ГТРК «Башкортостан» стала самой цитируемой телерадиокомпанией республики по итогам 2018 года - 735099445 | ГТРК «Башкортостан»
Прямой эфир:
Смотреть Башкортостан 24 Смотреть Россия 24 Слушать и смотреть Радио Маяк Слушать и смотреть Радио России Башкортостан Слушать Радио Вести FM Слушать и смотреть Радио Ватан

Онкология ауырыуҙарына ҡаршы көрәш көсәйтелә

Башҡортостанда тәүге тапҡыр онкология ауырыуҙарына ҡаршы көрәшеү өсөн дарыуҙарға аҡса, 2018 йылға ҡарағанда, өс тапҡырға күберәк бүленде, тип хәбәр итә Башинформ агентлығы. Был сумма 2 миллиард 500 миллион һумға етте.  2024 йылға тиклем Башҡортостанда яман шештән үлеү осраҡтары 100 мең кешегә 170 осраҡҡа тиклем кәмергә,  иртә диагностикалау 8 процентҡа артырға тейеш. Әле Өфөлә онкология диспансерының яңы корпусы төҙөлә. Ул быйыл файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. Туғыҙ ҡатлы бинала 20 мең квадрат метр майҙанда поликлиника, диагностика бүлеге, 240 карауатҡа иҫәпләнгән  дауалау корпусы урын аласаҡ. Бынан тыш, киләһе алты йылда республикала яман шеште диагностикалауҙан тыш, уны дауалау менән шөғөлләнгән 8 онкология үҙәген асыу ҡарала.Республикала яман шештең йылына 13 мең яңы осрағы асыҡлана. 80 меңдән ашыу сирле онкология диспансеры күҙәтеүе аҫтында ҡала.

Хәбәрҙәр

Смотреть видео Бөгөн Салауат Юлаев командаһы Авангард менән дүртенсегә көс һынаша | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Салауат Юлаев командаһы Авангард менән дүртенсегә көс һынаша

Әлегә серияла Омск хоккейсылары 2-1 иҫәбе менән алда бара. Уҙған осрашыуҙа юлаевсылар 5-1 иҫәбе менән еңеүгә өлгәшкәйне. Белгестәр бөгөн дә Николай Цулыгин дружинаһы көйәрмәндәрҙе ҡыуандырыр, тип фаразлай. Бөгөн Өфө һәм Башҡортостан халҡы хоккей менән йәшәй. Сөнки, юлаевсылар күптән Көнсығыш...

4 апреля 2019
Смотреть видео Луиза Фархшатова "Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл" юбилей миҙалы менән  бүләкләнде | ГТРК «Башкортостан»

Луиза Фархшатова "Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл" юбилей миҙалы менән бүләкләнде

"Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл" юбилей миҙалы менән  беҙҙең хеҙмәттәшебеҙ, тәжрибәле  журналист,  бихисап фильмдар, телепроекттар авторы Луиза Азамат ҡыҙы Фархшатова бүләкләнде.Юғары награданы уға һәм тағы ла туғыҙ алдынғы шәхескә  кисә   "...

4 апреля 2019
Смотреть видео Ямаш шешкә ҡаршы көрәш | ГТРК «Башкортостан»

Ямаш шешкә ҡаршы көрәш

Республика клиник онкология диспансерында һаулыҡ һаҡлау аҙналығы сиктәрендә беренсе тапҡыр Рәсәйҙең баш онкологы Андрей Каприн менән осрашыу ойошторолдо. Андрей Каприн Волгы буйы федераль округында яман шешкә ҡаршы презентация үткәрҙе. Клиникала яңы ысул менән  башҡарылған операция барышын...

4 апреля 2019
Смотреть видео Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ | ГТРК «Башкортостан»

Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ

Бәләбәй ҡалаһында полиция хеҙмәткәрҙәре бер-нисә кешене уттан ҡотҡара. Март аҙағында ҡаланың күп ҡатлы йорттарының береһендә янғын сыға. Фажиғә урынына яҡын ғына патруллек иткән полиция хеҙмәткәрҙәре ҡотҡарыусылар килгәнсе, халыҡты хәүефһеҙ урынға сығара. Хәбәрсе. Был видео яҙманы шаһиттар төшөргән...

4 апреля 2019
Смотреть видео Опека органдары ҡайҙа ҡараған? | ГТРК «Башкортостан»

Опека органдары ҡайҙа ҡараған?

Үҙенең балаларын төрлө язалар менән ғазаплаған  сектант ҡатын тураһындағы ваҡиғаны дауам итеп. Был юлы республика прокуратураһы сектант әсәгә балаларҙы тәрбиәгә бирергә рөхсәт иткән опека органдары эшен тикшерәсәк. Көтөп алынған ял. 5 йыл дауамында үҙ әсәләре тарафынан төрлө ғазаптарға...

4 апреля 2019
Смотреть видео Башҡортостанда ҡулдан ҡойолған спиртлы эсемлектәргә ҡаршы күләмле операция дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда ҡулдан ҡойолған спиртлы эсемлектәргә ҡаршы күләмле операция дауам итә

Полиция хеҙмәткәрҙәре сираттағы рейд ваҡытында Кушнаренко районында йәшәүсе ирҙең йортононан  1 мең 700 литр алкоголь алып сыҡҡан. Тәртип һаҡсылары рейд ваҡытында руль артында 60 йәшлек ир ултырған автомобилде туҡтата. Машинаның багажнигында улар биш литрлыҡ пластик шешәләрҙә спирты эсемлек...

4 апреля 2019
Смотреть видео Ғәҙеллек талап итеү мөҙҙәте үтте | ГТРК «Башкортостан»

Ғәҙеллек талап итеү мөҙҙәте үтте

Өфөнөң Совет урамында урынлашҡан 32-се йортта йәшәүселәр йылдар дауамында ғәҙеллек талап итә. Йәшәргә яраҡһыҙ тип табылған ике ҡатлы йорттан халыҡты һаман икенсе урынға күсермәйҙәр. Йорт ҡапыл ауып төшмәһен өсөн, ир-аттар үҙ көстәре менән нигеҙҙе нығытырға мәжбүр. Бала сағынан һуғыш михнәттәрен...

4 апреля 2019
Смотреть видео Шишмә районында урынлашҡан йорт ихатаһында ер ишелеп төшкән | ГТРК «Башкортостан»

Шишмә районында урынлашҡан йорт ихатаһында ер ишелеп төшкән

7 метр тәрәнлектәге соҡор өй янында барлыҡҡа килгән. Бәхеткә күрә, был ваҡытта кешеләр булмай. Ваҡиға урынына ҡотҡарыусылар, газ хеҙмәте, электр энергияһы компанияһы вәкилдәре һәм район хакимиәте белгестәре килгән.

4 апреля 2019
Смотреть видео Пенсионер имтихан бирә | ГТРК «Башкортостан»

Пенсионер имтихан бирә

Өфөнөң 94-се лицейында физика, биология, инглиз, француз һәм испан телдәре буйынса Берҙәм Дәүләт имтиханы үтте. Билдәле булыуынса, Берҙәм Дәүләт имтиханын теләгән һәр кем тапшырып, үҙ белемен тикшереп ҡарай ала. Бының өсөн кәрәкле фәнде һайлап, беренсе февралгә тиклем ғариза ҡалдырырға кәрәк....

3 апреля 2019
Смотреть видео  Пенсионерҙарға социаль пенсиялар 2 процентҡа артты | ГТРК «Башкортостан»

Пенсионерҙарға социаль пенсиялар 2 процентҡа артты

Саҡырыу буйынса хәрби хеҙмәт үткән хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың, радиация һәм техноген һәләкәттәрҙә зыян күргән граждандарҙың дәүләт пенсиялары, шулай уҡ социаль пенсияларҙың үҫеүенә бәйле булған башҡа түләүҙәр артты.Бынан тыш, Рәсәй Геройҙарына, Социалистик Хеҙмәт...

3 апреля 2019
Смотреть видео Республика мәктәптәренең 60 проценты 5 көнлөк уҡыуға күсте | ГТРК «Башкортостан»

Республика мәктәптәренең 60 проценты 5 көнлөк уҡыуға күсте

Белем биреүгә арналған тәүге форумда Башҡортостан башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров башланғыс һәм урта кластарҙы ошондай тәртипкә күсерергә тәҡдим иткәйне. Ә 1-се сентябрҙән бөтә мәктәптәрҙә лә яңы график буйынса белем бирә башлаясаҡтар. Яңылыҡты уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа шатланып ҡабул...

3 апреля 2019
Смотреть видео Мәғариф министры асыҡ дәрес үткәрҙе | ГТРК «Башкортостан»

Мәғариф министры асыҡ дәрес үткәрҙе

Мәғариф министры Айбулат Хажин Өфөнөң өсөнсө гимназияһында асыҡ дәрес үткәрҙе. 8-се класс уҡыусылары үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауға яуап таба алды.Һигеҙенсе класта уҡыһалар ҙа балалар әленән үк дәүләт имтихандары менән ҡыҙыҡһына. Айбулат Хажин әйтеүенсә, психологик әҙерлек, интеллектуаль әҙерлеккә...

3 апреля 2019
Смотреть видео Мәргәндәр Өфөгә йыйылды | ГТРК «Башкортостан»

Мәргәндәр Өфөгә йыйылды

Өфөлә Башҡортостан республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығы уңайынан йәйәнәү уҡ атыу буйынса балалар һәм үҫмерҙәр араһында “Уғатар” республика турниры үтте. Өсөнсө тапҡыр уҙғарылған ярышҡа республиканың төрлө район-ҡалаларынан 100-ҙән ашыу йәш мәргән йыйылды. Бәйгенең төп шарты – һәр ҡатнашыусы...

3 апреля 2019
Смотреть видео Республика хәрби дан музейы Лото тәҡдим итә | ГТРК «Башкортостан»

Республика хәрби дан музейы Лото тәҡдим итә

Республика хәрби дан музейы Башҡортостан автономияһы барлыҡҡа килеүгә 100 йыл тулыу уңайынан  яңы уйын -Лото тәҡдим итә. Музейға килеүселәр бындағы яңы экспонаттар менән танышып ҡына ҡалмай уйын формаһында республикабыҙ тарихы, уның бөтә донъяға билдәле шәхестәре  хаҡында мәғлүмәт ала һәм...

3 апреля 2019
Смотреть видео Илдә хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш башланды | ГТРК «Башкортостан»

Илдә хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш башланды

Рәсәй Президенты Указына ярашлы, илдә хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш башланды. 15 июнгә тиклем запаста булмаған 18 – 27 йәшлек граждандар хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Документҡа ярашлы, 135 мең кеше Рәсәй Ҡораллы көстәрендә хәрби бурысын үтәйәсәк. Рәсәй Хөкүмәте, субъекттарҙың башҡарма власть органдары...

3 апреля 2019
Смотреть видео Ямғырҙар һәм епшек ҡар яуыуы яҙғы ташҡынға ныҡ ҡына йоғонто яһауы ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Ямғырҙар һәм епшек ҡар яуыуы яҙғы ташҡынға ныҡ ҡына йоғонто яһауы ихтимал

Был хаҡта республика хөкүмәтендә ташҡынға ҡаршы комиссия ултырышында әйтелде. Вице-премьер Артур Әхмәтханов үткәргән кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, Башҡортостанда йылғалар яйлап ҡына булһа ла боҙҙан әрселә башлаған. Әлегә боҙ тығылған осраҡтар юҡ.  Ямғыр яуыуы ғына ҡыйынлыҡтар тыуҙырыуы ихтимал.

3 апреля 2019
Смотреть видео Республикала юғары әҙерлек режимы индерелә | ГТРК «Башкортостан»

Республикала юғары әҙерлек режимы индерелә

Республикала бөгөндән яҙғы ташҡынды ҡаршылауға юғары әҙерлек режимы индерелә. Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, быйыл төбәктә көслө ташҡын көтөлмәй. Дала һәм тау йылғаларында боҙ тығыны булыуы ихтимал. Өфөлә Киров, Дим һәм Ленин...

3 апреля 2019
Смотреть видео Башҡортостанда “Һаулыҡ һаҡлау аҙналығы” үтә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда “Һаулыҡ һаҡлау аҙналығы” үтә

Башҡортостанда дүртенсе йыл рәттән уҙғарылған “Һаулыҡ һаҡлау” форумының маҡсаттары үҙгәрешһеҙ.  Беренсе нәүбәттә халыҡ сәләмәтлеген нығытыу, иң ҡурҡыныс булған ауырыуҙарҙы дауалау,  уларҙы алдан иҫкәртеү. Граждандарҙың йәшәү кимәлен яҡшыртыу – милләт һаулығының төп шарты. Башҡортостан...

3 апреля 2019
Смотреть видео Яңы тормошҡа яңы маҡсаттар менән | ГТРК «Башкортостан»

Яңы тормошҡа яңы маҡсаттар менән

Сабыйы менән япа-яңғыҙ ҡалып, үҙенә ғаилә эҙләгән ун биш йәшлек ҡыҙҙы Архангель районында йәшәүсе Рамазановтар тәрбиәгә алды. Теүәл бер йыл элек ун биш йәшлек ҡыҙ үҙенә һәм сабыйына яңы ғаилә эҙләп кешеләрҙән ярҙам һорағайны. Ниһайәт, уның күптәнге хыялы тормошҡа ашты. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй-...

2 апреля 2019
Смотреть видео Башҡортостанда “Сүп-сар реформаһы” нисек эшләй? | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда “Сүп-сар реформаһы” нисек эшләй?

 Өфө районы ауылдарында йәшәүселәр сүп-сарҙы әле лә ялан уртаһына түгеүҙе хуп күрә. Урындағы халыҡ быны ауылдарҙа махсус контейнерҙар юҡлығы менән аңлата. Яңы йылдан ингән ҡанун ҡасан ныҡлап эшләй башлар? Өфө районының Шемәк ауылы янында урынлашҡан сүплек әллә ҡайҙан күренеп ята. Тиҫтә йылдар...

2 апреля 2019
Смотреть видео Ни өсөн Салауатта тыуым кимәле түбән? | ГТРК «Башкортостан»

Ни өсөн Салауатта тыуым кимәле түбән?

Ошо көндәрҙә Башҡортостан, ә атап әйткәндә Салауат ҡалаһы бөтә илдең иғтибарын үҙенә йәлеп итте. Республика хөкүмәте “Генус” компанияһы менән Салауат балалар йорто буйынса концессион килешеүҙе өҙөү тураһында ҡарар сығарҙы. Кисә “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһының “Рәсәй” медиаүҙәгендә ошо...

2 апреля 2019
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Шоумен еңеү яуланы. Украинала президент һайлауында халыҡтың күңелен асыусы Владимир Зеленский 30 процент, быға тиклем илгә етәкселек иткән Петр Порошенко ни бары 18 процент тауыш йыя алды. Шулай итеп, был кандидаттар президенот һайлауының икенсе турына сыға. Америка “Төнъяҡ ағым-2” газ...

2 апреля 2019
Смотреть видео Йылҡысылыҡты үҫтереүгә 100 миллион һум самаһы аҡса бүленә | ГТРК «Башкортостан»

Йылҡысылыҡты үҫтереүгә 100 миллион һум самаһы аҡса бүленә

Башҡортостан предприятиелары һәм фермерҙарына быйыл йылҡысылыҡты үҫтереүгә 100 миллион һум самаһы аҡса бүленә.Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан илдә аттар һаны буйынса алдынғылар рәтендә. Ҡымыҙҙы тулайым етештереү күләмендә төбәктең өлөшө 45 процентҡа етә. Йылҡыларҙың...

2 апреля 2019
Смотреть видео Ташҡын осоронда бар хеҙмәттәрҙән дә килешеп эшләү талап ителә | ГТРК «Башкортостан»

Ташҡын осоронда бар хеҙмәттәрҙән дә килешеп эшләү талап ителә

Был хаҡта республика хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдерҙе. Республика етәксеһе Радий Хәбиров билдәләүенсә, ташҡын осоронда бар хеҙмәттәрҙән дә килешеп эшләү талап ителә. Оператив кәңәшмәне асып Радий Хәбиров кадрҙар...

2 апреля 2019
Смотреть видео Республикала ташҡын осоронда барлыҡ көстәр тулы әҙерлек режимына күсерелә | ГТРК «Башкортостан»

Республикала ташҡын осоронда барлыҡ көстәр тулы әҙерлек режимына күсерелә

Яҙғы ташҡынды пилотһыҙ 14 аппарат ярҙамында күҙәтәсәктәр. Ғәҙәттән тыш хәл осрағында 491 пункт 117 мең кешене ҡабул итерҙә әҙер. Һыу баҫыу ихтималлығы булған урындарҙа йәшәүселәр алдан иҫкәртеләсәк.  8 йылғала гидропостар ҡуйыу ҡарала.  

2 апреля 2019
Смотреть видео Татар Нур театры “Һижрәт” спектаклен тапшырҙы | ГТРК «Башкортостан»

Татар Нур театры “Һижрәт” спектаклен тапшырҙы

Татар Нур театры актерҙары  Нәҡи Иҫәнбәт пьесаһы буйынса ҡуйылған “Һижрәт” спектаклен тапшырҙы. Ғәҙәттә театр коллективтары тәүге тапҡыр спектаклде буш залға уйнай. Ә һижрәт спектаклен тамашасылар ҙа  килеп күрҙе.  20-се быуат башында Рәсәйҙә барған ваҡиғаларҙы сағылдыра ул. Ныҡ бай...

1 апреля 2019
Смотреть видео Сибайҙа “Урал аръяғы” тауышы фестивале юғары кимәлдә үтте | ГТРК «Башкортостан»

Сибайҙа “Урал аръяғы” тауышы фестивале юғары кимәлдә үтте

Быға тиклем Сибай халҡы “Ирәндек моңдары” конкурсы менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ине. Хәҙер  тағы ла бер проект барлыҡҡа килде. Ул Урал аръяғында эстрада йырҙарын башҡарыусыларҙы асыҡлауҙы маҡсат итеп ҡуйған “Урал аръяғы” вокал шоу проекты.

1 апреля 2019
Смотреть видео 2020 йылда Өфөлә Бөтә донъя фольклориадаһында 80-дән ашыу дәүләт вәкилдәре ҡатнаша | ГТРК «Башкортостан»

2020 йылда Өфөлә Бөтә донъя фольклориадаһында 80-дән ашыу дәүләт вәкилдәре ҡатнаша

Был хаҡта Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко бишенсе Халыҡ-ара гуманитар Ливадия форумын ойоштороу комитеты ултырышында белдерҙе.Валентина Матвиенко әйтеүенсә, бындай саралар  мәҙәниәтебеҙҙең байлығын бөтә донъяға күрһәтеүҙән тыш, сит илдәрҙән күберәк фекерҙәштәр  йәлеп...

1 апреля 2019
Смотреть видео Башҡортостанда балалар өсөн велосипед спорты буйынса үҙәк төҙөү планлаштырыла | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда балалар өсөн велосипед спорты буйынса үҙәк төҙөү планлаштырыла

Унда Рәсәй йыйылма командаһы өсөн спортсылар әҙерләнәсәк. Әле велосипед спорты буйынса ил командаһының төп өлөшөн республиканан сыҡҡан вәкилдәр биләй. Беҙҙә 20 йылдан ашыу был спортҡа ҙур иғтибар бүленеп килде. Сөнки, Башҡортостанда бөтә шарттар тыуҙырылған. Ошо турала республика етәксеһе Радий...

1 апреля 2019
Смотреть видео Бәләкәй саҡтан һөнәр һайлау | ГТРК «Башкортостан»

Бәләкәй саҡтан һөнәр һайлау

Өфө ҡалаһының 48-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре 2 йәштән төрлө өлкә хеҙмәткәрҙәре менән таныша. Балалар баҡсаһы 2016 йылдан “оҫталар ҡалаһы” проекты буйынса эшләй. Өфө ҡалаһының 48-се балалар баҡсаһына ингәс тә ошондай эмблема элеүле тора. Бында оҫталар ҡалаһының схемаһы күрһәтелгән....

1 апреля 2019
Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика