Башҡортостанда грипп менән ауырыусылар артҡан
Башҡортостанда грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыусылар артҡан. Табиптарға мөрәжәғәт итеүселәрҙең күбеһе – балалар. Ошо сәбәпле 16 февралгә тиклем айырым мәктәптәрҙә карантин иғлан ителде.
Мәғариф министрлығы хәлде етди күҙәтеүгә алды. Әгәр ҙә класта уҡыусыларҙың 20 проценты сирләһә, шунда уҡ уҡыу туҡтатыла.Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостандағы идаралығы ҡыҙыу линия ойошторҙо.
18 февралгә тиклем 8-800-700-90-30 телефонынан гриппты иҫкәртеү белгес кәңәштәрен алырға мөмкин.
Хәбәрҙәр

Ленинградты блокаданан ҡотҡарыуға 75 йыл тула
Ил тарихында иң фажиғәле ваҡиғаларҙың береһе – Ленинградты блокаданан ҡотҡарыуға 75 йыл тула. Тап ғинуар айында ошо тарихиты үҙгәрткән мөһим ваҡиғалар була. 1943 йылдың 18 ғинуарында ҡуласа өҙөлә һәм тағы ла бер йыл үткәс кенә, 1944 йылдың 27 ғинаурында Ленинград ҡамауҙан тулыһынса азат ителә...

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Францияла “һары жилеттар”ҙың ҡаршылыҡ акцияһы барышында тағы ла 240 кеше ҡулға алынған. Париж, Марсель, Страсбург һәм башҡа ҡалаларҙың урамдарына 84 мең кеше сыҡҡан. Манифестанттарға ҡаршы полиция водометтар һәм күҙҙән йәш сығара торған газ ҡулланған. Ростов өлкәһенең Шахты ҡалаһында газ...

Электрон чип. Әлегә хайуандарҙа
Урам буйында ташландыҡ хайуандарға кем ярҙам итер? Ғинуар айында дүрт аяҡлыларҙы яҡлау буйынса закон үҙ көсөнә инде. Бынан тыш, хайуандарға электрон чип ҡуйыу ҙа был мәсьәләне хәл итеүгә этәргес булып тора, тип белгестәр. Влада Жаркая өсөн эт - иң тоғро һәм яҡын дуҫ. Бәләкәй сағынан был йорт...

Алданған өлөшсөләр менән тығыҙ бәйләнеш
Республика етәксеһе Радий Хәбиров торлаҡ төҙөлөшөндә алданғандар менән даими осрашыуҙар ойошторорға ҡушты. Был турала ул "Төҙөлөш сәғәте" рәүешендә үткән кәңәшмәлә белдерҙе. Алданған кешеләр менән әңгәмә системаһы бар. Көнүҙәк һорауҙарға яуап алырға мөмкин. Бындай осрашыуҙар даими булырға тейеш,...

Урман ҡупшыҡайҙары... сүплектә
Иҫке йыл үтеү менән хужалар, ҡасандыр фатирҙы йәмләп торған шыршыларҙы урамға ташлауҙы хуп күрә. Өфөлә хәҙер йәшел ҡупшыҡайҙарҙы эшкәртеп унан төҙөлөш материалы етештерәсәктәр. Үҙенсәлекле акция ойошмаларҙың береһе башланғысы менән ойошторолған. Ҡаланың торлаҡ идаралығы...

Ҡалдыҡтар сығарыу өсөн февралдә түләү башлана
Башҡортостанда йәшәүселәр көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу өсөн февралдә түләй башлаясаҡ. Был турала вице-премьер, торлаҡ комммуналь хужалыҡ министры Михаил Киреев белдерҙе. Республика етәксеһе Радий Хәбиров күрһәтелгән хеҙмәт өсөн хаҡтарҙы төшөрөү талабын ҡуйҙы.

Өфөлә архитектура ҡомартҡылары тергеҙелә
Свердлов урамында урынлашҡан йорттарҙың береһендә бер туған сауҙагәрҙәр Федор һәм Григорий Соловьевтар йәшәгән. Ҡомартҡыны яңыртыу 2 йыл элек башланғайны. Бер туған сауҙагәрҙәрҙең йорто 19 быуат аҙағында төҙөлгән. 1 ҡатлы йортта кесе Соловьев йәшәгән. 2 ҡатлы йортта иһә олкән ағаһы – Григорий...

Радий Хәбиров эскелеккә ҡаршы етди көрәш башларға саҡырҙы
Бөгөн республика хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә Учалылағы ғәҙәттән тыш хәлгә туҡталып Радий Хәбиров эскелеккә ҡаршы етди көрәш башларға саҡырҙы. Эскелек, спиртлы эсемлектәр эсеп ағыуланыуға ҡаршы комплекслы программа кәрәк тине, республика етәксеһе.

Самолет Өфө аэропортына ултыра алманы
Мәскәүҙән Өфөгә осоусы самолеттың Екатеринбург аэропортына ултырыуына ла һауа торошо сәбәпсе. Самолет ике тапҡыр Өфө аэропортына ултыра алмай, күрше ҡалаға осорға мәжбүр була. 143 пассажир Екатеринбургта отелгә урынлаштырылған, йылы аш менән тәьмин ителгән.

ЮХХДИ юлдарҙа айырыуса һаҡ булырға саҡыра
Юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы юлдарҙа айырыуса һаҡ булырға саҡыра. Республикала көндәрҙе йылытып һыуытыу сәбәпле юлдарҙа боҙлауыҡ барлыҡҡа килде. Авариялар артты. Синоптиктар хәбәр итеүенсә, айырым райондарҙа көндөҙ 0-5 градус һыуыҡ булһа, төндә 20 градусҡаса һыуытасаҡ.

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Күпләп ҡар яуыу сәбәпле Австрияла алты кеше һәләк булған. Күптәр йорттарынан сыға алмай, юлдар ябылған, айырым төбәктәрҙә ут юҡ. Австрияла, Германияла һәм Италияла тауҙарҙан ҡар ишелеүе ихтимал. Италияла ике бейсджампер ҡанатлы костюмдар кейеп тау араһынан осоп үткән. Экстремалдар осоуҙы...

Парламентарийҙар киләсәккә бурыстар билдәләй
Бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа даими нигеҙҙә эшләүсе депутаттар менән кәңәшмә үтте. Унда республика парламентының 2018-се йылдағы эш һөҙөмтәле барланды, яҙғы сессияла ҡараласаҡ мөһим закондар буйынса фекер алышынды. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе билдәләүенсә, яҙғы сессияла депутаттарҙы...

Учалылағы ғәҙәттән тыш хәлгә бәйле яңы мәғлүмәттәр
Учалылағы ғәҙәттән тыш хәлгә бәйле бөгөн яңы мәғлүмәттәр билдәле булды. Хоҡуҡ һаҡлау органдарынан хәбәр итеүҙәренсә, 34 йәшлек ир Артур Ибраһимов кафенан ҡайтҡанда ныҡ иҫерек булған. Иртәнге алтылар тирәһендә таксист уны йортона алып килгән. Ир аҡса артынан өйөнә инеп китә, күп тә үтмәй уның...

«Аксаков шыршыһы-2019”
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында хәйриә тамашаһы үтте. Сараға мәктәп-интернаттарҙан, реабилитация үҙәктәрҙән, күп балалы ғаиләләрҙән һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандары балалары саҡырылғайны. Абруйлы ҡунаҡтар араһында - билдәле балалар табибы Леонид Рошаль, республика етәксеһенең тормош...

Башҡортостан поликлинкалар һәм фельдшер-акушер пункттары төҙөлөшө өсөн федераль бюджеттан аҡса аласаҡ
Милли проекттарҙы бойомға ашырыу йәһәтенән республикала шулай уҡ яман шеш һәм йөрәк сирҙәре менән көрәшкә өҫтәмә финанстар бүленәсәк. Өфөлә онкология диспансерының яңы бинаһын файҙаланыуға тапшырыу, район дауаханаларында онкология бүлектәрен асыҡ күҙ уңында тотола. Федераль ҡаҙнанан алынған аҡсаға...

Йәшәү өсөн көрәш
Салауат ҡалаһында йәшәүсе 18 йәшлек ҡыҙ бер йыл буйына йәшәү өсөн мөһим препаратты ала алмай. 2017 йылда ҡыҙҙың әсәһе шулай ҙа суд аша ғәҙелеккә ирешә. Тик кәрәкле “Траклир” препарат урынына уның аналогын бирәләр. 200 мең һум тирәһе торған дарыуҙан хәҙер буш һауыт ҡына ҡалған. Ҡыҙҙы дауалаған...

Прокуратура хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй
Рәсәйҙә был байрам 1996 йылдан алып уҙғарыла. Йылдар дауамында граждандарҙың закон менән гарантияланған хоҡуҡтарын һәм азатлыҡтарын ышансылы һаҡлай улар. Прокуратура хеҙмәткәрҙәре енәйәтселеккә, терроризмға, экстремизмға ҡаршы көрәшкә ҙур өлөш индерә.

Ағасты кем урлаған?
Үткән йыл Башҡортостан иҡтисадына урманды урлап ҡырҡыусылар 130 миллион һумлыҡ зыян килтергән. Был ҡулға тотолғандарынан, ә ысынында күпме урман вәхшиҙәрсә юҡ ителгәнен бер кем дә белмәй. Урмансылар көрәшкә осоусы аппараттарҙы һәм космос мониторингын йәлеп итә. Ҡараҡтар ҙа йоҡламай, алдау ысулдарын...

Башҡортостанға көслө бурандар килә
Епшек ҡар яуыуы, елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе ихтимал. Юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспецияһы юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы, ҡар һырынтылары ятыуы тураһында ла иҫкәртә.

Эй, ултыра балыҡсы
Ҡышҡыһын балыҡ тотоусылар таң менән боҙ өҫтөнә ашыға. Сәмләнеп улар именлек тураһында бөтөләй онота. Боҙҙа күңелһеҙ хәлдәрҙе булдырмаҫ өсөн ҡотҡарыусылар сираттағы рейдҡа сыҡты.Айрат Әхмәтов ҡышҡы балыҡ тотоу нескәлектәрен бик яҡшы белә. Уларҙың иң мөһиме-һинең нисә балыҡ тотҡаныңды күршең...

Ҡулға өйрәтелгән ҡабандар
Борай районында урынлашҡан һунарсылыҡ хужалығы ҡулға өйрәтелгән айыу, ҡабандар менән дан тота. Борай районында урынлашҡан һунарсылыҡ хужалығы егере – Фәдис Ғәйфиевтың һәр иртәһе Федя ҡушаматлы ҡулға өйрәтелгән айыуҙы ашатыуҙан башлана. Фәдис Ғәйфиев хужалыҡҡа ике йыл элек осраҡлы рәүештә килеп...

Йығылған ағастарҙы нисек бушлай алырға?
Яңы йылдан күп үҙгәрештәр ғәмәлгә инде. Шуларҙың береһе йығылған ағастарға бәйле. Хәҙер уларҙы бушлай алырға рөхсәт ителә. Урман эсендә йәшәп ағасты алтын хаҡына һатып алабыҙ тип зарлана Хәфизә Ҡадырова. Песнионерға 1 айлыҡ аҡсаһын мунса өсөн утын әҙерләүгә сығарып һалырға тура килә. Хәҙер инде...

Пенсионерҙарға түләү 25 процентҡа артты
Ауылда йәшәгән һәм ауыл хужалығында 30 йыл эшләгән пенсионерҙарға түләү 25 процентҡа артты. Башҡортостанда ошондай стажға эйә булған 51 мең кеше йәшәй.

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Ырымбур өлкәһендә цинк ҡоролма эшләүсе заводта сыҡҡан янғын һүндерелде. 6 мең ярым квадрат метрҙы ялмап алған ут менән көрәшкә 50 ҡотҡарыусы һәм 15 берәмек техника йәлеп ителде. Ғәҙәттән тыш хәл урынында әле экологтар эшләй. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр юҡ...

Яңы йыл каникулдарында башҡала дауаханаларына мөрәжәғәттәр күпкә аҙайған
Төрлө йәрәхәттәр алып 3 мең 800 кеше, шул иҫәптән мең бала мөрәжәғәт иткән. Был былтырғы менән сағыштырғанда аҙыраҡ. Яңы йыл майҙансыҡтарында 99 кеше йәрәхәтләнгән. Белгестәрҙең пиротехника менән һаҡ эш итергә саҡырыуына ҡарамаҫтан, күңелһеҙ хәлдәр көн дә тиерлек теркәлеп тора. Күгәрсен...

Өфө-Затон юлында йөк ташыусы Газель машинаһы янып китте
Һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр тураһында хәбәр ителмәй. Водитель машинанан сығып өлгөргән. Ғәҙәттән тыш хәл сәбәптәре асыҡлана. Яңы йылдың тәүге эш көнөндә Өфөлә генә 7 аварияла 8 кеше йәрәхәтләнгән.

Салауат Юлаев клубына артабан да ярҙам күрһәтеләсәк
Бөгөн Республика етәксеһе Радий Хәбиров Салауат Юлаев командаһының баш тренеры Николай Цулыгин һәм команда капитаны Григорий Панин менән осрашты. Унда клубтың киләсәктәге үҫеш мөмкинлектәре тикшерелде. Радий Хәбиров “Салауат Юлаев” хоккей клубының данлы үткәненә туҡталып, киләсәктә лә уға ярҙам...

Хәйерле кис, республика!
Рәсәй-Башҡортостан радиоһында өр яңы проект, яңы алып барыусылар һәм ҡыҙыҡлы темалар. Төбәктең легендар радиоһы тыңлаусыларын эш көндәрен Хәйерле кис, республика! тапшырыуы менән бергә тамамларға саҡыра. “Башҡортостан” радиоһы даирәләрен киңәйтә һәм тыңлаусылары өсөн башҡорт телендә яңы проект...

Ҡышҡы каникулды файҙалы үткәреүселәр
Баҡалы районы Туҡбирҙе ауылында йәшәүсе Мәүлиевтар ғаиләһе уҡыусыларға хоккей уйнау өсөн үҙ баҡсаларында һырғалаҡ эшләгән. Теүәл өс йыл балалар ҡышҡыһын кинәнеп был спорт төрөн үҙләштерә. Һырғалаҡтың уртаһында торған капитандың уйын башланғанын аңлатып һыҙғыртҡас та, йәш хоккейсылар шайба өсөн...

Раштыуа байрамы
Республиканың православ христиандары Раштыуаны билдәләне. Ул Иисус Христостың тыуған көнөнә бағышланған. Көтөп алынған был байрам иң сағыу, күңелле сараларҙың береһе. Раштыуа – яңы тормош башланыуының билдәһе, шатлыҡ, яҡтылыҡ һәм киләсәккә өмөт нурҙары менән һуғарылған. Был көндө бөтәһе лә күңел...
- « первая
- ‹ предыдущая
- …
- 3
- 4
- 5
- 6
- 7
- 8
- 9
- 10
- 11
- …
- следующая ›
- последняя »