Алтын бишек - 158924360 | ГТРК «Башкортостан»

Онкология ауырыуҙарына ҡаршы көрәш көсәйтелә

Башҡортостанда тәүге тапҡыр онкология ауырыуҙарына ҡаршы көрәшеү өсөн дарыуҙарға аҡса, 2018 йылға ҡарағанда, өс тапҡырға күберәк бүленде, тип хәбәр итә Башинформ агентлығы. Был сумма 2 миллиард 500 миллион һумға етте.  2024 йылға тиклем Башҡортостанда яман шештән үлеү осраҡтары 100 мең кешегә 170 осраҡҡа тиклем кәмергә,  иртә диагностикалау 8 процентҡа артырға тейеш. Әле Өфөлә онкология диспансерының яңы корпусы төҙөлә. Ул быйыл файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. Туғыҙ ҡатлы бинала 20 мең квадрат метр майҙанда поликлиника, диагностика бүлеге, 240 карауатҡа иҫәпләнгән  дауалау корпусы урын аласаҡ. Бынан тыш, киләһе алты йылда республикала яман шеште диагностикалауҙан тыш, уны дауалау менән шөғөлләнгән 8 онкология үҙәген асыу ҡарала.Республикала яман шештең йылына 13 мең яңы осрағы асыҡлана. 80 меңдән ашыу сирле онкология диспансеры күҙәтеүе аҫтында ҡала.

Хәбәрҙәр

Смотреть видео Рәсәй хәрби-тарих йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе юридик шәхес хоҡуғы аласаҡ | ГТРК Башкортостан

Рәсәй хәрби-тарих йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе юридик шәхес хоҡуғы аласаҡ

Рәсәй хәрби-тарих йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе юридик шәхес хоҡуғы аласаҡ. Бөгөн ойошма ултырышында ошондай ҡарар ҡабул ителде. Шулай уҡ, унда уҙған йылға йомғаҡ яһалды, яңы етәкселек һәм киләсәккә маҡсаттар билдәләнде. Ойошма рәйесе итеп Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев...

23 сентября 2016
Хәйбуллала 6 ярым тапҡырға наркомандар һаны артҡан | ГТРК Башкортостан

Хәйбуллала 6 ярым тапҡырға наркомандар һаны артҡан

Хәйбуллала 6 ярым тапҡырға наркомандар һаны артҡан. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда 100 мең кешегә 2 меңдән ашыу иҫерткес матдәләр ҡулланыусы тура килә. Наркотик ҡулланыусыларҙың райондарҙа артыуы хәүефкә һала. Мәҫәлән, Хәйбулла районында 6,5, Баймаҡ, Бәләбәй, Ғафури, Күгәрсен,...

23 сентября 2016
Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдән сығарылды | ГТРК Башкортостан

Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдән сығарылды. Был урман янғындарына бәйле хәлдең тотороҡланыуына бәйле. Республика Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте ошо хаҡта хәбәр итә. Янғын хәүефе миҙгеле башланғандан алып Башҡортостанда 148 урман янғыны теркәлгән. Шуларҙың 37-һе...

23 сентября 2016
Өфөлә ҡурҡыныс аварияла ике кеше һәләк булды | ГТРК Башкортостан

Өфөлә ҡурҡыныс аварияла ике кеше һәләк булды

Өфөлә ҡурҡыныс аварияла ике кеше һәләк булды. Конституция урамында еңел машина водителе ҙур тиҙлектә юл ситендә торған ауыр йөк машинаһының аҫтына килеп кергән. Форд Фокус автомобиленең водителе һәм пассажиры урында уҡ һәләк булған.

23 сентября 2016
Смотреть видео ​Рәсәй-Башҡортостан телеканалында бөгөн  ,,Синяя птица,, Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк –һайлап алыу турын ойоштороусыларҙы бүләкләү тантанаһы үтте | ГТРК Башкортостан

​Рәсәй-Башҡортостан телеканалында бөгөн ,,Синяя птица,, Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк –һайлап алыу турын ойоштороусыларҙы бүләкләү тантанаһы үтте

Рәсәй-Башҡортостан телеканалында бөгөн  ,,Синяя птица,, Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк –һайлап алыу турын ойоштороусыларҙы бүләкләү тантанаһы үтте. Телерадиотапшырыуҙар компанияһының директоры Азамат Сәлихов рәхмәт хаттарын һайлап алыу турын ойоштороусыларға һәм компанияның айырым...

22 сентября 2016
Смотреть видео Яман шеш булмаҫ, ваҡытында асыҡлағанда | ГТРК Башкортостан

Яман шеш булмаҫ, ваҡытында асыҡлағанда

Яман шеш булмаҫ, ваҡытында асыҡлағанда. Өфөлә һөт биҙҙәре яман шешен иҫкәртеү аҙналығы үтә. Уның сиктәрендә теләүселәр өсөн бушлай сәләмәтлек мәктәбе ойошторолдо. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында онкология сирҙәре исемлегендә һөт биҙҙәре яман шеше беренсе урында. Рәсәйҙә йыл һайын 45 меңгә яҡын ҡатын-ҡыҙға...

22 сентября 2016
Республикала тәүгеләрҙән булып Учалы районы Рафиҡ ауылында модулле фельдшер-акушер пункты асылды | ГТРК Башкортостан

Республикала тәүгеләрҙән булып Учалы районы Рафиҡ ауылында модулле фельдшер-акушер пункты асылды

Республикала тәүгеләрҙән булып Учалы районы Рафиҡ ауылында модулле фельдшер-акушер пункты асылды. Уны һатып алыуға һәм күтәреүгә аҡсалар Республика ҡаҙнаһынан бүленде. Үҙәк әҙер модулдарҙан йыйылған. Уға һыу үткәрелгән, канализация бар, электр ярҙамында йылытыу ҡоролмаһы ла ҡуйылған. Фельдшер-...

22 сентября 2016
Смотреть видео Бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың көҙгө сессиялағы тәүге ултырышы үтте | ГТРК Башкортостан

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың көҙгө сессиялағы тәүге ултырышы үтте

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың көҙгө сессиялағы тәүге ултырышы үтте. 33-сө ултырышта барлығы 50-нән ашыу закон проекты ҡаралды.  Уларҙың 20-нән ашыуы беренсе уҡыуға сығарылды.  Башҡортостан депутаттары Дәүләт Думаҙына ҡануни башланғыстар менән дә сыҡты. 

22 сентября 2016
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК Башкортостан

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Көнъяҡ Каролинала полиция хеҙмәткәрҙәре 43 йәшлек ҡара тәнле ирҙе атып үлтергән. Ошо сәбәпле бында ҡаршылыҡ акциялары башланған. Хоҡуҡ һаҡлаусылар араһында яраланыусылар бар. Ярһыған кешеләр үҙ юлында бар нимәне емереп фажиғә урынына килгән. Полиция митингта ҡатнашыусыларға ҡарата к-ҙҙән йәш...

22 сентября 2016
Смотреть видео Баш ҡала үҙәгендә утрауҙағы һымаҡ | ГТРК Башкортостан

Баш ҡала үҙәгендә утрауҙағы һымаҡ

Баш ҡала үҙәгендә утрауҙағы һымаҡ. Рудольф Нуриев урамдарында йәшәүселәр йырып сыҡҡыһыҙ бысраҡ юлдарҙың ҡамауында ҡалған. Яңы йортта фатир һатып алып, яҡшы шарттарҙа йәшәргә өмөт иткән кешеләр, батҡаҡ кисеп йөрөргә мәжбүр. Бөтә донъяға билдәле башҡорт балет бейеүсеһе Рудольф Нуриев исемен...

22 сентября 2016
Башҡортостан халҡы  медицина ярҙамының сифаты буйынса һорауҙар менән «ҡыҙыу линияға» мөрәжәғәт итә ала | ГТРК Башкортостан

Башҡортостан халҡы медицина ярҙамының сифаты буйынса һорауҙар менән «ҡыҙыу линияға» мөрәжәғәт итә ала

Башҡортостан халҡы  медицина ярҙамының сифаты буйынса һорауҙар менән «ҡыҙыу линияға» мөрәжәғәт итә ала. Халыҡ менән Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең республика буйынса бүлексәһе етәксеһе Динара Гашимова осраша. Телефон аша мөрәжәғәттәр 28 сентябрҙә иртәнге сәғәт 10...

22 сентября 2016
Ағыуланыу осрағын тәфтиш комитеты тикшерә башланы | ГТРК Башкортостан

Ағыуланыу осрағын тәфтиш комитеты тикшерә башланы

Ағыуланыу осрағын тәфтиш комитеты тикшерә башланы Республиканың тәфтиш комитеты Өфөлә иҡтисад лицейы уҡыусыларының ни сәбәпле ағыуланыуын тикшерә башланы.Кисә үҙҙәрен насар тойоп ҡырҡҡа яҡын бала табиптарға мөрәжәғәт иткәйне. Медицина хеҙмәткәрҙәре симптомдар буйынса асыҡлап ағыуланыу тигән...

22 сентября 2016
Башҡортостанға бер аҙға йылы көндәр әйләнеп ҡайта | ГТРК Башкортостан

Башҡортостанға бер аҙға йылы көндәр әйләнеп ҡайта

Башҡортостанға бер аҙға йылы көндәр әйләнеп ҡайта. Республика биләмәһендә атмосфера баҫымы күтәрелә һәм «әбейҙәр сыуағы» башлана. Һауа температураһы көндөҙ 17-22 градусҡаса етә. Синоптиктар яуым-төшөм аҙ буласаҡ тип вәғәҙәләй. Быйыл «әбейҙәр сыуағы» тотороҡһоҙ буласаҡ, тип хәбәр итәләр...

21 сентября 2016
Дүртөйлө районында Түбәнге Аташ ауылында билдәһеҙ хайуан  һарайға инеп тауыҡтарға һөжүм иткән | ГТРК Башкортостан

Дүртөйлө районында Түбәнге Аташ ауылында билдәһеҙ хайуан һарайға инеп тауыҡтарға һөжүм иткән

Дүртөйлө районында Түбәнге Аташ ауылында билдәһеҙ хайуан  һарайға инеп тауыҡтарға һөжүм иткән. Йорт хужаһы әйтеүенсә, һарайға ингәнсе ул металдан эшләнгән ҡойманы һуңынан ҡағылған таҡталарҙы теше менән аҡтарған. Чупакабра ауылға һәр көҙ килеп йорт хайуандарының ҡанын эсә икән. Билдәһеҙ был...

21 сентября 2016
Өфөлә вокалсылар конкурсы үтә | ГТРК Башкортостан

Өфөлә вокалсылар конкурсы үтә

Өфөлә вокалсылар конкурсы үтә Өфөлә 15-се тапҡыр уҙғарылған ,,Шаляпин кисәләре,, халыҡ-ара опера сәнғәте сиктәрендә беренсе тапҡыр вокалсылар конкурсы үтә. Бында Башҡортостандан ғына түгел, ә Рәсәйҙең төрлө өлкәләренән, хатта сит илдәрҙән йырсылар ҡатнашырға теләген белдергән. Беренсе тапҡыр...

21 сентября 2016
Эшһеҙҙәр кәмей | ГТРК Башкортостан

Эшһеҙҙәр кәмей

Эшһеҙҙәр кәмей Рәсәй Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы эшһеҙлек буйынса пособиеларҙы киләһе йылда ла бер кимәлдә ҡалдырырға тәҡдим итә. Йәғни минималь түләү быйылғы һымаҡ уҡ 850 һум була, иң күбе 4 мең 900 һум түләнәсәк. Башҡортостанда һуңғы мәғлүмәттәр буйынса теркәлгән эшһеҙҙәр һаны бер аҙ...

21 сентября 2016
2017 йылдан банктар кредитты бармаҡ эҙҙәренең күсермәһе буйынса ғына бирә башлаясаҡ | ГТРК Башкортостан

2017 йылдан банктар кредитты бармаҡ эҙҙәренең күсермәһе буйынса ғына бирә башлаясаҡ

2017 йылдан банктар кредитты бармаҡ эҙҙәренең күсермәһе буйынса ғына бирә башлаясаҡ. Белгестәр фекеренсә, был бөгөн бик ваҡытлы сара. Тәүҙә яңы технология һынау үтергә тейеш. Быға тиклем банк хеҙмәттәре менән файҙаланғандарҙың биометрик мәғлүмәттәр базаһы булдырылып ул федераль һаҡ хеҙмәтендә...

21 сентября 2016
Смотреть видео Күп балалы ғаиләне авариялы торлаҡтан күсергәс 12 квадрат метрлы бүлмә биргәндәр | ГТРК Башкортостан

Күп балалы ғаиләне авариялы торлаҡтан күсергәс 12 квадрат метрлы бүлмә биргәндәр

Күп балалы ғаиләне авариялы торлаҡтан күсергәс 12 квадрат метрлы бүлмә биргәндәр. 8 бала тәрбиәләгән ата-әсәй хәҙер нимә эшләргә белмәй. Әйткәндәй, кескәй сабыйҙарын яңыраҡ ҡына инвалид тип танығандар. Ә барыһы ла закон буйынса, авариялы йортта күпме квадрат метр бар, яңы фатирҙа ла шунсама...

21 сентября 2016
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК Башкортостан

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәй һәм Ҡытайҙың «Диңгеҙҙә хеҙмәттәшлек-2016» күнекмәләре тамамланды. Уның барышында ике ил хәрбиҙәре һыу аҫты кәмәләрен табыу, десант ырғытыу,  ҡулға алынған судноларҙы ҡотҡарыу буйынса таҫыллыҡтарын күрһәтте. Рәсәй оборона министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, аҙнанан ашыу дауам иткән...

21 сентября 2016
Башҡортостанда вертолеттар төҙөү өсөн яңы урын билдәләнде | ГТРК Башкортостан

Башҡортостанда вертолеттар төҙөү өсөн яңы урын билдәләнде

Башҡортостанда вертолеттар төҙөү өсөн яңы урын билдәләнде. Республика хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Көйөргәҙе районы Ермолаеволағы "Роторфлай" осоу-һынау үҙәге һайлана. Унда вертолеттар йыйыла һәм һынау үтәсәк. Ошо уҡ комплекста пилоттар әҙерләнә, шулай уҡ Ҡытайҙың ДЕА компанияһы етештергән...

21 сентября 2016
Смотреть видео Алдағы ике-өс йыл эсендә республикалағы юлдар тулыһынса тәртипкә килтереләсәк | ГТРК Башкортостан

Алдағы ике-өс йыл эсендә республикалағы юлдар тулыһынса тәртипкә килтереләсәк

Алдағы ике-өс йыл эсендә республикалағы юлдар тулыһынса тәртипкә килтереләсәк. Был хаҡта бөгөн Башҡортостан етәксеһе Рөстәм Хәмитов транспорт форумы барышында белдерҙе. Күргәҙмәлә юл төҙөлөшө, уны хеҙмәтләндереү, юл техникаһы етештереүсе ойошмалар эше менән танышырға мөмкин. 

21 сентября 2016
Смотреть видео Учалы ҡалаһында юл-транспорт фажиғәһендә Нива водителе йәрәхәтләнгән | ГТРК Башкортостан

Учалы ҡалаһында юл-транспорт фажиғәһендә Нива водителе йәрәхәтләнгән

Учалы ҡалаһында юл-транспорт фажиғәһендә Нива водителе йәрәхәтләнгән. Ул урамдар киҫелешендә ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығының ауыр машинаһын үткәрмәгән. Һөҙөмтәлә еңел автомобиль автоцистернаның аҫтында ҡала. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Нива водителе йәрәхәттәр алған. Еңел машинаның капоты...

21 сентября 2016
Смотреть видео Стәрлетамаҡ ҡалаһында шәхси йорт янды | ГТРК Башкортостан

Стәрлетамаҡ ҡалаһында шәхси йорт янды

Стәрлетамаҡ ҡалаһында шәхси йорт янды. Шаһиттар хәбәр итеүенсә, бәләкәй генә бүлмәлә башланған янғын  тиҙ арала йорт-ҡаралтыны ялмап ала. Урам төтөнгә тула. Янғын һүндереүселәрҙең өс бүлеге утты тиҙ арала һүндергән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, икенсе ҡаттағы мебель эшләү оҫтаханаһы зыян...

21 сентября 2016
Яндекс.Метрика