Башҡортостандың алтын тауышы

Башҡортостандың алтын тауышы Әхәт Мотаһар улы Мортазинға ошо көндәрҙә алтмыш йәш тулған булыр ине. Былтыр ул беҙҙең арабыҙҙан китте. Уның иҫтәлегенә арнап Башҡортостан концерт залына туғандары, яҡындары һәм хеҙмәттәштәре йыйылды. Оло йөрәкле, мыҡты кәүҙәле, һәр бер кешегә ярҙамсыл  һәм, әлбиттә,  шаян. Тап ошондай сифаттар менән Башҡортостандың халыҡ артисы, Башҡортостандың тауышы  Әхәт Мотаһар улы  Мортазин һәр бер кешенең күңелендә һаҡлана. Әхәт Мотаһар улының алтын тауышы Башҡортостан Дәүләт концерт залында йәнә яңғыраны. Әхәт Мортазин хеҙмәт юлын  80-се йылдарҙа балалар тапшырыуҙары алып барыусыһы булып башлай, тиҙ арала киң танылыу яулап, диктор вазифаһына күтәрелә. Утыҙ йылдан ашыу уның мөһабәт тауышы бөтә республика халҡын хәйерле иртәләр теләп уятты. Уның иҫтәлегенә арнап үткәрелгән тамашаға хеҙмәттәштәре, дуҫ-иштәре һәм туғандары йыйылды. Әхәт Мортазин  менән беренсе танышыуын күптәр бөгөнгөләй иҫләй.Әхәт Мортазиндың эшенә тоғро һәм етди ҡарауы һәр береһенә үрнәк. Уның  һөйөүе халыҡҡа ла, ғаиләһенә лә етә ине, тип хәтерләй яҡындары. Әхәт Мотаһар улы үҙенең белемен башҡалар менән дә бүлеште. Журналист булырға хыялланған студенттар уға дәрескә йөрөй торғайны. Әхәт Мортазин легендар диктор ғына түгел, ә яҡын дуҫ, изге күңелле кеше булып ҡала. “Мине ҡабул итеп, тыңлаусылар бар икән-тимәк мин дә бар”, ти Әхәт Мортазин  “Башҡортостан тауышы” тапшырыуында . Ысынлап та, уның тауышы әле лә яңғырай һәм мәңгелеккә халыҡ йөрәгендә.

Подпишитесь на нас в Facebook


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Файҙалы туңдырма | ГТРК «Башкортостан»

Файҙалы туңдырма

Башҡорт дәүләт аграр университетында прополис һәм һеркә ҡушылған үҙенсәлекле туңдырма уйлап сығарғандар. Уны тәмләп ҡарарға төрлө кафе, кибет, ресторан вәкилдәре килде. Киләсәктә туңдырма һатыуға ла сығыр тигән өмөт бар. Прополис һәм үҫемлек һеркәһе ҡушылып эшләнелгән ике төрлө туңдырма әҙер. Әммә...

29 июля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда 28 градусҡаса йылыта  | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда 28 градусҡаса йылыта

Ҡотҡарыусылар батыусылар тағы ла артыр тип фаразлай. Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда 28 градусҡаса йылыта. Синоптиктар мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бөгөн урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы ихтимал, һауа температураһы төндә 11-16, көндөҙ - 23-28 градусҡа тиклем йылытасаҡ. Кесаҙна ла ...

29 июля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда 15 кеше батып үлгән | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда 15 кеше батып үлгән

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты күңелһеҙ статистиканы иғлан итте. Үткән аҙнала Башҡортостанда 15 кеше батып үлгән. Һыу ҡорбандары һаны эҫе көндәргә туранан-тура бәйле. КИюль башынан республикала һыу ингәндә һәләк булғандар һаны 70-тән ашыу. Шуларҙың 70 проценты – һыуға иҫерек хәлдә...

29 июля 2020
Смотреть видео «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стеллаһының макеты һайлап алынды | ГТРК «Башкортостан»

«Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стеллаһының макеты һайлап алынды

Хәҙер халыҡ уны  ҡуйыу урынын тауыш биреү юлы менән билдәләргә тейеш. Тауыш биреү онлайн рәүештә барасаҡ. Өфөгә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы һәм Даны ҡалаһы» тигән абруйлы исем бирелеүе шиғриәт һөйөүселәрҙе лә битараф ҡалдырманы. Баш ҡаланың беренсе май аллеяһында үткән шиғри флешмобта улар Өфөгә...

28 июля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда санитар эшкәртеү башҡарыла | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда санитар эшкәртеү башҡарыла

Башҡортостанда көндә 2 меңдән ашыу ихата һәм 15 меңдән ашыу подъезда санитар эшкәртеү башҡарыла.  Эпидимиологик хәлгә ярашлы, күп ҡатлы йорттарҙың подъездары, туҡталыштар ғына түгел, шулай уҡ ял итеү урындары һәм балалар майҙансыҡтары ла эшкәртелә. Балалар майҙансыҡтары буш. Махсус кейемдәге...

28 июля 2020
Смотреть видео Битлектәрҙән баш тартырға иртәрәк | ГТРК «Башкортостан»

Битлектәрҙән баш тартырға иртәрәк

Санитар талаптар коронавирус инфекцияһын иҫкәртеүҙең иң ябай һәм еңел юлы. Инеү бер, сығыу икенсе урында, битлек, бирсәткә, дезинфекция саралары һәм социаль дистанция – республиканың күп функциялы үҙәктәрендә хәүефһеҙлек талаптары теүәл үтәлә. Сөнки бында көнөнә 10 меңдән ашыу кеше килә. Документ...

28 июля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда коронавирус менән ауырыусылар 6 мең 600 кешенән ашты | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда коронавирус менән ауырыусылар 6 мең 600 кешенән ашты

Һуңғы тәүлектә тағы ла 36 кеше КОВИД-19  йоҡторған. Был хаҡта Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе.  Йәмәғәт урындарында медицина битлектәрен кейеп йөрөү һәм социаль дистанцияны һаҡлау мәсьәләһенә Республика Хөкүмәтендә дүшәмбе...

28 июля 2020
Смотреть видео Олимпиада-80 | ГТРК «Башкортостан»

Олимпиада-80

Был көндәрҙә 80-се йылдағы Олимпиаданы иҫкә алабыҙ. 22-се йәйге олимпия уйындарына 40 йыл ваҡыт үтеп тә киткән. Советтар Союзы йыйылма командаһында Башҡортостан егете лә ҡатнаша. Ул -  Игорь Соколов.  Ситтә йәшәгән яҡташыбыҙ был аҙнала Өфөгә ҡунаҡҡа ҡайтты.  Мытищи. 1980 йыл. Июль. "...

24 июля 2020
Смотреть видео Ҡыҙыҡлы шөғөл | ГТРК «Башкортостан»

Ҡыҙыҡлы шөғөл

Өфө ҡалаһындағы йәмәғәт үҙәктәренең береһендә менталь кәмселектәре булған кешеләр төрлө ҡыҙыҡлы шөғөл таба ала. Иртәнге ун берҙән киске дүрткә тиклем уларҙың бер генә минут та буш ваҡыты юҡ. Тимур Әбелхәйәров үҙәккә ярты йылдан ашыу йөрөй. Ошо ваҡыт эсендә яңы дуҫтар табырға ла, ҡыҙыҡлы һөнәрҙәр...

24 июля 2020
Смотреть видео Хәрби булырға теләүселәр өсөн имтихандар | ГТРК «Башкортостан»

Хәрби булырға теләүселәр өсөн имтихандар

Быйыл хәрби уҡыу йорттарының күсмә  ҡабул итеү комиссиялары абитуриенттарҙы  урындағы хәрби комиссариаттарҙа ҡабул итәсәк. Был мәжбүри  сара илдәге эпидемиологик хәл-ваҡиғалар менән бәйле. Быға тиклем уҡыусылар теләгән белем усағына үҙҙәре барып имтихан тапшыра ине. Өфө ҡыҙы Индира...

24 июля 2020