан республикаһының йөҙ йыллығына арналған. Сарала баш ҡаланың ете районынан берешәр команда ҡатнашты. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларының музыка буйынса етәкселәре йырға...

8 февраля 2019
Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика