Башҡортостанда грипп менән ауырыусылар артҡан

Башҡортостанда грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыусылар артҡан. Табиптарға мөрәжәғәт итеүселәрҙең күбеһе – балалар.  Ошо сәбәпле 16 февралгә тиклем айырым мәктәптәрҙә карантин иғлан ителде.

Мәғариф министрлығы хәлде етди күҙәтеүгә алды. Әгәр ҙә класта уҡыусыларҙың 20 проценты сирләһә, шунда уҡ уҡыу туҡтатыла.Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостандағы идаралығы ҡыҙыу линия ойошторҙо.

18 февралгә тиклем 8-800-700-90-30 телефонынан гриппты иҫкәртеү белгес кәңәштәрен алырға мөмкин.

Хәбәрҙәр

Өфөлә бөгөн иҫерек водитель Лада приора автомобилендә Хитачи экскаваторына килеп бәрелгән

Эргәлә генә торған БМВ автомобиленә лә зыян килгән. Бөгөн Салауат ҡалаһында юл-транспорт фажиғәһендә бер кеше һәләк булды. ВАЗ автомобиле юғары тиҙлектә юл ситендә торған ЗИЛ машинаһына бәрелгән.  Рәсәй машинаһының водителе урында уҡ һәләк булған. Бөгөн төндә Иҫке Собханғол ауылындағы аварияла...

17 июня 2015

Транспорт прокуратураһы бөгөн химикаттар тейәлгән вагондың янып китеү сәбәптәрен тикшерә башланы

Һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр тураһында хәбәр ителмәй.  Ғәҙәттән тыш хәл Ҡарламан станцияһында теркәлде.  Косяковка-Магнитогорск грузовой маршруты буйынса китеп барыусы поездың химикаттар тейәлгән вагоны төтәй башлай. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙе тиҙ арала утты...

17 июня 2015
Смотреть видео

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Украина буйынса контакт төркөмө һәм уның сиктәрендә ойошторолған төркөмдәр Минскта осрашып Донбасстағы вәзғиәтте көйләү юлдарын тикшерәсәк. Рәсәй сит ил эштәре министры Сергей Лавров белдереүенсә, бер-береңде ғәйепләгәндән һуң, өҫтәл артына ултырып һөйләшеүҙәре бик ҡыйын. Рәсәй ҡулланыусылар...

16 июня 2015

Өфөлә «ӨФӨ» ҡала брендын үҫтереү стратегияһын тикшерәсәктәр

Баш ҡалала республика брендын әҙерләүгә арналған «Башбренд — 2015» семинары уҙғарыла. Ошо хаҡта төбәктең Инвестициялар йәлеп итеү агентлығы хәбәр итә.Сараға маркетинг һәм киң коммуникациялар буйынса белгестәр килеүе көтөлә. Улар оҫталыҡ дәрестәрендә көслө бренд булдырыу серҙәре менән уртаҡлашасаҡ,...

16 июня 2015
Смотреть видео

Рәсәйгә ҡарата индерелгән санкцияларҙың ыңғай яҡтары

Сит илдәрҙән ауыл хужалығы тауарҙарын индереүҙе сикләү  үҙебеҙҙә етештереүҙе, тотош ауыл хужалығын үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк, тигән фараздарҙы ишетергә мөмкин. Бындай шарттарҙа урта һәм кесе предприятиеларға еңел түгел. Шуға ҡарамаҫтан, улар донъя иҡтисадындағы тартҡылаштың ыңғай яҡтарын...

16 июня 2015
Смотреть видео

Башҡортостанда мал аҙығы әҙерләүҙә ҡыйынлыҡтар ҡүҙәтелә

Был тәү сиратта техниканың таушалыуына һәм эштәрҙе дөрөҫ ойошторомауға бәйле.  Яҡынса бер сәғәт элек республика хөкүмәтендә яҙғы баҫыу эштәренә арналған видеоселектор кәңәшмәһе тамамланды.  Башҡортостан хужалыҡтары өсөн быйылғы кампания ауырға тура килде.  Тәү сиратта ул һауа...

16 июня 2015
Смотреть видео

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр ассоциацияһын ойоштороу ҡарала

Әле республикала ШОС һәм БРИКС саммиттарына киләсәк ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыу өсөн ныҡлы әҙерлек бара. Ҡымыҙ бешеүселәр милли эсемлек етештереүҙе арттыра. Яҡын арала Башҡортостанда тармаҡ мәсьәләләрен хәл итеү өсөн ҡымыҙ бешеүселәр ассоциацияһын ойоштороу ҙа ҡарала. Йылҡы заводының ҡымыҙ бешеү цехында...

16 июня 2015

26-29-сы июлдә Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәренең беренсе йәштәр форумы үтәсәк

Фекер алышыуҙар һөҙөмтәләре буйынса берләшмә илдәренең йәштәр ойошмалары араһында хеҙмәттәшлек  мөмкинлектәре билдәләнәсәк., тип хәбәр итә Рәсәй йәштәр берлегенең матбуғат хеҙмәте. Берлек рәйесе Павел Красноруцкий БРИКС саммитында Рәсәй рәйеслек иткән мәлдән файҙаланып, ошо илдәр менән мөмкин...

16 июня 2015

Башҡала юғары белем биреү йорттарында документтар ҡабул ителә башланы

Тәүгеләрҙән булып абитуриенттар өсөн Башҡорт Дәүләт педагогия университеты үҙ ишектәрен асты. Ҡабул итеү комиссиялары 20-се июндә рәсмиэшләй башлай, мәктәп уҡыусылары берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләрен көтөп алғансы иһә колледж һәм башҡа уҡыу йортон тамамлаусылар документтарын бөгөндән тапшыра ала...

16 июня 2015
Смотреть видео

Бөгөн республика парламенты президиумы Дәүләт йыйылышы Ҡоролтайҙың киләһе ултырышы көн тәртибен раҫланы

1 сентябрҙән Башҡортостанда алкоголле энергетик эсемлектәрҙе ваҡлап һатыу тулыһынса тыйыласаҡ. Дүләт йыйылышы – Ҡоролтайҙың каникул алдынан һуңғы ултырышында ошо туралағы закон проекты ҡараласаҡ. Депутаттар билдәләүенсә, был эсемлектәрҙең составында  ағыулы матдәләр бар һәм спирты түбән булыуы...

16 июня 2015

Рәсәйҙең туризм буйынса федераль агентлығы илдә йәшәүселәрҙе Берләшкән ғәрәп әмирлектәре һәм Көньяҡ Кореяға барыуҙан тыйылып торорға саҡырҙы

Тап был илдәрҙә короновирустың таралыуы күҙәтелә. Ауырыу гриппҡа һәм пневмонияға оҡшаш. Әле Көньяҡ Кореяла был ҡурҡыныс ауырыуҙы 150 кеше йоҡторған. Бөтә Донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мерс вирусының ҡурҡыныс менән янауын таныған.

16 июня 2015

Республиканың юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре 30 йәшлек байкерҙың үлеменә килтергән авария сәбәптәрен асыҡланы

Асыҡланыуынса, боролор алдынан КАМАЗ водителе юлдың буш икәненә инанмаған һәм ҡаршы яҡ юлдан килеүсе ЯМАХА мотоциклына бәрелгән. Был турала бөгөн юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр. 

16 июня 2015
Смотреть видео

Дыуан районы Мөлкәт ауылында тыуып үҫкән Рахманғоловтар тамырҙарын барларға йыйылды

Йәмле йәй етеү менән республиканың бик күп ауылдарында халыҡ байрамына әүерелгән Шәжәрә байрамдары ойошторола башланы. Рәмилә Рахманғолова үҙенең ете быуын шәжәрәһен белә. Шәжәрә  ағасын ул атаһынан, башҡа өлкән туғандарынан һорашып төҙөй, был эшкә бер туған һеңлеһен дә йәлеп итә. Шулай итеп,...

15 июня 2015
Смотреть видео

Рәсәй көнөндә Ҡырым республикаһында тәүге тапҡыр һабантуй үтте

Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек итеүсе Белогорск районы хеҙмәтсәндәре өсөн байрам Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалалары һәм Ҡырмыҫҡалы районы ижади коллективтары ярҙамында ойошторолдо. Ҡырым һабантуйын беҙҙең хәбәрселәр ҙә күреп ҡайтты.,,Беҙ бергә!,, - Белогорск районында үткән байрамдың башҡаса аталыуы мөмкин...

15 июня 2015
Смотреть видео

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәйҙең туризм буйынса федераль агентлығы илдә йәшәүселәрҙе Берләшкән ғәрәп әмирлектәре һәм көньяҡ кореяға барыуҙан тыйылып торорға саҡырҙы.Тап был илдәрҙә короновирустың таралыуы күҙәтелә. Ауырыу гриппҡа һәм пневмонияға оҡшаш. Әле Көньяҡ Кореяла был ҡурҡыныс ауырыуҙы 150 кеше йоҡторған. Бөтә...

15 июня 2015

Башҡортостанда балыҡ тотоу ҡағиҙәләрен боҙоусыларға ҡаршы үткәрелгән операцияға йомғаҡ яһалды

Республика буйынса эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ундан ашыу енәйәт эше ҡуҙғатылған, админимтратив 500 протокол төҙөлгән.  Хоҡуҡ һаҡлау органдары 34 километр оҙонлоҡта балыҡ тотоу селтәре, ике тонна балыҡ тартып алған.

15 июня 2015

ШОС һәм БРИКС саммиттары көндәрендә Өфөгә ауыр йөк машиналары менән үтеү тыйыла

Сикләүҙәр төнъяҡ- көнбайыш, Таш кисеү һәм Дим районы аша һалынған юлдарҙа индерелә. Йөк автомобилдәрен ҡалдырыу өсөн бер нисә махсус урын билдәләнгән. Форум көндәрендә “Башавтотранс” йәмғиәте айырым эш режимына күсерелә. Компанияның 700-гә яҡын водителе саммиттар өсөн бүленгән еңел машиналар һәм...

15 июня 2015
Смотреть видео

Бөрө ҡалаһынан йыраҡ түгел Ниссан теана автомобиле Газель микроавтобусына бәрелгән

Шаһиттар әйтеүенсә, юғары тиҙлектә барыусы еңел автомобиль ҡаршы яҡ юлға сығып Газель аҫтына инеп китә һуңынан кюветҡа оса. Һәләк булыусылар юҡ. Әммә яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ике ҡыҙыҡай йәрәхәттәр алған. Әле авария сәбәптәрен юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тикшерә....

15 июня 2015

Хеҙмәткә саҡырыусылар теләге буйынса Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында альтернатив хеҙмәт үтә ала

Мәҙәни учреждение альтернатив хеҙмәт буйынса махсус исемлеккә индерелде. Тик, театрҙа ваканциялар бик аҙ буласаҡ, тип күҙаллана. Армияға саҡырыусыларҙың һирәктәре генә альтернатив хеҙмәтте һайлай. Быйыл, мәҫәлән, 4 егеттең ошондай теләге ҡәнәғәтләндерелгән. Армияға дөйөм контингенттың яртыһынан...

15 июня 2015
Смотреть видео

Бөгөн Өфөлә хеҙмәт алдынғылары тәбрикләнде

Уларға республика башлығы Рөстәм Хәмитов юғары наградалар тапшырҙы. Залда төрлө өлкәләрҙә  хеҙмәт иткән  һөнәр эйәләре йыйылған. Оҙайлы йылдар тыуған иленә хеҙмәт иткәне, егәрлелеге өсөн уларҙың һәр береһе лайыҡлы баһа алды. Рөстәм Зәки улы фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн һәр кемгә рәхмәт һүҙҙәрен...

11 июня 2015
Смотреть видео

Тиҙҙән умартасыларҙың эшмәкәрлеген көйләүсе махсус ведомство ойошторола

Рәсәй коммунистар партияһы депутаттары төркөмө Дәүләт Думаһы ҡарамағына ,,Умартасылыҡ тураһында,, федераль закон проектын тәҡдим итте. Парламенттың түбәнге палатаһы документты быйыл яҙғы сессия тамамланғансы тикшерергә тейеш.  Риф Ғимәлетдин улы 20 йылдан ашыу тик умартасылыҡ менән шөғөлләнә....

11 июня 2015
Смотреть видео

Бөгөн Өфөнөң 102-се башҡорт гимназияһында спорт-һауыҡтырыу комплексы асылды

Унда хоккей, баскетбол, волейбол, мини-футбол уйнау өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырылған. Бынан тыш, тренажерҙарҙа шөғөлләнергә мөмкин. Спорт комплексы бағыусылар иҫәбенә төҙөлгән. Инвестиция күләме 8 миллион һумдан ашыу.Кешеләр күберәк спорт менән шөғөлләнһен өсөн ҡала-ауылдарҙа төрлө майҙансыҡтар...

11 июня 2015

“Мин тормошто төшөрәм” республика рәсем бәйгеһенә йомғаҡ яһалды

Унда мәктәпкәсә тиклемге һәм мәктәп йәшендәге балалар үҙҙәренең һүрәт төшөрөү һәләтен һынаны. Бәйге өсөнсө йыл рәттән  Башҡортостандың архитекторҙар берлеге, Арихитекторҙар йорто хеҙмәткәрҙәре  тарафынан ойошторола. Йәш рәссамдар һәм уларҙың етәкселәре  маҡтау ҡағыҙҙары,...

11 июня 2015

Республикала мал аҙығын әҙерләү дауам итә

Быйыл хужалыҡтар бер мал башына 30 центнер аҙыҡ берәмеге әҙерләргә планлаштыра. Башҡортостан баҫыуҙарында  тәүлек әйләнәһенә  ҡыҙыу эш бара. Төндә лә эш туҡтатмай. Дүртөйлө механизаторҙары кәзә үләнен йыйып алыуҙы тамамлай. Ҡуҙаҡлы культураны ун йыл рәттән бер үк майҙанда үҫтерә улар. Был...

11 июня 2015
Смотреть видео

Асҡын районында йәшәүселәр мобиль телефон камераһына торнадо барлыҡҡа килеү мәлен төшөрөп алған

Әммә ул  көс йыйып өлгөрә алмай  юҡҡа сыға.Быға тиклем беҙҙең яҡтарға хас булмаған был күренеште Саҡмағош районында йәшәүселәр төшөрөп интернет селтәренә һалғайны. Башҡортостанда торнадо 2014-се йылда төнъяҡ-көнбайыш райондарҙа йәшәүселәргә ҙур зыян килтерҙе. Ике кеше һәләк булды. 

11 июня 2015

Салауат ҡалаһындағы дауалау-холоҡ төҙәтеү колонияһы ғәҙәттәге эш режимына күсте

Аңлатыу эштәренән һуң  хөкөм ителеүселәр ҡаршылыҡ акцияһын туҡтатты. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, унда 70-ләп кеше ҡатнашҡан. Хәҙер тәфтишселәргә уларҙың һәр береһе менән һөйләшеп ғәйебен асыҡларға тура киләсәк. Бирелгән язаларҙы үтәү федераль хеҙмәтенең Башҡортостандағы идаралығының матбуғат...

11 июня 2015

Йома көн, 12-се июндә Өфөләге Спорт һарайы эргәһендәге майҙанда ауыл хужалығы тауарҙары йәрминкәһе ойошторола

Ҡала көнөн билдәләү сиктәрендә үтәсәк был сауҙа байрамында республиканың ҡулланыусылар йәмғиәте предприятиеларының, ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәрҙең, фермерҙар һәм Шишмә, Благовар, Әлшәй, Асҡын һәм башҡа райондарҙан йүнселдәрҙең ҡатнашыуы көтөлә. Йәрминкә иртәнге сәғәт 10-да асыла....

11 июня 2015

12-се июндә Рәсәй көнөн билдәләү һәм артабанғы ял көндәре сәбәпле пенсия һәм социаль түләүҙәр махсус тәртип буйынса таратыла

Түләүҙәрҙе почта элемтәһе аша алыусыларға был хаҡта май айындағы квитанцияларында уҡ хәбәр ителгән. Таратыу ваҡыты айҙың 11-нән 14-нә тиклемге осорға тура килгәндәр аҡсаларын көнэлгәре аласаҡ. Кредит ойошмаларына тейешле сумма шулай уҡ бер көн алдан, 11-се июндә күсерелергә тейеш.

11 июня 2015
Смотреть видео

ШОС һәм БРИКС саммиттары алдынан Өфөлә өр яңы ҡунаҡхана һәм ресторандар асылып халыҡ өсөн яңы эш урындары барлыҡҡа килде

Бөгөн башҡаланың халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгендә эш урындары йәрминкәһе ойошторолдо. Сит илдән килгән абруйлы ҡунаҡтарҙы юғары кимәлдә ҡаршы алыу һәм хеҙмәтләндереү саммиттың эшлекле өлөшөн тейешле кимәлдә ойоштороу кеүек үк яуаплы бурыс. Был йәһәттән тәү сиратта алсаҡ администраторҙар, көләс...

11 июня 2015
Смотреть видео

Республика башлығы беҙҙең телеканалға эксклюзив интервью бирҙе

Унда һүҙ, нигеҙҙә, ШОС һәм Брикс самиттарына әҙерлек тураһында барҙы. Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, саммиттар ваҡытында ШОС ойошмаһына ингән илдәрҙең етәкселәре тарихи-документ- Өфө декларацияһына ҡул ҡуясаҡ. 

10 июня 2015
Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика