ГТРК «Башкортостан» стала самой цитируемой телерадиокомпанией республики по итогам 2018 года - 735099445 | ГТРК «Башкортостан»
Прямой эфир:
Смотреть Башкортостан 24 Смотреть Россия 24 Слушать и смотреть Радио Маяк Слушать и смотреть Радио России Башкортостан Слушать Радио Вести FM Слушать и смотреть Радио Ватан

Башҡортостанда грипп менән ауырыусылар артҡан

Башҡортостанда грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыусылар артҡан. Табиптарға мөрәжәғәт итеүселәрҙең күбеһе – балалар.  Ошо сәбәпле 16 февралгә тиклем айырым мәктәптәрҙә карантин иғлан ителде.

Мәғариф министрлығы хәлде етди күҙәтеүгә алды. Әгәр ҙә класта уҡыусыларҙың 20 проценты сирләһә, шунда уҡ уҡыу туҡтатыла.Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостандағы идаралығы ҡыҙыу линия ойошторҙо.

18 февралгә тиклем 8-800-700-90-30 телефонынан гриппты иҫкәртеү белгес кәңәштәрен алырға мөмкин.

Хәбәрҙәр

Смотреть видео Өҫтөл әҙерләгеҙ, мин хәҙер киләм | ГТРК «Башкортостан»

Өҫтөл әҙерләгеҙ, мин хәҙер киләм

Бер нисә йыл дауамында Өфө ресторандарына шылтыратып, үҙен Башҡортостан буйынса баш автоинспектор Динар Ғилметдинов тип таныштырып, өҫтәл әҙерләүҙе һәм уның иҫәбенә аҡса күсереүҙе талап итеүсе ҡулға алынған. Мутлашыусы хәҙер суд алдында яуап бирәсәк. Людмила Әғәҙуллина зыян күреүселәрҙең береһе....

20 марта 2019
Смотреть видео Японияла билдәһеҙ осоусы объектты видеоға төшөрөп алғандар | ГТРК «Башкортостан»

Японияла билдәһеҙ осоусы объектты видеоға төшөрөп алғандар

Бер урында эленеп торған был объекттың сит планета карабына оҡшашлығы юҡ, етмәһә, видеоның да ялған булыуы ихтимал тип әйтеүселәр байтаҡ. Уфологтар бер тауыштан шаһит, ысынлап та, сит планета карабын төшөрөп алған, тип белдергән. Был видеоны Японияның иң алдынғы үҙәктәренең береһе тикшерәсәк. Уның...

20 марта 2019
Смотреть видео Арзан, яҡын, тиҙ | ГТРК «Башкортостан»

Арзан, яҡын, тиҙ

Ошо уңайлыҡтар бәғзе берәүҙәрҙе хәүефһеҙлек сараларын оноторға мәжбүр итә. Йыл башынан башҡаланың Калинин районында ғына газ яғыулығын тултырыусы ике заправка ябылды. Прокурор тикшереүҙәре һөҙөмтәһендә йыл һайын ошондай эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән 5-6 йүнселдең эше туҡтатыла. Тәртип боҙоуҙар...

20 марта 2019
Смотреть видео Ҡомарға бирелеп хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен онотоусылар | ГТРК «Башкортостан»

Ҡомарға бирелеп хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен онотоусылар

Ҡотҡарыусыларҙың эше уяулыҡты, етеҙлекте талап итә. Айырыуса яҙ етеү менән йоҡа боҙ өҫтөндә балыҡ тотоусылар аяныслы хәлдәргә тарый. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре махсус машинала аҙна һайын иҫкәртеү операцияһын ойоштора һәм балыҡ ҡармаҡлаусылар менән осрашып хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен...

20 марта 2019
Смотреть видео Сибайҙа факоэмульсификатор сафҡа индерелде | ГТРК «Башкортостан»

Сибайҙа факоэмульсификатор сафҡа индерелде

Шулай уҡ яһалма күҙ яҫмығы ҡуйыу аппараты ла ҡулланыла башланы. Дауахананың офтальмология бүлеге мөдире Амур Моталлапов әйтеүенсә, бүлектә йылына 300-ҙән ашыу операция яһала. Бында Хәйбулла, Баймаҡ һәм Йылайыр райондары, Баймаҡ, Сибай ҡалаһынан сирлеләр мөрәжәғәт итә. Ошоға тиклем иң күп таралған...

20 марта 2019
Смотреть видео Башҡортостан парламенты депутаттары яҙғы сессиялағы сираттағы ултырышына әҙерләнә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан парламенты депутаттары яҙғы сессиялағы сираттағы ултырышына әҙерләнә

Унда ҡараласаҡ закон прокттары Президиум ултырышында раҫланды. Республиканың Закондар сығарыу буйынса төп органы комитеттары социаль йүнәлеше хоҡуҡи акттар әҙерләй. 4 тиҫтәгә яҡын закон проекты менән федераль ҡануниәткә үҙгәрештәр индереү тәҡдиме. Башҡортостан парламентының яҙғы сессиялағы...

20 марта 2019
Смотреть видео Китап палатаһы-тарих палатаһы | ГТРК «Башкортостан»

Китап палатаһы-тарих палатаһы

Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығын билдәләп төбәктә бихисап саралар үтә һәм тарихи мәғлүмәттәргә иғтибар көсәйә. Мәҫәлән Башҡортостандың дәүләт китап палатаһында республика менән бәйле  бөтә тарихи һорауҙарға ла яуап табырға мөмкин. Улар ташҡа баҫылған тиһәм дә арттырыу...

20 марта 2019
Смотреть видео Бөгөн башҡорт автономияһы иғлан ителеүгә 100 йыл | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн башҡорт автономияһы иғлан ителеүгә 100 йыл

Тап 1919 йылдың 20 мартында Башҡортостан территориаль-милли автономияһын раҫлаған килешеү төҙөлә, ә 23 мартта килешеү тураһында мәғлүмәт матбуғатта баҫыла.  Ошо уңайҙан Башҡортостандың милли музейы асыҡ ишектәр көнө уҙғара. Музейға килеүселәр бөгөн 1917 йылғы революция, граждандар һуғышы һәм...

20 марта 2019
Смотреть видео Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезы | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезы

10-12 апрелдә Бөтә Рәсәйҙең  башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Өфөлә  тәүге  съезына йыйыла. Республиканың 100 йыллығына Съезда ҡатнашыусылар Башҡортостанда, Рәсәй төбәктәрендә башҡорт телен һаҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереү мәсьәләләрен тикшерергә, Башҡортостанда Туған телдәрҙе...

18 марта 2019
Смотреть видео Башҡортостан Венецияһы | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан Венецияһы

Республика район-ҡалаларында яҙғы ташҡынға етди әҙерлек бара. Оло һыуҙы Башҡортостан Венецияһында ла көтәләр. Ошондай атама алған ауыл Дүртөйлө районында урынлашҡан. Италиялағы ҡала кеүек уны ла тиҙҙән һыу уратып аласаҡ, тик ваҡытлыса ғына.  Башҡортостан Венецияһы күптәрҙең иғтибарын йәлеп итә...

18 марта 2019
Смотреть видео Ағиҙелгә күмер һибәләр | ГТРК «Башкортостан»

Ағиҙелгә күмер һибәләр

Бының өсөн тәүҙә боҙҙо ҡырҡалар, шунан барлыҡҡа килгән ярыҡҡа күмер һалалар. Был сара яҙғы ташҡын мәлендә Ағиҙел, Ҡариҙел һәм Дим йылғаларының күперҙәрен боҙ тығылыуҙан һаҡлай. Ағиҙел йылғаһының боҙ  ҡатламы быйыл ҡалын – 80 сантиметр тирәһе. Шулай ҙа яһалма ҡоролмаларҙы хеҙмәтләндереү...

18 марта 2019
Смотреть видео Рәсәй һәм Донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм Донъя хәбәрҙәре

Рәсәйҙең хәрби-космос көстәренең ике бомбардировщигы Ҡара диңгеҙҙең нейтраль һыуҙары өҫтөнән осоп үтте. Оборона министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, самолеттар 5 сәғәттә 4 мең 500 саҡырым үтеп аэродромға төшкән. Ҡырым күперенең тимер юл өлөшөнөң яртыһына тиерлек төҙөүселәр рельстар һалды. Шпалдар...

18 марта 2019
Смотреть видео Сират торҙоҡ, яуап бирегеҙ | ГТРК «Башкортостан»

Сират торҙоҡ, яуап бирегеҙ

Сипайлово биҫтәһендә йәшәүселәрҙе коммуналь түләүҙәргә хаҡтың артыуы аптырашта ҡалдырған. “Башҡортостан йылылыҡ бүлеү селтәре” ойошмаһы офисында хәҙер һорауҙарына яуап алыу өсөн өс йөҙләгән кеше сиратта торорға мәжбүр.  Хаҡтың артыуы нимә менән бәйле?  Сиратта тороусылар араһында көн дә...

18 марта 2019
Смотреть видео Россгвардияның Рәсәй инженер ғәскәрҙәре һөнәри байрамы | ГТРК «Башкортостан»

Россгвардияның Рәсәй инженер ғәскәрҙәре һөнәри байрамы

Россгвардияның Рәсәй инженер ғәскәрҙәре һөнәри байрамын – 25 йыллығын билдәләне. Был төр ғәскәрҙәрҙең мөмкинлектәре бик юғары.  Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында  улар немец-фашист илбаҫарҙарын тар-мар итеүгә тос өлөш индерҙе. Улар бөгөн дә илебеҙҙең бойондороҡһоҙлоғон тәьмин итеүҙә хәл иткес...

18 марта 2019
Смотреть видео Республикала “Йыл Һалым түләүсеһе” конкурсы ойошторола | ГТРК «Башкортостан»

Республикала “Йыл Һалым түләүсеһе” конкурсы ойошторола

 Был сара бюджетҡа һалым иғәнәләрен йыйыу күләмен арттырыуға булышлыҡ итәсәк. Килемдәр буйынса ведомство-ара комиссияның сираттағы ултырышында республика бюждетын тулыландырыу саралары тураһында һүҙ барҙы. 2019 йылда финанстар министрлығы, Республика етәксеһе ҡарарына ярашлы, яуаплы һалым...

18 марта 2019
Смотреть видео Лимпопо халҡы башҡорт балын һайлай | ГТРК «Башкортостан»

Лимпопо халҡы башҡорт балын һайлай

Көньяҡ Африка Республикаһының Рәсәйҙәге тулы хоҡуҡлы вәкиле Номасонто Мария Сибанда-Туси ханым Башҡортостан умартасылыҡ тауарҙарына ихлас һоҡланыуын белдерҙе.  Ике ил һәм Башҡортостан менән Лимпопо провинцияһы араһында хеҙмәттәшлек йүнәлештәре махсус меморандумда сағылыш табасаҡ. Әлегә...

18 марта 2019
Смотреть видео Башҡортостан Парламентында яңы консультатив совет булдырылды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан Парламентында яңы консультатив совет булдырылды

Ул ҡануниәт органдары аша башҡарма власть менән бәйләнештәрҙе нығытыу мөмкинлеген бирә. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев етәкселегендәге советтың тәүге ултырышында төп бурыстар билдәләнде. Маҡсаттарҙың береһе, мәҫәлән, эшҡыуарлыҡ субьекттарын үҫтереүҙә яңы закон проекттары....

18 марта 2019
Смотреть видео Ил халҡы Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуының 5 йыллығын билдәләй | ГТРК «Башкортостан»

Ил халҡы Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуының 5 йыллығын билдәләй

2014 йылдың 16 мартында Ҡырымда Рәсәйгә ҡушылыу буйынса референдум үтә. Унда электораттың 96 проценттан ашыуы Рәсәй составына инеү өсөн тауыш бирә. Ә 18 мартта Мәскәүҙә Ҡырым менән Севастополдең Рәсәй составына үҙ ирке менән инеүе тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыла. Тарихи ваҡиғаға бәйле, ярымутрауҙа...

18 марта 2019
Смотреть видео Ул ҡурайҙы донъя кимәленә сығарҙы | ГТРК «Башкортостан»

Ул ҡурайҙы донъя кимәленә сығарҙы

Башҡортостандың халыҡ артисы Роберт Юлдашевтың республика буйлап Башҡортостандың 100 йыллығына арналған гастроль сәфәре башланды. Ҡурайсы, виртуоздың тәүге концерты Өфө тамашасыһына тәҡдим ителде. Ошо уҡ программа менән Роберт Юлдашев Мәскәү халыҡ-ара музыка йортонда  сығыш яһаясаҡ. Аҙгөл...

15 марта 2019
Смотреть видео Сибайҙа таш һындар паркы барлыҡҡа киләсәк | ГТРК «Башкортостан»

Сибайҙа таш һындар паркы барлыҡҡа киләсәк

“Каро” художество оҫтаханаһының алтын ҡуллы эшселәре Сибай йәшмәләренән яһалған сувенирҙар эшләй. Йәшмәнән тыуҙырылған мөғжизәләрҙе хатта сит илдән дә һатып алыусылар бар. Йәшмә-ҡаты таш. Ниндәй ҙә булһа картина йә иһә сувинер эшләү өсөн уны йоҡа ғына итеп ҡырҡып, таш менән һүрәт төшөрәләр. Йәшмәне...

15 марта 2019
Смотреть видео Халыҡ ижады йылы | ГТРК «Башкортостан»

Халыҡ ижады йылы

Республикабыҙ етәксеһе Радий Хәбиров тәҡдиме менән 2020 йыл Рәсәйҙә Халыҡ ижады йылы тип иғлан ителде. Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко «Рәсәй субъекты сәғәте» ултырышында ошо турала белдерҙе. «Беҙ Радий Хәбировтың 2020 йылды Халыҡ ижады йылы тип иғлан итеү тураһында тәҡдимен хупланыҡ....

15 марта 2019
Смотреть видео Рәсәйҙең махсус Олимпиадаһы | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәйҙең махсус Олимпиадаһы

Өфөлә “Рәсәйҙең махсус Олимпиадаһы”  программаһы сиктәрендә мөмкинлектәре сикләнгән балалар араһында тау саңғыһы һәм сноуборд буйынса республика ярыштары ойошторолдо. Унда 57 бала ҡатнашты. Сараның төп маҡсаты – балаларҙы спорт ярҙамында йәмғиәт тормошона яраҡлаштырыу. Ярышсыларҙың иң кесеһенә...

15 марта 2019
Смотреть видео Өфө Халыҡ-ара балалар уйындарын ҡабул итергә әҙер | ГТРК «Башкортостан»

Өфө Халыҡ-ара балалар уйындарын ҡабул итергә әҙер

Өфөгә Германиянан Халыҡ-ара балалар уйындары комитетының генераль секретары Ричард Смит эш сәфәре менән килде. Ул Республика йортонда төбәк етәксеһе Радий Хәбиров менән осрашты.Ричард Смит, Өфөлә йыш ҡунаҡ. Был юлы ул  Радий Фәрит улы менән 53-сө Йәйге Халыҡ-ара балалар уйындарын үткәреү...

15 марта 2019
Смотреть видео Рәсәй һәм Донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм Донъя хәбәрҙәре

Сан-Паулу мәктәптәренең береһендә атыш ваҡытында кәм тигәндә 10 кеше һәләк булған, 17 кеше дауаханаға һалынған. Яраланыусылар араһында балалар бик күп тип хәбәр ителә. Тәнәфес ваҡытында  битлек кейәгн билдәһеҙ кешеләр мәктәпкә килеп ингән һәм ут асҡан. Рәсәйҙең террорға ҡаршы милли комитеты...

15 марта 2019
Смотреть видео «Башҡортостан» милли паркында күҙәтеү видеокамералары ҡоралайҙы төшөрөп алған | ГТРК «Башкортостан»

«Башҡортостан» милли паркында күҙәтеү видеокамералары ҡоралайҙы төшөрөп алған

Ҡырағай хайуан көрт араһында ем эҙләгән. Йәйен улар таңда, кисен һәм төндә ашарға сыға. Ҡышын иһә тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында тамаҡ ялғайҙар. Ҡар күп яуған ваҡытта ҡуйы ағаслыҡта ышыҡланалар. Ҡарҙы таҙартып, үңәсенә еткәнсе соҡойҙар һәм шунда ял итәләр. Ҡоралай аҙығының 70 процентын үлән...

15 марта 2019
Смотреть видео Өфөнөң Урмансылар паркында айыуҙар уянған | ГТРК «Башкортостан»

Өфөнөң Урмансылар паркында айыуҙар уянған

Тәмле ҡышҡы йоҡонан һуң улар бер аҙ борсоулы. Әлегә вольер хеҙмәткәрҙәре уларҙы әүҙем ашата. Йәнлектәр ике-өс аҙнанан үҙҙәренең ғәҙәти йәшәү рәүешенә инергә тейеш. Ялҡауланып ҡына, камеранан күҙҙәрен йәшереп ятҡан ата айыуҙың 5 айыубикәһе бар. Ә күрше вольерҙағы Маша исемле айыу үҙенең ике балаһын...

15 марта 2019
Смотреть видео Агросәнәғәт комплексының үҫеш мөмкинлектәре | ГТРК «Башкортостан»

Агросәнәғәт комплексының үҫеш мөмкинлектәре

Тәбиғи, саф һәм файҙалы аҙыҡ етештереүселәрҙе уңайлы, һаҡсыл технологиялар менән заманса техника ҡыҙыҡһындыра. Ике яҡ өсөн дә мөһим мәғлүмәттәрҙе Өфөлә егерме туғыҙынсы тапҡыр ойошторолған “Агрокомплекс” күргәҙмәһе тәҡдим итте. Халыҡ-ара форум сиктәрендә күрһәтелгән техника һәм тауар өлгөләрен...

15 марта 2019
Смотреть видео Белгестәр тәбиғәттең көйһөҙлөгөнә алдан әҙерләнергә саҡыра | ГТРК «Башкортостан»

Белгестәр тәбиғәттең көйһөҙлөгөнә алдан әҙерләнергә саҡыра

Башҡортостанда быйыл яҙғы ташҡын көслө булмаҫ, тип фаразлана. Әммә белгестәр тәбиғәттең көйһөҙлөгөнә алдан әҙерләнергә саҡыра. Фаразлауҙар буйынса, йылғаларҙа  апрель урталарында боҙ китә башлай. Өфө янында Ағиҙел йылғаһында боҙ 9-12 апрелдә китер, тип көтөлә. Республика йылғаларында боҙҙоң...

15 марта 2019
Смотреть видео  Ҡараңғы урам | ГТРК «Башкортостан»

Ҡараңғы урам

Хәҙер 30 йылдан ашыу Степан Злобин урамы яҡтыртылмай, бында бөтөнләй яҡтыртыу бағаналары юҡ. Ошо урамда йәшәүселәр ҡала хакимиәтенә бер-нисә тапҡыр мөрәжәғәт итә, әммә уларҙың үтенестәре яуапһыҙ ҡала. Глеб Степан Злобин урамында йәшәй. Уны мәктәпкә оләсәһе оҙатып ҡала, Һуңға ҡалһа, мотлаҡ ҡаршы...

14 марта 2019
Смотреть видео Рәсәй һәм Донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм Донъя хәбәрҙәре

Украинала президент Петр Порошенко сығыш яһағанда бер төркөм ирҙәр полиция менән һуғыша башлаған. Хоҡуҡ һаҡсыларынан 22 кеше йәрәхәтләнгән. Милләтселәр трибунаға яҡын килә башлағанын күргәс, Порошенко ҡасыу яғын ҡарай. Әйткәндәй,  Украинала президент һайлауында еңелгән осраҡта Порошенко илдән...

14 марта 2019
Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика