Башҡортостандың алтын тауышы

Башҡортостандың алтын тауышы Әхәт Мотаһар улы Мортазинға ошо көндәрҙә алтмыш йәш тулған булыр ине. Былтыр ул беҙҙең арабыҙҙан китте. Уның иҫтәлегенә арнап Башҡортостан концерт залына туғандары, яҡындары һәм хеҙмәттәштәре йыйылды. Оло йөрәкле, мыҡты кәүҙәле, һәр бер кешегә ярҙамсыл  һәм, әлбиттә,  шаян. Тап ошондай сифаттар менән Башҡортостандың халыҡ артисы, Башҡортостандың тауышы  Әхәт Мотаһар улы  Мортазин һәр бер кешенең күңелендә һаҡлана. Әхәт Мотаһар улының алтын тауышы Башҡортостан Дәүләт концерт залында йәнә яңғыраны. Әхәт Мортазин хеҙмәт юлын  80-се йылдарҙа балалар тапшырыуҙары алып барыусыһы булып башлай, тиҙ арала киң танылыу яулап, диктор вазифаһына күтәрелә. Утыҙ йылдан ашыу уның мөһабәт тауышы бөтә республика халҡын хәйерле иртәләр теләп уятты. Уның иҫтәлегенә арнап үткәрелгән тамашаға хеҙмәттәштәре, дуҫ-иштәре һәм туғандары йыйылды. Әхәт Мортазин  менән беренсе танышыуын күптәр бөгөнгөләй иҫләй.Әхәт Мортазиндың эшенә тоғро һәм етди ҡарауы һәр береһенә үрнәк. Уның  һөйөүе халыҡҡа ла, ғаиләһенә лә етә ине, тип хәтерләй яҡындары. Әхәт Мотаһар улы үҙенең белемен башҡалар менән дә бүлеште. Журналист булырға хыялланған студенттар уға дәрескә йөрөй торғайны. Әхәт Мортазин легендар диктор ғына түгел, ә яҡын дуҫ, изге күңелле кеше булып ҡала. “Мине ҡабул итеп, тыңлаусылар бар икән-тимәк мин дә бар”, ти Әхәт Мортазин  “Башҡортостан тауышы” тапшырыуында . Ысынлап та, уның тауышы әле лә яңғырай һәм мәңгелеккә халыҡ йөрәгендә.

Читайте нас в Яндекс.Дзен

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Улар әсәләренең туң йөрәген иретергә теләп илай | ГТРК «Башкортостан»

Улар әсәләренең туң йөрәген иретергә теләп илай

“Хәйерле иртә, республика!” тапшырыуында - етди мәсьәлә. Иртәгә тура эфирҙа балаларын бала табыу йорттарында ҡалдырып киткән әсәләр тураһында махсус репортаж сығасаҡ. Алып барыусылар студия ҡунаҡтары менән был заман күренешенең сәбәптәрен, етемлекте бөтөрөү мөмкинлектәрен тикшерергә ниәтләй....

12 апреля 2018
Смотреть видео Благовар районында йәшәүсе 5 етем баланы яңғыҙы тәрбиәләргә мәжбүр | ГТРК «Башкортостан»

Благовар районында йәшәүсе 5 етем баланы яңғыҙы тәрбиәләргә мәжбүр

Ике йыл элек ире мәрхүм булғас, ул балаларҙы приютҡа ҡайтарыуҙан баш тарта һәм ҙур ғаилә өсөн яуаплылыҡты үҙ иңенә ала. 10 йәшлек Алик өйҙәге иң оло ир-егет булараҡ аш алды намаҙын уҡый. Бер өҫтәл артында төрлө милләттән 4 ғаиләнән йыйылған балалар. Уларҙа берҙәмлек һәм бер-береңде туған тип ҡабул...

12 апреля 2018
Республиканың төрлө төбәктәренән хәүефле мәғлүмәттәр килә | ГТРК «Башкортостан»

Республиканың төрлө төбәктәренән хәүефле мәғлүмәттәр килә

Ҡайһы бер ауылдарҙа йорт ихаталарын һыу баҫһа, икенсе төбәктәрҙә йылғалар юлдарҙы йыуа. Баймаҡ районы Басай ауылы өлөшләтә һыу аҫтында ҡалды. Быйыл яҙғы ташҡын Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Ғафури, Бөрйән, Әлшәй райондарына ла янай. Әлегә ирегән ҡар һыуҙары баҫыуы хаҡында 106 ғариза  алынған. Яҙғы...

12 апреля 2018
Смотреть видео Шәхси диетолог урынына махсус ҡушымта | ГТРК «Башкортостан»

Шәхси диетолог урынына махсус ҡушымта

Стәрлетамаҡ ғалимдары сәләмәт туҡланыу һағында торор виртуаль ярҙамсы уйлап сығарған. Ул кеҫә телефонына “аҡыллы үлсәү” тоташтырып кешенең ауырлығын даими контролдә тота. Ерҙәге һәр икенсе кеше ваҡытында иҫкәртелмәгән сир сәбәпле яҡты донъя менән бәхилләшә. Ауырыуға еткермәйенсә, һаулыҡты алдан...

11 апреля 2018
Смотреть видео Һөт өсөн аҡса ҡасан түләнер? | ГТРК «Башкортостан»

Һөт өсөн аҡса ҡасан түләнер?

Дыуан районы Яңы Хәлил ауылы халҡы комбинатҡа тапшырылған һөт өсөн ике-өс айлап аҡса алмай интегә. Төпкөл ауылда урындағы халыҡ өсөн эш урыны юҡ. Шуға ла үҙ көстәре менән аҡса эшләргә тырышҡан хужабикәләр был килемдән дә мәхрүм. Тапшырылған һөт өсөн аҡса түләнмәүҙең сәбәбе нимәлә? Ләйсән Байышева...

11 апреля 2018
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Америка етәксеһе Сүриәләге хәлдәр сәбәпле Ҡушма Штаттар һәм уның ярандарының аҙымын көйләү өсөн илдә ҡалырға ҡарар иткән. Ул Тереза Мэй һәм Эммануэль Макрон менән телефон аша һөйләшкән. Көнбайын лидерҙары Сүриәлә химик һөжүмдә зарин һәм хлор ҡулланылған тип белдерҙе. Рәсми Мәскәү фекеренсә, химик...

11 апреля 2018
Смотреть видео Ҡариҙел районында янғында 2 кеше һәләк булды | ГТРК «Башкортостан»

Ҡариҙел районында янғында 2 кеше һәләк булды

Бөгөн төндә Ҡариҙел районы тайташ ауылындағы янғында ике кешенең ғүмере өҙөлдө. Бер биләмәлә урынлашҡан ике ағас йорт янып көлгә әйләнде. Утты һүндереүгә 9 берәмек техника һәм 19 кеше йәлеп ителде. Янғын сәбәптәрен тәфтишселәр асыҡлай. Һәләк булыусы ир 60-сы, ҡатын 27-се йылғы.

11 апреля 2018
Эҙәрмәндәр автосәйәхәткә сыға | ГТРК «Башкортостан»

Эҙәрмәндәр автосәйәхәткә сыға

Ростов өлкәһендә 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы һуғышҡан урындар буйлап автосәйәхәт ойоштороласаҡ. Тарихсылар мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 1942-1943-сө йылдарҙа башҡорт атлылары 2 мең 600 һуғышсыһын юғалта. Уларҙы эҙләү һәм хөрмәтләп ер ҡуйынына тапшырыу-беҙҙең изге бурыс, ти Башҡортостандың...

11 апреля 2018
Смотреть видео Басайҙы баҫа | ГТРК «Башкортостан»

Басайҙы баҫа

Баймаҡ районында Басай ауылында урындағы йылға ярҙарынан сығып юлды йыуған. Әле ғәҙәттән тыш хәл урынында беҙҙең ижади төркөм эшләй.

11 апреля 2018
Смотреть видео Ҡырмыҫҡалы районынан беҙгә ашығыс хәбәрҙәр килә | ГТРК «Башкортостан»

Ҡырмыҫҡалы районынан беҙгә ашығыс хәбәрҙәр килә

Бында  Олокүл ауылын һыу баҫа. Ауылда йәшәүселәр урам, йорт һәм ишек алдарының ҡар һыуыҙары менән тулыуы тураһында видеояҙмалар ебәрә.  Һыу ауылға бәреп тигәндәй килеп ингән. Уға ҡаршы торорлоҡ түгел. Күп йорттар һыу аҫтында ултыра. Уларға ныҡ ҡына зыян килгән, тип хәбәр ителә.

11 апреля 2018
Яндекс.Метрика