Башҡортостанда грипп менән ауырыусылар артҡан

Башҡортостанда грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыусылар артҡан. Табиптарға мөрәжәғәт итеүселәрҙең күбеһе – балалар.  Ошо сәбәпле 16 февралгә тиклем айырым мәктәптәрҙә карантин иғлан ителде.

Мәғариф министрлығы хәлде етди күҙәтеүгә алды. Әгәр ҙә класта уҡыусыларҙың 20 проценты сирләһә, шунда уҡ уҡыу туҡтатыла.Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостандағы идаралығы ҡыҙыу линия ойошторҙо.

18 февралгә тиклем 8-800-700-90-30 телефонынан гриппты иҫкәртеү белгес кәңәштәрен алырға мөмкин.

Хәбәрҙәр

Смотреть видео Киләһе биш йылда Башҡортостанда 26 мең подъезд төҙөкләндереләсәк | ГТРК «Башкортостан»

Киләһе биш йылда Башҡортостанда 26 мең подъезд төҙөкләндереләсәк

Был маҡсатты бойомға ашырыу өсөн 6 миллиард һум аҡса бүленә. Республика хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров 2019 йылға тәғәйен эштәрҙе беренсе ноябргә тамамларға йөкләмә бирҙе.Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Юрий Палтусов белдереүенсә, йылына...

28 января 2019
Смотреть видео Башҡортостанда “Ҡаргиҙәр” операцияһы дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда “Ҡаргиҙәр” операцияһы дауам итә

Айлыҡ сиктәрендә юлһыҙ ерҙән йөрөгән мототранспортты файҙалағанда тәртип боҙоуҙары, транспорттың техник торошон тикшереү буйынса иҫкәртеү саралары үткәрелә. Ҡаргиҙәрҙәрҙе ҡуртымға биргән ойошмалар менән профилактик эштәр ойошторола. Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың торошон тикшереү...

28 января 2019
Смотреть видео Халыҡҡа ҡаршы геноцид | ГТРК «Башкортостан»

Халыҡҡа ҡаршы геноцид

Башҡортостанда легаль булмаған спиртлы эсемлектәр һатыуҙы Республика етәксеһе халыҡа ҡаршы геноцид тип баһаланы. Был хаҡта Радий Хәбиров бөгөн прокуратура вәкилдәре менән осрашыуҙа белдерҙе. Хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибәтуллин беҙҙең студия менән тура бәйләнешкә сыға.

28 января 2019
Смотреть видео Ҡырмыҫҡалы районы Бекет ауылында машина түңкәрелгән | ГТРК «Башкортостан»

Ҡырмыҫҡалы районы Бекет ауылында машина түңкәрелгән

Йәрәхәтләнеүселәр һәм һәләк булыусылар тураһында хәбәр ителмәй. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, водитель ҡышҡы юлда идараны юғалтып бағанаға бәрелгән. Бишбүләк районында аварияла 4 кешенең ғүмере өҙөлдө. Иртәнге туғыҙҙар тирәһендә Бишбүләк-Миәкә юлында ВАЗ һәм Шевроле Нива машиналары бәрелешкән. ВАЗ...

28 января 2019
Смотреть видео Тимашев ауылындағы үҙәк урамда законһыҙ эшҡыуарлыҡ сәскә ата | ГТРК «Башкортостан»

Тимашев ауылындағы үҙәк урамда законһыҙ эшҡыуарлыҡ сәскә ата

Күптән түгел беҙҙең хәбәрселәр Тимашев ауылындағы үҙәк урамда ҡәбер таштары, матәм веноктары һатылыуы, шул арҡала, урындағы халыҡтың ризаһыҙлыҡ белдереүе тураһында сюжет эшләгәйне. Орджоникидзе районына ҡараған Тимашев ауылындағы үҙәк урамда законһыҙ эшҡыуарлыҡ сәскә ата. Бында ҡәберлектәргә ҡуя...

25 января 2019
Смотреть видео Республикала экотехнопарк ойошторола | ГТРК «Башкортостан»

Республикала экотехнопарк ойошторола

Сеймалдан яғыулыҡ  эшләнәсәк һәм уны газ урынына  ҡулланырға мөмкин. Төбәк операторҙарына фәнни яҡтан Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Өфө дәүләт нефть-техник университеты филиалы ярҙам итәсәк. Сүп-сар реформаһы ғөмүмән ташландыҡ сүплектәрҙең һанын кәметер, тип күҙаллана. Республикала ғына һуңғы...

25 января 2019
Смотреть видео Төҙөлөп бөтөлмәгән йортто файҙаланыуға тапшырыуға рөхсәт биргән өсөн яуаплылыҡ | ГТРК «Башкортостан»

Төҙөлөп бөтөлмәгән йортто файҙаланыуға тапшырыуға рөхсәт биргән өсөн яуаплылыҡ

Иглин районы хакимиәтенең элекке баш архитекторына хөкөм ҡарары сығарылды. Ул проекты булмаған килеш бер ойошмаға йорттар төҙөргә, аҙаҡ төҙөлөп бөтмәйенсә, ундағы фатирҙарҙы һатырға рөхсәт биргән.Ике йәшлек Лиза үҙе төшөргән һүрәттәрҙе танып тора. Ике ай элек кенә Зәйнуллиндар ғаиләһе ошо үҙҙәренең...

25 января 2019
Смотреть видео  Бөгөн Әбйәлил районында блогерҙар йыйыны уҙа | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Әбйәлил районында блогерҙар йыйыны уҙа

Унда республика етәксеһе лә ҡатнаша. Радий Хәбиров һуңынан район предприятиелары менән яҡындан танышырға ниәтләй.

25 января 2019
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Мәскәүҙә Рәсәй президенты Владимир Путин төркиә етәксеһе Рәжәп Эрдоган менән осрашып Сүриәләге хәлдәр тураһында һөйләште. Владимир Путин әйтеүенсә, Мәскәү һәм Анкара Идлиб деэскалация биләмәһендә террорсыларға ҡаршы көрәште дауам итәсәк. Төркиә президенты үҙ сиратында, беҙҙең төп маҡсатыбыҙ-...

25 января 2019
Смотреть видео Сибай карьерына һелтеле һыу тултырыуға әҙерлек эштәре бар | ГТРК «Башкортостан»

Сибай карьерына һелтеле һыу тултырыуға әҙерлек эштәре бар

Сибайҙа бөгөн  Көкөрт диоксиды менән көкөрт водороды миҡдарының норманан ашыу кимәле теркәлмәгән. Был турала ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов белдерҙе.  Тау-байыҡтырыу комбинатында әлеге мәлдә карьерға һелтеле һыу тултырыуға әҙерлек эштәре бар. Ул беренсе февраль башланырға тейеш....

25 января 2019
Смотреть видео  Ҡыш уртаһында йылыһыҙ ҡалғандар | ГТРК «Башкортостан»

Ҡыш уртаһында йылыһыҙ ҡалғандар

Өфөнөң Артезиан урамындағы күп ҡатлы йорттоң ҡайһы бер фатирҙарында йылы биреүҙе туҡтатҡандар. Һөҙөмтәлә кешеләр һыуыҡтан интегә. Өс йәшлек Аня, фатирҙа һалҡын булғас, ҡат-ҡат кейенә. Ә дүрт айлыҡ һеңлеһенең тән температураһын әсәһе ярты сәғәт һайын тикшереп тора. Фатирға тәүлек әйләнәһенә йылы...

25 января 2019
Смотреть видео Бөгөн республиканың айырым райондарында ишелеп ҡар яуҙы | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн республиканың айырым райондарында ишелеп ҡар яуҙы

Ошо сәбәпле транспорт хәрәкәте ҡатмарлашты. Әйтәйек, Өфөлә туғыҙ, хатта ун баллыҡ тығындар барлыҡҡа килде. Башҡала урамдарын ҡарҙан таҙартыуға әле барлыҡ көстәр йәлеп ителгән. Бөгөн көслө буран арҡаһында баш ҡалала хәрәкәт итеү ҡыйынлашты. Водителдәр бер-нисә сәғәт тығында торорға мәжбүр булды....

25 января 2019
Смотреть видео Яңыртылған спорт мәктәбе | ГТРК «Башкортостан»

Яңыртылған спорт мәктәбе

Стәрлетамаҡта капиталь ремонттан һуң икенсе һанлы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн спорт мәктәбе эш башланы. Яҡынса бер мең ярым уҡыусы йөрөгән үҙәктә һаулыҡты нығытыу өсөн бөтә мөмкинлектәр булдырылған. Ярты йыл эсендә спорт мәктәбенең ҡыйығы,  диуары ремонтлана. Бынан тыш, бассейндың һыуын...

24 января 2019
Смотреть видео Блокада икмәге | ГТРК «Башкортостан»

Блокада икмәге

27 ғинуарҙа Ленинград ҡамауын өҙөүгә 75 йыл.  Был иҫтәлекле дата Башҡортостанда ла билдәләнә. Хәтер сараларының береһе Бөрө ҡалаһында үтте. Ғинуарҙың егермеләренә Бөрө ҡала икмәк комбинатында  бишенсе йыл рәттән “блокада  икмәге” бешерелә.  Ҡамауҙағы ҡалала бары һигеҙ ай йәшәгән...

24 января 2019
Смотреть видео Башҡортостанда быйыл 18 бала тимрәү йоҡторған | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда быйыл 18 бала тимрәү йоҡторған

Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең республика идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, был сир төрлө урындарҙа теркәлгән.  Өфө ҡалаһы һәм Өфө районында мәғариф учреждениеларында каникулдан һуң медицина тикшереүе барышында асыҡланған. Биналарҙа дезинфекция эшләнгән, айырым кабинеттарҙа дәрестәр...

24 января 2019
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Америка Ҡушма Штаттарының Флорида штатында аттар енәйәтсене тоторға ярҙам иткән. Вертолеттан төшөрөлгән видеояҙманан күренеүенсә, өс ат үҙенең биләмәһендә сит кешене күреп ҡалалар ҙа, баҫтырырға тотоналар. Енәйәтсе йылҡы малынан ҡасап тип, полиция хеҙмәткәрҙәренең ҡулына ғына килеп эләккән. Уны...

24 января 2019
Смотреть видео Ишембайҙың спорт һарайы янған | ГТРК «Башкортостан»

Ишембайҙың спорт һарайы янған

Уҙған төн Ишембайҙың спорт һарайында янғын сыҡҡан. Был видеояҙманан күренеүенсә, ут бинаның эсендә тоҡана. Асыҡланыуынса, Чкалов урманыда урынлашҡан 2-се балалар һәм үҫмерҙәр өсөн спорт мәктәбенең гардеробы яна. Ваҡиға урынына ҡотҡарыу машиналары ла килә. Зыян күреүселәр булмаһа ла, хәҙер ҡалалағы...

24 января 2019
Смотреть видео Ваҡытһыҙ өҙөлгән ғүмер | ГТРК «Башкортостан»

Ваҡытһыҙ өҙөлгән ғүмер

Белорет районы Тирлән ауылында йәшәүсе Еникеевтар ғаиләһе ҡыҙының үлемендә урындағы дауахана табиптарын ғәйепләй. Әгәр ҙә табиптар анализдары насар булыуын күреп тә, дауаханан сығармаһалар, бәлки пациентты ҡотҡарып булыр ине, тип иҫәпләй улар. Был мәсьәләне тәфтиш комитеты тикшереүгә алған. Таһир...

24 января 2019
Смотреть видео Бөгөн Сибай халҡы һаулыҡ һаҡлау министры менән осраша | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Сибай халҡы һаулыҡ һаҡлау министры менән осраша

Сибайҙа бөгөн  Көкөрт диоксиды менән көкөрт водороды миҡдарының норманан ашыу кимәле теркәлмәгән. Был турала бөгөн ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов белдерҙе. Бөгөн Сибай халҡы республиканың һаулыҡ һаҡлау министры менән осраша. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Сибайҙа ай ярым элек иҫке карьерҙа руда...

24 января 2019
Смотреть видео Башҡортостанда ғинуар рекордтары | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда ғинуар рекордтары

Бөгөн иртән, республика райондарында 40  градусҡаса һыуытты.  Ошондай температура Баймаҡ районындағы таһир ауылында теркәлде. Биләмәлә иртәнге сәғәттәрҙә 39-40  градус булған. Сасҡау һалҡындар араҡаһында балаларҙың мәктәпкә йөрөүе сикләнә. Ейәнсура районындағы Абзан ауылында ла бөгөн...

24 января 2019
Смотреть видео Кулибиндар | ГТРК «Башкортостан»

Кулибиндар

 “Гараж54” каналын алып барыусылар үҙенсәлекле тәжрибә үткәргән.Улар автомобиль тәгәрмәстәре урынына тимер сылбырҙы иретеп йәбештергән һәм ҡышҡы юлдан йөрөп ҡараған. Ҡаты юлда ҡатмарлыҡтар юҡ, әммә ҡарлы урындарҙа машинаны һөйрәтеп сығарырға тура килгән. Нисек кенә булмаһын ауыл кулибиндары...

23 января 2019
Смотреть видео Бер юлы өс бәхет | ГТРК «Башкортостан»

Бер юлы өс бәхет

Белорет районы Сәрмән ауылында йәшәүсе Тимербаевтар ғаиләһен ишәйтеп көтмәгәндә ике ул һәм бер ҡыҙ донъяға килгән. Әммә ете кешенән торған ғаиләне хәҙер торлаҡ мәсьәләһе борсой. Элекке йорттарының бәләкәй булыу сәбәпле, йәш әсә хәҙер сабыйҙары менән ҡалала ҡуртымға алынған бер бүлмәле фатирҙа...

23 января 2019
Смотреть видео Һигеҙ йәшлек герой | ГТРК «Башкортостан»

Һигеҙ йәшлек герой

Өфөлә һигеҙ йәшлек малай мәкегә төшөп киткән баланы ҡотҡара. Ҡариҙел йылғаһы буйында тауҙан шыуып йөрөгән сағында балаларҙың береһе боҙ ярылып һыуға төшә. Йәш ҡотҡарыусы юғалып ҡалмайынса ярҙамға ашыға. Урал Исмәғилев ул көндө ҡурҡыныс төш кеүек кенә иҫкә ала. Тауҙан шыуыу ундай хәүефле булыр, тип...

23 января 2019
Смотреть видео Стәрлетамаҡта яңы уҡыу йорто үҙ ишектәрен аса | ГТРК «Башкортостан»

Стәрлетамаҡта яңы уҡыу йорто үҙ ишектәрен аса

Стәрлетамаҡта тиҙҙән 18 мең квадрат метрлы яңы уҡыу йорто үҙ ишектәрен асасаҡ. 1 мең 225 уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәптә балалар өсөн бөтә уңайлыҡтар ҙа булдырылған. Һәр бер бүлмәлә уҡыусы интерактив таҡта менән ҡуллана ала. Икенсе ҡатта биш йөҙ урынға тәғәйенләнгән тамаша залы эшләйәсәк. Бынан тыш,...

23 января 2019
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Сорғот-Мәскәү рейсы менән осоусы бер пассажир бортта тәртипһеҙлек ойоштороусыны ҡулға алыуҙы видеоға төшөргән. Иҫереп алған ир пилоттар кабинаһына инеп курсты үҙгәртеүҙе талап итә. Был кадрҙарҙа һеҙ махсус хеҙмәттәрҙең ирҙе ҡулға алған мәлен күрәһегеҙ. Рәсәйҙең тәфтиш комитеты енәйәт эше ҡуҙғатҡан...

23 января 2019
Смотреть видео Табиптарҙың хатаһы өсөн 15 миллион һум | ГТРК «Башкортостан»

Табиптарҙың хатаһы өсөн 15 миллион һум

Бөгөн Өфөнөң Киров районы судында 3 табиптың эше ҡарала. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2013-сө йылда баш ҡаланың 21-се дауаханаһында Альберт Нуриев вафат булғайны. Табиптарға ҡаршы ҡуҙғатылған енәйәт эшен ҡарау бер-нисә йыл барҙы. Улар амнистияға эләккәс һәләк булыусының яҡындары 3 табиптан 5-әр миллион һум...

23 января 2019
Смотреть видео Бәләбәйҙә полиция хеҙмәткәрҙе өй туйлай | ГТРК «Башкортостан»

Бәләбәйҙә полиция хеҙмәткәрҙе өй туйлай

Ҡалала район эске эштәр бүлегенең яңы бинаһы асылды. Тәртип һағында тороусыларҙы был иҫтәлекле ваҡиға менән ҡотларға  Республика етәксеһе лә килде. Объектты төҙөүгә һәм йыһазландырыуға Башҡортостан ҡаҙнаһынан аҡса бүленгән. Радий Хәбиров полиция хеҙмәткәрҙәренең кабинеттарын ҡараны, ваҡытлыса...

23 января 2019
Смотреть видео Сибайҙа бер урамда зарарлы матдәләр норманан 2,5 тапҡырға артып киткән | ГТРК «Башкортостан»

Сибайҙа бер урамда зарарлы матдәләр норманан 2,5 тапҡырға артып киткән

Сибайҙа бөгөн бер урамда зарарлы матдәләр норманан 2,5 тапҡырға артып киткән. Был турала ҡала хакимиәтендә үткән брифингта ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы вәкиле Кирилл Первов белдерҙе. Кисә һауа 49 тапҡыр тикшерелгән.  Көкөрт диоксиды менән көкөрт водороды миҡдарының норманан ашыу кимәле...

23 января 2019
Смотреть видео Башҡортостандың яратҡан рәссамдары | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостандың яратҡан рәссамдары

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа бөгөн “Башҡортостандың яратҡан рәссамдары” тип аталған күргәҙмә асылды. Проекттың маҡсаты – республиканың сәнғәт оҫталары менән таныштырыу. Ул бер-нисә ҡалала һәм районда күрһәтелә. Ә ғинуар аҙағында проектҡа йомғаҡ яһаласаҡ. Бөгөн картиналар менән депутаттар ҙа танышты.

22 января 2019
Смотреть видео  Мәктәп ни сәбәпле балаларҙы ҡабул итә алмай? | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәп ни сәбәпле балаларҙы ҡабул итә алмай?

Благовещен ҡалаһында беренсе сентябрьгә үҙ ишектәрен асырға тейешле мәктәп әле булһа файҙаланыуға тапшырылмаған. Икенсе смена мәсьәләһе хәл ителмәй, уҡыусылар алыҫ урынлашҡан мәктәптәргә йөрөп уҡырға мәжбүр. Тимур Сәфиуллин өсөн беренсе класс етди һынауға әйләнде. Уға алыҫта урынлашҡан мәкәпкә...

22 января 2019
Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика